«Һуңынан, йорт эштәрен бөтөрөп, ололар – ата-әсәләр, ҡартатай-өләсәйҙәр, күршеләр килә башлай. Ғәҙәттә, өй тулы халыҡ йыйыла, хатта урын етмәй. Элек бейергә тейешле ҡыҙҙар күнәк менән үҙҙәре әҙерләгән йола һыраһын алып килергә тейеш ине, әммә әле был йола юғалды», ‒ ти Мария Яковлева.
Махсус ялланған гармунсы замансалаштырылған бейеү көйҙәрен уйнай: «Сильдиянка», «Казачок», «Подгорный». Һәм шулай итеп таңға ҡәҙәр – бер өҙлөкһөҙ көй артынан икенсе көй уйнала.
Бейеүселәрҙе ҡарарға бәләкәй саҡтан йөрөйҙәр, йыл һайын бейеү хәрәкәттәрен күҙәтеп, ятлап алалар. Ваҡыты еткәс, парға баҫып, үҙҙәре бейергә төшәләр.