«Өйҙөң ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйен яртыһында төп урынды һаба йәки турһыҡ биләй, уны махсус урындыҡҡа – һабаяҡҡа ҡуялар», – тип яҙған ХIХ быуат аҙағында рус геологы һәм натуралисы П. С. Назаров. Күрәһең, был урындыҡ һауыт еүешләмәһен йәки артыҡ эҫемәһен өсөн кәрәк булған.
«Тоҡтарҙың урыны йортҡа ингәс тә уң яҡта ине», – тип билдәләгән И. Г. Георги.
И. И. Лепёхин уны шулай тип төҙәткән: «Тире һауыт мейескә (сыуалға) ҡаршы яҡта махсус ағас таяуға (терәүгә) урынлаштырыла, тоҡтоң төбө сөйҙәр менән ҡағыла, ә тоҡтоң ауыҙы бау менән тарттырылып, түшәмгә элеп ҡуйыла».
И. И. Лепёхин күҙәтеүенсә, «был тоҡто һәр иртә һәм һәр кис яңы ғына һауылған һөт менән тултыралар, ҡойғас, бер нисә минуттан сөсө ҡатыҡ ҡушып болғаталар, һелкәләр, ә сөсө ҡатыҡ турһыҡ эсендә һәр ваҡыт була...».
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тире һауыттарға айырым иғтибар бүлгән, үҙ йолаларын тоғро үтәгән. Һабанан ҡымыҙ һөҙөп алып, йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа ҡунаҡ һыйлағандар. Туй һәм башҡа ғаилә, ҡәбилә-ырыу йолалары үтәгәндә лә һабаның роле һиҙелерлек булған.
Мәҫәлән, И. Г. Георги раҫлауынса, башҡорттарҙың туй йолаһы барышында шундай ғәмәл үтәлә: кәләш ата-әсә йортонан киткәндә ҡымыҙлы тоҡто ҡосаҡлап (ҡымыҙ уны туйындырған бит!), ҙур булмаған бүләк беркеткән – берәй туҡыма киҫәге йәки төҫлө еп-фәлән һалған. Бынан тыш, йөклө ҡатын бәпесен еңел тапһын тип, буласаҡ әсәгә буш турһыҡ менән һуҡҡылап алғандар.