Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Ете ҡыҙ

Бейеү аша бөтә донъяға билдәле матур легенда

Береһенән-береһе һылыу, зифа буйлы, ҡара күҙле, саф күңелле, ялан аяҡ башҡорт ҡыҙҙары тәрән күлгә һыу алырға тип килмәне...

Эдик Шакиров
Ете ҡыҙ

Бейеү аша бөтә донъяға билдәле матур легенда

Береһенән-береһе һылыу, зифа буйлы, ҡара күҙле, саф күңелле, ялан аяҡ башҡорт ҡыҙҙары тәрән күлгә һыу алырға тип килмәне...

Эдик Шакиров
XX быуат уртаһында бейеүгә һалынған ете ҡыҙ тураһындағы легенданың ҡасан барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ. Шулай ҙа, риүйәттәрҙән күренеүенсә, XVII быуат аҙағында – XVIII быуат башында, ҡаҙаҡ һәм башҡорт ырыуҙарының барымта-ҡарымта яуҙары осорондалыр тип фаразларға мөмкин.

Ваҡиға барған урын Башҡортостандың Урал аръяғы – Баймаҡ районы Сибай ҡалаһынан ун саҡрым алыҫлыҡта. Ете ҡыҙ, легенданың ҡайһы бер варианттарында – ете әхирәт, күл янындағы ауылда йәшәй. Һылыулыҡтары, уңғанлыҡтары һәм оҫта бейеүсе булыуҙары менән дан тота улар.
Бер ваҡыт башҡорт егеттәре, үҙҙәренең көс-ғәйрәтен күрһәтергә теләп, яҡындағы ҡаҙаҡ йәйләүенән йылҡы көтөүе ҡыуып алып китәләр. Аттары өсөн йәнен бирергә әҙер ҡаҙаҡтар ныҡ асыулана, башҡорттарҙан үс алалар: ирҙәрен үлтереп, иң сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәре менән алып китәләр. Улар араһында ете ҡыҙ ҙа була. Әсирә ҡыҙҙар ҡасып китмәһен өсөн, ҡаҙаҡтар уларҙың аяҡ табандарын ярып, яраларына ваҡланған ат ҡылы һибә. Яралары уңалыуын-уңала, әммә үлтереп һыҙлай, ҡыҙҙар йөрөй ҙә, ҡаса ла алмай. Бер йыл әсирҙә була улар. Шулай ҙа көндәрҙән бер көндө ҡаҙаҡтарҙың йоҡлап киткәнен көтәләр ҙә ҡасырға булалар. Әсирәләрҙең юҡлығын белеп ҡалған яугирҙар уларҙың артынан төшә. Ҡыҙҙар күлгә барып етеүгә ҡаршыларына сабып килеүсе һыбай башҡорт егеттәре күренә күренеүен, тик ҡаҙаҡтар етеп кенә килә. Ни эшләргә лә белмәгән ҡыйыу ҡыҙҙар етәкләшеп күлгә һикерә. Бөгөн был күлде Күлтабан тип йөрөтәләр. Ҡайһы бер варианттарҙа – Ҡылтабан. Тағы ла бер атамаһы – Яугүл.

