Ҡайһы саҡта ауыр хәрби бурысын үтәүҙән баш тартып, башҡорттар ҡасып китә. Бейеш дуҫтары менән ҡасҡын һалдат була. Уларҙы тотоу өсөн махсус отряд төҙөлә,
әммә Бейеш үҙенең дуҫтары Әбүбәкир Абдаҡов, Ҡунаҡбай Абдрахимов, Рәхмәтулла Бараков, Ҡорман Илбәков, Ҡотлоша Мырҙағоловтар менән 10 йыл дауамында,
1838–1848 йылдарҙа тотолмай ҡасып йөрөй. Губернатор Перовскийға яҙылған кантон начальнигы Хәсән Бейешов (хәҙерге Баймаҡ районы Хәсән ауылынан) һәм Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры Станислав Тимофеевич Циолковский рапортынан күренеүенсә, Бейеш Бөрйән, Тамъян волостары, Верхнеуральск уезының Ҡағы һәм Әүҙән-Петровских тауҙары-урмандарында көн итә.