Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БашҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ


«БАЯС»


ОҘОН КӨЙ
Башҡортостан тарихы буйынса башҡорт халыҡ йырҙары риүәйәттәр, легендалар менән оҙатылып килеп берҙән-бер
мәғлүмәт сығанағы булып тора.
Оҙон көйҙәр үҙенсәлекле моңо, тәрән аһәңе һәм сағыу
һүрәтләү алымдары менән айырылып тора.
Улар башҡорт халҡының поэтик һәм музыкаль мәҙәниәте үҫешендә
ҙур роль уйнаған.
Беҙгә шул осор кешеләренең тормошо һәм яҙмышы
менән тығыҙ бәйле күп йырҙар килеп еткән.

Башҡорт халыҡ йыры «Баяс»
тәү башлап Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алына һәм уның «Ҡурай» китабында (1985) баҫылып сыға.

Артабанғы яҙма Ф. Х. Камаев тарафынан эшләнгән.
«Баяс» йыры лиро-эпик характерлы.
Йырҙың барлыҡҡа килеүенең ике
версияһы бар.
Баяс тураһында тәүге легенда.

XVIII–XIX быуаттар башҡорт халҡы өсөн айырыуса ауыр була. Батша колонизаторҙары башҡорт ерҙәрендә үҙҙәрен айырыуса бәйһеҙ тота, улар
менән көрәш һөҙөмтә килтермәй. Был күптәрҙе тыуған яҡтарын ташлап яҡшы тормош артынан ситкә китергә мәжбүр итә.

XVIII быуат аҙағында Һаҡмар йылғаһы буйында йәшәгән башҡорттар араһында мөһабәт һынлы Баяс (Баязетдин) исемле
егет, сәсән, оҫта йырсы, ҡурайсы йәшәгән. Ул
бер туған апаһы менән бергәләшеп үҙенең эргәһенә уҡсылар отряды туплауы, колонизаторҙар
менән көрәшеүе менән билдәлелек яулай.

Быға яуап итеп
Баястың ата-әсәһен, туғандарын язалап үлтерәләр. Баяс апаһы менән һыбайҙа бик
оҫта йөрөй, уҡ менән атышыу буйынса ла бәйгеләрҙә беренселекте алып, уларға етеүсе булмай. Әммә мылтыҡлы карателдәрҙең ҡыҫымына ҡаршы
түҙеү бик ауыр була,
йыш ҡына сигенергә тура килә.

Шулай итеп, улар
Урал аръяғы башҡорттары араһына килеп сыға. Отряд төрлө ауылдар буйынса тарала, ә Баяс үҙенең апаһы менән Ирәндек буйынан урындан урынға күсеп йөрөй. Баймаҡ районының Хәсән ауылы эргәһендә, Ирәндектең көнсығыш яғынан үҫкән ҡайын сауҡалығын Баяс сауҡалығы, тип йөрөтәләр.
Түбәнге Яйыҡбай — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Һаҡмар буйындағы Үрге Яйыҡбай ауылында Апай-тау бар. Риүәйәттәргә ярашлы, бында Баяс һәм уның
апаһы йәшәгән. Хәл-ваҡиғалар тынысайғас, Баяс Күсәй ауылында йәшәргә ҡала һәм бер ярлының
һылыу ҡыҙына өйләнә. Шулай уҡ апаһы ла ошо уҡ ауыл егетенә кейәүгә сыға.
Йылдар уҙа,
урындағы байҙар килмешәк тип Баясты
күрә алмай башлай.

Бер заман улар ялған ялыу
яҙып уны Себергә оҙатырға һөйләшәләр. Быны белеп ҡалған Баяс тауҙар араһына ҡаса.
Шул уҡ ваҡытта ул йыш ҡына
кеше йөрөмәгән һил урындарҙа ҡатыны менән осрашыу мөмкинлеге таба. Йәйҙең бер көнөндә Баястың ҡатыны бер
аҙ аҙыҡ һәм кейем алып, юлһыҙ урындан йәшенеп-йәшенеп
ире эргәһенә юллана. Тик уның артынан эҙәрләүселәр һиҙҙермәй генә күҙәтеп бара.
Улар осрашҡас та икәүһен дә ҡулға алалар. Аяуһыҙ туҡмалған, аяғы-ҡулы бәйләнгән Баясты ауылға алып киләләр. Нисек
кенә язалаһалар ҙа, Баястың ауыҙынан бер һүҙ ала алмайҙар, ул зарланмай, һыҙланыуҙарға түҙә. Себергә ебәрер алдынан уны бығаулап, ике һыбайлы
ауыл буйлап йөрөтә.
Был ваҡытта Баяс матур һәм
көслө тауыш менән йырлап ебәрә:
Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,
Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.
Үҙ илкәйҙәремдән, ай, һөрөлгәс,
Кем балаһы кемгә аяулы?..

