Таҡмаҡ – башҡорт музыкаль-поэтик фольклор жанры. XIX быуат аҙағында С. Г. Рыбаков тап ошо фольклорҙың тәүге өлгөләрен яҙып алған һәм «Урал мосолмандарының моң һәм йырҙары» тигән китабында һүрәтләгән. 1929–1931 йылдарҙа И. В. Салтыков уны беренсе тапҡыр фонографҡа яҙҙырған. Тәүге мәҡәләләр «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында баҫылған.
Таҡмаҡты им‑том йолалары ваҡытында, эпостарҙа (мәҫәлән, «Ҡара юрға», 1907 йылда М. Буранғолов Һамар губернаһы Үрге Ильяс ауылында (Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы) Хәсән Буранғоловтан яҙып алған) һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә («Дүрт дуҫ») өҫтәмә йыр итеп ҡулланғандар. Таҡмаҡ яңғыҙ йәки коллектив бейегәндә һуҡма инструменттар оҙатыуында башҡарылған:
элегерәк — халыҡ музыка ҡоралдарын (дөңгөр, дөмбөрҙәк, шаҡылдаҡ), һуңыраҡ көнкүреш предметтарын (ҡалаҡ, уҡлау, биҙрә, батмус) файҙаланғандар.
Таҡмаҡтың шиғри текстары 8—7 ижекле ике юллыҡтарға бүленгән дүрт юллыҡтарҙан, һирәгерәк өс юллыҡтарҙан тора. Маҡтаусы («Ҡарабай»), шаян («Сонайым»), бейеүгә саҡырыу‑өндәүсе («Бейер ул»), йола йәки уйын хәрәкәттәре менән бәйле булыуы буйынса, туй («Йыуаса», «Сыбыртҡылау») һәм әйлән‑бәйлән уйындары («Ай, дубыр-дубая», «Аҡ стакан», «Косилка, молотилка», «Сума өйрәк, сума ҡаҙ», «Шәл бәйләнем» һ. б.) таҡмаҡтарына айырыла.