Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡортостандың Балаҡатай районындағы «Берестиночка» халыҡ фольклор коллективының үҙенсәлекле йыр ижады
«Берестиночка» рус фольклор ансамбле 2007 йылда Балаҡатай районы мәҙәниәт йорто эргәһендәге урындағы фольклор йырҙарын башҡарыусы инәйҙәр ҡатнашлығында ойошторола. Бер йылдан ижади коллективҡа халыҡ исеме бирелә.
Күп йылдар «Берестиночка» ансамблен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила Декало етәкләй.
Рәсәйҙең халыҡсан мәҙәни йолаларына мөрәжәғәт итеү, традицион фольклорҙың этнографик яҡтан дөрөҫ формаларын һәм материалдарын файҙаланыу был ижади коллектив эшмәкәрлегендә төп урынды алып тора.

«Берестиночка»ның төп репертуарында – урындағы халыҡсан (аутентик) фольклор, Балаҡатай районы аҡһаҡалдарынан отоп алынған боронғо рус халыҡ йырҙары.
«Малухинск инәйҙәре», йәки был тарихтың башы тураһында
Иҫке Балаҡатайҙа ҡасандыр яҡшы тормош эҙләп Пермь крайы Көңгөр ҡалаһынан күсеп килеүселәр күп булған. Улар үҙҙәре менән халыҡ йырҙарын да алып килгән.

«
«Беҙҙең фольклор — Иҫке Балаҡатайҙыҡы. Мин үҙем Силәбе өлкәһендә тыуып үҫтем. Был фольклор өлгөләрен бала саҡта өләсәйем Мария Ивановна Кузнецованан ишеттем. Ул Балаҡатай янындағы Железный ключ ауылында йәшәне. Уның дүрт улы менән бергә оҙон, һалмаҡ йырҙарҙы ҡысҡырып йырлауы хәтерҙә уйылып ҡалған. Балаҡатай районында барыһы ла «нәҙек» йәки «ҡалын» тауышҡа йырлай, юғарыраҡ, түбәнерәк тип әйтмәйҙәр. Өләсәйем ҡалыныраҡ алып, түбәнерәк нотала йырлай ине», ‒ тип һөйләй «Берестиночка»ның етәксеһе Людмила Анатольевна Декало.
Күп йылдар үткәс, мәктәпте бөткәндән һуң, Людмила Анатольевна ҡасандыр өләсәһе йырлаған йырҙарҙы ҡабаттан ишетә. 1970 йылда ул Силәбе өлкәһенән Яңы Балаҡатайға күсеп килеп ошонда төпләнә, урындағы район мәҙәниәт йортонда эш башлай. Һәм клуб сәхнәһендә бала саҡтан таныш оҙон йырҙарҙы, урам таҡмаҡтарын һәм дәртле бейеү көйҙәрен ишетә. Ул саҡта, 1970 йылдарҙа, быуат башында донъяға килгән ағинәйҙәр ошо йырҙарҙы йырлаған була. Уларҙы Яңы Балаҡатай ауылындағы үҙҙәре йәшәгән урам исеме менән «малухин инәйҙәре» тип йөрөтәләр.
1980 йылдарҙа 1918‒1924 йылдарҙа тыуған өләсәйҙәр уларға алмашҡа килә. 2007 йылда ҡасандыр һигеҙ-туғыҙ ағзанан торған рус фольклор ансамбленән дүрт кенә кеше иҫән ҡала. Ошо состав менән ижади коллектив халыҡ исеменә лайыҡ була.

