Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Традицион мари байрамы Дийын (Йыйын)

Башҡортостан мариҙарының («көнсығыш мариҙар»)
Дийын (баш. һәм тат. Йыйын/Джиен) байрамы яҙғы баҫыу
эштәрен тамамлап, бесән һәм урыу эштәре башланмаҫ
элек 4–5 аҙна дауамында округтар буйлап
(бер-ике мари ауылы инә) үткәрелә.
"Дийын" нисек барлыҡҡа килгән?
Ул Башҡортостан мариҙарының йола календарында башҡорт һәм татарҙар тәьҫирендә
барлыҡҡа килә, Урал буйы мари ауылдарында күҙәтелә. Хәҙерге ваҡытта
Дийын байрамы Башҡортостандың Шаран районында
ғына һаҡланып ҡалған.
"Джиен" тураһында төшөнсә
Башҡорттарҙа һәм башҡа төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән татар һәм ҡаҙаҡтарҙа, Йыйын / Джиен мөһим ырыу мәсьәләләре – һуғыш һәм тыныслыҡ, йәйләү маршрутын, аҫаба ерҙәрҙең сиктәрен билдәләгәндә, хоҡуҡ мәсьәләләрен хәл иткәндә үткәрелгән йыйылышты аңлата; ул ырыу һәм ҡәбиләнең үҙиадаралыҡ органы була. Уны йомғаҡлап, ҡунаҡтар саҡырып һәм уларҙы һыйлап, уйын һәм ярыштар үткәреп халыҡ байрамы ойошторола. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы менән, айырыуса XVII–XVIII быуаттар башҡорт восстаниелары баҫтырылғандан һуң Йыйын / Джиендарҙың функцияһын сикләү башлана. Батша хөкүмәтенең 1736 йылдың 11 февралендәге Указына ярашлы, уларҙы ни бары йылына бер тапҡыр власть вәкилдәрен саҡырып үткәрергә рөхсәт ителә. Унда хәрби-сәйәси һәм иҡтисади юҫыҡтағы мәсьәләләрҙе тикшереү тыйыла. Күңел асыу саралары беренсе урынға күсә. 1798 йылда кантон системаһы идаралығы индерелеү менән уларҙы үткәреү бөтөнләй тыйыла. Дийын байрамы йәй көнө сәсеү бөтөп уңыш йыйып алыуға тиклемге осорҙа яланда йәки ҡалҡыулыҡта үткәрелә. Байрамға күрше туған ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ йыйыла
Спорт ярыштары (ат бәйгеһе, милли көрәш,
уҡтан атышыу), йырсылар һәм музыкаль инструменттарҙа уйнаусыларҙың сығыштары ойошторола. Байрам мәлендә йәрминкәләр үтә. Байрам табыны өсөн милли аш-һыу
һәм эсемлектәр әҙерләнә.
Башҡортостан мариҙарында Дийын байрамы шулай уҡ сәсеүҙән һуң, бесән һәм урыу эштәре башланмаҫ элек үткәрелә. Халыҡ байрамы осоронда төрлө ауыл халҡы алмашлап ҡунаҡлаша. Ҙур ауылдарҙа сиратлап 2–3 көнгә һуҙылған йәрминкәләр үткәрелә. Һатыусылар алыҫтан
әйбер, кәрәк-яраҡтар тултырылған оло һандыҡтары менән аттарҙа килә. Тауар ҡарарға күрше ауыл халҡы ла йыйыла. Төнгөлөккә һатыусылар урындағы халыҡта ҡуна ҡала. Һәр ауылда байрам, ғәҙәттә, йома башлана ла йәкшәмбе тамамлана. Кесаҙна ҡунаҡтар йыйыла башлай, ә дүшәмбе ҡайтыша башлай.

Ҡунаҡлашыу Дийындың характерлы үҙенсәлеге булып тора. Ҡунаҡтарҙы үҙ ауылынан ғына түгел, күрше ауылдарҙан да ҡабул иткәндәр. Иң тәүҙә туғандарын, күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарын ғаиләһе менән саҡырғандар. Ҡунаҡҡа ҡупшы кейем-һалым һәм һый әҙерләгәндәр. Кесаҙна күмәкләп йыйылышҡандан

һуң ҡунаҡтар ял иткән. Йома иртән улар өсөн мунса яғылған, ә төшкә табан күршеләрҙе саҡырып тантаналы мәжлес ойошторғандар. Унан табын әкренләп күршеләргә күскән.

Дийындың тағы ла бер үҙенсәлеге булып йәштәрҙең уйындары тора. Яланда әйлән-бәйлән уйнау, гармунға ҡушылып, йырҙар йырлап аттарҙа йөрөү ҙә инә уға. Аттарҙа улар уйындар барған ҙур түңәрәктең ситендә йөрөйҙәр. Уйындарҙа егеттәрҙең үҙҙәре оҡшатҡан ҡыҙҙары менән бергәләп йөрөүе киң таралған була. Һөйләүҙәренсә, күп мари ғаиләләре тап Дийын байрамында танышҡан.
Иң тәүҙә Дийынды Баҡалы районының Палчкле һәм Шрлык ауылдарында үткәрә башлағандар.

