Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорттарҙа солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары

Боронғо башҡорттарҙа умартасылыҡ
«...Бөйөк һәм мәрхәмәтле батшаға түләгән яһаҡ – йөҙ етмеш бер һыуһар, ун һигеҙ батман бал»
Мең ырыуы шәжәрәһенән
Боронғо замандарҙан алып башҡорт ерҙәренә килгән сәйәхәтселәр, крайҙы өйрәнеүселәр, ғалимдар бал ҡортона бай биләмәләр тураһында яҙып ҡалдырған.

1770 йылғы экспедицияларҙа уҡ билдәле этнограф, Рәсәй фәндәр академияһының беренсе ағзаһы Петр Иванович Рычков «...Башҡортостанда солоҡ ҡорттары ныҡ күп ... Урман яғында йәшәгән башҡорттар ошо солоҡтарҙан ҙур килем ала һәм уларҙы бик оҫта тәрбиәләй, ҡайһы берҙәренең бер нисә мең солоҡ ағасы бар...», – тип яҙа. Ул шулай уҡ башҡорттарҙың бал ҡорттары менән бик ҡыҙыҡлы эш итеүен дә билдәләй.
Башҡорттар бал йыйыу алдынан, Белорет, 1908 й.
Башҡортостан бөгөн дә «Рәсәйҙең баллы төбәге» тигән данын юғалтмаған. Европа илдәренең күбеһендә иһә солоҡсолоҡ урта быуаттарҙа уҡ юҡҡа сыҡҡан һәм әле тергеҙелеү юлында. Мәҫәлән, Польшала.
Урал тауҙарында, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында, «Алтын солоҡ» дәүләт тәбиғәт тыйыулығында, «Башҡортостан» милли паркында, Бөрйән районы ауылдарында һәм Бөрйәнгә күрше урынлашҡан Ишембай, Белорет, Мәләүез, Йылайыр, Күгәрсен райондарында башҡорттар ата-бабаларҙан ҡалған солоҡсолоҡ эшен әле лә дауам итә һәм үҫтерә.

Ни өсөн солоҡсолоҡ Башҡортостанда ғына һаҡланған тигән һорауға ғалимдарҙың фекере төрлөсә. Берәүҙәр быны тәбиғәт шарттары менән, икенселәр башҡорт халҡының менталитеты, көнкүреше, йола-ғәҙәттәре менән бәйләй.
Солоҡсолоҡ
Солоҡсолоҡ, йәғни урман умартасылығы бал ҡорттарын солоҡтарҙа үрсетеүгә ҡоролған.
Ҡара урман бал ҡорттары Урал алды һәм Урал биләмәләренә боҙлоҡ дәүеренән һуң күсеп килгән. Улар йүкә күп үҫкән урмандарҙа төпләнеп төбәктең континенталь климатына яраҡлаша алған.
Боронғо сәйәхәтселәрҙең яҙмаларына ҡарап, ҡырағай бал ҡорттарының балын алыу беҙҙең эраға тиклем беренсе мең йыллыҡтың уртаһына тиклем, ағас эшкәртеүсе тимер ҡорамалдар барлыҡҡа килгәндән алып башланған тип фаразларға була.

1902 йылда хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә табылған Бөрө боронғо ҡәберлегендәге әйберҙәр ҙә ошоно раҫлай.

Ҡәберлеккә сама менән мең ярым йыл. Унда урман балы умартасыһының бөтә эш ҡорал-ҡорамалдары, кәрәк-ярағы бар. Шулай уҡ унда хәҙерге төтәткестең прототибы – янып күмерләнгән ағас киҫәге – торон табылған. Күрәһең, солоҡсолар бал ҡорттарын төтөн менән ҡурҡытҡан.
Башта солоҡсолоҡ бик ябай булған. Кеше ағас ҡыуышлығында, ҡайһы ваҡыт ҡая ярығында бал ҡорто ояларын тапҡан һәм балды тотошлайы менән алған. Һуңғараҡ ҡырағай балға һунар итеүселәр ҡорт күстәрен ағас ҡыуышында киләһе көндәргә һаҡлап ҡалыу сараларын күрә башлаған.
Солоҡ яһау – быуаттар дауамында камиллашҡан сәнғәт
Кеше ҡасан солоҡ яһай башлаған? Тарихи сығанаҡтарҙа был турала мәғлүмәт юҡ. Уны уйлап табыусыларҙың исемдәре лә билдәһеҙ.
Шуныһы бәхәсһеҙ: тәүге солоҡсоларҙың остазы – тәбиғәт, сөнки солоҡто ағас ҡыуышына оҡшатып яһағандар.

