берәүҙәр ауылдаштары менән бергәләп өйҙәрен балсыҡ менән һыланы. Кемдер эстән дә, тыштан да һылаһа, икенселәре – тыштан ғына. Үкенескә ҡаршы, күптәр хәҙер тораҡтарын йылытыу өсөн әҙер материалдар ҡуллана, иҫке ысул менән йонсоп тормайҙар. Беҙҙең яҡта ҡара балсыҡ та бар, уға бер нәмә ҡушыу ҙа кәрәкмәй, сөнки бик ныҡ оҙаҡҡа сыҙай. Ә бына һары балсыҡҡа һалам, тиҙәк өҫтәйҙәр. Ҡатнашманы иҙеүгә элек аттарҙы йәлеп итә торғайнылар. Ат башында үҫмерҙәр ине. Балсыҡ йомшаҡ булһын өсөн, һыбайлыларға бүләк биргәндәр. Һылау эше мотлаҡ изге уйҙар, матур һүҙҙәр, хужаларға яҡшы һәм йылы йәшәү, иҫәнлек-һаулыҡ теләү менән башланған. Сара уйын-көлкө, таҡмаҡ әйтешеү, баянда уйнау менән үрелеп барған. Ҡалған балсыҡты тәрилкәгә һалып, күрше-күләнгә йыуаса итеп ебәргәндәр. Килтерәһең дә, шаяртып кемдеңдер кеҫәһенә, кемдеңдер күлдәк итәгенә йәшерәһең. Был боронғо йола. Яуап итеп балсыҡ һылаусыларҙы һыйлау өсөн нимәлер ебәрергә кәрәк булған».