Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорттарҙа һауыт-һаба һәм хужалыҡ кәрәк-ярағы
Башҡорттар оҙаҡ ваҡыт күсмә һәм ярым күсмә тормош алып барған, шуға ла күндән һәм туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы ҡулайлыраҡ булған, металды ҡаҙан, самауыр эшләгәндә ҡулланғандар, балсыҡ әйберҙәр һирәк, башлыса көньяҡ райондарҙа осраған.

Ултыраҡ тормошҡа күсеү малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың ғәҙәттәге тормош-көнкүрешен үҙгәрткән, һөҙөмтәлә, тарихи-мәҙәни традициялар элементтары юғалып ҡалған. Шул иҫәптән күндән тегелгән кәрәк-яраҡтар ҙа.

Ҡымыҙ йәки айран тултырып, атҡа йәки дөйәгә бәйләп ҡуйылған күн тоҡтар һәм һауыттар күсмә тормош атрибуттары булған. Ултыраҡ тормошҡа күскәс тә күндән эшләнгән
кәрәк-яраҡтарҙан тиҙ арала баш тартмағандар әле. Һауын бейәләре аҫрау мөмкинлеге булғанда күндән тегелгән һөт күнәген һәм ҡымыҙ эшкәрткән көбөнө һаҡлап ҡалырға тырышҡандар. Көтөүҙе һәм көтөүлектәрҙе ҡыҫҡартыу арҡаһында аҙыҡ етештереү генә түгел, күн етештереү ҙә кәмегән. Күн әйберҙәр ағастан яһалған кәрәк-яраҡ менән алмашынған. Уның күпләп таралыуы XIX быуаттың аҙағы –XX быуаттың башына тап килә. Ағас Башҡортостандың
тау-урманлы төбәгендә йорт-ҡура төҙөлөшөндә генә төп материал булып ҡалмаған, ә өй йыһаздары эшләгәндә лә ҡулланылған.
Ниндәй материал ҡулланғандар
Һауыт-һаба һәм өй кәрәк-яраҡтарын бөтөн үҙағастан, тамырҙан, оронан, туҙҙан, йүкә һәм талдан, ҡабыҡ һәм ҡайырҙан яһағандар. Төбәктә үҫкән бөтә төр ағастар ҙа эш материалы итеп ҡулланылған. Ҡайындан сүмес һәм каса, ҡалаҡтар, декоратив ағас сынйырҙар, көршәк, эйәр, дилбегә, дуға һәм ҡамыт, көйәнтә, иләүес эшләгәндәр. Ҡайын ороһон һынлы сәнғәт әйберҙәре һәм һауыт-һаба етештереүҙә ҡулланғандар. Ылыҫлы ағас тоҡомдары саңғы, кәмә, арба һәм сананың ҡайһы бер өлөштәрен эшләүгә киткән. Башҡорт халҡы ҡарағас һәм ҡарағай ағастарынан һауыт-һаба етештергән, уларҙы башҡа төбәктәргә һатыуға сығарған. Ҡайындан һәм шыршынан, йәбештереп, хәрби уҡтар эшләгәндәр, ҡайһы ваҡыт бының өсөн имән, ҡара тирәк, ҡарама, ҡарағас һәм башҡа ағастар ҡулланғандар. Башҡортостандың ағас етештереү үҙәге булараҡ, тау-урман райондары ағас әйберҙәрҙе һатыу һәм алмаштырыу юлы менән күрше төбәктәргә күпләп сығарған: далалы Урал аръяғына, көньяҡ Ырымбур башҡорттарына, шулай уҡ Урал янына, Дим йылғаһының көнбайыш үҙәненә тиклем.
Туҙҙан эшләнгән
өй кәрәк-ярағы
Көнкүреш әйберҙәре эҫе һыу менән йомшартылған, ҡайһы берҙә ерек ҡабығы төнәтмәһендә буялған туҙҙан эшләнгән. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш
таулы-урманлы райондарында әйберҙәрҙе башлыса цилиндр формаһында эшләгәндәр: әҙерләмәнең ситтәрен бергә ҡушып ялғағандар йәки осло ҡаптырма рәүешендә киҫеп, ныҡ итеп беркеткәндәр. Ошондай уҡ ысул менән емеш-еләк йыйыу, ҡул эштәре кәрәк-яраҡтары һалыу өсөн төплө еңел туйыҙҙар (төйөҫ), айран, ҡатыҡ әҙерләү һәм һөт һаҡлау өсөн еңел тырыздар, ике ҡат туҙҙан эшләнгән, алынмалы ағас төплө туҙ биҙрәләр эшләгәндәр.

