Библиотека объектов нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Бишек туйы
Кеше ғүмеркәйе – тупһанан түргә үтеү генә,
Кеше ғүмеркәйе – ултырып бер сәй эсеү генә.
Кеше ғүмере – япраҡ өҙөлөп төшөү генә,
Бер елдереп арғымаҡта үтеү генә.

Башҡорт халыҡ әйтеме
Бала тыуыу башҡорт ғаиләһе өсөн һәр ваҡыт ҡыуаныслы, мөһим ваҡиға булған. Әсә кешегә ҙур хөрмәт һәм абруй менән ҡарағандар.

Ә балаһыҙ ҡатындың, йылдар үтеү менән, туғандары һәм күршеләре алдында баһаһы бер ни тиклем төшкән. Өҫтәүенә, түлһеҙ ҡатындың ире икенсегә өйләнә алған.

Шуға күрә түлһеҙлек башҡорт ҡатын-ҡыҙы өсөн оло бәхетһеҙлек һаналған, һәм был бәләнән ҡотолоу өсөн улар төрлө юлдар эҙләгән. Ғөмүмән, ҡыҙ баланың намыҫын, һаулығын һаҡлау башҡорттар өсөн иң юғары талаптарҙың береһе һаналған.

Гөманлы (ауырлы) булыуҙы хәбәр итеү ҙур шатлыҡ менән ҡабул ителгән. Ғәҙәт буйынса, килендең гөманлы булыуы хаҡында ололарға кейәү егеттең һеңлеләре еткергән.

Башҡорт ҡатындары, ҡорһаҡтары беленгәнгә тиклем, гөманлы булыуҙарын йәшерергә тырышҡан, беренсенән, тәрбиә әҙәбе, икенсенән, күҙ тейеүҙән һаҡлағандар. Буласаҡ әсәнең ҡорһағына ни тиклем әҙерәк ҡарайҙар, баланың сәләмәтлеге шул тиклем һаҡлаулы була, тип иҫәпләгәндәр. Шул сәбәпле, күп кенә ҡатындар бесән мәлендә – яланда, бүтән эш өҫтөндә, йәғни тейешле шарттар булмаған ерҙә бала тапҡан.

Гөманлы ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, ниндәйҙер айырым иғтибар талап итмәгән, башҡалар менән бер рәттән эшләгән, берҙәй тигеҙ донъя көткән. Хужалыҡта ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте ҙур роль уйнаған, бөтә өй мәшәҡәте улар иңендә ятҡан.
ХIХ быуатта уҡ этнограф һәм тарихсы Павел Небольсин яҙып ҡалдырған:
«Тирмәнән сығыу менән башҡорт ҡатындары бейә һәм һыйыр һауырға тотона, ҡымыҙ бешә, алдағы һаҡлыҡҡа май һәм ҡорот әҙерләй, яҙ көндәре етештереп ҡуйған киндерҙән кейем тегә, бөтә ғаиләгә етерлек ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй, итектәр тегә, ғөмүмән, хужалыҡтағы бик күп эштәрҙе башҡара. Бесән ваҡытында ялан-ҡырҙарҙа эшләй, ә унан һуң йәнә өй мәшәҡәттәренә сума».
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бала көткән ҡатындарға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр һәм тыйыуҙар ҙа ҡаралған.

Мәҫәлән, ауырлы ҡатын нимә ашарға теләй, шуны тәҡдим итергә тырышҡандар. Әгәр ул теләгән ризығын ашай алмаһа, бала зәғиф тыуыуы ихтимал, тип иҫәпләгәндәр.

