Үҙенең составы буйынса башҡорт аш-һыуы бик күп төрлө. Уның барлыҡҡа килеүенә, тәү сиратта, башҡорттарҙың традицион йәшәү рәүеше йоғонто яһай. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың күбеһе күскенселәр булған, ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр, бал йыйғандар, балыҡ тотҡандар. Күбеһенсә һөт аҙыҡтары менән туҡланғандар.
Һөттән аҙыҡ-түлектең ниндәйен генә етештермәгәндәр. Исемлек оҙон: төрлө-төрлө бутҡалар, туҡлыҡлы аштар, хатта балалар аҙығы ла. Һөттән ҡаймаҡ эшләгәндәр, артабан инде был ҡаймаҡтан еңел генә май баҫҡандар. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һөттө ферментлау технологияларын да бик яҡшы белгән, улар был ғәжәйеп аҙыҡтан ҡатыҡ эшләгәндәр. Ә ҡатыҡҡа һыу ҡушып бутаһаң – айран килеп сыҡҡан. Әлеге көндә һыуһынды ҡандырыусы был эсемлек – Башҡортостандың күп магазиндарында һатыла. Ҡорот, һөҙмә, эремсек шулай уҡ ҡатыҡтан эшләнә.
Ит күскенсе башҡорттарҙың көндәлек тормошонда айырым бер урын алып тора. Ашау өсөн өйрәк ите, ҡаҙ ите, тауыҡ ите, һыйыр ите, һарыҡ һәм йылҡы ите ҡулланғандар. Итте нисек тә булһа һаҡлау төп бурыс булып торған. Йылҡы итенән ҡаҙылыҡ, һыйыр һәм һарыҡ итенән тултырма эшләгәндәр. Был уны ҡулланыуҙың иң таралған ысулы булған.
Байрам өҫтәленә бешерелгән йылҡы һәм һарыҡ ите биргәндәр. Уларға өҫтәп ҡунаҡтарҙың алдына тәрилкә менән өлөш (традицион башҡорт ашы) ултыртҡандар. Унда туҡмастың бер нисә төрөн: нәҙек кенә ҡырҡылғанын (туҡмаслы аш), ромб формаһында ҡырҡылғанын (һалмалы аш), ҡабырсаҡ (сумарлы аш) һәм башҡа төрҙәрен осратырға мөмкин булған. Бауыр, бөйөр, йөрәк ризыҡтарын айырым ҡаҙанда бешергәндәр. Походҡа сыҡҡанда мотлаҡ рәүештә ит алғандар, бының өсөн улар уны ҡаҡлағандар (ҡаҡланған ит), киптергәндәр (кипкән ит) һәм тоҙлағандар (тоҙланған ит). Шуныһы иғтибарға лайыҡ: башҡорттар урманда айыуға тейергә тырышмағандар. Ваҡ ҡош-ҡортҡа, ҡырағай кәзәгә, ҡоралайға һәм мышыға өҫтөнлөк биргәндәр.
Башҡорттар һөттө һәм итте иген культуралары менән берләштереп, бик уңышлы ҡулланғандар. Башҡорт милли аш-һыуҙары араһында арпанан шыйыҡ аш, ҡурмастан аш һәм бутҡалар, талҡан, тары ярмаһы, тары ярмаһынан көлсә, сөсө ҡамырҙан эшләнеп, майҙа ҡыҙҙырылған аҙыҡтар (бауырһаҡ, йыуаса, сәк-сәк һ.б.), ҡаҙанда бешерелгән ҡабартма кеүек ризыҡтар киң таралған. Байрамдарҙа һәр ваҡыт махсус меню булған: бәлеш, ғөбәҙиә һәм башҡа бәлештәр. Традицион эсемлектәр араһында иң беренсе урында, әлбиттә, үлән сәйе, ҡымыҙ, буҙа торған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шулай уҡ деликатестарҙы ла яратҡан. Төрлө еләктәрҙе иретелгән майҙа консервациялау, шулай уҡ алманан ҡаҡ эшләү киң таралған күренештәрҙең береһе булған.