«
«Тап ошо инәйҙәр миңә нисек дөрөҫ итеп был яҡҡа хас булғанса йырларға икәнде күрһәтте. Улар мине «асылырға», беҙҙеңсә әйткәндә, «ҡысҡырырға» өйрәтте. Шул уҡ ваҡытта улар минән дә ярҙам һорар булды: «Людонька, беҙгә ҡалыныраҡ башларғамы, әллә нәҙегерәк алырғамы?» ‒ тип кәңәш һорай торғайнылар. ‒ Улар бик күп импровизациялайҙар. Шуға ла барыһына ла уңайлы булырлыҡ тонды алырға кәрәк ине, ә мин уларға кәңәшем менән ярҙам итә инем», ‒ тип дауам итә Людмила Анатольевна.
2007 йылда Балаҡатай инәйҙәре тәүге тапҡыр төбәк-ара рус йыры һәм таҡмағы байрамында ҡатнаша. Коллективҡа халыҡ исемен бирәләр. Шул уҡ төндә фажиғә була: конкурста сығыш яһағандан һуң, төндә 89 йәшлек солистка Анна Игнатьевна Ковинаны фалиж һуға.

«
«Анна Игнатьевна вафат булды. 1980 йылдарҙан алып бергә йырлап йөрөгән өс инәй, солистканың вафатынан һуң, етем ҡалғандай, репетицияға йөрөүҙән шып туҡтаны. Халыҡ исеме бар, ә коллектив – юҡ. Бына шул саҡта миңә урындағы фольклорҙы яҡшы белгән илле-алтмыш йәшлек ҡатындар килә башланы. Улар әсәй-өләсәйҙәре йырлаған халыҡ йырҙарын яҡшы хәтерләй ине. 2009 йылда Балаҡатай районында үткән рус йыры һәм таҡмағы төбәк-ара конкурсында беҙ яңы состав менән сығыш яһаныҡ», ‒ тип иҫкә ала Людмила Декало.
Хәҙер «Берестиночка»ның төп составына һигеҙ ҡатын-ҡыҙ инә. Уларҙың береһенә генә ҡырҡ йәш, башҡалары иһә етмеште үткән. Фольклор коллективының иң өлкән ҡатнашыусыһы, ауыл клубының элекке хеҙмәткәре Тамара Прокопьевна Кутузоваға ‒ 83 йәш. Хәҙер инде ул башҡа ҡала һәм ауылдарға конкурстарға йөрөмәй, «Берестиночка» менән тыуған районында ғына сығыш яһай.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила Анатольевна Декало менән информатика уҡытыусыһы Галина Александровна Теплыхтан башҡа, «Берестиночка»ның ҡалған ҡатнашыусылары хаҡлы ялда.
Ҡасандыр был ҡатын-ҡыҙҙар төрлөһө төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Тамара Ивановна Седова педагог булған. Ольга Ивановна Цыпышева ғүмер буйы май-сыр комбинатында эшләгән. Лидия Николаевна Поезжаева почта бүлексәһен етәкләгән. Людмила Петровна Бекетова хаҡлы ялға сыҡҡансы өҫтәмә белем биреү педагогы булған. Любовь Сергеевна Никифорова медицина тармағы хеҙмәткәре булһа, Ольга Дмитриевна Малухина пенсияға тиклем сыр яһаусы булып эшләгән.
Нимә ул берестиночка?
Берестиночка ‒ йоҡа ғына ҡайын туҙынан яһалған һыҙғыртҡыс, уны һуҙып өҫкө иренгә тарталар. Тартҡан саҡта ул ҡош һыҙғырыуын һәм һандуғас һайрауын хәтерләтә. Һауаны тартыуҙан өндәр сығарған үҙенсәлекле халыҡ музыка ҡоралы ул.

«
«Элек ҡайын туҙынан яһалған һыҙғыртҡыста ҡош һайрауына оҡшатып көй көйләгәндәр. Ғөмүмән, «Берестиночка» коллективының атамаһына бик ҙур мәғәнә һалынған. Мәҫәлән, беҙ ҡайын күп үҫкән төбәктә йәшәйбеҙ. Беҙҙең тәбиғәт ‒ ҡайындар иле. Шуға ла беҙ ҡайындар янында тороп ҡайындар тураһында йырлайбыҙ. Беҙҙең бик күп йырҙарыбыҙҙы ҡасандыр урындағы халыҡ сауҡалыҡта, аҡлан-болондарҙа йырлар булған», ‒ тип аңлата Людмила Анатольевна. Фольклор коллективына «Берестиночка» исеме 2007 йылда, Төбәк-ара рус йыры һәм таҡмағы фестиваль-байрамында сығыш яһап «халыҡ» исемен алғандан һуң ғына бирелә.
«Берестиночка» фолькор ансамбле йыр ижадының үҙенсәлеклеге тураһында
Сылбырлы (эҙмә-эҙлекле) тын алыу ‒ Балаҡатай боронғо рус йырҙарын башҡарыуҙың төп үҙенсәлеге. Улар өҙмәйенсә, бер ниндәй паузаһыҙ башҡарыла.

