Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

ҠАРА ЮРҒА ‒

ат культына бәйле башҡорт халыҡ эпосы. Әҫәрҙә башҡорттарҙың атты изге хайуан тип ҡабул иткән боронғо инаныуҙары сағыла. Унда ҡыҙ урлау мотивы төп сюжеттарҙың береһе булып тора.
Эпос ҡасан һәм кем тарафынан
яҙып алынған?

«Ҡара юрға» эпосының сюжеты XVIII быуатта сәйәхәтсе И.И. Лепехиндың (1740–1802) яҙмаларында осрай. 1770 йылда Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән ғалим башҡорт ауылдарында ла туҡтай, халыҡтың этнографияһына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙып ҡалдыра.

«Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 г. Ч. 2» тигән хеҙмәтендә башҡорт йырсыһының ошо әҫәрҙе башҡарыуы хаҡында яҙып үтә.


И.И.Лепехин китабының титул бите
«Уларҙа иң шәп йырсы һаналған 60 йәштәрҙәге ҡартты беҙ рәхәтләнеп тыңланыҡ... Йырсы улар тормошонда булған мөһим ваҡиғаларҙы ғына йырлап ҡалмайынса, тауышы һәм хәрәкәттәре менән бөтә ваҡиғаларҙы һынландыра, дуҫтарын нисек һуғышҡа әйҙәгәндәре һәм һуғышҡандары, дошманды нисек ҡыйратҡандары, уларҙың яралы килеш хәлдәре бөтөп, йән биреүе хаҡында шундай йәнле итеп һөйләй, хатта ҡайһы берәүҙәр илап ултыра.

Бер саҡ ҡарт йылмайып «Ҡара юрға»ны йырлап ебәргәйне, һағыш шатлыҡҡа әйләнде. Был йыр уларҙа иң шаян һанала. Ҡарт ошо йырҙы йырлап, бейеп киткәйне, башҡорт байрамы (балы) башланды (тәржемә авторҙыҡы).
И.И. Лепехин,
сәйәхәтсе
К. Мәргән билдәләүенсә, эпик әҫәрҙәрҙең шиғыр өлөшө көйләп башҡарылыуын иҫәпкә алғанда, И. Лепехин тарафынан эпостың йыр итеп ҡабул ителеүе бик мөмкин. Бәлки уға әҫәрҙең бер генә өлөшөн, йыр репертуарына инеп киткән өлөшөн генә тыңларға тура килгәндер, тип фекерләй ғалим. Иң мөһиме, был сюжеттың И. Лепехин яҙмаларында сағылыуы уның халыҡ араһында популяр булыуын раҫлай.


1894 йылда «Ҡара юрға»ның ҡыҫҡаса сюжетын, йырының көйөн билдәле музыка белгесе С. Г. Рыбаков (1867–1921) Баймаҡ районында Бирғәле исемле ҡурайсынан, Кананикольск заводында эшләүсе И. Лоҡмановтан яҙып алған һәм үҙенең «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» (СПб., 1897) тигән монографияһында баҫтырып сығарған.

С. Г. Рыбаковты, иң беренсе «Ҡара юрға» әҫәре менән бәйле музыкаль материал ҡыҙыҡһындыра. Әммә үҙенең йыйынтығында ошо әҫәр менән бәйле легендаларға ла туҡталып үтә.

С. Г. Рыбаков
китабының титул бите



1909 йылда «Ҡара юрға» йырының сюжетын башҡорт яҙыусыһы Зыя Ибраһим улы Өммәти (1885–1943) «Башҡорт, типтәрҙәрҙең йыр, бәйеттәре» тигән китабында урынлаштырған.
Тик китапта ҡасан, ҡайҙа, кемдән яҙып алыныуы хаҡында мәғлүмәт бирелмәгән.