Хәҙер ул Шаран районында башлана:
1) Сикәй һәм Супай ауылдарында;
2) Аҡбарыҫ һәм Ҡыртүтәл ауылдарында;
3) Йәммәт һәм Саҡты ауылдарында;
4) Томбағош һәм Йәнәхмәт ауылдарында.
НЭП осоронда Башҡортостан Республикаһының Шаран районында мари байрамы Дийын рәсми рәүештә «Ленин кооператив байрамы» тип атала. Башҡа «ҡыҙыл» байрамдарға
оҡшатып, традицион йола совет власы мәнфәғәтендә ҡулланыла.
Был осраҡта – кооператив хәрәкәткә булышлыҡ итеү, ауылдар араһында тауар менән алмашыуҙы киңәйтеү
маҡсатында. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң байрамға элекке исеме кире ҡайтарыла. Әммә совет осоро иҫтәлегенә Аҡбарыҫ һәм Ҡыртүтәл ауылдарында Дийын Халыҡ-ара кооперация көнөндә үткәрелә.

Ыҡ-Сөн мариҙарының байрам-йола
мәҙәниәте хаҡындағы мәғлүмәттәр XIX быуат уртаһы
һәм икенсе яртыһындағы тикшеренеүселәр В. Лоссиевский (1848),
В. М. Черемшанский (1859), М. Колесников (1897), Л. Мендияров (1894)
хеҙмәттәрендә урын алған. Һуңғыһы урындағы мари теленә төрки
халыҡтарының этник йолалары ҙур йоғонто яһауын, шулай уҡ
исламдың Сикәй, Аҡбарыҫ һәм башҡа мари ауылдары
дини йолаларына тәьҫирен билдәләй.

XX быуат башы тикшеренеүселәре – фин этнографы У. Хольмберг, Рәсәй авторы
М. Гумин шулай уҡ урындағы мариҙарға төрки һәм мосолман йоғонтоһон иғтибарға ала. Совет осоронда көнсығыш мариҙарҙы өйрәнеү менән Г. А. Сепеев шөғөлләнә. Ул 1975 йылда монография баҫып сығара.
Фин этнографы һәм демографы С. Лаллукканың инглиз телендә яҙылған монографияһында көнсығыш, шул иҫәптән Ыҡ-Сөн мариҙарының этномәҙәни үҙенсәлектәре тикшерелә.
2000 йылдарҙа мариҙар коллектив һәм
шәхси экспедициялар барышында өйрәнелә. Унда ҡатнашыусылар Т. Л. Молотова һәм
Р. Р. Садиков мәҡәләләр серияһы әҙерләй.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе А. А. Аҫылбаевтың Шаран районы Супай ауылы хаҡындағы китабында (2010) мариҙар, шулай уҡ уларҙың байрамдары һәм йолалары тураһында ла ҡиммәтле мәғлүмәттәр һаҡлана.

Фото сығанағы
2016 йылдың йәйендә Шаран һәм Баҡалы районы мариҙарына халыҡ-ара фәнни экспедиция ойошторола. Экспедицияла ҡатнашыусылар – Л. В. Ямурзина
(Тартус университеты) һәм Р. Р. Садиков (Р. Ғ. Кузеев исемендәге Рәсәй
Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге).
Р. Р. Садиковтың ҡайһы бер материалдары
монографияла донъя күргән (2016).
беҙҙең көндәр
Беҙҙең көндәрҙә Дийын
мәлендә асыҡ һауала йәштәр өсөн
дискотека үткәрелә, һатыу ойошторола.
Ял итеү июндең һуңғы аҙнаһында
башлана һәм 45 көн дауам итә.
Мари Дийыны күп төр этник мөхиттә мәҙәни аралашыу һәм мәҙәниәттең үҙенсәлекле
локаль ҡатламын формалаштырыу өлгөһө булып тора. Тәү башлап башҡорттар үткәргән
байрамға Башҡортостан мариҙары яңы һулыш өрә. Байрам исеме башҡорт
һәм татарҙарҙан бер аҙ үҙгәртеп алына. Байрам этноберләштереү ролен
башҡарып, мари йолаларын, телен, фольклорын
һаҡлауға булышлыҡ итә.
Ыҡ-Сөн мариҙары күпселектә мәжүси ышаныуҙарҙы һаҡлап алып ҡалған.
Ыҡ-Сөн мариҙарының бер өлөшө этник идентификацияһын башҡорт йәки татар милләтенә алыштырған. Шаран районы мариҙары традицион динде һаҡлап ҡына ҡалмай, яңынан тергеҙә лә. Башҡа мариҙарҙан улар башҡорт һәм татарҙарҙың ныҡлы йоғонтоһо менән айырыла. Телдә, шулай уҡ кейем-һалымда, йолаларҙа оҡшашлыҡтар, күсермәләр күҙәтелә (шуға ла Дийын). Байрам-йола календарына мәжүси, православие һәм мосолман байрамдары инә: Бөйөк көн, Һабантуй, Ҡорбан байрамы, Семик, Раштыуа, Масленица һәм башҡалар.
Көнсығыш мариҙары – XVI–XVIII быуаттарҙа күпселеге туғай, бер аҙ өлөшө тау мариҙарына ҡараған,
күсеп килеп, территориаль йәһәттән ҡушылған этник төркөм. Фин-уғыр халыҡтары төркөмөнә ҡарайҙар.
Шаран районы мариҙары көнсығыш мариҙарының Ыҡ-Сөн төркөмөнә
(Урал буйының Ыҡ һәм Сөн йылғалары бассейны) ҡарай. Был төркөмгә шулай уҡ Башҡортостандың Баҡалы, Илеш, Саҡмағош һәм Бәләбәй райондары, Татарстандың Аҡтаныш, Минзәлә, Мөслим райондары мариҙары инә.
Һан буйынса иң күп мариҙар Башҡортостандың Шаран районында һаҡланып ҡалған. Бында тиҫтәнән ашыу мари ауылы бар.