Солоҡ яһау солоҡ яһарға яраҡлы үҫеп ултырған ағас табыуҙан башлана. Уның төрө, йәше, диаметры, таҙа һыуға һәм йүкәлеккә яҡынлығы – барыһы ла иҫәпкә алына.

Башҡорттар солоҡ ағасы өсөн йышыраҡ ҡарағай, һирәгерәк ҡарағас, имән һәм йүкәне һайлай.

Шуныһы мөһим: ағастың диаметры 70 сантиметрҙан йыуаныраҡ булырға тейеш.
Ағасты һайлағас, балта менән ырыу тамғаһын киртеп яҙалар, таянып менер өсөн ләңге, артабан махсус ҡорамалдар менән ағас ҡыуышы – солоҡ уялар.

Бал ҡорттарының яһалма йорттарын ерҙән 4–16 метр юғарылыҡҡа урынлаштыралар. Тәбиғи солоҡтар ҙа йышыраҡ тап ошондай бейеклектә була.
Башҡорт ҡырағай балы
Солоҡсо тәбиғәт менән бергә йәшәй һәм урман бал ҡортоноң эшенә ҡыҫылып бармай. Солоҡтарҙы ҡарарға һәм бал алырға ул һыбай йөрөй, үҙе менән мылтығын да ала – тип яҙа «Пчела. О башкирской бортевой пчеле» китабында Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре Надежда Шмидт.
Солоҡ ерҙәренә тиклем ун-егерме саҡрым юл үтергә кәрәк. Был юл ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, мышы һәм ҡабан һуҡмаҡтары аша үтә. Тап ошонда, ҡара урман эсендә уның хужаһы – һоро айыу осрауы ла бар.
Надежда Шмидт
Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре
«Айыу мөйөшө» тигән төшөнсә был яҡтарҙа тиккә генә ҡулланылмай. Бөрйән райондарында ат юлына айыу эҙҙәре ҡушылыуы ла йыш күренеш. – Солоҡсо менән айыу йөҙәр йыл инде бер-береһен уҙҙырып урман ҡорттарының балына хужа булырға тырыша. Был йәнлеккә юҡҡа ғына «урман хужаһы» ҡушаматы тағылмаған, моғайын, солоҡсоларға уның балы алғанын күҙәтергә лә тура килгәндер. Ә бәлки, тап тайыштабан әҙәм балаһын солоҡ балын алырға өйрәткәндер».
Бөрйән районында урынлашҡан «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында хатта бөгөн дә айыу тырнағы теймәгән бер генә солоҡ ағасы ла юҡ. Әйтерһең, тайыштабан солоҡ түмәре ҡуйылған һәр ағасты иҫәптә тота.
Айыу кеше һалған ырыу билдәһен – тамғаны һанға һуҡмай. Шуға ла ул ағас олононда үҙ билдәһен уйып ҡалдыра һәм мәле еткәс бал ҡорто ояһын туҙҙыра.
«Солоҡсо айыуҙар»
Ғәҙәттә, айыуҙар солоҡҡа йәй һәм көҙ айҙарында, балдың иң тәмле сағында, һөжүм итә. Бөрйән солоҡсолары әйтеүенсә, йышыраҡ инә һәм асыҡ һоро төҫтәге айыуҙар солоҡҡа тейә.
Инә айыуҙар балаларын бал ҡорто ояһын туҙҙырырға өйрәтә. Әгәр ҙә бәләкәй тәмлетамаҡтарҙы берәү ҙә ҡурҡытмаһа, улар бөтә булған балды, балауыҙҙы ашап бөтөп, солоҡтоң төбөн, ситен ялап ҡуя.
Ҡуйы урманда, солоҡ ағастары араһында айыу ҡурҡмайынса, бик ҡыйыу эш итә.
Фитрат Йомағужин
«Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, солоҡсо
