Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТ ТҮШЕЛДЕРЕГЕ
Башҡорт селтәренең илаһи әһәмиәте
Биҙәүес булараҡ, түшелдереккә (селтәргә) башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе һалынған. Ышаныуҙарға ярашлы, кешенең йәне ҡалҡан биҙе эргәһендә урынлашҡан. Шуға ла муйын аҫтында изге көстәр үтә алһын өсөн «инеү» урыны ҡалдырылырға һәм сихырҙан бетеү-биҙәк, мәрйен, тәңкә кеүек һаҡ ҡуйылырға тейеш булған.
Селтәрҙең өҫкө өлөшө ромб, түңәрәк һәм ярым түңәрәк рәүешендә тығыҙ урынлашҡан мәрйен менән һырыла. Бындай түңәрәк эсендә яуыз көстәрҙән һаҡлаған «аждаһа күҙе» тип аталған ҡортбаш урынлаштырыла, мәрйендән теҙелгән ярым түңәрәктәр иһә ҡояш, энергия, йәшәүҙе аңлатҡан ҡояш әйләнеше билдәһенә ишара.

Биҙәүестәргә материалдар һайлағанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары уларҙың тылсымлы көсөнә ышанған. Көмөшкә – яҡлау, таҙартыу көсө, уның ялтырауы һәм сыңлауына яуыз көстәрҙе ҡыуыу һәләте ҡайтарып ҡалдырылған, шуға ла кейемдә көмөштән эшләнгән сулпылар күп булған. Алһыу мәрйен бөртөктәре тормош яралыуын, яңы ғүмер башланыуын символлаштыра.
Селтәр тарихы
Түш биҙәүестәрен ҡатын‑ҡыҙҙар байрам, йола ваҡытында йәки көндәлек кейгән кейеменә таҡҡан, тип хәбәр итә «Башҡорт энциклопедияһы». Селтәр (яға, хәситәне) күлдәк йәки камзул өҫтөнән кейгәндәр. Улар мәрйен, сәйлән, ваҡ диңгеҙ ҡабырсағы, тәңкәләр баҫылған беше туҡыманан (эсенә буҫтау йәки йоҡа кейеҙ һалып тегелгән ҡыҙыл туҡыма) һәм билдәле бер тәртиптә тегелгән тар туҡымаларҙан торған. Бик күп мәрйен һәм тәңкәләр баҫылған, ауырлығы 5–6 килограмға еткән селтәрҙәрҙе башлыса кейәүҙәге ҡатындар йөрөткән. Йәш ҡыҙҙар мәрйен муйынсаҡ таҡҡан.

Светлана Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында яҙылыуынса, этнографтар биҙәүестәрҙең кешеләрҙең социаль хәлен билдәләүсе функцияһын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Селтәргә тегелгән тәңкә, мәрйен һәм башҡа зиннәтле әйберҙәр ғаиләнең етеш йәшәүе, кешенең йәмғиәттә ниндәй урын биләүе күрһәткесе булған. Түшелдеректәр ҡыйбат булыуға ҡарамаҫтан – уларҙың ҡайһы берҙәре XIX быуат аҙағында ат йәки һыйыр хаҡына баһаланған – уҙған быуат башында ғына әле улар киң таралған һәм күп булған. Күптәре музей фондтарына барып эләккән.
Түшелдеректәр төрлөсә аталған: селтәр, ҫаҡал, һаҡал, яға, муйынса, башкиҙеү, алмиҙеү һ.б. Атамаларҙың һәр береһе айырым башҡорт төркөмдәрендә ҡулланылған. Терминдар артында йыш ҡына түш биҙәүестәренең төрлө төрҙәре торған: формаһы, мәрйен һәм көмөштәр нисбәте, туҡымаға һалынған тегелеш манераһы айырылған.
Көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ
Көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ башҡорттарында түш биҙәүесе үҙенсәлектәре — селтәр:

• Ҙур, оҙонса, трапецияға оҡшаш формала.

• Муйынында уйымы бар.

• Ҡуша тегелгән киң билбауы һәм биҙәүесте тотоп торған яҫы бауҙары була.