Гөманлы ҡатынға ауыр физик эш йөкмәтмәгәндәр, борсолоуҙан, хафаланыуҙан һаҡлағандар. Кеше ерләгәндә, һуғым һуйғанда, ағас ҡырҡҡанда ҡатнашыуҙан тыйғандар, сәскә өҙөргә рөхсәт итмәгәндәр. Шулай уҡ, гөманлы ҡатындарға һалҡын йәки эҫе ташҡа ултырырға ярамаған, бала табыу ауыр була, тигәндәр. Ирҙе рәнйетеү йәки уға үпкәләү – сибек, мөсһөҙ бала табыуға сәбәп була, тип ышанғандар.
Бынан тыш, башҡорттарҙа ауырлы ҡатын ғәрип йәки килбәтһеҙ кешеләргә оҙаҡ ҡарарға тейеш түгел, балаһы шуға оҡшаясаҡ, тигән ырым йәшәгән. Йәнлектәрҙе, хайуандарҙы рәнйетеү, эткә йәки бесәйгә тибеү баланың «ҡуян морон» булып тыуыуына йәиһә һуң тәпәй баҫыуына килтерә, тиелгән.

Һәр төбәктең үҙенә хас ырым-ышаныуҙары булған. Миҫал өсөн, Башҡортостандың Баймаҡ районында гөманлы ҡатынға тирмән тартыу (әйләндереү) тыйылған – баланың эсәге муйынына урала, тигәндәр. Ишембай районында тәпәнгә ултырыу рөхсәт ителмәгән – бала тыуыр юл ҡаплана, тип һаналған. Ейәнсура районында буласаҡ әсәләр түлһеҙ ҡатындарға күренмәҫкә тырышҡан.
«Өлкәндәр был ырымдарҙың нигеҙен дини тәғлимәттәр менән аңлатһа ла, асылда ул буласаҡ әсәләрҙе төрлө хәүеф-хәтәрҙән, физик һәм психологик ауырлыҡтарҙан, борсолоу-хафаланыуҙарҙан һаҡлау маҡсатында алып барылған. Сөнки баланың алдан тыуыуы йә үле булыуы ошо сәбәптәргә бәйле һаналған», тип яҙыла Н. Бикбулатова менән Ф. Фатихованың «ХIХ – ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙың тормош-көнкүреше» китабында.
Тәүгә бала табыу
Башҡорттарҙың иртә ғаилә ҡороуын иҫәпкә алғанда, тәүге бәпесләүҙәр 17–20 йәштәргә тура килгән.

Революцияға тиклемге авторҙар билдәләүенсә, элек сабыйҙар үлеме йыш күҙәтелгән. Уртаса иҫәпләгәндә, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә ете-һигеҙ бала тапҡан. Шуларҙың өсәү-дүртәүһе иҫән ҡалған.

Гөманлы ваҡытта ҡатындар киң камзул, иркен күлдәк, елән кейгән. Бишенсе айҙа иһә кейемдәренә төрлө бетеүҙәр, махсус тамғалар таҡҡан.
Бала тыуғандан һуң атҡарылған йолалар
Бала тыуғандан һуңғы 40 көн сабый өсөн дә, йәш әсә өсөн дә бик хәүефле һаналған. Был мәлдә бәпес үтә лә көсһөҙ, етди иғтибарға һәм хәстәргә мохтаж булған.

Белорет районы башҡорттарында «Бала тыуғандан һуң, 40 көн буйы ҡәбер таҡтаһы асыҡ булыр» тигән әйтем йәшәгән. Был төшөнсә яңы тыуған сабыйға ла, йәш әсәгә лә ҡағылған.
Йүргәк исеме
Бала тыуғас та башҡорттар сабыйға йүргәк исеме ҡушҡандар, ул тәүге исем тип һаналған.
«Йүргәк исемен бер кемгә лә әйтмәйҙәр. Ул исем баланың тыуған мәленә: көнгә, айға, ваҡиғаға йәки күренешкә бәйле булыуы мөмкин. Шулай уҡ тыуым ваҡытында әсә кеше һәм кендек инәһе нимәгә иғтибар итә, шул да нарыҡланыуы ихтимал», – тип яҙа «Йола – башҡорттарҙың йәшәйеш нормалары һәм системаһы» тигән китабында Розалиә Солтангәрәева.
Сабыйҙың тәүге исеме (йүргәк исеме) уны һаҡлау көсөнә эйә. Был исемгә тәбиғәт, күк есемдәре күренештәре һалынған: Йомабикә (йома + бикә, йома көндө тыуған), Буранбай (буран + бай, буранда тыуған).

