Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорт теле
матди булмаған мәҙәни
мираҫ объекты

Һәр этностың туған телгә
мөнәсәбәте иң тәү сиратта уның мәҙәниәте,
милли үҙаңы кимәлен, үҙбаһаһын, үҙ-үҙен хөрмәтләүен
билдәләүсе төп фактор булып тора. Мәҙәниәт, иҡтисад һәм
дәүләтселек менән бер рәттән, тел – халыҡтың милләт
булараҡ һаҡланып ҡалыуы һәм
үҫешенең мөһим шарты.
Туған тел – һәр халыҡтың үҙенсәлекле рухи байлығы.
Халыҡтарҙың милли теле һәм мәҙәниәте –
кешелек цивилизацияһының ҡабатланмаҫ
рухи-мәҙәни мираҫы.
Башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе
М. Аҡмулланың тыуған көнөндә — 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге башҡорт теле көнө алдынан виртуаль күргәҙмә әҙерләгән.
Виртуаль күргәҙмәгә килгәндә, башта төбәктә
иҫке төрки телендә баҫылып сыҡҡан уҡыу китаптары
урын ала. Артабан 1920—1930 йылдарҙа нәшер ителгән
уҡыу әсбаптары һәм әлифбалар урынлаша.
Улар араһынан беҙ "Яңы мәктәп" (Уфа: Октябрьский Натиск, 1927), Н. Т. Таһировтың "Башҡорт әлифбаһы" (Уфа: Октябрьский Натиск, 1924), З. Н. Айыухановтың "Әлифба" (Уфа: Башгосиздат, 1933),
З. Ф. Кульбековтың "Өлкәндәр өсөн әлифба" (Уфа: Башгосиздат, 1936); К. Х. Даяновтың "Стилистика" (Уфа: Башгосиздат, 1939),
К. З. Әхмеровтың “Грамматика. Синтаксис (Уфа: Башгосиздат, 1935), Х. Ш. Зиннатуллинаның "Башҡорт теле (грамматика һәм
дөрөҫ яҙыу)" ( Уфа : Башгосиздат, 1939), У. Х. Хөснөтдиновтың "Башҡорт теле дәреслеге языка (грамматика һәм дөрөҫ яҙыу)" (Уфа: Башгосиздат, 1939), З. Ш. Шакировтың "Ғәмәли башҡорт
теле дәреслеге" (Уфа: Башкнига, 1928), Ф. Б. Максютованың
"Уҡыу китабы" (Уфа: Башгосиздат, 1935), Й. Гәрәйҙең "Уҡыу китабы" (Уфа: Башгосиздат, 1939) һ.б. күрә алабыҙ.
Башҡорт теле – боронғо яҙмалы тел. Төрлө телдәр һәм һөйләштәрҙең
маһир белгесе, XI быуат ҡыпсаҡтары тураһындағы тәү сығанаҡ авторы
Мәхмүт Ҡашғари үҙенең «Диуану лөғәт әт-төрк» («Төрки һүҙҙәренә аңлатма») һүҙлегендә башҡорттарҙы 20 төп төрки халҡы иҫәбенә индерә һәм уларҙың телен төрки теленең билдәле бер төрө тип атай.
Башҡорт теле төрки телдәр ғаиләһенә ҡарай, ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-болғар төркөмсәһенә инә. А. В. Дыбо иҫбатлауынса, башҡорт теле төп сығышы менән бер нисә тапҡыр ҡыпсаҡлаштырыуға дусар булған уғыҙ төркөмөнә ҡарауы ла ихтимал.
Башҡорттар ислам динен ҡабул иткәндән һуң, уларҙың теленә башҡа телдәрҙең тәьҫире ҙур була: ғәрәп һәм фарсы телдәрен ҡулланыу арҡаһында башҡорт теле лексик һәм фонетик яҡтан үҙгәрештәргә дусар була.
XX быуатта башҡорт-рус ике теллелегенең киңәйеүе башҡорт фонетикаһына яңы үҙгәрештәр индерә.