«Дөрөҫөн генә әйткәндә, солоҡ туҙҙырыу – еңел генә эш түгел ул. Айыуҙар күп тапҡыр солоҡҡа менергә өйрәнә. Тәүге һөжүмдән үк солоҡто тар-мар итә алмай улар. Айыуҙар был эшкә яйлап күнегә. Беҙ уларҙы «солоҡсо айыуҙар» тип йөрөтәбеҙ. Балды бер тәмләп ҡараған айыу наркоман кеүек, башҡаса балһыҙ йәшәй алмай».
«Ҡуйы урманда айыуҙар бал ҡорттарына – үлем, ә уларҙың хужаларына мәшәҡәт килтерә. Солоҡ нисек кенә юғары урынлашмаһын, айыу ағас буйлап менә һәм, солоҡ ауыҙын емереп балды, балауыҙҙы ашай, бал ҡорттарын туҙҙыра. Тик был урлашыу айыуҙың үҙе өсөн дә эҙһеҙ үтмәй, сөнки ул үҙе лә бал ҡорттарынан сағылып, байтаҡ йәрәхәттәр ала», – тип яҙып ҡалдырған XVIII быуаттағы билдәле рус этнографы Петр Иванович Рычков.
Ул билдәләп үтеүенсә, ҡайһы ваҡыт айыу бал ҡорттарынан шул тиклем ныҡ талана, хатта ул сыҙай алмайынса бер нисә тапҡыр ағастан төшөп, үкереп ерҙә аунарға мәжбүр була. Тайыштабандың алпан-толпан барып йылғаға барып сумғанын, үҙенсә бал ҡорттарын батырырға маташҡанын да күҙәтеүселәр булған.
«Бал ҡорттарын тар-мар иткәс айыу яңынан шул кәсебенә тотона һәм солоҡта бал бөткәнсе тынысланмай йәки үҙе хужалар ҡулынан һәләк була», – тип аңлата П. Рычков.
Башҡорттарҙа солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары
Башҡорт солоҡсолары ҡорттарын айыуҙан төрлөсә һаҡларға тырышҡан һәм «йыртҡысты енәйәт өҫтөндә тотоу өсөн төрлө ысулдар уйлап тапҡан», – тип яҙған XIX быуатта йәшәгән рус географы һәм крайҙы өйрәнеүсе Василий Макарович Черемшанский.
«Башҡорттар йыш ҡына айыуҙарҙы үҙҙәренең солоҡтарында ла ҡарауыллаған. Был йыртҡыстың татлытамаҡ булыуы билдәле, ул бал тәмләүҙән һис ҡасан да баш тартмай һәм солоҡтарҙы пыр туҙҙыра», – тип яҙған Черемшанский. Айыуға бейек шыршыға, ҡарағайға, имәнгә менеүе бер ни тормай, ағас шыуғаҡ булмаһа, бигерәк тә.
Солоҡтарҙы айыуҙан һаҡлар өсөн, уларҙы бейек шыршы һәм ҡарағай ағасына беркеткәндәр, ағас ҡыуышынан аҫтағы ботаҡтарҙы ҡырҡып ташлағандар. Әммә айыуҙарҙы был ғына өркөтмәгән. Йыш ҡына улар, татлы ризыҡҡа тамшанып, солоҡ хужалары ҡорған ҡапҡанға йә тоҙаҡҡа ла эләккән.

Рычков башҡорттарҙа солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың бер нисә ысулы тураһында яҙа, уларға һүрәтле миҫалдар килтерә.
Туҡмаҡ ҡуйыу
Уларҙың иң боронғоһо һәм киң таралғаны – туҡмаҡ.

Солоҡто айыуҙан һаҡлар өсөн ҡапҡаҡ эргәһенә туҡмаҡ ҡуйғандар. Ул бауҙа эленеп торорға тейеш.
«Тайыштабан ағасҡа менеп етә лә табаны менән туҡмаҡты ситкә этеп ебәрә. Уныһы айыуға кире бәрелә. Айыу уны йыраҡҡараҡ һелтәй, туҡмаҡ кире ҡаҡлыға һәм йыртҡысты тағы ла нығыраҡ ярһыта», – тип яҙа этнограф.

