Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК






Башҡорт халыҡ йыры

«ЭСКАДРОН»


һАЛМАҠ КӨЙ
1812 йылғы Ватан һуғышына
ебәрелгән хәрби кавалерист йыры.
Тәү башлап йыр ғалим Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан 1929 йылда
БАССР-ҙың Йылайыр кантоны 2-се Төркмән ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы 2-се Төркмән ауылында) Харис Хәкимов һүҙҙәренән яҙып алынған. Йырҙың тексы «Башҡорт халҡ ижады» (1954) нәшер ителә, К. Й. Рәхимов яҙып алған текст менән ноталары «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында баҫылып сыға. Йырҙың башҡа варианттарын С. А. Галин, И. В. Салтыков яҙып алалар. Башҡорт халыҡ йыры «Эскадрон» фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. Беренсе тапҡыр Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан Харис Хакимовтан 1929 йылда БАССР-ҙың Йылайыр кантоны 2-се Төрөкмән ауылында (Башҡортостандың
Баймаҡ районы 2-се Төрөкмән ауылы) яҙып алынған.

Башҡорт иле кантонлыҡтарға бүленгәс, башҡорт ирҙәре мәжбүри атлы ғәскәр-эскадрон хеҙмәтен үтәгән. Башҡорт байҙары, старшиналары үҙ балалары урынына атһыҙ, тунһыҙ ярлы ирҙәрҙе яллап ебәрер булған.
Егерме биш йыллыҡ эскадрон хеҙмәте үтә лә ауыр, михнәтле
булғанға, китеүселәрҙе үлемгә оҙатҡан кеүек, бөтә ауыл зар илап оҙатҡан. «Эскадрон» көйөн берҙән-бер улын хеҙмәткә оҙатыусы бер әсә хушлашыу мәжлесендә үҙе сығарып йырлаған. Был йыр шунан халыҡ араһында таралып киткән.
Йырҙы ижад итеү 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле.
«Эскадрон»* йырында тыуған яҡтары менән хушлашҡан башҡорт һыбайлы яугирының хис-тойғолары тасуирлана. Йыр тыуған яҡты, Уралдың матурлығын данлай.
*Эскадрон — француз һүҙе, был осраҡта атлы хәрби берәмекте аңлата.
Пехоталағы рота аңлатмаһына ярашлы.

Йыр варианттары «Иҫке эскадрон»
һәм «Яңы эскадрон» исемдәре аҫтында билдәле.
«Эскадрон» йыры тәғәйен хәрби ваҡиғалар тураһында
һөйләмәгән йырҙар категорияһына ҡарай. Унда хәрби тормош ауырлығы, тыуған илде һәм яҡындарҙы һағыныу, яҙмыш хаҡындағы тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙар сағылыш таба. Лирик мотивтарҙың өҫтөнлөк алыуы тәғәйен тарихи ваҡиғаға бәйле нигеҙҙе табыуҙы ауырлаштыра, әммә унда халыҡ яҙмышында әһәмиәтле тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә.
Йырҙа «күгелйем Урал ташы»
тураһындағы символик образ төҫмөрләнә, башҡорт һыбайлыһы эскадрон менән һуғышҡа киткәндә булат ҡылысын шул ташҡа үткерләп китә. Легенда буйынса, хушлашҡанда ул ошо йырҙы йырлай.
Йыр киң диапазоны (дуодецима),
үҙенсәлекле ритмы, орнаменталь башҡарылыуы
менән айырылып тора.
Кульминацияға табан һалмаҡ
көйҙөң өҙөк-өҙөк була барыуы айырылышыу алдынан булған һағыныу тойғоһон, йырҙың
тәьҫир итеү көсөн көсәйтә.
Ҡараһана, дуҫҡай, ҡараһана,
Урал тауы тора күгәреп.
Урал тауға ҡарап, бер йырлайыҡ,
Уйҙарҙы ла алыҫ ебәреп.
Йырҙар яҙам Урал ҡаяһына,
Иҫтәлектәр булып ҡалһын тип.
Яуға китеп, иҫән ҡайталмаһам,
Урал тауы иҫкә алһын тип.

Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас,
Ат менгәндә, моңло һайраның.
Ҡындан алып, алмас ҡылысымды
Урал ташҡайына ҡайраным.