З. Өммәти китабы
1907 йылда М.А. Буранғолов Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын волосы Үрге Ильяс ауылында сәсән Хәсән Буранғоловтан яҙып алған. Әҫәр 1939–1940 йылдарҙа М.А. Буранғолов төҙөгән, әммә баҫылып сыҡмай ҡалған «Боронғо башҡорт йырҙары һәм ҡобайырҙары» йыйынтығына индерелгән. Беренсе тапҡыр башҡорт телендә 1972 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән. 1977 йылда рус телендә донъя күргән «Башкирский народный эпос» китабында баҫылып сыға.

М. А. Буранғолов
(1888 – 1966)
1928 йылда «Ҡара юрға» эпосының сюжеты И.В. Салтыков тарафынан яҙып алынған, артабан урыҫсаға әйләндерелеп «История и анализ башкирских песен» тигән ҡулъяҙма хеҙмәтенә индерелгән һәм 1974 йылда баҫылып сыҡҡан.

И. В. Салтыков
(1893–1985)
«Ҡара юрға» йырын легендаһы менән 1943 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында Бикбирҙиндан ҡурайсы һәм йырсы Ғ.З. Сөләймәнов яҙып алған. Беренсе тапҡыр 1954 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының 1 томында (Өфө, 1954) йырҙар бүлегендә бирелгән, «Башҡорт халыҡ йырҙары» (Өфө, 1954) йыйынтығына ла индерелгән.

Ғ. З. Сөләймәнов
1912 –1989
1960 йылда эпостың вариантын Ә.Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡайыпҡол ауылында сәсән Усман Сәйетовтан (1898 йылда тыуған) яҙып алған. Беренсе тапҡыр башҡорт телендә 1972 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫылып сыға.

Тағы бер вариантын шул уҡ 1960 йылда Ә.Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) Ырымбур өлкәһе Ҡотос ауылында Рәхилә Теләкәеванан (1897) яҙып алған. Башҡорт телендә 1998 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫылып сыға.

К.Мәргән
(1912–1984)
Дөйөмләштереп әйткәндә, «Ҡара юрға» эпосының сюжеты XVIII–XX быуаттарҙа төрлө сығанаҡтарҙа баҫылып сыҡҡан. Күп кенә хеҙмәттәрҙә боронғо башҡорт йыры булараҡ ҡарала, уртаҡ сюжет әҫәрҙең күп йылдар дауамында халыҡ хәтерендә йәшәгән әҫәр булыуын асыҡ дәлилләй.

«Ҡара юрға» сюжетлы эпик әҫәр булыуына ҡарамаҫтан, ХХ быуатҡа тиклем йыр жанрына индерелеп йөрөтөлә. 1961 йылда Кирәй Мәргәндең «Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары» хеҙмәтендә эпос булараҡ ҡарала һәм артабан ошо жанр системаһында өйрәнелә башлай.

«Ҡара юрға» эпосының ундан ашыу варианты Һамар, Ырымбур өлкәләрендә, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында яҙып алынған.

Эпостың яҙып алынған нөсхәләре Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Ғилми архивында, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор фондында, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһының фольклор фондында һаҡлана.

Эпостың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.
Һаҡмар буйында Күсәрбай тигән бер һунарсының Әбләй исемле улы була. Ул үҙенең бейәләренән тыуған ҡолондо ҡарап үҫтерә. Йылдар үткәс, егет мәргәнлеге, сәсәнлеге, ә ҡолон – Ҡара юрға исеме менән дан ала. Ер күреп, ил танырға сыҡҡан егет Мәсем хандың йәйләүенә килеп юлыға һәм Маҡтымһылыуға ғашиҡ була. Ҡалым өсөн малы булмағас, ҡыҙға хистәрен белдермәйенсә ҡайтып китә.

Һәр вариантта ла Ҡара юрға актив хәрәкәт итеүсе көс итеп һүрәтләнә. Ул хужаһының үтенесе буйынса, ҡыҙ йәйләүенә килеп уны бер аҙ уйнатып йөрөтә лә егеткә алып килеп тапшыра. Эпик герой үҙенең атын данлап йырлай*:
– «Һай, Ҡара юрғам,
Һай, Ҡара юрғам!
Ялбыр-йолбор ялдарыңды
Көмөшләрмен, юрғам,
Тыбыр-тыбыр тояғыңды
Алтынлармын юрғам,
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Үптерһәнә , юрғам,
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрһәнә, юрғам!
Һай, Ҡара юрғам!
Һай Ҡара юрғам!»

