Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
«Гөлнәзирә» бейеү-йыры – Башҡортостан мәҙәни ҡомартҡыһының саф ынйыһы
Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән,
Инде нихәл итәйек?
Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс
Һуйып, ҡунаҡ итәйек.

Ай, эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме.

Һыуҙар аға арыҡтан,
Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан,
Һикереп төшөп бейер инем,
Ояламын халыҡтан.

Ер еләге бешкән саҡта
Һайлап ашап булманы,
Яҙғы һабан туйҙарында
Ос(о)рашып булманы.

Гөлнәзирә – башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Уның мәғәнәһе төрлө сығанаҡта төрлөсә аңлатыла. Иң таралғаны: гөл – сәскә, нәзирә (ғәрәпсә) – алдан күреүсе.
Башҡорттар был исем менән, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә һәм БДИ илдәрендә киң танылған, фольклор ансамблдәре һәм академик коллективтар бөгөнгәсә башҡарған йырҙы нарыҡлаған. Халыҡ йырының ҡасан барлыҡҡа килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Тәүге тапҡыр 1938 йылда фәнни хеҙмәттәрҙә күренә. Уны совет музыка белгесе, фольклорсы Лев Николаевич Лебединский "Башҡорт халыҡ йырҙары" китабында яҙып сығара.
Башҡорт энциклопедияһында билдәләнеүенсә, "Гөлнәзирә" йырының көйө интонация сағыулығы, үҙенсәлекле дүрт юллыҡтар формаһы (йыр башында өс актавалы төҙөлөш, ҡушымтала – дүрт актавалы) менән айырылып тора.
Йырҙың йөкмәткеһе буйынса, Гөлнәзирә күршеләргә ҡунаҡҡа килә. Хужа егет уны күргәс, нисек был ҡыҙҙы ҡаратарыға, бәрән һуйып ҡунаҡҡа саҡырырғамы, тигән уйға ҡала. Әммә егет икенсе ҡарарға килә: ҡурай тартып, бөтә халыҡты уйын-көлкөлө, йырлы-моңло байрамға йыйырға!
Һуңғараҡ "Гөлнәзирә" йырын совет композиторы, дирижёр һәм пианист Александар Сергеевич Ключарёв хор өсөн эшкәртә. Унан һуң Таһирйән Шакир улы Кәримов менән Камил Йософ улы Кәримов Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеү өсөн ҡуллана. Ошо уҡ мотивтар данлыҡлы "Сыңрау торна" балетында ла файҙаланыла.
Классик һәм үҙешмәкәр тарктовка
"Гөлнәзирә"гә тәүге тапҡыр 1930 йылдар аҙағында күмәк бейеү һалалар. 1939 йылда Өфөнөң "Ударники" үҙешмәкәр художество клубы "Гөлнәзирә" бейеүен гармун моңдарында сәхнәгә сығара. Коллектив унда төп башҡорт бейеүе хәрәкәттәре менән сығыш яһай: тыпырлау, һыҙа баҫыу, ҡатын-ҡыҙ хеҙмәттәрен күрһәтеү, ир-егеттең күҙ атыуы.
Ике йылдан һуң, 1941 йылда, Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров Мәскәүҙән Өфөгә ҡайта. Ул ваҡытты инде хореограф үҙ командаһына өс тиҫтәнән ашыу бейеүсене йыйып өлгөргән була. Поезда ҡайтып килгәндә үк Ғәскәров "Гөлнәзирә"не ҡуйыу тураһында уйлай. Бер нисә айҙан һуң, Башҡортостан тамашасыһы был бейеүҙе сәхнәлә академик ҡуйылышта күрә. Әлбиттә, ул тәүҙә күмәк бейеүгә ҡоролмай, ә парлы итеп һалына. Уның беренсе солисы Хазина Мағазова була һәм бейеү үҙе лә башҡа төрлө атала.