Ярһыған айыу ағастан аунап төшкәнсе туҡмаҡ менән һуғыша.

Хәлдән тайған тайыштабан ергә, хужалар ҡорған осло ҡаҙыҡтарға ҡолап төшөп йән бирә. Яралы айыу тере ҡалһа ла әллә ни алыҫ китә алмай, уны эҙе буйлап йә солоҡсолар табып ала , йә үҙе йәрәхәттәрҙән ятып үлә.
Рычков тағы ла бер ысулды һүрәтләй: «Әгәр ҙә инде айыу солоҡсоно тамам сығарынан сығарһа, ул солоҡҡа тимер йәки имән ҡаҙауҙар, ҡайһы ваҡыт салғы һыныҡтары ҡуйып сыға».
Ҡаҙауҙар айыуға солоҡ ағасына менергә ҡамасауламай. Тайыштабан күстәрҙе туҙҙыра-туҙҙыра балды ашап бөтә һәм, үсле бал ҡорттарынан ҡасып, ашығып ағастан төшә.
Төшкән саҡта йыртҡыстың табанына һәм түшенә осло ҡаҙауҙар ҡаҙала
«Яралар шундай ҡаты була, ҡай саҡ хатта айыуҙың эске ағзалары ҡаҙауҙарға эләгеп тороп ҡала. Әлбиттә, ул солоҡтан әллә ни ары китә алмай. Ә бына ҡарт һәм тәжрибәле солоҡсо айыуҙар ағастан һаҡ ҡына, яраланмай ғына төшә», – тип яҙа Рычков.
Бындай осраҡта солоҡто ҡурсалауҙың тағы ла бер бик ирмәк һәм хәйләле ысулы ҡулланылған, ул бигерәк тә Өфө өйәҙе башҡорттарында киң таралған.
«Яҡында үҫкән йәшерәк ағасты солоҡ ауыҙы янында тартып оҫта итеп һиртмәк яһайҙар. Айыу ағас ҡыуышына менә һәм эленеп торған баҫма-бәүелсәккә баҫа», – тип яҙа ғалим.
Айыу шыуғалаҡ ағасҡа йәбешеп тормай, ә «бәүелсәккә»кә баҫа.
Айыу, тәмле ризыҡҡа ымһынып, ауыҙын шапылдата-шапылдата табаны менән ҡапҡаҡты аса башлай. Һиртмәккә тейеүе була, уның менән ҡуша ситкә сирғып китә», – тип аңлата Рычков.
Ағас баҫмалағы айыу ынтылып ағастан да төшә алмай, һикерер ине, ағасты уратҡан осло ҡаҙыҡтарҙан ҡурҡа.

«Бал ҡорттарынан сағылған урман хужаһы асыуынан донъя яңғыратып үкерә, – тип яҙа Рычков. – Артабан йыртҡыс йә ергә һикереп, ҡаҙыҡтарға ҡаҙалып үлә, йә солоҡсоларға табыш була».

Солоҡсолар айыуға уҡ яуҙыра.

«Солоҡ ағасының ауыҙы ҡаршыһына кәштә ҡуялар һәм емтек һалалар», – тип һүрәтләй ошо уҡ күренеште крайҙы өйрәнеүсе Черемшанский.

Тайыштабан ағасҡа менә һәм кәштәгә ултыра.

«Кәштә ағастан айырыла һәм айыу һауала эленеп ҡала. Аҙ ғына өлгөрмәй ҡалды ниһә, ағасты уратҡан ҡаҙыҡтарға ауып төшәсәк. Ҡоторған йыртҡыс һунарсылар өсөн мәрәкә уйынсыҡҡа әйләнә һәм үҙенең аяуһыҙ тәҡдирен көтә», – тип һүҙен йомғаҡлай Василий Черемшанский.
Телгә алынған ысулдарҙан тыш, башҡорттарҙа солоҡтарҙы айыуҙан һаҡлауҙың тағы ла бер нисә ысулы билдәле.
Рус ғалим-энциклопедисы, тәбиғәт фәндәрен өйрәнеүсе, сәйәхәтсе, Санкт-Петербургтағы Фән һәм художество император академияһы академигы Иван Иванович Лепехин билдәләүенсә, башҡорттар төрлө ҡапҡандар, үҙатҡыстар яһауға бик маһир булған. Ул башҡорттар айыуға һунарға барғанда файҙаланған бик ҡыҙыҡ бер снарядты һүрәтләй.