Фото сығанағы
1917 йылғы революцияға тиклем мариҙарҙы черемис тип атағандар. Башҡорттар уларҙы сирмеш тип йөрөткән. Үҙҙәрен улар мари, марий тип атаған. Ыҡ-Сөн мариҙары элек Өфө губернияһы Бәләбәй өйәҙенә ҡарағанлыҡтан, үҙҙәрен «бәләбәй мариҙары» тип йөрөткән, бөгөнгө көндә йәшәү урынына ҡарап «шаран мариҙары» тиҙәр.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
1) Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
2) Lallukka S. From fugitive peasants to diaspora. Helsinki, 2003. 474 p.
3) Асылбаев А. А. История деревни Чупаево. Туймазы, 2010.
4) Гумин М. О черемисах-язычниках деревни Баймурзиной Семено-Макаровской волости Белебеевского уезда // Уфимские епархиальные ведомости. 1915. № 13.
5) Ерусланов П. Краткий отчет о поездке к черемисам Уфимской губернии летом 1896 г. // Этнографическое обозрение. 1896, № 2–3.
6) Колесников М. Черемисы-язычники в Белебеевском уезде // Уфимские губернские ведомости. 1897. № 87, 89, 90, 91.
7) Лоссиевский В. Быт и праздники черемис Оренбургской губернии // Оренбургские губернские ведомости. 1848. № 41, 42.
8) Марийцы. Историко-этнографические очерки. Йошкар-Ола: МарНИИЯЛИ, 2005.
9) Мендияров Л. О черемисах Уфимской губернии // Этнографическое обозрение. 1894. №с 3.
10) Молотова Т. Л. Межэтнические контакты марийцев в Башкирии / «Мы и как удмурты, и как чуваши...» Взаимная социально-культурная адаптация в этнически смешанных селениях. М.: РУДН, 2007.
11) Мурзабулатов М. В. Финно-угорские народы Башкортостана. Уфа: Гилем, 2010.
12) Народы Среднего Поволжья и Приуралья. Ч. 1. Финно-угорские народы. Каталог-указатель этнографических коллекций. Л.: ГМЭ СССР, 1990.
13) Путешествия к удмуртам и марийцам. Письма Уно Хольмберга 1911 и 1913 гг. (Matkat udmurttien ja marien luo. Uno Holmbergin kirjeita vuosilta 1911 ja 1913) / под редакцией С. Лаллукки, Т. Г. Миннияхметовой, Р. Р. Садикова. Серия «Финляндия в России». СПб.: Европейский дом, 2014.
14) Садиков Р. Р. Финно-угорские народы Республики Башкортостан (история, культура, демография). Уфа: ООО «Первая типография, 2016.
15) Сепеев Г. А. Восточные марийцы: историко-этнографическое исследование материальной культуры (середина XIX – начало XX в.). – Йошкар-Ола, 1975.
16) Спутник. К посещению Епископом Андреем черемис-язычников // Уфимские епархиальные ведомости. 1915. № 8–9.
17) Черемшанский В. М. Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях. Уфа, 1859.
18) Шитова С. Н. Марийцы // Народы Башкортостана: историко-этнографические очерки. Уфа, 2002.
19) Ягафова Е. А., Данилко Е. С., Корнишина Г. А., Молотова Т. Л., Садиков Р. Р. Этноконфессиональные меньшинства народов Урало-Поволжья. Самара. 2010.

© Ғәзизов Р. Ф., лонгридты төҙөүсе, 2020