Риүәйәттә тағы ла бер ҡыҙыҡлы деталь бар. Имеш, ете ҡыҙҙың береһе иҫән ҡалған. Уны ата-әсәһенә алып барғандар, яраланған табандарын дауалағандар. Күпмелер ваҡыттан һуң һылыу күлгә килгән һәм һәләк булған апалары менән бергә бейегән бейеүҙе иҫкә төшөргән. Иҫән ҡалған ҡыҙ бейеү аша ете ҡыҙ тураһында хәтерҙе быуындан быуынға еткергән. Шулай итеп, «Ете ҡыҙ» легендаһы беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Башҡорт халҡының космогоник ҡараштарын сағылдырыусы тағы ла бер легенда бар. Унда Етегән йондоҙлоғоноң килеп сығыуы һүрәтләнә. Ете һылыу ҡыҙ, дейеүҙәр батшаһын (аллаһын) күргәс, ҡурҡыштарынан ҡаянан һикерә лә һауаға оса. Шунан алып ете йондоҙҙо Етегән йондоҙ тип йөрөтәләр. Фәнүзә Нәҙершинаның «Башҡорт легендалары һәм риүәйәттәре» китабында тап ошо вариант телгә алына.
Легенданың бейеү теленә әйләнгәне (перерождение)
XX быуат уртаһында атаҡлы бейеүсе, хореограф һәм ансамблдең художество етәксеһе Фәйзи Ғәскәров ете ҡыҙ тураһындағы легендаға иғтибар итә. Уҡытыусыһы – билдәле балетмейстер Игорь Моисеев уға: «Фәйзи, тыуған яғыңа ҡайт, халҡыңдың сәнғәт өлгөләрен бөртөкләп йый һәм коллектив тупла», – тип фатиха бирә.
Фәйзи Әҙеһәм улы остазын тыңлай һәм үҙ юлы менән китә. Ул ҡуйған тәүге бейеү «Ете ҡыҙ» була. «Ғәскәров халыҡ бейеүҙәрен ҡуйғанда донъяның дөйөм кешелек кимәлендәге фекерҙәрҙе үҙ эсенә алған ысынбарлыҡ картиналарын формалаштырған», – тип яҙа философия фәндәре кандидаты Зилә Рәхмәтуллина. Ғалимә билдәләүенсә, «Ете ҡыҙ» бейеүенең үҙенсәлеге уның лиризмында, пафосында, ым-ишара һәм пластиканың нәфислегендә, төп мәғәнәне ҡул хәрәкәттәре аша биреүендә генә түгел. Был бейеү кешенең эске булмышы һәм тышҡы формаһы менән тығыҙ бәйле, уның эске донъяһының үҙенсәлекле пластика аша күрһәтелеүе, тышҡы сағылышы ул. Бейеүселәрҙең һәр хәрәкәтендә – сафлыҡ, баҫалҡылыҡ, үҙ баһаңды белеү, серлелек.
«Башҡорттар – мосолман, шуға ла ҡатын-ҡыҙ бейеүендә
наҙ ҙа, баҫалҡылыҡ һәм саялыҡ та бар. Йөҙөн нимә менән генә ҡаплаһа ла, башҡорт ҡыҙы барыбер иғтибарҙы йәлеп итәсәк. «Ете ҡыҙ» бейеүе – ҡатын-ҡыҙ матурлығы эталоны.
«Ҡыҙҙар бер тапҡыр ғына егеткә күтәрелеп ҡарай һәм һәм уны ғүмерлеккә ғашиҡ итә»,
тип яҙа Ғәскәров ансамбль коллективына арналған «Йән әрнеүе» китабында.
«Башҡорт бейеүҙәре» китабында иһә ул былай ти:
«Боронғо риүәйәттә ете башҡорт һылыуы тураһында һүҙ бара. Һылыу ҡыҙҙарҙы
бер-береһенән айыра алмайҙар, сөнки улар йөҙгә лә, буй-һындары менән дә, холоҡ-фиғелдәре менән дә бик оҡшаған була. Йырҙа ла, бейеүҙә лә, эштә лә әхирәттәренән алда бара улар».

Ғәскәров – ҡаҙаҡ әсирәләре тураһындағы легенданы бейеү теленә һалған тәүге һәм берҙән-бер хореограф. Уның ниәте буйынса, башҡарыусыларҙың етеһе лә киҫкен хәрәкәттәр яһамайынса, йомшаҡ, баҫалҡы һәм талғын ғына хәрәкәт итергә тейеш була. Буй-һын төҙ, баштар ғорур күтәрелгән, ҡараштар аҫҡа төбәлгән. «Ҡыҙҙар күҙҙәрен сит ҡараштарҙан йәшерергә тырыша», – тип яҙа Фәйзи Әҙеһәм улы.

Фәйзи Ғәскәров «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарыусыларҙың кейемен дә аныҡ яҙып ҡалдырған. Ҡара ҡыҙыл туҡыманан тегелгән балитәкле оҙон күлдәк, текә яға, оҙон еңдәр. Ҡара бәрхәттән йәки репстан билләп тегелгән елән, уның ситенә һәм итәгенә уҡа, тәңкәләрҙән йәки көмөш парсанан биҙәктәр һалынған. Күкрәксә – көмөш тәңкәләрҙән һәм мәрйендән селтәр. Мәрйендән һәм тәңкәнән яһалып, ҡыҙыл тауарға беркетелгән сәсмәү ике толомға нығытып ҡуйылған. Толомдарҙың остарына тәңкәләрҙән яһалған биҙәүес – сулпы үрелгән. Аяҡта – ҡара ситек.