С. Е. Малов
Лингвист, шәрҡиәтсе-төркиәтсе С. Е. Малов беҙгә билдәле булған заманса
төрки телдәренең барлыҡҡа килеүе беҙҙең эраға тиклем V быуатҡа тура килә тип иҫәпләй. Уныңса, көнбайыш биләмәләрҙә йәшәгән, төрки тел системаһына ҡараған телдәрҙә аралашҡан халыҡтарҙа беҙҙең эраға тиклем I быуатта ике
тел төркөмө киң таралған: берәүһе – хазар-болғар-сыуаш, икенсеһе – башҡорт-татар-ҡыпсаҡ-мишәр. С. Е. Малов һығымтаһына ярашлы, башҡорт теле бик боронғо тел, боронғолоғо буйынса ул үҙенә туғандаш төрки телдәренән ҡалышмай.
С. И. Руденко башҡорттар тураһындағы очерктарында былай тип яҙа:
«Был осорҙа Башҡортостандың күпселек халҡы һөйләшкән телдең урындағы беҙгә билдәле булмаған телдәр менән ассимиляцияланған боронғо башҡорт теле булыуы ихтимал, уларҙың үҙенсәлектәрен башҡорт теленең һәм күрше халыҡтары телдәренең сағыштырмаса лингвистик нигеҙен ентекле өйрәнеп кенә асыҡлап була».

С. И. Руденко
Башҡорт һөйләш теле өс диалекттан тора:
көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш.
Көнсығыш диалектта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Силәбе һәм
Ҡурған өлкәләрендә һөйләшһәләр, көньяҡ диалект Башҡортостандың үҙәк һәм
көньяҡ райондарында, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә киң таралған.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәге, Пермь крайының
айырым райондары, шулай уҡ Свердловск өлкәһе башҡорт
теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты
таралыу зонаһына ҡарай.
Башҡорт диалекттары һөйләштәргә бүленә.

Көньяҡ диалектҡа – эйек-һаҡмар, дим, урта; көнсығыш диалектҡа – әй, арғаяш, һалйот, миәс, ҡыҙыл; төньяҡ-көнбайышҡа ғәйнә, ҡариҙел, танып һәм түбәнге иҙел һөйләштәре инә.
Ислам динен ҡабул иткәндән һуң, был осор X быуатта башлана һәм бер нисә йөҙ йыл дауам итә, башҡорттар ғәрәп яҙмаһы менән ҡуллана башлай. Ошо яҙма тел нигеҙендә төрки яҙма-әҙәби теле һәм уның урындағы варианты – XIII быуаттан алып XX быуат башына тиклем ҡулланылған Урал-Иҙел буйы төрки теле барлыҡҡа килә.
Башҡорт теле тураһындағы күпселек мәғлүмәт XIX быуаттың икенсе яртыһына тура килә. Шул осорҙа В. Катаринский,
М. Биксурин, М. Өмөтбаев хеҙмәттәре донъя күрә. 1890-сы йылдарҙа Ырымбурҙа нәшер ителгән башҡортса тәүге әлифбаның, русса-башҡортса һәм башҡортса-русса һүҙлектең авторы
В. Катаринский була.
Башҡорт теленең фонетикаһы, телмәрҙең яңғырашы, башҡорт теленең диалекттарына XIX быуат аҙағы
XX быуат башында А. Г. Бессонов, Н. Ф. Катанов,
С. И. Руденко, М. А. Ҡулаев кеүек ғалимдар иғтибар итә.
Башҡорт телен тикшереүгә Башҡорт хөкүмәте рәйесе,
врач, күренекле ғалим-филолог М. А. Ҡулаев ҙур өлөш индерә. Ул башҡорттар өсөн белемде үҙ телендә алыу мөһим, тип иҫәпләй. Уның тырышлығы менән рус графикаһы нигеҙендә башҡорттар өсөн алфавит һәм азбука төҙөлә. М. А. Ҡулаев башҡорт халҡының мәғрифәте үҫешен рус мәҙәниәтенә йәлеп итеп, уның аша Европаға сығыуҙа күрә. Барлыҡ тел тикшеренеүҙәрендә башҡорттарҙың теле нигеҙенә үҫәргән башҡорттары һөйләше алына.
Башҡорт диалекттарын өйрәнеү, телдәр, этнология, тарих һәм фольклор буйынса мәғлүмәт туплау маҡсатында, үткән быуаттың 20-30-сы йылдарында Башҡортостандың төрлө райондарына фольклор-лингвистик экспедициялар ойошторола. Тәүге лингвистик экспедицияны буласаҡ Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, билдәле төркиәтсе, шәреҡ белгесе, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы Н. К. Дмитриев ойоштора.
1921 й.