Ат ҡушаҡлап йөрөп бында килдем,
Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,
Уғыры ла тип хурламағыҙ,
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.
Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә
Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.
Ғәзиз генә башым әсир булғас,
Дуҫ-иштәрем минең ят булды.

Ямғыр яуған саҡта ҡырҡып алдым
Йәш сауҡаны – ҡыуыш ҡорорға.
Хаҡ тәғәлә беҙгә яҙған микән
Нәҫел-ырыуыбыҙ ҡорорға.
Ҡояш ҡына сыға, ай, әйләнеп,
Алһыу нурҙарына ла бәйләнеп,
Һау-сәләмәт булһам, бер ҡайтырмын,
Тыуған илкәйемә лә әйләнеп.
Баястың һағышлы йырын
тыңлап, барлыҡ ярлылар, ҡыҙҙар
һәм ҡатындар, балалар һәм ҡарттар әсе күҙ йәштәрен түгә. Баясты алып киткәндән
һуң уны бер кем дә күрмәй.
«Сал Уралдын мондары» К. Дияров
Баяс тураһындағы икенсе легенда.
Баяс элекке замандарҙа бер түрәнең ярҙамсыһы
була. Сығышы менән Баймаҡ районы Күсей ауылынан,
тип һөйләйҙәр. Бер түрә халыҡҡа ауыр яһаҡтар һалып,
уларҙы талаған, йыйып алған байлыҡтың күп өлөшөн үҙенең кеҫәһенә һалған. Быға ҡаршы сығыусылар
өҫтөнән ялған ялыуҙар яҙып, уларҙы Себергә
һөргөнгә ебәргән.
Быны күреп-белеп йөрөгән Баяс түрәһенә һиҙҙермәй
генә уға ҡаршы көрәшкән: ябай халыҡ өҫтөнән яҙылған ялыуҙарҙы уға күрһәтмәйенсә генә юҡ иткән. Был турала белеп ҡалған түрә уның өҫтөнән ғәйепләүсе протокол яҙып, Баясты Себергә һөргөнгә ебәреүгә өлгәшкән. Себерҙә оҙаҡ булмаған Баяс, һөргөндән ҡасып, кире әйләнеп ҡайтҡан.
Күсей — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл.
Һүрәт сығанағы: quist.pro
Урмандарҙа
ҡасып йөрөгәндә ул йыр сығарған:
Һай! Ҡыҙырым ғына буйы йәшел сауҙа,
Йөрөһәң ине Ҡыҙырым буйлатып.
Һай! Көрәгәләр һыпырып, дуҫ-иш йыйып,
Ултырһаң ине ҡурайҙы уйнатып.

Һай! Үтәһең дә ғүмерем, ай, үтәһең,
Ҡиблаларҙан иҫкән ел кеүек.
Һай! Һағынырһың әле, һарғайырһың,
Һабағынан төшкән ел кеүек.
Баяс йәшенеп
йөрөгән ер Күсем ҡаяһы
эргәһендә булған.
Киске тынлыҡта Баяс шул ҡаяға менгән дә йыр
һуҙып ебәргән. Аҫта йәйләүҙә йөрөгән халыҡ
уның йырын ишетеп ҡалған. Кем йырлай икән унда, Баясмы юҡмы, тип бәхәсләшкәндәр. Бер нисә
кеше тауыш килгән яҡҡа күтәрелгән.
Ҡараһалар, ҡая башында Баяс күкрәк киреп,
бар Ирәндекте яңғыратып йырлап тора. Уның
менән иҫәнләшкәс, кире әйләнеп ҡайталар.
Баястың әйләнеп ҡайтыу ҡыуанысынан халыҡ
байрам ойоштора. Баястың йырлауын үтенәләр, аҙаҡтан был йырҙы «Баяс» йыры тип атай башлайҙар.
Йырҙы башҡарыусылар араһында:
С. Ә. Абдуллин, Р. Ғ. Бүләкәнов,
Ф. Ә. Килдейәрова, Т. Х. Үҙәнбаева.

Сөләймән Әйүп улы Абдуллин

Совет йырсыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.
Лиана Хәбибуллина.
Видео сығанағы: Liana Khabibullina
Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. К. М. Дияров. «Сал Уралдың мондары». Өфө, 1988.
  2. Ф. А. Нәҙершина."Башҡорт тарихи риүәйәттәре һәм легендалары". Өфө, 2015.