Әгәр йыртҡыс һаман да солоҡтарға һөжүмен һаман да ташламаһа, ябай ғына ҡапҡан ҡорғандар.
«Солоҡ олонон тирә-яғынан ҡаҙыҡтар менән ураталар, уларҙы сыбыҡ менән сырмайҙар, айыу инәсәк урында ике аршиндай тишек – ара ҡалдыралар.

Тишектең бер яғынан оҙон буйлы кешенең тубыҡ тәңгәле бейеклегендәге бағана ултырталар, унан бер сажиндай аралыҡта икенсе бағана ҡаҙайҙар һәм ике бағананы бергә махсус һайғау менән тоташтыралар.

Уның ҡаршыһына ике сажин ара ҡалдырып тағы ике ҡаҙаҡ ҡағыла, улар араһына ҡараманан ҡыуал һалына, уның осона тышау бәйләнә.

Тышауға һиртмәк беркетелә, йәйәне тартҡан саҡта ул да тартыла.

Йәйәнең икенсе яғынан һайғау менән бер линияла, уның менән бер оҙонлоҡта йыуан уҡ йәки һөңгө һынығын беркетәләр.

Нәҙек кенә бауҙан һиртмәк яһайҙар. Уны шулай уҡ тишектең икенсе яғындағы ҡаҙыҡҡа беркетәләр, бау тартылмаҫҡа, аҙ ғына һәленеп торорға тейеш.

Бау күренеп ятмаһын өсөн тишекте сытыр менән ҡаплайҙар.
«Айыу үҙе өйрәнгән юл буйлап солоҡҡа бара һәм тишек аша үткәндә сыбыҡ-сабыҡ менән бауҙы эләктерә, һиртмәк ысҡынып китә лә уҡ айыуҙың күкрәгенә йәки ҡабырғаһына ҡаҙала, ул шунда уҡ йә бер аҙ бара биргәс йән бирә», – тип, Сергей Руденко үҙенең башҡорттар тураһында тарихи-этнографик очерктарында Лепёхиндың һүҙҙәрен миҫал итеп килтерә.
Башҡорттарҙа ошондайыраҡ күренеште немец ғалимы, энциклопедист, тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеүсе, рус хеҙмәтендәге сәйәхәтсе Петр Симон Паллас та осратҡан.
«Ҡайһы берәүҙәр ағастарҙа боронғо уҡ атыу ҡоралдарына оҡшаған ҡорамалдарҙы шундай оҫта файҙалана, айыу ағасҡа менгәндә бауға тейә һәм туҡмаҡ аҫҡа төшөп уның күкрәгенә һуғыла», – тип яҙа Паллас.
Этнограф Сергей Иванович Руденко ла башҡорттарҙа солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың ике боронғо ысулы тураһында яҙған.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, айыуҙан һаҡлау өсөн солоҡтоң олонон ярайһы ғына бейеклеккә тиклем йүкә менән уратҡандар. Айыу шыуғаҡ олондан ағас башына менә алмай.

Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың икенсе ысулы шунан ғибәрәт: солоҡ олонон бейек кенә урындан йәш ағас менән уратып сығалар, осло ботаҡтар аҫҡа һәленеп төшөргә тейеш.
«Айыу солоҡҡа менгәндә осло ботаҡтар аша үтә алмай», – тип яҙа Руденко.
XIX быуаттың икенсе яртыһынан башҡорттарҙа тәрилкә формаһындағы тимер ҡапҡандар киң тарала. Улар йәнлегенә күрә төрлө ҙурлыҡта», – тип билдәләй Руденко.
«Бәхетле» солоҡтар
Солоҡ ни тиклем бейегерәк ҡуйылһа, балы ла татлыраҡ, тигән борон башҡорттар. Был һүҙҙәр бик тәрән мәғәнәгә эйә. Юғарыла һауа аҫтағы кеүек дымлы түгел, хәүефһеҙерәк тә, бал өлгөрһөн өсөн шарттар ҙа яҡшыраҡ. Өлгөрөп еткән ҡырағай бал ҡиммәтерәк баһалана.
Ҡырағай бал ҡорттарының әҙер солоҡтарға килеп ултырыуы әлегә тиклем сер булып ҡала. Бал ҡорто үҙенә йорт һайлай, ә солоҡсоға уны көтөргә һәм ҡорт һайлаған солоҡто «бәхетле» тип исемләргә генә ҡала.