"Хазина Мағазова үҙенә генә хас таланты менән был бейеүгә хистәр сафлығы, ҡатын-ҡыҙ тыйнаҡлығы, лайыҡлы кешелек сифаттары һала. Һәм был төҫ бейеүҙең артабанғы яҙмышында ла төп йөкмәткене сағылдыра. "Мөғлифә" бейеүенең даны иҫ киткес була. Бынан һуң Ғәскәров Мағазова өсөн "Ҡушъяулыҡ" тигән парлы бейеү һала, сөнки коллективта, Ирек Ибраһимовтан тыш, тағы Мөхәмәт Иҙрисов һәм Мөхәмәт Шәмсетдинов кеүек бик сағыу ир-егет бейеүселәр айырылып күренә. Хазина менән Ирек ҡушъяулыҡты шундай оҫта итеп башҡара, хатта Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя эстрада артистары конкурсында финалға сыға. Жюри ағзаһы Тамара Ханым, бейеүсенең үксәһе һынып, саҡ-саҡ йығылып китмәүен тойҙомо икән, әммә сығыш аҙағынаса лайыҡлы башҡарылыу сәбәпле, Башҡортостан бейеүселәре диплом менән бүләкләнеп ҡайта"
- тип яҙыла Һөйөндөк Сәитованың "Фәйзи Ғәскәров. Тормошо һәм ижады" китабында.
"Гөлнәзирә"нең яңғыҙ бейеүҙән күмәк бейеүгә күсеүенең сәбәбе – Ғәскәровтың поэтик акттарҙы эҙмә-эҙлекле ҡуя белеү һәләте. Был шулай уҡ әҫәрҙәрҙә художестволы-эстетик энергетиканың үҫеш күрһәткесе лә. "Гөлнәзирә" – ул йәшлек сағылышы, бейеү иллюминацияһы. Ундағы һәр бейеүсе ялҡынлы утта янған кеүек. Ул – бейеү сәнғәтенең һоҡланғыс сихри тамашаһы: ут сәсрәтеп баҫыуҙар, ырғып-һикереүҙәр, дәртле тыпырлауҙар, олимпия спринтер йүгереүенә хас етеҙ хәрәкәттәр. Бейеүҙең бөтә мәғәнәһе – кешенең азатлыҡҡа, бәхеткә, мөхәббәткә ынтылышы. Башҡорт хореграфының был бейеүгә һалған идеяһы Сәитовтың китабында шулай аңлатыла.
Фәйзи Ғәскәров үҙенең "Башҡорт бейеүҙәре" китабында былай тип яҙа: "Гөлнәзирә – ул тау башҡорттарының күмәк бейеүе. Уның йөкмәткеһе башҡорт бейеү фольклорының төрлө элементтарын тәшкил итә. Был элементтар бик күп ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет бейеүҙәрендә сағыла". Бейеү оҫтаһы фекеренсә, "Гөлнәзирә"не әллә нисә пар бейеүсе башҡара ала. Ул үҙе һигеҙ ҡыҙ һәм һигеҙ егеттән һала. Бейеүселәр бөтәһе бергә күңелле тамаша һәм ҡыҙыҡлы уйын ойоштора.
Костюмдарҙы ла Ғәскәров аныҡ билдәләгән. Бейеүсе ҡыҙҙар төҫлө туҡыманан тегелгән оҙон еңле, киң итәкле, ҡалҡып торған яғалы күлдәк кейгән. Итәктәре бер нисә балитәктән (әүеркәнән) торған, уларҙың сите төҫлө таҫма менән биҙәлгән. Күлдәк өҫтөнән улар аҡ елән кейгән. Елән бәрхәттән йә хәтфәнән тегелгән.
Еләндең еңе, яға һәм итәк ситтәре сағыу буҫтау һәм көмөш барса менән зауыҡланған. Кәмәр – көмөш тәңкәләр, аҫыл таштар менән уҡаланған, сағыу буҫтауҙан эшләнгән билбау. Баштарына зәңгәр бәрхәт түбәтәй кейгәндәр.