Башта тиҙ генә тын алына. Башҡарыусының тыны бөтөп китһә, быны һиҙгән күршеһе йырҙы элеп ала һәм дауам итә. Һөҙөмтәлә бер-береһенә тоташҡан, өҙлөкһөҙ йыр килеп сыға.

Шуныһы мөһим: урындағы башҡарыусыларҙың тын юлдары системаһы бик ныҡ үҫешкән, юғиһә улар бындай йырҙы һуҙа алмаҫ ине.

Һәр төбәктең халыҡ йырын башҡарыуҙың үҙ манераһы бар, һәм уны телдән телгә күсереү бик мөһим.
Был яҡтағы үҙенсәлек – түбән тауышҡа йырлау. Йырлағанда паузалар булмай. Йыр бер тында башҡарыла. Ҡатнашыусылар бер-береһен тойорға тейеш. Барыһы ла бер үк ваҡытта һулыш ала алмай. Шуға ла бындай тын алыуҙы сылбырлы (эҙмә-эҙлекле) тип атайҙар. Бында ҡатнашыусылар сиратлап, бер-бер артлы тын ала. Был бик ҡатмарлы, ул оҫталыҡ талап итә.

«Берестиночка»ның татыу коллективы урындағы диалект өҫтөндә лә күп эшләй. Тауышты асып йырлау манераһы арҡаһында был яҡта и, ю, а, я, у өндәре йырланмай. И урынына ‒ е, ю урынына ‒ ё, а һәм я урынына ‒ э, у урынына о йырлана.

«
«Һеҙ шундай матур йырлайһығыҙ, тик беҙ бер һүҙҙе лә аңламаныҡ», ‒ ти беҙгә ҡайһы бер тамашасылар. Был беҙҙең өсөн комплимент. Тимәк, беҙ был йырҙарҙың халыҡсанлығын, үҙенсәлеген һаҡлай һәм тамашасыға еткерә алғанбыҙ», ‒ ти Балаҡатай фольклор ансамбле етәксеһе.
Миҫал өсөн: Рәсәйҙең төньяҡ өлкәләрендә юғары нотала йырлайҙар, ә Башҡортостандың Балаҡатай районында түбән алалар.

«
«Беҙҙә «ҡалын», «көслө» итеп йырлайҙар. Әгәр йыр асыҡ, түбән, матур, өҙлөкһөҙ йырланһа, ул бик сағыу була. Бындай йырҙы йылға ағышы менән сағыштырырға мөмкин, ‒ ти Людмила Декало. ‒ Ағинәйҙәр менән мин бик күп һәм оҙаҡ йылдар йырланым, уларҙың башҡарыу манераһын, тоналлеген, Иҫке Балаҡатай йырҙарын башҡарыу үҙенсәлектәрен өйрәндем. Уларҙы ноталар менән аңлатып булмай, бары тик интонация ярҙамында ғына тамашасыға еткерергә мөмкин».
Оҙон йырҙар, бейеү, туй йырҙары һәм урам таҡмаҡтары («улошный» таҡмаҡтар)
Данлыҡлы Балаҡатай фольклор коллективы репертуарында ошо ерлектә тыуған утыҙҙан ашыу халыҡ йыры бар. Уларҙың күбеһе — оҙон, һуҙып йырланған һәм, ҡағиҙә булараҡ, тәбиғәткә бағышланған йырҙар. Һирәгерәк осраҡта — рекрут хеҙмәте, мөхәббәт һәм хыянат тураһында.