• Селтәрҙең өҫкө яғына мәрйендән түңәрәк йәки ярым түңәрәк рәүешендәге тығыҙ биҙәк төшөрөлгән, ситенә тәңкәләр тегелгән.

• Урта өлөшөндә, бил тәңгәленә, буйлатып бер нисә рәт тәңкә баҫҡандар.

• Түбәнге өлөшө аҫты тояҡ менән тамамланған мәрйен селтәре менән ҡаплана.

• Күкрәкте ҡаплап, 15–20 сантиметрға билдән аҫҡа төшөп тора.
Көньяҡ-көнсығыш түш биҙәүестәрендә тәңкәләр менән бергә мәрйендәр өҫтөнлөк итә. Бил тирәһендә өсәр-дүртәр рәт тәңкәле бындай селтәрҙәрҙе бөрйән, түңгәүер, үҫәргән башҡорттары йөрөтә – был территорияның башлыса көньяҡ райондары.
Көнсығыш Урал аръяғы
Учалы районының төньяҡ өлөшө, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре түш биҙәүесе — яға:

• Трапеция рәүешендә: өҫкө яғы түңәрәкләнеп торған, аҫҡа ҡарай киңәйә барған биҙәүес.

• Ситтәренә тәңкә, мәрйен баҫыла.

• Тәңкәләр үрге өлөшөндә – рәт итеп, ситтәрендә бер-береһенә кереп торған арҡыры буйҙар итеп баҫыла. Тәңкәнән тыш, ювелир медальондар, мәрүәт таштар, аҡыҡ ҡулланылған.

• Уртаһы мәрйендән теҙелгән селтәр, тәңкәләр, сулпы һәм бауға баҫылған эре тәңкә һәм айылдар менән биҙәлә. Уны яурынға беркеткәндәр. Ғәҙәттә биш-ете бауы була. Шулай итеп, атлағанда, айырыуса бейегәндә сыңлау йәки сылтырау эффектына өлгәшкәндәр.
Селтәр бил тәңгәлендә билбау менән нығытылған. Уҙған быуатта һәм унан алдараҡ көнсығыш Урал аръяғында яғаны иңһәлек менән бергә кейгәндәр. Уға ваҡ тәңкәләр, айыл, мәрйен, ҡабырсаҡ баҫылған. Селтәрҙәге кеүек үк, мәрйен селтәре ҡуйыла. Иңһәлек мәрүәт һиҙәптәр, мәрйен, тәңкәләр менән ҡапланған өс суҡ менән тамамлана. Яға менән был биҙәүес мәрйен баҫылған сәсәкле яғалыҡ төшөп торған бау менән беркетелә.
Төньяҡ-көнсығыш
Төньяҡ-көнсығыш, Әй, Йүрүҙән, үрге Ҡариҙел буйҙары түш биҙәүесе – муйынса:

• Формаһы буйынса бәләкәй. Трапеция рәүешендә муйын уйымы ҡалдырылған һәм аҫҡы өлөшө түңәрәкләтелгән кизе-мамыҡ туҡыма менән ҡапланған йөн буҫтау киҫәгенән ғибәрәт.

• Туҡыма өҫтөнә тәңкәләр бер‑береһенә тығыҙ итеп тегелгән, ҡайһы берҙә – муйынсаҡ, һирәкләп мәрйен менән биҙәлгән.

• Түбәнге рәтенә – бер һумлыҡтар, айылдар, үрҙәрәк ваҡ тәңкәләр урынлаштырылған.

• Биҙәүестең ситтәрен уҡа, сылбыр менән дә биҙәгәндәр, мәрүәт йәки төрлө төҫтәге һиҙәптәр ҙә баҫылған.

Муйынсаның муйынға тағыу өсөн бауҙары булған.
• Ҡайһы ваҡыт тәңкәләр араһына күк, ҡыҙыл, йәшел быялалы ювелир медальондар тегелгән.

• Биҙәүестең билбауына ла ҙур иғтибар бирелгән. Уны нағышлап, көмөш еп менән ҡайып сиккәндәр, рәт итеп теҙелгән төрлө төҫтәге өсмөйөштәрҙән торған аппликация менән биҙәгәндәр.