Эпоста егет йырының төрлө варианттары бар: ул атына ҡыҙҙы урлап алып ҡайтырға өгөтләгәндә, йә ҡыҙҙы алып ҡайтҡандан һуң, уны төшөрөргә теләгәндә йырлай.

* Сығанаҡ: Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том. Эпос. Өфө, 1998. 271-се б.

А.Мөхтәруллин һүрәте.
Марсель Ҡотоев башҡарыуында «Ҡара юрға» йыры
Мәсем хан Ҡара юрғаның Маҡтымһылыуҙы урлап китеүенә ышанмай. Әбләй: «Ҡара юрғаға Маҡтымһылыуҙы мендереп алып кит... Юрға Һаҡмарға тиклем генә барыр, артабан баш бирмәй ҡыҙҙы кире алып ҡайтыр. Әгәр Һаҡмар артына алып сығып китһәгеҙ, атым артынан бармайым», ти. Ҡара юрға тағы ла Маҡтымһылыуҙы Һаҡмарҙан уратып Әбләй йәйләүенә алып ҡайтҡан. Мәсем хан ҡыҙының урланған булыуын таный, йәштәргә ризалығын бирә.
Эпос тураһында ғилми хеҙмәттәр.
«Ҡара юрға» эпосының төрлө аспекттары К. Мәргән, С. Галин, М. Сәғитов хеҙмәттәрендә ентекле өйрәнелә. Ғалимдар эпик әҫәрҙә халыҡ йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең һүрәтләнешен, сит ырыуҙан кәләш алыу, геройҙың кәләш эҙләп сәйәхәт итеүендә экзогамия йолаһының сағылышын билдәләп үтә.

Тәүге сюжет линияһында (Ә.Н. Кирәев яҙып алған У. Сәйетов вариантында) һунарсы Ҡушлаҡ батыр бер юлаусыға үҙенең шоңҡарын бүләк итә. Юлаусы шоңҡар өсөн уға Шүлгәнкүлдән өйөр-өйөр йылҡы малы сығара.
«Был боронғо һунарсылыҡҡа алмашҡа малсылыҡ килергә тейеш, тигән һүҙ. Тимәк, боронғо һунарсылыҡҡа нигеҙләнгән етештереү ысулы инде үҙенең тарихи ролен үтәгән, уның урынын сағыштырмаса өҫтөнөрәк торған малсылыҡҡа нигеҙләнгән етештереү ысулы алырға тейеш. Тарихи яҡтан ҡарағанда, был инде тап шул тәүтормош община ҡоролошо емерелеп, уға алмашҡа килә торған формация моронлай башлаған осорға тура килә», – тип билдәләй был мотивтың әһәмиәтен Ә.Н. Кирәев.
М. Сәғитов ҡобайырҙа герой менән мал араһындағы киҫкен конфликтты һүрәтләү эпизодтарында күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе башҡорт халҡының малға ҡарашы эволюцияһын күрергә мөмкин, тип билдәләй.
«Конфликттың нигеҙендә боронғо халыҡтың малға изге йән итеп ҡарауы менән һуңғараҡ осорҙа тыуған мөнәсәбәттәрҙең (уға байығыу сығанағы итеп ҡарауҙың) ярашып етмәүе, ҡаршылыҡҡа килеүе ята. Малды боронғоса изгеләштереп ҡараусы кешеләр яңы экономик шарттар тыуҙырған ҡараш менән тиҙ генә килешә алмағандар, ризаһыҙлыҡ белгерткәндәр. Бына ошо ризаһыҙлыҡ ижадта сағылыш тапҡан».