БашЦИК-тың 1921 йылғы ҡарарына ярашлы, башҡорт теле рус теле менән бер рәттән дәүләт теле тип иғлан ителә.

1923 й.


1923 йылда ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡорт алфавиты

раҫлана.

1929 й.


1929 йылда латиница (яңалиф) нигеҙендә башҡорт алфавиты барлыҡҡа килә.

1940 й.


1940 йылда кириллица нигеҙендә алфавит индерелә. Заманса башҡорт алфавиты 42 хәрефтән тора. Рус алфавиты менән оҡшаш 33 хәрефтән тыш башҡорт өндәренең үҙенсәлеген билдәләү өсөн тағы ла
9 хәреф бар.
Кириллицаға нигеҙләнеп төҙөлгән башҡорт алфавитында специфик өндәргә ярашлы 9 өҫтәмә символ барлыҡҡа килә:

шартлаулы, артҡы аңҡау өндәре – Ғғ [g], Ҡҡ [q],
ышҡыулы (фрикатив), теш араһы өндәре – Ҙҙ [ð], Ҫҫ [θ], танау, артҡы аңҡау өнө – Ңң [ŋ], ышҡыулы (фрикатив), тамаҡ (фарингаль) өнө – Һһ [h]; алғы рәт, түбән күтәрелеш һуҙынҡы өнө – Әә [æ], урта рәт, урта күтәрелеш һуҙынҡы өнө – Өө [ø], урта рәт, урта күтәрелеш
һуҙынҡы өнө – Үү [ʏ].
1996 й. ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы тәүге уникаль баҫма – «Юғалыу хәүефе янаған донъя телдәре атласы» баҫып сығара.
Был атлас дәүләт органдарының һәм киң йәмғиәттең
иғтибарын юғалыу хәүефе янаған телдәр проблемаһына
йәлеп итеү маҡсатын күҙаллай. ЮНЕСКО телдәрҙең йәшәүгә һәләтлелеген критерийҙар буйынса иҫәпләй һәм уларҙы
6 категорияға бүлә: «тел хәүефһеҙлектә», «телгә хәүеф янай», «телгә юғалыу хәүефе янай», «тел етди хәүеф аҫтында»,
«тел ҡырҡыу хәлдә», «тел юғалған». ЮНЕСКО мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорт теле «телгә хәүеф янай» категорияһына ҡарай.

1999 йылда «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре» тураһындағы закон ҡабул ителгәс, республика халҡының төп теле дәүләт теле булараҡ

тормошҡа ашырыла башланы.