Башҡортостандың көнсығыш Урал аръяғында,
төньяҡ-көнсығыш, таулы үҙәк райондарында дүрткел туҙ әйберҙәр ҡулланылған: туҙҙың ситтәрен һәм мөйөштәрен бөкләп теккәндәр. Емеш-еләк киптереү, буҙаға бойҙай шыттырыу, ҡорот һәм башҡа аҙыҡ әҙерләү һәм һаҡлау өсөн һай һауыт – туҙаяҡ, бәшмәк, еләк йыйыу, юлда йөрөтөү өсөн бейек тырыздар (ҡаяҙ) ҡулланылған.
Һауыт-һаба төрҙәре
Төрлө ҙурлыҡтағы һәм тәғәйенләнештәге һауыттар киң таралған: уртаса ҙурлыҡтағы һай һәм тәрәндәре (аяҡ, ашлау, табаҡ) көндәлек тормошта, ҙурҙары (ҡоштабаҡ, кәрһән, ҙур табаҡ, сара) башлыса байрам табыны өсөн тотонолған.

Айран, бал, буҙа, ҡымыҙ һәм башҡа эсемлектәр өсөн ҙур булмаған тәрән һауыттар (алдыр, сеүәтә), касалар (туҫтаҡ, тәгәс), сүмес (ижау) файҙаланылған.

Аш-һыу бүлмәһендә ҡулланылған һауыт-һаба төрлө материалдан эшләнгән булған: күн һауыттарҙы (саба, күнәк, турһыҡ һ.б.) һөт, айран, ҡатыҡ ташыу һәм һаҡлау өсөн файҙаланғандар; ағас һауыттарҙа (батман, сапсаҡ, тәпән, һелкәүес һ.б.) он, бойҙай, бал, май һаҡлағандар, он иләгәндәр, ҡамыр баҫҡандар; туҙҙан яһалғандары (туҙаяҡ һәм туҙ күнәк) ҡорот, эремсек әҙерләү һәм һаҡлау өсөн тотонолған.
Хужалыҡ
кәрәк-ярағы
Башҡорттар һыу һәм һөт аҙыҡтары өсөн төрлө ҙурлыҡтағы ағас мискә, тәпән тотонған, биҙрә, икмәк әсетеү өсөн – ағас биҙрә (силәк), ит сабыу өсөн – бәләкәй ялғаш, кер йыуыу, ҡош-ҡорт һәм мал ашатыу өсөн – ҙур ялғаш, май бешеү өсөн тиренән тегелгән башкүнәк, боткүнәк, ҡуллыҡ, ботлоҡ файҙаланғандар.

Туҙҙан яһалған тырызды (төйөҫ, туҙый, туйыҙ) емеш-еләк, бәшмәк йыйғанда һәм киптергәндә ҡулланғандар. Хужалыҡ кәрәк-ярағы башлыса торлаҡтың ҡатындар яғында урын алған.
Өй кәрәк-ярағы нисек биҙәлгән һәм биҙәктәр нимә аңлатҡан
Өй кәрәк-ярағын аппликация менән биҙәгәндәр, шулай уҡ биҙәктәрҙе контурлы, ҡабарынҡы итеп, баҫып йәки семәрләп, соҡоп, уйып яһағандар, ә күн әйберҙәрҙе төрлө геометрик, сәскә-үҫемлек орнаменты менән биҙәгәндәр.

Байрам табындарында, туй йолаларын башҡарғанда бай итеп биҙәлгән ижау, тәпән һәм ҡапҡаслы көрәгәләр айырым урын биләгән. Туй күстәнәстәре менән бүләктәрҙе төрлө төҫтәге буҫтау һәм суҡ менән биҙәлгән тире тоҡсайҙарҙа сығарғандар. XIX быуат аҙағынан көнкүрешкә фабрикала яһалған кәрәк-яраҡ ингән.
Тиренән эшләнгән
өй кәрәк-ярағы

Башҡорттар йылҡы, һыйыр малы, ваҡ мал, ҡайһы бер ҡырағай хайуан (мышы, илек, болан һ.б.) тиреһен ҡулланған. Күндән (һирәгерәк тиренән) аҙыҡ-түлек һаҡлау, ташыу һәм әҙерләү өсөн төрлө традицион йыһаздар, юл, эйәр тоҡсайҙары һ.б. яһағандар.