Баш кейеменең сите аҡ мамыҡ түңәрәктәр менән нағышланған. Сәсмәү – мәрйендәрҙән һәм көмөш тәңкәләрҙән тегелгән биҙәүес, ул толомдарға үрелгән. Елберҙәк – ҡыҙыл мәрйендәрҙән һәм көмөш тәңкәләрҙән эшләнгән селтәр (түшелдерек). Ҡулдарҙа – көмөш беләҙектәр һәм йөҙөктәр. Аяҡтарҙа – сарыҡ, йәғни аҡ буҫтауҙан тегелгән, үксәле итек. Ҡуныстарының арты ҡыҙыл еп менән нағышланған. Бейеүҙе ҡуйыусы автор әйтеүенсә, сарыҡтарҙы үксәле ҡара ситектәр ҙә алмаштыра алған.

Егеттәрҙең костюмы: яғалары атлас менән нағышланған аҡ күлдәк, яғаның сағыу бауҙары килешле генә бәйләп ҡуйылған. Мотлаҡ тоноҡ төҫтәге салбар, ситтәре һәм яғалары аҡ йә төҫлө буҫтау менән нағышланған ҡара елән, күн билбау кәмәр. Баштарында ҡамсат бүрек. Аяҡтарында ҡара ситек, ҡуныстары аҡ буҫтау һәм сағыу нағыш менән биҙәлеп, тыш яҡҡа әйләндереп ҡуйылған.
Боронғо йолалар һәм уйындар һалынған элементтар
Фәйзи Ғәскәров "Гөлнәзирә" бейеүенә халыҡ уйындарын һәм күҙ атыу элементтарын индергән. Башҡорт ҡыҙҙарына ир-егет менән туранан-тура аралашыу килешмәгән, шуға күрә зирәк егеттәр ҡыҙҙарҙы ҡаратыу өсөн төрлө алымдар ҡулланған. 1941 йылда һалынған бейеүгә ҡушъяулыҡ уйындары индерелгән: егет кеше ҡыҙҙы яулыҡ менән арбап бейеүгә саҡырған. Ошо уҡ сюжет "Зарифа" бейеүенең нигеҙенә лә һалынған.

"Гөлнәзирә" бейеүендә йәнә боронғо уйын элементтарының береһе - ҡыҙ янында өйөрөлөү. Лидия Нагаеваның "Башҡорт халыҡ хореографияһы" китабында билдәләнеүенсә, бындай күмәк бейеүҙәр туй мәлендә, йәғни ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта башҡарылған. Борон башҡорт бейеүҙәрендәге өйөрөлөү хәрәкәттәре тылсымлы мәғәнәгә эйә булған, туй бейеүҙәрендә иһә ул кәләште яман көстәрҙән һаҡлау, бәхет һәм именлек теләү йөкмәткеһен алған.

Нагаева шундай һығымта яһай: күмәк башҡорт бейеүҙәренең тамашаһы йәштәр уйындарына, күләмле байрамдарға бәйле. Улар, ғәҙәттә, ауыл янындағы тау битләүҙәрендә, таулы тәбиғәт ҡосағында ойошторолған. Ләкин, ваҡыт үтеү менән, Ғәскәров бейеүҙәрендәге хәрәкәттәр тағы ла киңерәк йөкмәткегә ҡоролған.
"Яңы хәрәкәттәр барлыҡҡа килтереү башҡорттарҙың хеҙмәтен, көндәлек тормошон, донъяға ҡарашын һығылмалы театрлаштырыуға бәйле. Ябай ым-ишара, бейеү хәрәкәттәре ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡи тигеҙһеҙлеген, тәрбиәһен, йәмғиәттә тотҡан урынын һынландырған. Керпектәрҙе түбән төшөрөп ҡарау, ҡулдарҙы ҡыйыуһыҙ хәрәкәтләндереү – барыһы ла Ғәскәров бейеүҙәрендә тәрән мәғәнәгә эйә. Был хәрәкәттәр менән ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының иң үҙенсәлекле сифаттарын асып һалған: тыйнаҡлыҡ, тотанаҡлыҡ, һөйкөмлөлөк. Мәҫәлән, башҡорт ҡыҙҙарының сит-яттар килгәндә йөҙөн яулыҡ менән йәшереү ғәҙәтен балетмейстер бик ябай, әммә нәзәҡәтле хәрәкәттәр менән сәнғәткә әйләндергән (уң ҡулын һул сикәһенә ҡуйыуы, терһәген өҫкәрәк күтәреүе, бармаҡтарын еңелсә бөгөүе; һул ҡулын ситкәрәк һуҙыуы, терһәктең шул тәңгәлдә ҡалыуы; башын уң яҡҡа бороуы; шундай хәлдә ҡулдар йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа күсерелә)" – тип яҙа хәрәкәттәр хаҡында Сәитов.