«БХИ. Йырҙар» (1995).
1554 – 1557 йылдарҙа Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуынан һуң башҡорттар өсөн хәрби хеҙмәт мәжбүригә әйләнә һәм илдең көньяҡ-көнсығыш сиген һаҡлау бурысы йөкмәтелә. 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге бөтә башҡорттар йыл әйләнәһенә Каспий диңгеҙенән Тобол йылғаһына тиклем Уй, Верхнеуральск, Ырымбур һәм Урал дистанцияларында кордон (сик) хеҙмәте алып бара.
Сик һағыны башҡорттар
үҙ иҫәбенә үтәй.
Яугирҙәрҙе ҡорал, кейем, аттар һәм аҙыҡ-түлек
менән тәьмин итеү халыҡ иҫәбенә башҡарыла.
1798 йылда кантон идаралығы системаһы индерелеү сәбәпле башҡорттар хәрби-казак сословиеһына күсерелә, ә башҡорт хәрбиҙәре иррегуляр ғәскәрҙәргә әйләндерелә.
Башҡорт ғәскәрҙәре етәкселәре башҡорт феодалдары сословиеһынан төҙөлә. Улар кантон начальниктары тарафынан билдәләнеп генерал-губернатор тарафынан раҫлана. Батша хөкүмәте өсөн башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте бик отошло була.
Башҡорт полктарын төҙөгәндә улар бер ниндәй ҙә сығым күтәрмәй. Быға өҫтәп улар казактар кеүек үк хәрби ведомство ҡушыуы буйынса бик тиҙ ваҡыт эсендә ат полктарын һәм отрядтарын хәрби походҡа әҙерләп ебәрә алған.
Шуға ла хөкүмәт башҡорттарҙы хәрби сословиеға күсерергә
ҡарар итә һәм 1798 йылдың 10 апрелендә кантон идаралығы
системаһы индереү тураһындағы указ сығарыла. Ошо яңылыҡҡа
бәйле, халыҡтың тарихи үткәненең сағылышы булараҡ, кантон
начальниктары тураһындағы йырҙар барлыҡҡа килә.
Шулай итеп, 1798 йылдан башлап
башҡорттар хәрби ведомствоға буйһоноп,
казак хеҙмәтен үтәй.
Улар рәтендә хәрби ҡаҙаныштары өсөн
наградаларға эйә булған һәм оҙаҡ ваҡыт дауамында хеҙмәт иткән кадрҙар барлыҡҡа килә.
Улар иррегуляр ғәскәрҙәргә хас чиндар ала:
зауряд-хорунжий, есаул, зауряд-сотник һ.б.
Тарихи сығанаҡтар башҡорттарҙың Рус
дәүләтенә ҡушылған тәүге йылдарҙа уҡ
походтарҙа һәм һуғыштарҙа ҡатнашыуын иҫбатлай. 1557–1558 йылдарҙа уҡ башҡорттар рус ғәкәрҙәре сафында Ливон һуғышында ҡатнаша.
Шул уҡ йылдарҙа Ҡырым менән алып барылған һуғышта ла башҡорттарҙың ҡатнашыуы билдәле.
Башҡорт ғәскәрҙәре Рәсәй ойошторған барлыҡ хәрби походтарҙа әүҙем ҡатнаша. Шуға ла 1812 йылғы Ватан һуғышына, хәрби хеҙмәткә арналған йырҙар башҡорт халҡының шанлы тарихи үткәнен, холҡондағы иң сағыу һыҙаттарын сағылдыра, шул осорҙоң яҡты иҫтәлеге булып халыҡ күңелендә йәшәй, тәрбийәүи һәм тарихи ролде үтәй.
Йырҙы башҡарыусылар:
Ә. Д. Исҡужин, Ф. Ә. Килдейәрова, А. А. Солтанов,
А. К. Тимеров.
«Эскадрон» йыры Х. Ф. Әхмәтов тарафынан тауыш һәм фортепиано өсөн,
И. И. Хисаметдинов тарафынан орган өсөн,
А. А. Эйхенвальд тарафынан симфоник оркестр өсөн эшкәртелгән. Шулай уҡ йырҙың «Иҫке эскадрон»һәм «Яңы эскадрон» варианттары киң таралған.

Һалмаҡ көй (яй көйләү) башҡорт музыка фольклористикаһында көйләү стиле; башҡорт халыҡ йыры жанры. Һалмаҡ көй оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй (күберәк кимәлдә) араһында тороп, уларға хас үҙенсәлектәрҙе сағылдыра.

2019 йылдың 29 мартында, Республика Эксперт советының II ултырышында «һалмаҡ көй» матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының төбәк реестрына теркәлгән. Объект номеры: 02-008. Ссылка: onknrb.bashmusic.net
Абдулла Солтанов «Эскадрон», ҡурай – Илшат Солтангәрәев
Ҡулланлылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 1 / Төҙөүсе редакторы Ә. И. Харисов. Өфө, 1954.
2. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар (октябргә тиклемге осор) / Төҙөүсеһе, авторы һәм коммент. С. Ә. Галин. Өфө, 1995.
3. Башҡорт халҡының музыкаль-поэтик мираҫы. Йыр ижады. А. М. Ҡобағошов. Өфө, 2019.