«Бәхетле» солоҡтарҙың атамалары ла була. Мәҫәлән, Айғырғасҡан, Бисҡура, Баҡый, Шәкәргән. Айғырғасҡан тип аталған солоҡ XIX быуат аҙағында яһалған һәм шунан алып йөҙ йыл инде хужаларына хеҙмәт итә.

Айғырғасҡан атамаһының тарихы ла бар. Һөйләүҙәренсә, солоҡсо уны бер туған тейеш кешеһенә айғырға алмаштыра, ләкин йылҡы малы элекке хужаһына ҡасып китер була.
«Солоҡ хужаһына ағас ҡороп ауғанға хәтлем хеҙмәт итә. Йыш ҡына 150 йылдан ашыуға етә. Солоҡ ағастары ҡороғандан һуң да яһалма ағас ҡыуышы тиҫтәләгән йылдар файҙаланыла, – тип һөйләй эксперт Надежда Шмидт. – Бал ҡорто ҡунмаған ағас ҡыуыштарын таҙартып киптерәләр. Әҙер булғас, солоҡтар яңы хужаларын – бөрйән урман ҡорттарын көтә».
Солоҡто айыуҙан һаҡлау ысулдарының әҙәбиәттә сағылышы
Башҡорттарҙа солоҡтарҙы айыуҙан һаҡлауҙың ысулдары һәм уларға һунар әҙәбиәттә лә сағылыш таба. Мәҫәлән, Н. Крашенинниковтың 1907 йылда Мәскәүҙә баҫылған «Угасающая Башкирия» китабында.
«Умарталыҡта төн» бүлегендә автор бал яратыусы йөнтәҫ йәнлекте өркөтөүсе туҡмаҡ менән танышыу тарихын һүрәтләй.

«Ботаҡта һәленеп торған был солоҡтар махсус ҡулайламалары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡорттар улар ярҙамында солоҡтарҙы тәмлетамаҡ айыуҙарҙан һаҡлай: ҡулайламалар аҫтындағы ергә осло имән ҡаҙыҡтар ҡағыла, ә солоҡтан аҫтараҡ бауға берешәр ауыр ҡарама «чебурашка» бәйләнә. Бер танышым миңә үҙ күҙҙәре менән ҡараҡ айыуҙың шундай «чебурашка» менән һуғышҡанын, асарғанып уны табаны менән һуҡҡылағанын, туҡмалып ҡаҙаҡтарға ауып төшкәнен һөйләне».
Айыуға һунар тарихын «Бал ҡорттары һәм кешеләр» китабында Радик Вахитов та һүрәтләй.
«Солоҡтарын һаҡлау өсөн Ибрай нимә генә эшләмәгән. Ләкин айыу хәйләкәр булған, солоҡ балын туйғансы ашап та ҡасып ҡотолған. Бик һаҡ эш иткән йыртҡыс: солоҡ олонона беркетелгән салғы һыныҡтарына ҡорһағын да йыртмаған, йәтмәгә лә эләкмәгән, туҡмаҡ менән дә һуғышмаған».

Йә, ярай, – тип уйлаған Ибрай, – килер бер көн, алданырһың әле, тиреңде һыҙырырмын...

... Көҙ еткәс йыртҡыс көтөүгә тейә башлай: ҡышҡылыҡҡа май йыя. Күршенең башмағын тамаҡлай. Ибрай барып эҙҙәренән таный – эйе, тап үҙе, был яҡтарҙа күптән бындай йыртҡыс күренгәне юҡ.

... Ибрай өлкән улы менән өс көн солоҡтан бал алырға йөрөй, ә бәләкәй улы көтөү көтә. Көтмәгәндә кинйәһе урманға йүгереп килә:

– Атай! Туры бейә юғалды! – тип һөрәнләй ул атын ситтәрәк туҡтатып. Атаһының әйткәне иҫендә – бер ваҡытта ла солоҡҡа һыбай барырға ярамай. Аллам һаҡлаһын, ат ҡашана башлар ҙа еҫе бал ҡорттарын ҡурҡытыр.