"Гөлнәзирә"не бейегән ҡыҙ көҙгө алдында биҙәнә, сәстәрен төҙәтә, ел иҫкәндә ағас япраҡтары бәүелгән кеүек, бармаҡтарын тибрәлдерә. Ошо хәрәкәт айырыуса оло мәғәнәгә эйә, сөнки башҡорттар борон-борондан тәбиғәткә һаҡсыл ҡараған, уның мөғжизәүи көсөнә ышанған.

Ҡоштар образын тыуҙырыу "Гөлнәзирә" бейеүендә бигерәк тә ир-егет хәрәкәттәренә хас. Лидия Нагаева һүҙҙәренсә, был элементтар башҡорттарҙың Ислам динен ҡабул итеүгә тиклемге ышаныуҙарын сағылдыра. Ҡолас ташлап, ҡулдарҙы иркен һуҙып алға ынтылыу – бейек һауаларҙа, ҡая таштар башында бөркөттәр осоу билдәһе.
Ансамблдең алтын фонды һәм "Гөлнәзирә"нең заманса башҡарылышы
Тау башҡорттары бейеүе "Гөлнәзирә" Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә ҙур танылыу килтерә. Тәүгеләрҙән булып ул Бөтә союз һәм халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә еңеүҙәр яулап ҡайта, шуның менән коллектив репертуарының алтын фондына инә. Республиканың бер генә байрамы ла был бейеүһеҙ үтмәй.
"Гөлнәзирә" тап шул күмәк бейеү булыуы менән ымһындырғыс та, ҡыҙыҡлы ла, дәртле лә. Бөгөн уны парлы бейеү стилендә ҡабул итеп тә булмаҫ ине. "Гөлнәзирә" - ул ауыл йәштәре уйындары, уларҙың байрамы", – тип аңлата Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, дәүләт ансамбле солисы Айһылыу Ғәйнетдинова.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең бөгөнгө солисы Миләүшә Хәйбуллина фекеренсә, билдәле хореограф, республиканың төрлө райондарынан фольклор йыйып, тап һүрәттәре һәм картиналары аша был бейеүҙең таулы башҡорттарҙыҡы икәнен аңлата.
"Хәрәкәттәр бында тупаҫ һелтәнеүҙәргә ҡоролмаған, ә ипле, тыйнаҡ. Бейеүселәр күмәк булһа ла, һалмаҡ тыпырлап, йә алға киләләр, йә артҡа сигенәләр. Егеттәр, ғәҙәттә, урындарында ғына ырғып һикерә, ә парлашып бейегәндә түңәрәккә тора. Был күренеш тау башҡорттарының күңел асырға яратыуын, ләкин артыҡ иркенләй алмауын күрһәтә" – тип билдәләй бейеүсе.
Бөгөн "Гөлнәзирә" бейеүенең ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уны сит илдәрҙә лә яратып ҡабул итәләр, йырҙарын иһә йәш быуын яңырта. Мәҫәлән, Башҡортостандың ауыл уҡыусылары "Күҙгә күренгән һындарға һунар" ("Охотники за привидениями") Ghostbusters фильмын һәм башҡорт халыҡ йыры "Гөлнәзирә"не ҡушып саундтрек эшләгән.
Наталья Овчарук әҙерләне.
Светлана Сөләймәнова тәржемәһе.
Фото: Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
Видео: Мәрзиә Ирназарова, ДУП ТРК "Башҡортостан" фонды.

12.12.2019 й.