Әгәр башҡорт ғаиләләрендә балалар тыуғас та төрлө сирҙәр һәм күҙ тейеүҙәр арҡаһында үлеп торһа, уларға һаҡлаусы исемдәр ҡушҡандар. Мәҫәлән, Тимербай (тимер + бай), Ҡылысбай (ҡылыс + бай).

Икенсе, йәғни рәсми исемде балаға 40 көнө тулғас ҡушҡандар. Бик боронғо замандарҙа был тантанаға махсус белгестәрҙе, аҡһаҡалдарҙы, һынсыларҙы саҡырғандар.

Эксперт Розалиә Солтангәрәева билдәләүенсә, башҡорттарҙа исем ҡушыу йолаһы нәҫел-ырыуҙы, күсә килгән сирҙәрҙе, тоҡом уңыштарын, йондоҙҙарҙың йоғонтоһон төплө өйрәнгәс кенә атҡарылған. Тыуған көнө, айы, йылы символы, милли һәм тоҡом тәғәйенләнеше – барыһы ла иҫәпкә алынған.

Башҡорттарҙың ырым-ышаныуҙары буйынса, әгәр исем ҡушҡанда ошо нескәлектәр иҫәпкә алынмаһа, ата-бабаларҙың рухы үпкәләп, тоҡомға төрлө сир, бәлә-ҡаза, хәйерселек һәм боҙом формаһында ҡайтыуы ихтимал булған.

Исем ҡушҡан саҡта көслө шәхестәрҙең, батырҙарҙың, ырыу башлыҡтарының һәм оҙон ғүмерле кешеләрҙең ыңғай сифаттары иҫәпкә алынған. Шуға күрә, әгәр ҙә нәҫелдә абруйлы, дәрәжәле оло кеше үлһә, уның исемен артабан да йәшәтеү өсөн яңы тыуған сабыйҙарға ҡушҡандар. Рухы рәнйеп, исеме ергә күмелмәһен өсөн шулай иткәндәр.
Бишек туйы
Бик борон замандарҙа башҡорттар сабыйҙы бишеккә һалыу уңайынан бишек туйы уҙғарған. Баланы, ғәҙәттә, тыуғас та бишеккә һалғандар, әммә байрамын һуңғараҡ ойошторғандар. Был сара бәпес тыуғандың өсөнсө, етенсе көнөнә, йә булмаһа 40 көнө үткәс уҙғарылған.

Элек бишек туйы, икенсе төрлө әйткәндә, бәпәй туйы бары тик ҡатын-ҡыҙҙар байрамы һаналған. Шуға күрә бишек туйына тик ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар ғына саҡырылған. Улар яңы тыуған бәпескә төрлө күстәнәстәр, бүләктәр килтергән.

Кендек инәһе сабыйҙы бишеккә һалған, унан һуң бишек тирәһендәге иҙәнгә кәнфит һипкән. Бишек туйында ҡатнашҡан бала-саға кәнфиттәрҙе йыйып, рәхмәт әйтеп таралышҡан. Артабан барыһы ла табын артына ултырып, байрам ашы менән һыйланған.

Бишек туйында башҡорттар тағы ла бер күркәм йола атҡарған: оло йәштәге бер инәй бала имеҙгән әсәнең башы аша тәмлекәстәр һипкән. Был иһә балаға бай һәм бәхетле тормош теләү ниәтенән башҡарылған.
«Бишек туйы йолаһы тәү сиратта сабыйҙы сәңгелдәккә һалыу маҡсатынан башланһа ла, ваҡыт үтеү менән беренсел йөкмәткеһен юғалтҡан һәм бәпәй сәйе, исем туйы йолалары менән бергә ҡушылған. Аҙаҡ иһә шул көндө үк исем ататҡандар. Ә бишеккә һалыу башҡаса телгә алынмаған», – тип яҙыла
Н. Бикбулатова менән Ф. Фатихованың «ХIХ – ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙың тормош-көнкүреше» китабында.
Бәпес сәйе
Бала тапҡан ҡатын аҙмы-күпме нығынғас, йыш осраҡта өсөнсө, етенсе көнөнә, сабыйҙы туған-тыумасаға күрһәтеү өсөн бәләкәй генә байрам ойошторғандар.