Ҡымыҙ һаҡлай торған һауыттарҙы башлыса йылҡы тиреһенән теккәндәр, һыу үтмәһен һәм ныҡ булһын өсөн махсус ыҫлыҡҡа ҡуйғандар (ҙурайһын өсөн алдан көл тултырғандар). Алынмалы түңәрәк төплө, бөтөн тиренән торған һәм оҙонса төплө, тире киҫәктәренән яһалған һауыттар булған. Шулай уҡ кәзә, һарыҡ тиреһенән тегелгән турһыҡтар файҙаланылған. Күн һауыттар күбеһенсә һөт аҙыҡтары өсөн ҡулланылған. Йылҡының башынан бөтөн килеш һыҙырып алынған тиренән – һөт силәктәре (башкүнәк), муйын тиреһенән бәләкәй киҫмәктәр (көрәгә) эшләгәндәр. Тороҡ тиреһенән 8–10 биҙрә ҡымыҙ һыймалы һауыт теккәндәр. Аяҡ тиреләрен бергә ҡушып, тубыҡ өлөшөнән үҙенсәлекле һауыт – ҡуллыҡ (ботлоҡ) яһағандар. Тар муйынлы һәм элмәкле йомшаҡ турһыҡтар (муртай) походтарҙа эйәр ҡанъяғаһына бәйләр өсөн уңайлы булған. Шулай уҡ тиренән эшләнгән тар май яҙғыстар (боткүнәк) осраған. Айран менән ҡаймаҡ өсөн һыйыр елененән тегелгән һауыт ҡулланғандар. Шулай уҡ ҡарындан, йөрәктән, йыуан эсәктән һауыттар яһағандар.
Киң ҡулланылған
һауыт-һаба
Һаба – оҙон муйынлы, төбө дүрт мөйөшлө, дүрт ҡырлы, пирамида рәүешендәге һауыт (бейеклеге 1,5 м тиклем). Уны иләнгән ат тиреһенән яһағандар. Торлаҡта ғәҙәттә инеү урынынан алыҫ түгел усаҡ (мейес йәки сыуал) ҡаршыһындағы һике эргәһенә тәпәш ағас күтәрмәгә ҡуйылған, традицион интерьер элементтарының береһе булған. Ҡымыҙ бешеү һәм һаҡлау өсөн ҡулланылған. Традиция буйынса йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа һәм башҡа байрамдарҙа, туй йолаларын, ғаилә һәм община йолаларын башҡарғанда ҡунаҡ һыйлау һауыт‑һабаһы булған. XIX быуаттың икенсе яртыһында һабаға оҡшаш һауыттар хужалыҡ алып барыуҙа малсылыҡ өҫтөнлөк иткән Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында (шул иҫәптән Урал аръяғы башҡорттарында, Ырымбур башҡорттарында) киң таралған.

Ижау – йомро, һирәгерәк яҫы төплө, оҙонса бәләкәй моронло һәм һырлы тотҡалы ағас сүмес. Урал буйында ижауҙар спираль һымаҡ фигуралар, дүңгәләктәр йәки сылбырҙар менән биҙәлгән селтәрле киң тотҡалы булһа, Урал аръяғында тар тотҡалы ижауҙар таралған. Улар ғәҙәттә байрам аштары, туй йолалары һәм башҡалар ваҡытында ҡымыҙ һәм бал менән һыйлау өсөн тәғәйен һауыт‑һаба комплектына ингән.
Ижау
Батман (тәпән) – соҡоп яһалған алынмалы төплө һәм ҡапҡаслы ағас һауыт (диаметры – 25–30 см, бейеклеге –
35–45 см. Башлыса, йүкәнән эшләнгән, ауыҙы һәм ҡапҡасы геометрик орнамент менән биҙәлгән. Бал йыйыу, ташыу һәм һаҡлау өсөн файҙаланылған.
Батман
* З.Ф. Хасанова, Вестник археологии, антропологии и этнографии (2018)

** Руденко С.И. Башкиры: историко-этнографические очерки. М. ‒ Л., 1955; Шитова С.Н. Башкирская деревянная утварь (опыт классификации и типологической характеристики) //Хозяйство и культура башкир в XIX ‒ начале XX в. М., 1979.

*** Лит.: Шитова С.Н. Резьба и роспись по дереву у башкир. Уфа, 2001.
Автор
  • Анастасия Белоусова
Фото
  • Олег Яровиков, Башкирская энциклопедия, bashculture.ru
Верстка
  • Рената Вахитова
Дата
  • 16.12.19
Айһылыу Ҡорбанғолова тәржемәһе