Мөхтәр Сәғитов
(1933–1986)
«…сюжетҡа ғаилә ҡороу өсөн мөһим кәртә булып социаль тигеҙһеҙлек проблемаһы килеп инә. Шул саҡ Ҡара юрға актив хәрәкәт итеүсе көс булып сығыш яһай башлай: геройға ҡыҙҙы ул үҙе килтереп тапшыра…
Иртәктә ҡыҙ урлау йолаһының нигеҙендә ятҡан сәбәптәр ҙә бик асыҡ күрһәтелгән. Илаған Маҡтымһылыуҙы тынысландырып, Әбләй былай ти:
Ҡалым биреп ҡыҙ алыу
Ир-егеткә дан түгел.
Минең атам байлығы
Мәсем байға тиң түгел.
Тик ҡалымға малым юҡ,
Шуға күрә Ҡара юрғам
Алып килде бергә үк.

Бынан инде шул яҡшы аңлашыла: ҡыҙ урлауҙың нигеҙендә матди сәбәптәр, аныҡ әйткәндә, егеттең ҡалым түләрлек мөмкинлеге булмауы ята…»
Салауат Галин
(1934–2010)
«Ҡара юрға» театр сәхнәләрендә
1998 йылда Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Ҡара юрға» эпосы буйынса спектакль ҡуйыла. Пьесаның авторы – Ғәзим Шафиҡов. Ҡуйыусы режиссер – Михаил Рабинович, ҡуйыусы-рәссам – Алла Коженкова, композиторы – Сергей Миролюбов, балетмейстеры – Александр Пепеляев.

2004 йылда «Ҡара юрға» спектакле Йошкар-Олала үткән фольклор фестивалендә беренсе урын яулай.

(Фотолар Рус дәүләт академия драма театрының сайтынан алынды)

2013 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» тигән мюзикл ҡуйыла. Пьесаның авторы – Таңсулпан Ғарипова. Ҡуйыусы режиссер – Олег Ханов, композиторы – Урал Иҙелбаев, рәссамы – Альберт Нестеров, хореографы – Сулпан Асҡарова.

Төп ролдәрҙә: Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Ирада Ҡадирова, Алһыу Галина-Ғафарова һ. б.

«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклында башҡорт халыҡ йолалары менән заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары эҙмә-эҙлекле үрелеп бара. Спектаклдә милли колорит бик сағыу бирелә. Ҡара юрғаның кешеләрҙең бәхете хаҡына ҡылған изгелектәре һүрәтләнә, бында героик әкиәт, социаль-көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, хыянат, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ күренә.
Фотолар М.Ғафури исемендәге БДАТ сайтынан алынды
«Ҡара юрға»эпосы быуаттар буйына халыҡ хәтерендә йәшәү һөҙөмтәһендә яңы мотивтар менән байый барған. Яҙмаларҙа ваҡиғаларҙы, эпизодтарҙы һүрәтләүҙә төрлөлөк күҙәтелә. Бөгөнгө көндә был әҫәрҙең варианттарын монографик планда өйрәнеү, уның туплап баҫтырып сығарыу бурысы тора.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халыҡ ижады. III том. Эпос. Өфө, 1998.
2. Галин С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, 2004.
3. Кирәев Ә.Н. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961.
4. Сәғитов М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987.
5. Өммәти З. Башҡорт, типтәрләрнең жыр, бәетләре. Өфө, 1909. Ғәрәп графикаһында.
6. Башкирское народное творчество. Т. I. Эпос. Уфа, 1987.
7. Галин С.А. Башкирский народный эпос. Уфа, 2004.
8. Киреев А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
9. Лепехин И.И. Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 г. Ч. 2. СПб., 1802.
10. Рыбаков С.Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. СПб., 1897.
11. Салтыков И.В. Башкирские народные песни // Материалы и исследования по фольклору Башкирии и Урала. Вып. I. Уфа, 1974. С. 258–282.


© Әбделмәнова Ә.В., автор-төҙөүсе, 2020