Был байрам төрлөсә аталған: бәпәй сәйе, еп сәйе, ҡыҙ сәйе. Байрамға шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына саҡырғандар. Күбеһенсә ул 10–12 кешенән торған оло йәштәге инәйҙәрҙе тәшкил иткән.

Бәпәй сәйе табынына ҡунаҡтар төрлө тәмлекәстәр, ҡайнар аш, һурпа, ҡорот, май, ҡаймаҡ, татлы бәлештәр килтергән.

Байрам ашы тамамланғас, ҡунаҡтарға бәпәй ебе таратҡандар. Йомғаҡҡа уралған был епте сабыйҙың әсәһе алдан әҙерләп ҡуйған.

Ҡайһы саҡта йомғаҡ менән бергә селтәр-түшелдеректәр, янсыҡтар, йөҙөк һәм сепрәк таҫмалар бүләк ителгән. Ҡайтыр мәлдә һәр кем изге теләктәрен әйтеп, сабыйға һәм балаға именлек теләп таралған.
Исем туйы
Алда билдәләүенсә, исем туйы тәүҙә бишек туйының бер өлөшө генә була, ләкин ваҡыт үтеү менән, әһәмиәтен үҙгәртеп, башҡорттарҙың бәпес туйы йолаларында иң мөһим урынды биләй.

Ырымбур башҡорттарының бәпес туйында күрше инәй сабыйҙың бер нисә бөртөк сәсен ҡырҡып, Ҡөрьән эсенә һала. Үҫеп еткәс, бала уны Сәс әсәй тип йөрөтә.

Исем туйын бәпес тыуғандан һуң өсөнсө көнгә йәки 40 көн үткәс уҙғарғандар. Был боронғо йола исем ҡушыуҙың әһәмиәтен, уның бала яҙмышына йоғонтоһо мөһимлеген һаҡлаған мәғәнәһе менән бөгөнгәсә килеп еткән.

Әгәр ғаиләлә яңы тыуған бала үлеп ҡалһа, артабанғы сабыйҙы яулыҡҡа төрөп, сит кешеләргә биргәндәр. Улар бәпесте өй тирәләй йөрөтөп, тәҙрә шаҡыған һәм: «Бәпес һатабыҙ! Кем ала?!» – тип һораған.

Сабыйҙың ата-әсәһе уларға аҡса түләп, тәҙрә аша һатып алған. Унан һуң бүтән сит кешеләргә биргән. Бындай алыш-биреш өс тапҡыр ҡабатланған. Йәнәһе, яман көстәрҙең күҙен быуып, бәпесте сит кешеләрҙән һатып алғандар.

Ошо йоланан һуң бәпескә Һатыбал тип исем ҡушҡандар. Ә уның ысын исеме бала балиғ булғансы бер кемгә лә әйтелмәгән.

Балаға исем ҡушыу йолаһы «Башҡорттар» китабында («Ғилем» нәшриәте) ентекле яҙылған.
«Исем ҡушыу йолаһы башҡорт халҡында Ислам дине талаптарына ярашлы башҡарылған. Мулла саҡырғандар, Кендек инәһен, яҡын туғандарын йыйғандар. Өйгә шайтан инмәһен өсөн, мулла килгәнсе ишек-тәҙрәләрҙе, йүшкәләрҙе яҡшылап ябып ҡуйғандар. Бәпесте йыуындырып, таҙа йүргәккә төргәндәр, ирененә бал тамыҙғандар һәм, башын көнсығышҡа ҡаратып, мендәргә һалғандар», – тип яҙыла был китапта.
Исем туйы аҙан әйтеүҙән башланған, унан һуң мулла, баланың ике яҡ ҡолағына өсәр тапҡыр: «Исемең фәлән-фәлән була!» – тип өндәшкән.
Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы итле ризыҡтар, ярма аштары, ҡоймаҡ менән һыйлағандар. Татлы бәлештәр менән баллап сәй, ҡымыҙ эсергәндәр.