Физик яҡтан ҡарағанда, «Ете ҡыҙ» бейеүе ҡатмарлы түгел. Башҡорт балетмейстеры уны ҡуйғанда ябай ғына тыпырҙау ҡулланған. Бында тамашасыны хайран ҡалдырған төп фигуралар – ҡыҙҙарҙың һығылмалы нәфис ҡулдары.
1993 йылғы видео
Рус бейеүсеһе башҡорт кейемендә
Ете ҡыҙ бейеү-легендаһын тәүгеләрҙән булып башҡарыусылар араһында рус бейеүсеһе Екатерина Николаевна Варламова ла бар. Ленинградта тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышында блокаданы үткән һәм осраҡлы рәүештә Башҡортостандың Бөрө ҡалаһына килеп сыҡҡан һәләтле ҡыҙҙы үткән быуаттың 40-сы йылдарында Өфөгә кастингка саҡыралар. Ҡара сәсле рус һылыуы венгр бейеүен башҡарып жюри ағзаларын таң ҡалдыра һәм уны Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. Бында ул Фәйзи Ғәскәров менән таныша.
«1951 йылда, башҡорт сәнғәте декадаһы ваҡытында, ул Ҡазандан ҡайтты һәм беҙ репетиция ваҡытында таныштыҡ. «Ете ҡыҙ» бейеүе миңә еңел бирелмәне. Уны башҡарыу өсөн башҡорт тыпырҙауы, ҡулдарҙың һығылмалы булыуы һәм тигеҙлекте тотоу кәрәк ине. Ләкин мине ансамблдең профессиональ составына индергәйнеләр, оҫталығымды камиллаштырырға тура килде, Мәғәзова менән Иҙрисованан ҡалышырға ярамай ине»,
— тип хәтерләй 91 йәшлек Екатерина Варламова.
Ҡаянан Күлтабан күленә ырғыған башҡорт һылыуҙары тураһындағы легенданы Екатерина Николаевна Ғәскәровтан ишетә. «Ете әхирәттең характерын һәм яҙмышын бөтә тулылығында еткереү өсөн, оҙаҡ ҡына ваҡыт беҙҙе әҙерләй һәм йүнәлеш бирә, көйләй ине», – тип хәтерләй бейеүсе.

