Әҙерләү этаптары
1. 2007 йылда Финляндияла ҡаҙыу эштәре мәлендә ҡайын туҙынан эшләнгән һағыҙ табылған. Ғалимдар билдәләүенсә, теш эҙҙәре лә һаҡланған һағыҙға – 5000 «йәш»! Ҡайын туҙында булған матдәләр уны һис боҙмай һаҡлаған. 2. Ғалимдар фекеренсә, тешләнеше дөрөҫ булмаған балаларға һағыҙ сәйнәү яҡшы һөҙөмтә бирә, сөнки ул теш мускулдарын нығыта. 3. Табиптар ауыҙҙары кибеп йонсоған кешеләргә тәҡдим итә. Сөнки ҡара һағыҙ шайыҡ бүленеп сығыуҙы яйға һала. 4. Энергия сығанағы булараҡ сығыш яһай. Ҡан әйләнешенең яҡшырыуы һөҙөмтәһендә көсөргәнешлелекте кәметә.Айырыуса машина менән идара итеүсенең йоҡламауын тәьмин итеп, автоһәләкәттән ҡурсалай. 5. Шәкәр диабеты менән сирләүселәргә лә ҡурҡмайынса сәйнәргә мөмкин. Сөнки магазин һағыҙҙарынан айырмалы рәүештә составында шәкәр юҡ. 6. Аллергияға килтереү осраҡтары теркәлмәгән. 7. Бөгөнгө көндә лә был шөғөлдө үҙ итеп, кәсепкә әйләндереүселәр бар. Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында йәшәүсе эшҡыуар Миңзәлә Күсербаева урамда киоск та асып ебәргән. |