XVIII быуат аҙағында башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәленә бәйле солоҡ ҡортсолоғоноң хужалыҡтағы әһәмиәте кәмей төшә. XIX быуат уртаһына ҡортсолоҡтоң түмәр умартасылыҡ системаһы үҫешә.Урмандағы ағастарҙы күпләп ҡырҡа башлағас, башҡорттарҙың солоҡтары кәмегәндән-кәмей бара һәм уларға түмәр умарталар эшләй башларға тура килә. Гәрсә, документтарҙан күренеүенсә, башҡорттар был шөғөл менән XVIII быуаттың беренсе сирегендә үк шөғөлләнә башлаһа ла, умартасылыҡ хужалығына тиҙ генә күсмәй. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ағастарға бәйләп ҡуйылған түмәр умарталар солоҡтарҙы алмаштыра. Әле XX быуаттың башында Сулман (Кама) буйында һәм Ағиҙел йылғаһы буйлап башҡорттар урмандарҙа ағасҡа бәйләнгән, балауыҙлы түмәр умарталар ҡуйған.
Тәүге мәлдә түмәр умарталарҙы ағастарға элеү солоҡсолоҡ кеүек характерҙа була, йәғни урманда эленгән умарталарҙы күҙәтеү ҙә, бал ҡорттарын ҡарау ҙа, күстәрҙе күсереү ҙә әле булмай. Шул уҡ ваҡытта сағыштырмаса ҙур булмаған участкала ағастарҙа ҙур күләмдә түмәр умарталар туплай алыу уларҙың балын урлауҙан һаҡлау мөмкинлеге бирә һәм был умарталар инде ерҙә торған утар умарталығына күсеү формаһы була.
Умарталыҡ ҡороу өсөн, ғәҙәттә, урманда елдән ышыҡ аҡлан, йәки йылға буйындағы туғай, һис юғында, һирәк ағаслыҡтар һайлана. Унда бал ҡорттары умарта аҫты ташына, йәки ағас төпһәләренә ултыртып сығылған һәм ағасҡа, йәки ергә ҡатылған ҡаҙыҡтарға бәйләп ҡуйылған түмәр умарталарға күсерелә.
Умарталарҙың бейеклеге – 1 метр ярымдан алып 2 метрға хәтлем, диаметры 70 сантиметрҙан алып 1 метрға тиклем була.Умартаның уртаһындағы оҙон йырыҡ береһе өҫтөнән икенсеһе урынлашҡан һәм умартаға махсус ағас сөйҙәр менән нығытылған ике ҡапҡас менән ҡаплана. Умартаның башында тишекле ҡолаҡ эшләнә һәм шуның аша ул ағасҡа йәки ҡаҙыҡҡа бәйләп ҡуйыла. Умартаның эсендә балауыҙҙы тотоп тороу өсөн, арҡыс-торҡос итеп, ике-өс бәләкәй таяҡсалар, йәғни рәтә, йәки тәгәрәүҙәр нығытып ҡуйыла. Өҫкө өлөшөндә тағы кәрәҙҙе тотоп тороу өсөн айырым тырмалар ҡуйыла.
Умарта өҫтән туҙ менән ҡаплана, ә уның өҫтөнә ниндәйҙер ауыр нәмә йәки таш һалына. Ҡабырғаһынан, бал ҡорттары умартаға инеп-сығып йөрөр өсөн эшләнгән шаҡмаҡ тишек, йәғни кейәгә ҡыҫтырылған оҙон шына, йәғни кейә ҡалағына кейә эргәһендәрәк сытырыҡ бәйләп ҡуйыла. Ә кейә ҡалағы шундай оҙон, хатта уның бер осо эстә умартаның стенаһына тейеп, ә икенсе осо тышҡа сығып тора.
Башҡорттар умарталыҡтарҙа ҡыуышты бик һирәк ҡора, күберәген улар унда бәләкәй өй эшләй һәм унда ҡарауылсылар йәшәй, шулай уҡ бөтөн ҡортсолоҡ кәрәк-яраҡтары һаҡлана. Умарталыҡтар һәр ваҡыт кәртәләп алына һәм күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн уларға ат башының һөйәктәре элеп ҡуйыла. Ат баштары шулай уҡ ҡайһы бер умарталар өҫтөнә лә һалына, ағастарға ла эленә.