Фәйзи Ғәскәров ансамбле башҡарыуында «Ете ҡыҙ» бейеүенең ҙур премьераһы 1950 йылдың башында Мәскәүҙең Ҙур театры сәхнәһендә үтә. Уға тиклем ҡыҙҙар бейеүҙе Башҡортостан тамашасыһына күрһәтә.
Екатерина Варламова әйтеүенсә, башҡорт бейеүенең үҙ матурлығы бар, һәм донъяның бер коллективы ла, хатта Моисеев ансамбле лә «Ете ҡыҙ»ҙың характерын һәм асылын еткерә алмай.
Бер тамсы һыу кеүек оҡшаш һылыуҙар
«Ете ҡыҙ»ҙы бөтә бейеүселәр ҙә бейей алмай. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Айһылыу Ғәйнетдинова әйтеүенсә, был бейеүгә башҡарыусылар махсус һайлап алына: оҙон ҡара сәс, нәҙек бил, йомшаҡ ҡулдар, бер үк макияж. Был постановкала ҡыҙҙар
бер-береһенән айырылырға тейеш түгел.
«Сәхнәгә сығыр алдынан һөйләшмәйбеҙ, «Ете ҡыҙ»ҙағы баҫалҡылыҡты һәм колоритты тамашасыға еткереү өсөн үҙебеҙҙе көйләйбеҙ. Ситтән ҡарағанда беҙ йөҙөп кенә йөрөйбөҙ, һаҡ ҡына тыпырҙатабыҙ һәм артыҡ көс түкмәйбеҙ кеүек тойола. Ләкин был бейеүҙең әхлаҡи йөкмәткеһе беҙҙән фәлсәфәүи тәрәнлекте талап итә»,
ти Айһылыу Ғәйнетдинова.
Хәҙерге «Ете ҡыҙ» Ғәскәров ҡуйған постановканан бер генә нәмә менән айырыла: ҡыҙҙар ҡараштарын, данлыҡлы хореографтың китабында яҙылғанса, бер тапҡыр түгел, ә өс тапҡыр күтәрә. Иң тәүҙә – «йылан» элементы алдынан. Ҡыҙҙар эҙәрләүселәрҙән ҡасырға теләп юлға ҡарай, тигәнде аңлата был. Тағы ла ике тапҡыр үлер алдынан: кәүҙәне саҡ ҡына артҡа ташлап һауаға ҡарағанда һәм һыуға ташланыр – баш эйер алдынан.
«Әлбиттә, бейеү сәнғәте бер урында ғына тормай. Беҙ кәүҙә, ҡулдар менән күберәк хәрәкәттәр өҫтәйбеҙ, әммә Фәйзи Әҙеһәм улының постановкаһының үҙенсәлеген һаҡларға тырышабыҙ. Башҡорт мәҙәниәтенең ҡиммәтле ҡомартҡыһы үҙенә һаҡсыл ҡараш талап итә. Бөгөн йәштәргә беҙҙең гастролдәр графигына өйрәнеп китеүе һәм көндәлек мәшәҡәттәр араһында тиҫтәләгән йылдар элек тыуҙырылған сәнғәтте һаҡлауы ауыр»,
— тип фекерҙәре менән бүлешә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ ансамбле солисткаһы.
Дүрт метр тәрәнлектәге бассейн, 30 секундҡа тынды тотоу, һыу эсендә асылған күҙҙәр һәм йөҙөргә ҡамасаулаусы ауырайтҡыс. Ошондай шарттарҙа төшөрөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең клибы – уның «Ете ҡыҙ» бейеүенә арналған өлөшө. Был клипты әҙерләүҙә солисткалар ғына түгел, художество етәкселәре лә, акваланг кейгән операторҙар ҙа, йөҙөү буйынса профессионал тренерҙар ҙа ҡатнаша.
Легенда скульптурала, фонтанда һәм фильмда
Бейеүҙән тыш күлдә батып һәләк булған ете башҡорт һылыуы тураһында легенда һәйкәл рәүешендә лә мәңгеләштерелгән. Тәүге скульптура 1999 йылда Өфөлә үткән халыҡ-ара симпозиум сиктәрендә Башҡорт дәүләт филармонияһы янында ҡуйыла Ул ваҡытта баш ҡала 425 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Мәрмәрҙән «Ете ҡыҙ»ҙы республиканың атҡаҙанған рәссамы Владимир Геннадьевич Лобанов һынландыра. Был скульптураны ул бер айҙан ашыу ҡоя.
2015 йылдың йәйендә иһә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Ете ҡыҙ» музыкаль фонтаны асыла. Өфөләрҙең һәм ҡунаҡтарҙың иң яратҡан урынына әйләнә ул. Авторы – билдәле скульптор, Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, республиканың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Мирзаһит улы Хәбибрахманов. Ете һылыуҙың бронза һындарын Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль солисткаларына ҡарап эшләй скульптор. Һәр фигураның бейеклеге – ике метр. Фонтандың музыкаль булыуы бик үҙенсәлекле. Йәйге кистәрҙә махсус яҡтыртҡыс ҡуйыла һәм уның нурында ҡыҙҙар, әйтерһең дә, терелә һәм бейеү хәрәкәттәрендә өйөрөлә башлай. Боронғо легенданың рухи бөйөклөгөн бөтә тулылығында асып биреү өсөн, фонтан янында экран ҡуйылған, унан республика күренештәре, Ғәскәров ансамбле сығыштары күрһәтелә.
Биш йыл элек «Ете ҡыҙ» беҙгә кино аша ла әйләнеп ҡайтты. Рияз Исхаҡов башҡорт легендаһы мотивтары буйынса «Етегән» фильмын төшөрҙө. Ҡуйыусы режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов.
Подготовила
  • Наталья Овчарук
Фото
  • Валерий Шахов, архив ансамбля народного танца имени Файзи Гаскарова
Верстка
  • Рената Вахитова
Дата
  • 3.11.19