Атаһы өндәшмәй. Ул тыныс ҡына үҙ эшен дауам итә. Солоҡто ябып, баллы батманды бау менән аҫҡа ебәргәс кенә ергә төшә.

...Ибрай туры атын ҡайҙа эҙләргә икәнен яҡшы белә.

Һыу буйында баҫҡандыр, башҡа ерҙә атты йыға алмаҫ ине, – тип уйлана ул инешкә барышлай.

...Яҡында ғына, тупраҡ һәм сыбыҡ-сабыҡ менән ҡапланған ат түшкәһе ята.

Күпме солоҡто әрәм итте, хәҙер бына туры атты ла йыҡты, – тип уйлана Ибрай. – Бейәгә теймәгән әле, һөрһөгән ит ярата. Ашай башлаһын, көтә бирәйем әле.

...Солоҡ эшен бөткәнсе бер нисә көн үтә. Ибрай бер тапҡыр ғына килеп туры атының ҡалдыҡтарын ҡарай. Айыу бер нисә ҡат булған бында, табышын ашап бөтөп тә бара.

– Хас та мулла йәш ҡатынына йөрөгән кеүек. Етте, был айыуҙы алырға ваҡыт, – тип хәл итә Ибрай.

Иртән торғас бер нисә һарғауыл, йүкә алып теге урынға бара. Муйыл ботаҡтары араһында таҙғаҡ эшләй. Эҙен йәшерә, кеше еҫе сыҡмаһын өсөн малдарҙы ҡыуып йөрөтә.

Кискә ҡарай солоҡсо улы менән йылға буйлап муйыл ағасы янына йүнәлә. Ибрай аттан төшөп таҙғаҡҡа менә, улы икенсе атты ла эйәртеп, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйөнә ҡайтып китә.

...Һунарсы тын алырға ла ҡурҡып табышын көтә... Бер нисә тапҡыр йыртҡыстың тауышы сыҡҡандай ҙа була.

«Килмәҫ был, – тип уйлай Ибрай. – Күпме солоҡто әрәм итте, атты йыҡты. Завод ауылындағы знакум тимерсе лә күптән айыу майы һорай ине, ҡатыны ауырый уның. Майға алмашҡа тимерсенән малайға солоҡ ҡоралы сүкетергә булыр ине»... Ибрай ҡалтыранды, әммә көтә бирҙе.

... Кинәт бер ботаҡ шытырланы, икенсеһе, ҡойолған япраҡтар ҡыштырлай башланы. Тайыштабан алпан-толпан шишмә янындағы асыҡ урынға килеп сыҡты ла ауыҙын шапылдата-шапылдата ҡорбанының ҡалдыҡтарына ҡарай атланы.

Һунарсы бер уғын керешкә тарттырҙы, икенсеһен тешенә терәне. Уғын йәнлектең яурынына тоҫҡап атып та ебәрҙе: «Мә һиңә! Быныһы солоҡтар өсөн! Быныһы туры ат өсөн!»

Тирә-яҡҡа урман хужаһының яман үкереүе яңғыраны. Йыртҡыс, яндырып барған уҡтарҙы теше менән алырға тырышып бер урында әйләнгеләне. Инешкә һикерҙе, теге ярға сыҡты, ергә ауҙы, ҡабат торорға маташты, тик йәшәү өсөн көрәшерлек көсө ҡалмағайны инде...
Солоҡ балы беҙҙең көндәрҙә
Солоҡ балын йылына бер тапҡыр, көҙ етеп килгәндә, август аҙағында йәки сентябрҙә йыялар. Солоҡ балы бөгөн солоҡ бал ҡорто кеүек үк уникаль.
Миҫал өсөн, Башҡортостандың Бөрйән районында бөгөн етмештән ашыу кеше ошо боронғо кәсеп менән шөғөлләнә. Уларҙың ете-ун быуынға тиклем ата-бабалары урман бал ҡорттары менән дуҫ булған.
«Бөрйәндә бөгөн солоҡсолоҡ унлаған ғаиләгә табыш килтерә. Улар – Иҫәнамановтар, Ибраһимовтар, Иҫәнғужиндар, Ғәлиндар, Мостафиндар, Толомғужиндар, Йомағужиндар, Байғазиндар, Нәҙершиндар, Хәйбуллиндар, Хәлиуллиндар», – тип һанап үтә Надежда Шмидт. Ә республикала солоҡ кәсебен белгәндәр 90-ға ла етмәй.
Шул уҡ ваҡытта солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән кешеләр арта бара, сөнки был кәсеп иҡтисади яҡтан бик отошло. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә Бөрйән районында солоҡ балының килограмы 5 мең 600 һум тора. Ул умарта балынан күпкә ҡиммәтерәк баһалана. Солоҡсолар әйтеүенсә, бөгөн 10–15 күс умарта бал ҡорто тотҡансы, бер нисә солоҡ тотоу отошлораҡ.

