Байрам табынының, тиҙәк һуғыу өмәһенең төп ризығы – майлы тары ярмаһы. Тарыны, мөмкинлегенә ҡарап, кемдер һөттә, кемдер һыуҙа бешергән, ләкин һәр ваҡыт май төшөргән.
Өмәлә ҡатнашҡан балалар араһында бер уйын киң таралған булған. Ул алдарына уртаһына май һалынған ҙур табаҡ менән тары ярмаһы ултыртҡас башланған.
Балалар шунда уҡ ҡайнар бутҡала майлы «йылға»лар ағыҙа башлаған. Берәүһе ҡалағы менән үҙенең яғына ағыҙа, әгәр донъя бөтһә, ул нисек «төшөргән» шулай була, ти икән. Икенсеһе уның менән ризалашмайынса: «Юҡ, улай түгел!», — тип ҡаршы килгән.
Уйын берәйһе: «Юҡ, бына шулай була!» — тип, бутҡаны болғатҡансы дауам иткән.
Ҡунаҡтарға тары бутҡаһын, ғәҙәттә, ихаталағы ҡаҙанда бешергәндәр.
Өмәнән һуң тары бутҡаһы менән һыйлағас, нимә бар, бөтәһен дә өҫтәлгә теҙгәндәр. Өйҙәге бар ризыҡ менән һыйлағандар.