Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

СИТЕК

БАШҠОРТ АЯҠ КЕЙЕМЕ
XIX быуат аҙағынан башҡорттар үксәһеҙ йомшаҡ сафьян итек – ситек кейә башлаған. Ир-егет итектәренән айырмалы, ҡатын-ҡыҙ итектәре матур биҙәктәр һалынып, төрлө төҫтәге сафьяндан тегелгән. Ғәҙәттә ситекте артһыҙ һай туфли менән кейгәндәр.

С.И. Руденко "Башҡорттар. Этнографик монография тәжрибәһе" 1916
Ғалим-этнограф Сергей Руденко ХХ быуат башында ситек тураһында ошолай яҙған:

«XIX быуатта һәм унан алдараҡ башҡорт итекселәре кәзә тиреһенән төрлө төҫтә итеп
эшләнгән бик йомшаҡ йоҡа күндән (сафьяндан йә шевронан) ситек теккәндәр».
СИТЕК, башҡорт костюмында сафьяндан тегелгән йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы үксәһеҙ итек. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ситеге була.

Ирҙәр ҡара һәм һоро төҫтәге ситек кейгән. Ҡатын-ҡыҙҙар ситеге ғәҙәттә йәшел, һары йәки ҡыҙылдан булған, биҙәкләп, аппликациялар ҡуйып, контурлап сигеп эшләнгән. Ҡазан, Ырымбур губернияларында етештерелгән, Урта Азиянан килтерелгәндәре лә осраған.

Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһынан ҡунысы тулыһынса күн мозаика менән биҙәлгән ситектәр таралып киткән. Уларҙы көндәлек тормошта ла, байрамдарҙа ла кейгәндәр, башлыса оло йәштәгеләрҙең аяҡ кейеме тип һаналған.

Өйҙән сыҡҡас та ситек өҫтөнә күн ҡата йәки резина галош кейгәндәр. Ошоға оҡшаш аяҡ кейемдәре Урта Азияның ҡайһы бер күсмә халыҡтарында һәм Кавказда ла булған.
С.Н. Шитова «Башҡорт костюмы»
Ситек борон-борондан ҡыпсаҡ сығышлы күсмә халыҡтарҙың күбеһендә осраған. Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ өлөшөндә ҡунысы орнаменттар менән биҙәлгән ситектәр киң билдәлелек менән файҙаланған.

Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың (ҡырғыҙ, нуғай, көнбайыш себер татарҙары, башҡорттарҙың) үҙҙәренең йомшаҡ итек төрө булған. Йоҡа күндән ойоҡ кеүек итеп тегелгән ситектәр ҡаты табанлы аяҡ кейеме – башмаҡтар менән бергә кейелгән.
Күсмәндәрҙең төп аяҡ кейеме
Күсмәндең төп аяҡ кейеме – итек-ситек. Башҡорттар йәйәү йөрөмәгән. Алыҫ юлға сыҡһалар, һыбай менгәндәр.

Аяҡ кейеменең йомшаҡ булыуы ошоноң менән аңлатыла ла.

Ситектәр үксәһеҙ итеп тегелә. Уң һәм һул яғын айырып булмай. Икеһе лә бер ҡалыптан яһала һәм күпмелер ваҡыт кейеп йөрөгәндән һуң киңәйә.

Уны йорт эсендә генә кейгәндәр, ә тышҡа ҡата, ҡатабаш, күн башмаҡ кейеп сыҡҡандар.

Юлай Ғәлиуллин, башҡорт ғәскәре реконструкторы, Башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе
Күсмәндәрҙең төп аяҡ кейеме – ситек
«Күсмәндәрҙең аяҡ кейеме» видеояҙмаһынан өҙөк
Силәбе өлкәһе башҡорттарының ситектәре
Күсмәндәрҙең төп аяҡ кейеме — ситек
Юлай Ғәлиуллиндың «Күсмәндәрҙең аяҡ кейеме» видеояҙмаһынан өҙөк
Йоҡа күндән ойоҡ кеүек итеп тегелгән ситек
Тағы ла йоҡараҡ күндән тегелгән ситектәр ҙә булған. Уларҙы ҡата эсенән түгел, ә итек эсенән кейгәндәр. Тирмәгә, өйгә инер алдынан ҡалын ҡаты итектәрҙе тышта ҡалдырып, эстә ситектә генә йөрөгәндәр. Сафьян ситектәрҙе шулай уҡ ҡышын быйма менән кейгәндәр.

Был аяҡ кейемдәрен күн ойоҡбаштар тип йөрөтөргә лә мөмкин. Тик уның эсенән бәйләнгән ойоҡбаш кейеп, сылғау урағандар. Ике ҡат аяҡ кейеме кейгән кеүек булған инде.

Уңайлы ситектәрҙә көндәр һыуытҡансы йөрөһәләр, ҡышҡы һыуыҡтарҙа быймаға күскәндәр.

Ситектең йәнә бер үҙенсәлеге шунда: аяҡты тирләтмәй, тын ала һәм шул уҡ ваҡытта йылы ла. Оҙайлы ваҡыт һыбай йөрөгәндә, был – баһалап бөткөһөҙ сифат. Ситек оҙаҡҡа сыҙай.

Башҡорттар ситекте һыу үткәрмәҫлек итеп эшләү технологияһын белгәндәр: уны балауыҙ менән ышҡып алғандар.