«Әй, Йүрүҙән һәм үрге Ҡариҙел буйы биҙәүестәре көньяҡ һәм көнсығыштағыларға ҡарағанда төҫһөҙөрәк булғанғалырмы, улар боронғо музей коллекцияларында булмай сыҡты. 50-се йылдар аҙағында ғына
Санкт-Петербургта Дәүләт этнография музейында ошондай ике биҙәүес һаҡлауға ҡуйылды. Әлеге ваҡытта муйынса Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейында ла бар»
, — тиелә Светлана Шитованың китабында.
Көньяҡ-көнбайыш
Көньяҡ-көнбайыш башҡорттары биҙәүесе (ҫаҡал, һаҡал).

Ҫаҡал Өфөгә яҡын райондарҙа, Дим йылғаһы бассейнында һәм Туҡ-Соран (Ырымбур) башҡорттарында осраған.

• Түш биҙәүесенең размеры төрлөсә булған. Ҡайһы берҙә ул айылдар, медальондар менән һалынып төшөп торған.


• Сите рәт итеп мәрйен баҫылған киң таҫма менән ҡаймаланған; мәрйен һыҙаттары ишелгән сылбыр менән уратылған. Түшелдеректең ситенә ҡыңғырауҙар, тимер үҙәкле аҡыҡ бөртөктәре нығытылған. Күп биҙәүестәр – ҡыңғырауҙар, аҡыҡ сулпылар, көмбәҙ рәүешендәге айылдар, мәрйендәр Урта Азиянан ҡайтарылған.

Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Еҙем буйында, табындарҙа һәм урман ҡыпсаҡтарында аҫтан түңәрәкләтелгән һаҡал, Дим башҡорттарыныҡы менән сағыштырғанда, өлөшләп бүленгән композицион ҡоролошло булған.

• Көрәк рәүешендәге, аҫҡа ҡарай киңәйә барған формалы.

• Ситтәрен мәрйендәр менән ҡаймалау, ҡыңғырауҙар һәм аҡыҡ бөртөктәре менән биҙәү һаҡланған.

• Үҙәк өлөшө горизонталь мәрйен һыҙаты менән ике өлөшкә бүленгән.

• Түбәнге өлөшө, Дим башҡорттарындағы кеүек үк, тәңкәләр һәм түңәрәк айылдар менән ҡапланған.

• Үрге яғына билдәле тәртиптә мәрйендәр баҫылған.

• Мәрйен теҙгәндә эре тәңкәләрҙән, аҡыҡ пластина һәм мәрүәт дүңгәләктәрҙән торған сулпылар өсөн урын ҡалдырылған.

• Күкрәктең ике яғынан симметрик рәүештә нығытылған ике ҙур айыл мотлаҡ һаналған.

• Тегеп ҡуйылмалы яға-муйынсаҡ мәрйендәр менән ҡаймаланған.

Инйәргә табан түшелдерек шул уҡ биҙәү тәртибен һаҡлап, формаһы буйынса көнсығыш һәм көньяҡтағы дүрт мөйөшлө биҙәүестәргә оҡшай бара, аҫҡы яғында мәрйендән теҙелгән селтәр барлыҡҡа килә.

Һаҡалдарҙың оҙонлоғо төрлөсә була ала: билгә еткәндәре лә, киреһенсә, күлдәктең күкрәк өлөшөн саҡ ябып торғандары ла (20 см оҙонлоғонда) бар.
Төньяҡ һәм
төньяҡ-көнбайыш
Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һул яурындан уң ҡул аҫтына ҡыя бәйләнгән иңбаш ҡайышы (әмәйлек, дәүәт, хәситә) йөрөтә. Был биҙәүес медальон һәм тәңкә менән биҙәлеп, дүңгәләкле сылбырҙан эшләнгән өс ҡатлы муйынсаҡ (һырға), оҙон, сыңлап торған сулпылы алынмалы яға (яға сылбыры), муйын тәңкәһе, гәрәбә муйынсаҡтан тора.