«Башҡортостанда солоҡтарҙың иге-сиге юҡ. Миҫал өсөн ҡайҙалыр урманлы урындағы, айырыуса Инйәр йылғаһы буйындағы йөҙ кеше йәшәгән ауылды алһаҡ, уның эргәһендәге урмандарҙа, иң кәмендә лә, 1000-гә тиклем, хатта 2000-гә тиклем солоҡто һалырға кәрәк. Ә умарталар был иҫәпкә инмәй: уларҙы өй эргәһендә лә, баҡсаларҙа ла, ҡайҙалыр ауыл янында ла ҡуялар»,– тип яҙа Небольсин П. И.
Айырым умарталыҡтарҙы ҡороу һәм ҡарау һәр ваҡыт ниндәйҙер сығымдар килтерә. Шуға ла умарталары күп булмаған башҡорттар уларҙы өй эргәһендәге баҡсаларында, йәки хатта ихатаһында тотҡан. Бындай күренеш бөтөн Башҡортостанда һәм күберәген таҙа йылғалар, шишмәләр буйында урынлашҡан ауылдарҙа күҙәтелгән.
«Тау-урман башҡорттарының түмәр умарталарың, солоҡтарыныҡы кеүек, айырым кейәләре булған.Үҙҙәренең эшләнеше һәм төҙөлөшө буйынса түмәр умарталар бөтөн ерҙә лә солоҡтарҙы ҡабатлаған. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки уларҙы бер үк кешеләр бер үк ҡорамалдар менән эшләгән. Айырмаһы тышҡы ҡоролошонда ғына. Түмәр умарталарҙың ағасҡа элеп ҡуйыр, йәки урындан урынға күсереп алып йөрөтөр өсөн ҡулайлаштырылған ҡолаҡтары булған. Түмәр умартаның түбәһе ағастың төп яғына тура килгән осраҡта унда ҡолаҡ эшләү уңайлы булған, ә солоҡтоң, киреһенсә, түбәһе ағастың ос яғына яҡыныраҡ булған», – тип яҙа Вахитов Р.Ш.
Бал ҡорттарын түмәр умарталарҙа тотоу был тармаҡтың йылдам үҫешенә булышлыҡ итә. Өфө статистика комитеты сәркәтибе Н. А. Гурвич XIX быуаттың аҙағында Башҡортостандағы ҡортсолоҡ тураһында былай тип яҙа: «Өфө губернияһында умарталыҡ, баҡсалыҡ һәм солоҡлоҡ ҡортсолоғо алып барыла, әммә һуңғыһы һирәгерәк һәм нигеҙҙә башҡорттарҙа ғына». 1871 йылда Өфө губернияһында тәүге тапҡыр бал ҡорттарының күстәрен иҫәпкә алыу үткәрелә һәм 323,9 мең күс иҫәпкә алына.
Башҡортостанда тәүгә рамлы умартасылыҡты индерергә маташыу XIX быуаттың 60-сы йылдарына ҡарай: Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан-Табын улусының, хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Алайғыр ауылы эргәһендә кантондың «Ҡаҙна бал ҡорто заводы» эшләгән.
Беренсе рамлы умарталыҡ 1906 йылда тау-урман төбәгендә Үҙән заводы янында (хәҙерге Белорет районында) ойошторола. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда түмәр умарталыҡтар XX быуаттың 60-сы йылдарына тиклем таралған була.
Хәҙерге ваҡытта түмәр умартасылыҡ Башҡортостандың Бөрйән, Иглин райондарында һәм башҡа төбәктәрендә тергеҙелә. Ләкин улар күберәк туристарҙы башҡорт ҡортсолоғо тарихы менән таныштырыу өсөн тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, Өфөнән 50 км ситтә, Иглин районының Ивано-Казанка ауылында, яңы туристик объект – эшҡыуар Фәнис Хәлиловтың түмәр умарталығы эшләй. Эшҡыуар уны тәбиғәттең хозур урынында Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге ярҙамында асҡан. Йылдың йылы миҙгелдәрендә умарталыҡтан туристар өҙөлмәй. Фәнис Хәлилов уларға экскурсия үткәрә, бал ҡорттары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Ҡунаҡтар, эргәләге күлдә балыҡ тотоп, һыу инеп, уҡтан атып, асыҡ һауала ойошторолған ашханала буҙа, ҡымыҙ, бал кеүек милли аҙыҡтарҙан ауыҙ итеп, ял итә.
Шулай уҡ, Фәнис Хәлилов Инстаграм социаль селтәрендәге сәхифәһендә (@kolodno.bortevaya.paseka) түмәр умарталыҡ тураһында яҙмалар менән уртаҡлаша һәм YouTube видеохостингындағы каналы аша ҡырағай бал яратыусыларҙы мәғлүмәти видеолар аша башҡорт балы менән таныштыра.