Байрам кейемдәренең нисек биҙәлеүенә ҡарап, халыҡтың социаль кимәлен тоҫмалларға мөмкин булған. Байҙарҙың еләне уҡа менән нағышланған, ярлыларҙыҡына төрлө төҫтәге таҫмалар тегелгән. Ғөмүмән, ярлыларҙың (улар күпселекте тәшкил иткән) көндәлек кейеме етендән, кизе-мамыҡтан, киндерҙән һәм кесеркәндән етештерелгән махсус материалдан булған. Ҡыш көнө кейә торған еләндәр һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙҙән, туланан, буҫтауҙан тегелгән. Төп кәсептәре малсылыҡҡа бәйле булғанлыҡтан, күптәр был тауарҙарҙы үҙҙәре етештергән.
Елән – туйҙарҙың һәм милли байрамдарҙың төп кейеме. Башҡорт ҡыҙҙарының еләне хатта ҡалым иҫәбенә ингән. Ябайыраҡ ғаиләләрҙә буласаҡ кәләштәр уны үҙҙәре әҙерләгән. Был – бик тә ҡатмарлы, ваҡыт һәм оҫталыҡ талап иткән нескә хеҙмәт. Хәллерәк кешеләр еләнде бәрхәт, ебәк, атлас, барса кеүек фабрика тауарҙарынан тектергән. Бындай кейем-һалым алтын һәм көмөш ептәр менән сигелгән, тәңкәләр, мәрйендәр, аҫылташтар менән биҙәлгән, затлы тире һәм күн менән байытылған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары борон-борондан үҙҙәренең кейемен милли асылына тура килтереп биҙәгән. Мәҫәлән, семәрле оҙон алҡалар, төрлө формалағы ҡашмау-муйынсаҡтар, беләҙектәр, йөҙөктәр, тәңкәле сулпылар уларҙың күңел донъяһын, төрки халҡына хас сибәрлеген һәм тыйнаҡлығын сағылдырған.