Юлай Ғәлиуллин, башҡорт ғәскәре реконструкторы, Башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе
Ҡатын-ҡыҙ ситеге, Дәүләкән районы, 1969
ХVIII һәм ХIХ быуат сәйәхәтсе-авторҙар малсылыҡ менән кәсеп иткән хужалыҡтарҙа ситек өсөн йылҡы тиреһе ҡулланылыуына шаһит була. Йылҡы йәки һыйыр һеңерен йомшартып алып, шуның менән теккәндәр. Ыҫлап эшкәртелгән тиренән дә ситек етештергәндәр. Мосолман ҡанунына ярашлы, яланғас тәнде сит-ят күҙҙән һаҡлаған башҡорттарҙың тағы ла бер ҡағиҙәһе булған – аяҡты һәр саҡ йылыла тотоу.

Байрам өсөн тәғәйенләнгән ситектәрҙе ҡара төҫтәге йәки буялған тиренән йомшаҡ ҡуныслы итеп теккәндәр. Аҫҡы яғы – үгеҙ, йылҡы тиреһенән, өҫкө өлөшө кәзә, тана тиреһенән булған.

Башҡорт ситектәренең башын киң, ҡунысын тубыҡ тирәһендә бер аҙ күтәртеп теккәндәр, йөйҙө артҡы яҡтан ҡалдырғандар. Ситекте ике аяҡ өсөн дә бер үк итеп бер ҡалып буйынса теккәндәр. Башы айырым беселгән. Ҡуныс оҙонлоғо тубыҡҡа тиклем алынған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ситектең артҡы өлөшөн ҡуныс менән бергә бескәндәр.

Йомшаҡ ситектәр айырыуса башҡорт ауылдарында билдәле булған. Уны күп осраҡта хәлле йәшәгән ир-егеттәр, бигерәк тә оло йәштәгеләр кейгән. Үҙҙәре һирәк теккән. Күбеһенсә Ҡазан, Ырымбур, Урта Азия оҫталары тауарҙарын йәрминкәләргә барып һатып алғандар.

Ирҙәр ситектәре ҡара төҫтә, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ҡыҙыл, йәшел, көрән төҫтә булған. Төрлө төҫтәге күн киҫәктәрен тоташтырып, ҡатлаулы биҙәк – мозаика менән биҙәлгән, ҡайып һәм контурлы сигеү менән сигелгән ҡатын-ҡыҙ ситектәре лә осрай. Шау биҙәк менән генә ҡапланғандары ла булған.

Күсмәндәрҙең аяҡ кейемен күн ойоҡбаш тип атарға ла була. Уларҙы ҡаты табанлы күн башмаҡ йәки ҡата эсенән кейеүҙәре осраҡлы түгелдер.

ХХ быуатҡа тиклем башҡорттар төйәк иткән ерҙәр бик ҙур биләмәне алып торған. Башҡорт ауылдары һәм йәйләүҙәре Волганан Тоболға, Каманан Илеккә тиклем барып еткән. Ошолай таралып йәшәү рәүеше төрлө ырыу-ара айырмалыҡтарға, уларҙың мәҙәниәтендәге этник һыҙаттарҙың оҙаҡ ваҡыт һаҡланыуына булышлыҡ иткән.

Борон ситек бай ҡатлам кешеләренең аяҡ кейеме һаналған. Төрки сығышлы күсмә халыҡтарҙа кәзә йәки һарыҡ тиреһенән тегелгән төрлө формалағы йомшаҡ итектәр оҙаҡ ваҡыт ҡулланылышта йөрөгән әле.

Ситектәрҙең ябайыраҡ төрҙәре лә булған. Улар сифатһыҙ, затһыҙ материалдан, бер генә төҫ ҡулланып тегелгән. Дим буйына йәшәгән юрматы башҡорттарында буҫтау менән ябылған ситек кеүек аяҡ кейемдәре осраған.
Ситек тураһында йомаҡ:
Лығырлама, шығырлама, кейеремде кейермен.

Балалар өсөн йомаҡтарҙа ситек:
"Ҡаҡ-ҡаҡ!", — тиер, "Ҡаҡ!" — тиер,
Ниҙер ҡағырға ҡушыр.
Үҙе ҡанат ҡағып ҡына
Һыу буйында булашыр.
Күл, йылғала табыр наҙ
Ҡыҙыл ситек кейгән … . /ҡаҙ/

Ҡыҙыл ситектәрен кейгән
Күк күлдәкле ҡыҙ килгән.
Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле
Әйтегеҙсе, кем икән? /күгәрсен/

Бәләкәй генә көпшәлә
Уйылғандар тишектәр.
Моңло тауыш сығарһа,
Бейеп китә ситектәр. /ҡурай/



Сығанаҡтар:
1. Руденко С.И. Башкиры : опыт этнологической монографии. (Записки императорского русского географического общества. По отделению этнографии); Т. 43. Петроград, 1916.
2. Руденко С.И. Башкиры. СПб, 1925.
3. Черных А.В. Традиционный костюм народов Пермского края. СПб, 2017.
4. Шитова С.Н. Башкирская национальная одежда. Уфа, 1995
5. Хозяйство и культура башкир в XIX – нач. XX вв. М.: Наука, 1972.
6. Куклы в народных костюмах. Башкирский праздничный костюм. №19, 2012. М. Де Агостини.
7. Башҡортостан энциклопедияһы. Ситек тураһында мәҡәлә.

Ҡулланылған фоторәсемдәр:
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы коллекцияһынан;
Хәйбулла районының Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллекцияһынан;
Силәбе өлкәһе Ҡоншак районы Яңы Бүре ауылы урта мәктәбенең Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллекцияһынан;
Башҡорт энциклопедияһынан.


Видео:
Ю. Ғәлиуллин. Боронғо кейем реконструкциялаусылар өсөн тәғәйенләнгән “Күсмәндәр кейеме" лекциялар циклы.

© Автор-төҙөүсе: Гөлсинә Йосопова.