Хәҙерге көндә ҡырағай бөрйән бал ҡорттары һәм солоҡло ағастар бары тик Бөрйән районында ғына һаҡланған.
Был яҡта солоҡсолоҡтоң үҫешенә тәбиғәт шарттары - йүкә ағастарының күплеге булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, урындағы халыҡ башлыса күсмә малсылыҡ, һунар һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә, шуның өсөн урмандар һаҡланып ҡалған. Ерҙәрҙе күпләп һөрөү һәм урмандарҙы ҡырҡыу Башҡортостанда бары тик XIX быуаттың икенсе яртыһында башлана. Тейелмәгән урмандар Урал тауҙарының төпкөл һәм юлһыҙ урындарында ғына һаҡланған. Тап шуның өсөн был төбәк 1958 йылда ҡара урман бал ҡортоноң тәбиғи шарттарҙа көн күргән урыны – ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә.
Һуңғы йылдарҙа Бөрйән солоҡ бал ҡорто ситтән килтерелгән көньяҡ тоҡомло бал ҡорттары менән ҡушыла бара, тимәк, бөтә доньяла уникаль тип иҫәпләнгән ҡара башҡорт тоҡомло бал ҡортона юғалыу ҡурҡынысы янай.
Ҡасандыр Европа, Урал һәм Англияла таралған солоҡ балы бөгөн Башҡортостандың Бөрйән районында ғына һаҡланған. Уны һаҡлау юлы – көньяҡ тоҡомло бал ҡорттарын тыйыу түгел, ә бөрйән бал ҡортон тергеҙеү, уны киңерәк файҙаланыу.
Таҙа тоҡомло бөрйән бал ҡортон Бөрйән районында урынлашҡан «Алтын Солоҡ» дәүләт тәбиғәт тыйыулығында тергеҙергә ҡарар итәләр. Тыйыулыҡ Нөгөш йылғаһы башындағы, Ағиҙел һәм Нөгөш йылғалары араһындағы таулы биләмәләрҙе (Мәсем тауы, 1040 м) үҙ эсенә ала. Тыйыулыҡтың көнсығыш сиге Иҫке Собханғол ауылынан көнбайышҡа киткәндә һигеҙ саҡрымда үтә.
«Алтын-Солоҡ» – Көньяҡ Уралдың иң аҙ өйрәнелгән биләмәһе һәм республиканың иң ҙур тыйыулығы (заказнигы). Уның тәбиғи комплексында – һөҙәк ерҙәрҙә, тигеҙләнгән һәм күтәрелгән урындарҙа европа тибындағы киң япраҡлы имән, саған, шулай уҡ ҡайын һәм йыла ағастары үҫә.
Тыйыулыҡтың ландшафт райондар уртаһында урынлашыуы һәм биләмәләрҙең етерлек үҙләштерелмәүе арҡаһында бында бай йәнлектәр донъяһы, шул иҫәптән бал ҡортоноң бөрйән популяцияһы һәм солоҡсолоҡ яҡшы һаҡланған. Солоҡ ағастары, элекке ағас ҡыуышлыҡтары, солоҡ урындары һәм бал ҡорттары өсөн яраҡлы аҙыҡ – ошо шарттарҙы иҫәпкә алып «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы бөрйән солоҡ балын һаҡлау буйынса махсус тыйыулыҡ (заказник) ойоштороу инициативаһын күтәреп сыға.
Заказник ғилми әһәмиәткә эйә, ул аҫаба бөрйән һәм башҡа төр бал ҡорттарының, шулай уҡ һирәк осрай торған һәм һаҡлауға мохтаж йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең генофондын һаҡлай, ҡырағай тәбиғәт шарттарында бал ҡортоноң аҫаба популяцияһына, солоҡсолоҡҡа һәм умартасылыҡҡа тейешле шарттар тыуҙыра. Ағиҙел һәм Нөгөш араһы тыйыулығы Төп орнитологик биләмә составына инә. Был турала рәсми сайтта хәбәр ителә.