Шуныһы мөһим: исем туйына килгән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы сиратлап һыйлағандар, тәүҙә ир-атты, һуңынан – ҡатын-ҡыҙҙы. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында барыһы ла бергәләп байрам иткән, әммә ирҙәр һәм ҡатындар шаршауҙың ике яғында ултырған.

Исем ҡушҡан көндө бәпескә атап Ҡорбан салғандар, уның ҡанын сабыйҙың маңлайына һәм ҡолаҡ ситтәренә һөрткәндәр. Башҡорттар ҡандың һаҡлау көсөнә ышанған, ҡан һаулыҡ һәм көс бирә, иҫәндәр менән әруахтар рухын бәйләй, тип инанғандар.

Баланың ҡул суҡтарына төрлө төҫлө ептәр бәйләгәндәр. Уға яҡты яҙмыш, мул тормош юрағандар.

Үҙ сиратында сабыйҙың әсәһе лә килгән ҡунаҡтарға бүләктәр таратҡан. Кендек инәһенә, әсәһенә һәм ҡәйнәһенә күлдәк йә күлдәклек тауар, яулыҡ йә аҡса бүләк иткән, ҡунаҡтарға – таҫтамалдар һәм яулыҡтар. Муллаға көмөш тәңкә бирелгән. Ул аҡсаны: «Минең улым (ҡыҙым) көмөш кеүек ныҡ, сәләмәт булһын!» – тип теләк әйтеп алған.

Ҡунаҡтар ҙа буш ҡалмаған, яңы тыуған сабыйға кейем-һалым, кәрәк-яраҡ бүләк иткән, борон хатта мал әйткәндәр.
Исем туйы беҙҙең көндәрҙә
Хәҙерге заманда ла балаға исем ҡушҡанда ҙур табын ҡоралар, милли ризыҡ, традицион һый менән мәжлес ойошторалар. Байрамға, ғәҙәттә, өлкән йәштәге туғандарҙы саҡырып, бергәләшеп өҫтәл артында ҡунаҡ булалар.

Ғаилә ағзалары ҡунаҡтарға аҡсалата йә әйберләтә хәйер тарата, мәжлескә килә алмағандарға һый-ниғмәт биреп ҡайтара.

Исем ҡушҡандан һуң бәпес тыныс йоҡлай икән, тимәк, уға исем оҡшаған була. Кире осраҡта исемде алмаштырыу йолаһын атҡарғандар. Ул былай үткәрелгән: туғандарҙан кемдер берәү ҡыйыҡ башына менеп, мөрйә аша ҡалаҡ ырғытҡан. Ул ҡалаҡ усаҡта бешеп ултырған тары бутҡаһына төшөргә тейеш булған. Ошо бутҡаны әҙ-әҙләп кенә сабыйға ауыҙ иттергәндәр ҙә ҡалғанын ҡош-ҡортҡа сығарғандар, һәм балаға икенсе исем биргәндәр.

Хәҙерге заманда баланы ен-шайтандан һаҡлар өсөн ике исем бирәләр. Береһе тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа яҙыла, икенсеһен мулла ҡуша.

Исемдең кеше яҙмышына, уның холоҡ-фиғеленә, һәләттәренә йоғонто яһау ышанысы бөгөнгө көндәргәсә килеп еткән. Шунан сығып, бик күп исемдәргә һаҡлаусы төшөнсәләр һалынған. Мәҫәлән, тимер һәм ҡоростарға бәйле – Сынтимер, Булат, Тимербикә, таштарға бәйле – Ташбулат, Таштимер, ер-һыу атамаларынан – Урал, Иҙел.

Ҡояш менән сағыштырған исемдәр – Ҡояшбикә, Нурия, ай менән бәйлеһе – Айбулат, Айһылыу, сәскәләргә тиңләгәне – Рауза, Лилиә. Шулай уҡ гөл менән бәйле исемдәр күп: Айгөл, Гөлдәр, Гөлнур.