«
«Күрәһең, элек был яҡтарҙа юҡсыллыҡта, ауыр йәшәгәндәр, шуға ла урындағы йырҙар оҙон һәм улар еңел булмаған, зарлы тормош тураһында һөйләй», ‒ тип иҫәпләй «Берестиночка» ағзалары. Был йырҙарҙың күбеһе тамашасыларҙы ‒ ҡатын-ҡыҙҙы ла, ир-атты ла илатыр булған, тип билдәләй улар.
Боронғо оҙон йырҙарҙың береһе ‒ «Ветерочек-от споносит» (ел иҫә, ел һуға — редакция иҫкәрмәһе). Уны ҡатын-ҡыҙҙар болонда бесән йәки еләк йыйғанда ял иткән саҡта шым ғына йырлар булған.
Ветерочек-от споносит,
Ой, да вечерочек-от споносит.
Вот споносит на зеленую, на рощу.
Рощица да расшумелась,
Расшумелась зеленая, разгремелась.
Разгремелась, как во этом, во шумочке,
Ничего было не слышно,
Вот не слышно да один тонкий голосочек.
Һай, ел иҫә,
Һай, ел дә иҫә икән.
Йәшел сауҡалыҡҡа иҫә икән.
Сауҡалыҡ шаулай икән,
Йәшел дә генә сауҡалыҡ шаулай, күкрәй икән.
Шундай шаулап күкрәй икән,
Бер нимә лә ишетелмәй икән,
Нәҙек кенә тауыш та ишетелмәй икән.


«
«Уларға ел өрөп тора, ә улар ошо йырҙы йырлай. Йыр шым ғына, бер тында, өҙлөкһөҙ һәм шундай матур башҡарыла, әйтерһең дә, беҙ түгел, ә тәбиғәт үҙе йырлай. Йыр йөрәккә үтеп инә. Беҙ йырлайбыҙ, ә концертта ултырған кешеләр илай, ‒ тип һөйләй Людмила Декало. ‒ «Ветерочек-от споносит» ‒ беҙҙең коллективтың яратҡан йыры.
Уға 200 йыл самаһы барҙыр».

Балаҡатай ағинәйҙәре репертуарына йыш ингән тағы ла бер боронғо йыр ‒
«Я посеяла коноплё».
Я посеяла коноплё,
Уродись, мое коноплё
ВысокОе и листочком широкОе.
ШирокОе, как на этом,
На конопле дорога пташка сидела.

Мин киндер сәстем,
Киндерем, уңһаң ине
Бейек, япраҡтарың киң.
Ошондағы кеүек киң,
Киндергә ҡошсоҡ ултырған.

2007 йылда «Берестиночка» боронғо йырҙар репертуарын тулыландырыуға өлгәшкән.

«
«Ул ваҡытта беҙ Иҫке Балаҡатай ауылында йәшәгән өс әбейҙән йырҙар яҙып алдыҡ. Береһенә – 92, икенсеһенә – 90, солисткаға 87 йәш ине. Улар беҙгә төрлө йырҙар йырланы. Яңы йырҙарҙы өйрәнеү юлы ябай – магнитофонды ҡуябыҙ ҙа ҡайта-ҡайта тыңлайбыҙ. Шунан яйлап ҡушылып ҡарайбыҙ, артабан инде магнитофонһыҙ ғына йырлайбыҙ, ‒ тип һөйләй «Берестиночка»ның алмаштырғыһыҙ етәксеһе Людмила Декало. – Ансамбль ағзалары уларҙы әсәй-өләсәйҙәренән ишеткән, шуға күрә лә яңы йырҙарҙы өйрәнеүе еңел».
Балаҡатай фолькор ансамбле репертуарын тулыландырған ошондай йырҙарҙың береһе – «Кони-то бежат» тип аталған туй йыры.
Урындағы аҡһаҡалдар һөйләүенсә, элек рус туйында бары тик туғандар ғына ҡатнашҡан. Элеккесә әйткәндә, «туйҙа күңел асҡандар». Дуҫтарҙы, күршеләрҙе саҡырмағандар, шуға ла улар күҙ һалыуға – «пучеглазнаға» ғына килер булған. Кейәү егеттең өй ҡапҡаһы янына сит туйға күҙ һалырға теләгән күҙәтеүселәр йыйылған.