Бер солоҡ ҡорто күсе йылына 15 килограмм тирәһе бал бирә. Иң уңышлы йылдарҙа Башҡортостанда биш тоннаға яҡын солоҡ балы алына.
«Ә айыуҙар әлегә тиклем солоҡтарҙы туҙҙырыуҙан туҡтамай. Һәм беҙ, боронғо ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, бөгөнгө көндә лә солоҡто һаҡлау сараһы итеп туҡмаҡ ҡулланабыҙ. Йә иһә таҡтаға йыуан ҡаҙаҡтар ҡаҙайбыҙ. Терпене хәтерләткән бындай таҡталар ағасҡа ҡағып сығыла. Айыу ағас олоно буйлап менә алмаһын өсөн эшләнә был. Әлбиттә, хәҙер солоҡтарҙы һаҡлау, айыуҙарҙы ҡурҡытыр өсөн күберәген заманса ысулдар – ҡыҫҡа электр разрядтары һәм тауыш сығарыусы махсус ҡоролмалар ҡулланыла.
Солоҡ балы – умарта балынан айырылып торған эксклюзив ризыҡ.

Солоҡ балы асыҡ йәки ҡара һоро төҫтә, йәшкелт, һитәһе арҡаһында ҡыҙғылт һары төҫтәр ҙә сағыла. Ул балауыҙ һәм һитәгә, ферменттарға, микроэлементтарға бай.

Ғалим Фитрат Йомағужин фекеренсә, 1958 йылда Бөрйән районында «Шүлгәнташ» ҡурсаулығын ойоштороу ҙа республикала солоҡсолоҡто һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ иткән. Ул үҙе махсус рәүештә тәбиғи шарттарҙа, йәғни солоҡтарҙа бөрйән бал ҡортон һаҡлау һәм өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Бөгөн республикабыҙҙың бренд тауарҙары – БАШҠОРТ БАЛЫ һәм БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО донья баҙарына сыға, ә уның генофонды берҙән-бер бал ҡорттары ҡурсаулығында – «Шүлгәнташ» та һаҡлана. Ҡурсаулыҡтың флораһында 900 тирәһе үҫемлек иҫәпләнә, уларҙың өстән бер өлөшө – сәскәһенән шәрбәт бүлеүсе, йәғни баллы үҫемлектәр. Бал ҡорттары өсөн үҙе бер ожмах!

Файҙаланылған әҙәбиәт исемлеге:
1. Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. Уфа: Китап, 2018.
2. Шмидт Н.А. Пчела. О башкирской бортевой пчеле // Традиционная современная культура Республики Башкортостан. Уфа: Инеш, 2015.
3. Лепехин И. И. Продолжение дневных записок путешествия Академика медицины доктора Ивана Лепехина по разным провинциям Российского Государства в 1770 году. Т. II. СПб.: Императорская Академия Наук, 1772.
4. Шафиков И. В. «Искусство пчеловода». Уфа: Китап, 2009.
5. Вахитов Радик. «Пчелы и люди». Уфа: Башкирское книжное издательство, 1992.
6. Хрестоматия по истории Башкортостана. Документы и материалы с древнейших времен до 1917 года. Часть I / Отв. сост. Гумеров Ф. Х. Уфа: Китап, 2005.