Сәләмәтлеге ныҡ булһын өсөн ҡайһы бер балаларға Бүребай, Айыухан кеүек йәнлек-хайуандарға бәйле исемдәр ҡушҡандар.

Башҡорттар балаларына башҡа халыҡтарҙан үҙләштерелгән исемдәрҙе лә күпләп ҡушҡан. Шулар араһында – Альбина (латинса «аҡ күҙле»), Ильяс (ғәрәпсә «Аллаһ ҡөҙрәте»).

ХХ быуатта социаль-сәйәси ваҡиғаларға ҡағылышлы исемдәр ҙә ҡушылған (Ревмир – революционный мир). Ҡайһы бер исемдәрҙе яңғырашы матур булған өсөн дә һайлағандар, мәҫәлән: Казбек (топоним), Атлас (материал), Марганец (химик элемент).

1970–1980 йылдарҙа башҡорттар араһында сит ил исемдәрен ҡушыу модаға инә, уларҙың ҡайһыһы кинофильмдарҙан алына, ҡайһылары – әҫәрҙәрҙән: Руслан, Рөстәм, Регина, Амалия, Эльмира, Альмира.

1990 йылдарҙа модаға ҡабаттан боронғо мосолман исемдәре әйләнеп ҡайта: Мөхәммәт, Рамаҙан, Мәҙинә һәм башҡалар.

Ғаиләлә гел малайҙар йәки ҡыҙҙар ғына тыуһа, уларға Кинйәбай, Яңылбай; Кинйәбикә, Яңылбикә (кинйә, яңы) тип исем ҡушыу ырымы ла һаҡланған.

Шулай уҡ әле лә 40 көнгә тиклем исем ҡуштырыу зарурлығы һаҡлана. Мосолман йолаларына ярашлы, исемде йома, шәмбе көндәрендә мәсеттә йәки өйҙә ҡуштыралар.
Әгәр ҙә мосолман балаһына үҙенә тиң исем ҡуштырһаң, уның иңдәренә фәрештәләр ҡуна һәм ғүмере буйы һаҡлап бара, тип иҫәпләйҙәр. Ә инде исем мосолманса булмаһа, ата-әсәһе уны һаҡланыуҙан мәхрүм итә. Фәриҙә Ғәлиеваның «Семейные обычаи башкир в поликультурном пространстве» тигән китабында билдәләнеүенсә, башҡорттарҙың ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары бөгөнгәсә һаҡланып ҡына ҡалмаған, ә яңынан тергеҙелеп килә.
Әлбиттә, бәпес туйының ҡайһы бер йолалары үҙгәргән: әсә менән сабыйҙы бала табыу йортона барып ҡаршылау, исемде мәсеттә ҡуштырыу, ҡунаҡ байрамдарын оло сараға әйләндереп, заманса уҙғарыу.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төп ғәҙәттәр һаҡланған: санитар-гигиеник нигеҙҙәр, айырыуса әсә менән баланы 40 көн дауамында борсомау.

Бала табыу йортонан ҡаршы алыу йәһәтенән дә яңы ғөрөфтәр барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, сабыйҙы ҡаршы алыусы төркөм уны әҙерләү, кейендереү ғәмәлдәренә икенсе бүлмәлә трансляция аша ҡарай ала.

Әсә менән баланы ҡаршы алғанда фотосессия ойошторола. Балаға бер нисә ай тулғас, ҡайһы бер ата-әсәләр baby show үткәрә – баланы йәмғиәткә ҙур табын артында, күңелле программалар һәм ҡотлау һүҙҙәре менән күрһәтеү.
Автор
  • Галина Бахшиева
Тәржемә:
  • Светлана Сөләймәнова
Фото
  • Гөлназ Ғәлимуллина, Рәмил Нафиҡов, Кристина Дейнеко, Олег Яровиков, Шаура Гаппасова
Версткалау
  • Рената Вәхитова