«Күҙ һалыусылар» ҡапҡа янында юлдың ике яғынан теҙелеп торған һәм туй процессияһы өсөн шартлы коридор булдырған. Йәштәрҙең етеп килеүе тураһында хәбәр ишетелеү менән, улар туй йырын башлаған:
Кони-то бежат,
Все сивы-вороны.
Один конь бежит ‒ он и лучше всех.
Голову несет высоко колесом,
Хвост-то несет высокою трубой.
Из ушей у коня дым столбом валит,
Из ноздрей у коня искры сыплются,
Изо рта у коня пламя пыхает.

Аттар саба,
Барыһы ла ҡара күк.
Бер ат саба – барыһынан да шәберәк.
Башы тәгәрмәстән шәп саба,
Ҡойроғо юғарыға сөйөлгән.
Ат ҡолағынан төтөн һуҙыла,
Ат морононан осҡон сәсрәй,
Ат ауыҙынан ут сыға.

«Кони-то бежат» йыры бейеү көйө кеүек бик тиҙ башҡарыла һәм ул «Берестиночка»ның репертуарында ныҡлы урын алған.
Балаҡатайҙарҙың балалайка, гармун оҙатыуында, тел аҫтынан көйләп башҡарылған боронғо таҡмаҡтары ла тамашасы һөйөүен яулаған. Ансамблдә аңлатыуҙарынса, һуғыш йылдарында ир-ат фронтҡа китеп бөткәс, ауылдарҙа гармунсылар булмаған, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар аккомпанементһыҙ, «тел аҫтынан» көйләп таҡмаҡ әйткән.

«
«Беҙҙең «Берестиночка»ла 77 йәшлек Тамара Ивановна Седова бар. Ул таҡмаҡтарҙы көйләү техникаһы оҫтаһы. Таҡмаҡтарҙы, үҙе әйтеүенсә, «тыры-тыры-тыры-тыры» тигән көйгә йырлай, ‒ тип һөйләй Людмила Декало. ‒ Һәм, әлбиттә, концерттарҙа беҙ улошный (урам) таҡмаҡтарын башҡарабыҙ, элек уларҙы гармун көйөнә әйткәндәр».
Борон урам таҡмаҡтары һәр рус ауылында булған. Ләкин уларҙың барыһында ла ситтән килгән гармунсының көйөнә өйрәнә алмағандар. «Беҙҙеңсә уйнамай» булған бының сәбәбе. «Эйе, таҡмаҡтың һүҙҙәре бер иш булырға мөмкин, әммә гармунсының уйыны айырылған», ‒ тип аңлаталар фольклор коллективында.
Һәр саҡ урамда йырланғанға уларҙы урам – «улошный» тип атағандар. Кешеләр байрам ваҡытында урам буйлап йөрөгән, ҡунаҡҡа саҡырышҡан, бер өйҙән икенсеһенә барған һәм гармун көйөнә ошо таҡмаҡтарҙы йырлаған.
Ой, гори лампада темная,
Керосину полная.
Лампу сушит огонёк,
Меня — баскушшой (красивый, редакция иҫкәрмәһе) паренёк.

Не кукуйкося кукушка да сера,
На осиночке да густой вот.
Сядь к милёночку да под окошко,
Закукуйкося да сиротой.

Не пойду я в тот конец,
Не по коров, не по овец.
Пойду по телёночка,
Проведаю милёночка.

Люблю сани с подрезами,
А коня за быстроту.
Люблю милку за походку,
А еще за красоту.

Ой, ян әле, ҡара лампада,
Кәрәсин тулы.
Лампаны ут һүндерә,
Ә мине сибәр егет һүндерә.


Кәкүк, күп саҡырма,
Ҡуйы талға ҡунып та.
Һөйгәнемдең тәҙрәһенә ҡун да,
Туйғансы ҡысҡыр.