2003 йылдың 17 октябрендә ҡабул ителгән Матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау конвенцияһының 2-се п. 2-се ст. ярашлы, тел «матди булмаған мәҙәни мираҫ» булараҡ, һаҡлауға мохтаж. Һаҡлауҙы бында «матди булмаған мәҙәни мираҫтың йәшәүгә һәләтлелеген тәьмин итеү,
уны идентификациялау, документлаштырыу, тикшереү,
һаҡлау, яҡлау, популярлаштырыу, уның баһаһын күтәреү, иң мөһиме, формаль һәм формаль булмаған мәғариф аша тапшырыу, шулай уҡ ошо мираҫты төрлө аспекттарҙа тергеҙеү» тип аңларға кәрәк.
Фольклор этномәҙәни мәғлүмәт сығанағы булып тора. Ауыҙ-тел ижадында халыҡ аҡылы, уның коллектив тәжрибәһе һәм милли менталитеты асыҡ сағылыш тапҡан. Фольклорҙың барлыҡ был үҙенсәлектәре уның һүҙ туҡымаһында асыҡ һүрәтләнгән, уны өйрәнеү этнос теленә хас бихисап күренештәрҙе танып белергә ярҙам итә.
Нәфис һәм публицистик әҫәрҙәрҙән
айырмалы, фольклор текст халыҡсан ҡәҙимге телде
сағылдырған сығанаҡ булып хеҙмәт итә.
Билдәле төркиәтсе Ж. Ғ. Кейекбаев, башҡорт әҙәби теленең үҫешен аныҡлап, былай ти:
Әҙәби телдәрҙең үҫеше һәм ҡағиҙәләренең барлыҡҡа килеүендә, әҙәби тел тарихы
үҫешен өйрәнеүҙә, һис шикһеҙ, халыҡ теле төп урынды биләй, сөнки бөгөнгө башҡорт
теле тамырҙары менән башҡорт халыҡ теле менән ныҡлы бәйләнгән, халыҡ телендә
әҙәби телдең лексик-грамматик, орфографик нормалары урын алған.
И. Ғ. Ғәләүетдиновтың «Башҡорт әҙәби теленең ике быуаты» монографияһында махсус бүлек халыҡ ижады теленә арналған, унда былай тип билдәләнә: «Башҡорт фольклоры теле... үҙ аллыбарлыҡҡа килә, ул үҙенә хас тел һәм шиғри-стилистик үҙенсәлектәргә эйә. Фольклор ауыҙ-тел ижады түгел, ә әҙәби телдең үҫеш сығанағы булып тора».
Шулай итеп, башҡорт тел ғилемендә фольклор
әҫәрҙәрҙең поэтикаһын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә, быны
ғалим-лингвистарҙың хеҙмәттәре лә иҫбат итә. Халыҡ ижады
яҙмаларын этномәҙәни мәғлүмәт сығанағы булараҡ өйрәнеү
лингвистикала көнүҙәк йүнәлеш булып тора.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
  1. Мәғлүмәт биреүсе: Ибраһимова Әлфиә Ғәзиз ҡыҙы – БР халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттары менән эшләү буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгесе.
  2. Арабские и персидские источники по истории кипчаков VIII–XIV вв. Научно-аналитический обзор. Алма-Ата, 1987.
  3. Баскаков Н. А. К вопросу о классификации тюркских языков // Изв. Академии наук СССР. Отделение литературы и языка, 1952.
  4. Хисамитдинова Ф. Г. Современный башкирский язык // История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012.
  5. Дыбо А. В. Хронология тюркских языков и лингвистические контакты ранних тюрков // Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков: Пратюркский язык-основа: Картина мира пратюркского этноса по данным языка. / Отв. ред. Тенишев Э. Р., Дыбо А. В. (Совм. с Благовой Г. Ф., Кормушиным И. В., Мудраком О. А., Мусаевым К. М., Насиловым Д. М., Норманской Ю. В., Тадиновой Р. А., Тенишевым Э. Р., Экба З. Н.). — М.: Наука, 2006.
  6. Малов С. Е. Древние и новые тюркские языки // Изв. Академии наук наук СССР. Отд. литературы и языка, 1952.
  7. Руденко С. И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. Уфа, 2006.
  8. Бессонов А. А.О говорах казанского и татарского наречия, журн. МНП, 1881, август.
  9. Катаринский В. В. Краткий башкирско-русский словарь. Оренбург, 1899–1900.
  10. Габитов Х. Г., Тагиров Н. Т., Хангильдин В. и Вильданов Г. Ф., Морфология башкирского языка (на башкирском языке), Уфа, 1925.
  11. Габитов Х. Г., Вильданов Г. Ф., Девлетшин Г. Я., Синтаксис башкирског языка (на башкирском языке). Уфа, 1926.
  12. Тагиров Н. Т. Диалектизмы башкирского языка (на башкирском языке). Уфа, 1926.
  13. Киекбаев Дж. Г. Лексика и фразеология современного башкирского языка. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1966.
  14. Саньяров Ф. Б. «Урал батыр»: лингвистик тикшереү тәжрибәһе. Өфө: БДУ, 2006.
  15. Галяутдинов И. Г. Два века башкирского литературного языка. Уфа: Гилем, 2000.
  16. Янгузин Р. З., Хисамитдинова Ф. Г. Коренные народы России. Башкиры. Уфа, 2007.
  17. Ахмеров К. О работе первой фольклорно-диалектологической экспедиции Ак. наук СССР в Башкирии летом 1928 г. // Башкирский край. 1929. №7.
  18. Башкирская письменность // Башкирская энциклопедия / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020.
© Ғәзизов Р. Ф., лонгридты төҙөүсе, 2020