1) Мунсаға ныҡлы ашағандан һуң барырға ярамай. Ас барыу ҙа кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы, алтын урта – еңелсә генә ашау.
2) Мунсаға ингәс тә, йылымыс һыу менән сайынырға һәм яҡшылап ҡоронорға кәрәк. Был яҡшыраҡ тирләргә мөмкинлек бирәсәк.
3) Башҡа эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейер кәрәк.
4) Тән эҫегә яйлап күнегергә тейеш. Шуға күрә эҫене лә әҙләп һалырға, башта эләүкәнең аҫҡы яғында ултырып тороп, һуңынан ғына өҫкә менеү кәңәш ителә.
5) Эләүкәлә һуҙылып ятыу иң яҡшыһы, сөнки мускулдар йомшара, ә быу тәнде йылыта.
6) Мунсала быу дөрөҫ һәм файҙалы булһын өсөн, таштарға ябай һыу урынына төрлө үләндәр төнәтмәһе һибергә, ә еңел һәм йомшаҡ булһын тиһәгеҙ, ҡайнар һыуҙы ташҡа әҙләп кенә һирпергә кәрәк. Һыуыҡ һыуҙан быу ауырая һәм еүешләнә, тын алыуы ауырлаша.
7) Мунсала махсус тын алыу күнекмәләре яһарға мөмкин. Мунсаға ингәс тә, ауыҙ аша тәрән итеп тын алырға һәм танау аша сығарырға. Икенсе тынды танау аша алып, танау аша сығарырға. Тынды ике-өс секундҡа тотоп тороп, турайырға һәм танау аша сығарырға. Был күнегеүҙе тынды һигеҙ секундҡа тиклем тотоп тора алырлыҡ итеп ҡабатларға. Төрлө үлән төнәтмәләрен еҫкәү ҙә ныҡ файҙалы.
8) Мунса ярҙамында ябығырға ла мөмкин, тик уның өсөн бер тапҡыр ғына мунса инеү етмәй, ябығам тиһәң, мунсаға даими йөрөргә кәрәк. Был маҡсатта быуҙың ҡоро булыуы яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә, сөнки организмды эҫенән һаҡлайым, тип, май тулыһынса янып бөтә.
9) Мунсала дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим. Иң тәүҙә еңел, һалмаҡ хәрәкәт менән аяҡ табаны, аяҡтар, оса, арҡа һәм ҡулдарҙан өҫтән аҫҡа һәм аҫтан өҫкә ҡарай бер нисә тапҡыр үтергә. Бынан һуң, лимфатик төйөндәр урынлашҡан тубыҡ аҫтындағы соҡор, сат өлкәһен һәм ҡултыҡ аҫты соҡорона теймәй генә миндек менән тәнде сабырға. Иң һуңынан, миндек менән ҡул, бил, тубыҡ һәм аяҡ табандарына баҫып торорға. Бындай массаж ҡан әйләнешен көсәйтә, күҙәнәктәрҙе аса һәм һөҙөмтәлә тәндән тир, шлактар күберәк сыға.
10) Мунса менән дөрөҫ ҡулланғанда ғына ул кәйефте күтәрә, тәнде сафландыра, хәл-торош күпкә яҡшыра, эшкә һәләтлелек арта. Унда кәрәгенән артыҡ булыу, киреһенсә, хәлһеҙләндерә, баш ауыртыуы һәм насар кәйеф барлыҡҡа килә. Мунсаға йыш йөрөргә ярамай, ете-ун көнгә бер тапҡыр барһаң, шул етә.
Иң мөһиме, мунса ингәндә насар уйҙар уйламай, ҡабаланмай, яйлап, тыныс ҡына инергә. Үләндәрҙән төнәтмәләр эшләп, тоҙ менән ышҡынып, бал менән ыуынып, хушланып таҙарыныр кәрәк. Шулай итмәһәң, уның файҙаһы булмаясаҡ.