Ул яҡҡа бармайым мин,
Һыйырға ла, һарыҡҡа ла.
Быҙау ҡарарға барам,
Һөйгәнемде күрергә.

Тимерле сана яратам,
Ә атты тиҙлеге өсөн яратам.
Һөйгәнемдең атлап йөрөүҙәрен,
Һәм дә матурлығы өсөн яратам.

Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙаталар
«Берестиночка» халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары һөйләүенсә, тәүҙә уларҙы «Морозова боярынялары» кеүек кейендерәләр.

«
«Нимә эләгә шуны кейҙерәләр ине. Үҙебеҙ ауыр тормош хаҡында оҙон йырҙар йырлайбыҙ, ә сәхнәгә бәрхәт күлдәк кейеп сығабыҙ. Аламағолош булып күренерһегеҙ, тип крәҫтиән сарафандарында сығырға ҡушмайҙар ине», – тип һөйләй улар. «Шунан үҙебеҙ тәүәккәлләп сәхнә кейемдәре – күлдәк, сарафан, был яҡтың үҙенсәлеге булған, тәре һүрәте сигелгән ҡара алъяпҡыстар тектерергә бирҙек. Һәр ҡатнашыусының муйынсаһы, һуғылған билбауы булырға тейеш, сәсе күренмәһен өсөн яулыҡ ябыныуы мотлаҡ. Төбәк-ара таҡмаҡтар конкурсында ошондай ысын милли кейемдә сыҡҡайныҡ, барыһы ла бик оҡшатты һәм лайыҡлы баһаланы».
Ике боронғо күлдәк (рубаха) һәм 200 йыл элек тегелгән, боронғоса әйткәндә, «дреноблевой» сарафан ҡасандыр рус ҡатындары кейгән кейемдәрҙе тергеҙергә ярҙам итте. Составында кешмир һиҙелеп торған был туҡыма нимәне аңлаталыр – хәҙер быны берәү ҙә белмәй. Бик күптәнге булһа ла, «дреноблевой» сарафан яҡшы һаҡланған, «Берестиночка»ның ағзалары уны кейеп тә сығыш яһай.
Фольклор ансамбле ағзаларының һәр ҡайһыһының сәхнәлә сығыш яһай торған ысын крәҫтиән кейем комплекты бар. Киләһе йәйгә коллективтың еңелерәк туҡыманан сарафандары һәм ҡараһыныҡы кеүек үк сигелгән аҡ төҫтәге алъяпҡыстары буласаҡ.
Һәр награда мөһим
«Һәр награда, төрлө кимәлдәге конкурстарҙағы һәр еңеү беҙҙең өсөн әһәмиәткә эйә», ‒ тиҙәр «Берестиночка» халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары.

«
«Беҙгә төрлө сараларға йөрөү оҡшай. Фольклорҙы яҡшы белгән кешеләрҙең баһаһы бигерәк тә әһәмиәтле. Улар беҙҙең халыҡсанлыҡҡа ҡарап хайран ҡала. Беҙ ҙур теләк менән «Тыуған ауыл йырлай» тип аталған федераль конкурста ҡатнаштыҡ һәм өс тапҡыр I дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләндек.

Быйыл 16 октябрҙә Пермдә үткән «Йолалар» конкурсында ҡатнашып I дәрәжә лауреат дипломын яуланыҡ», ‒ тип ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша Балаҡатайҙағы «Берестиночка» фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар.

«Башҡа фольклор коллективтарына ла урындағы йолаларҙы һаҡлап, боронғо йырҙарҙы боҙмайынса, үҙгәртмәйенсә башҡарыуҙарын теләр инек. Ҡасандыр ошо ерҙе төйәк иткән кешеләр, ата-бабаларыбыҙ йырлаған йырҙарҙы бөтә тулылығында, бөтә матурлығында йәш быуынға еткерәйек».

Фото: «Берестиночка» фольклор ансамбле.

Видео: «Берестиночка» фольклор ансамбле, Радик Килмәмәтов, SmartTV телевидениеһы Яңы Балаҡатай.
© Бахшиева Г. Ю., автор-төҙөүсе, 2021