Урыны менән үрҙә һаналған түшелдеректәр төрө менән бергә башҡа биҙәүестәр ҙә булған. Уҡа һәм тәңкәләр рәте менән ҡапланған ҙур булмаған түшелдерек башкиҙеү йәки алмиҙеүҙе Бөрйән, Баймаҡ һәм башҡа күршеләш райондарҙа элек ҡыҙҙар йөрөткән. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ул оло ҡатын-ҡыҙҙар кейеменә күсте. Уны биҙәү өсөн мәрйенде һирәк ҡулланғандар, шулай ҙа ҡайһы ваҡыт тәңкәләр араһында эре мәрйен бөртөктәре, мәрүәт тағылған.
Башҡорт түш биҙәүестәре нағышында урындағы йолалар сағылыш тапҡан. Әммә һәр биҙәүес, билдәле өлгөләр буйынса эшләнеүгә ҡарамаҫтан, индивидуаль булып ҡалған.
ТҮШЕЛДЕРЕК ЭШЛӘҮСЕ ХӘҘЕРГЕ
ОҪТАЛАР

«Башҡорт ҡатын-ҡыҙы үҙ халҡының сәнғәтен һәм матурлығын фиҙаҡәр һаҡлаусы».
Круковский М., 1909.
Милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу уятып
Башҡортостандың Әбйәлил районында тыуып үҫкән Альбина Исхаҡова (1938 йылғы) хаҡлы рәүештә башҡорт мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәренең һаҡлаусыһы һанала. Билдәле башҡорт өләсәйе төрлө сараларҙа милли кейемдә ҡатнашып, халыҡ кейеменә ҡыҙыҡһыныу уята. Ул беренселәрҙән булып башҡорт түшелдеректәрен тергеҙә һәм эшләй башланы, боронғо биҙәүестәрҙе модаға индерҙе. Әле «цех буйынса» коллегалары менән был сәнғәткә теләге булғандарҙың барыһын да өйрәтә.
«Атай-әсәйҙәр һәр ваҡыт ошондай кейемдә йөрөнө, әммә мираҫ буйынса улар беҙгә эләкмәне, мин уларҙы фотоларҙа күреп, нисек итеп ошондай кейемле булырға, әгәр яңынан милли кейемдә йөрөй башлаһаҡ, ҡалай һәйбәт булыр ине, тип уйлай торғайным», — ти билдәле өләсәй.
Альбина Хажим ҡыҙы әүҙем йәмәғәт эше алып бара, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, «Аҡ тирмә» милли мәҙәниәт үҙәгендә өләсәйҙәр мәктәбенә етәкселек итте. Мәскәүҙәге Милләттәр йортонда «Я люблю... Яратам» биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе ойошторҙо. Экспозицияла макраме эштәре, шулай уҡ боронғо һәм оҫтабикә үҙе эшләгән милли стилдәге түш биҙәүестәре – селтәр күрһәтелде. Күргәҙмә сиктәрендә милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы Альбина Хажим ҡыҙының башҡорт халҡы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлауға индергән ҙур өлөшөн Маҡтау грамотаһы менән билдәләне. Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында Альбина Исхаҡова абруй, хөрмәт һәм һөйөү менән файҙалана.
«Башҡорт һылыуҡайын тәүҙә ишетерһең,
һуңынан күрерһең…»
Милли кейем элементтарын эшләй белеү – халыҡ традицияларына баһа ул, тип иҫәпләй башҡорт художество кәсептәре менән шөғөлләнгән «Ағиҙел» дәүләт предприятиеһының генераль директоры, Федоровка районы ҡыҙы Гүзәл Багаева-Кәримова. Ул – традицион һәм стилләштерелгән биҙәүестәр – сәйлән бәйләү техникаһында башҡарылған түшелдеректәр оҫтаһы.
«Ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә бай мираҫ – күп быуатлыҡ тарихында халыҡтың эстетик идеалдарын сағылдырыусы үҙенсәлеген барлыҡҡа килтергән традицион кейем һәм биҙәүестәр ҡалған. Бөгөн кейемдең традицион элементтарына йәнә ҡыҙыҡһыныу уяна. Тәңкәләр һәм төрлө төҫтәге сәйлән менән биҙәлгән ҡашмау, селтәр, һаҡал, яға башҡорт
ҡатын-ҡыҙының иң ҡыйбатлы һәм матур биҙәүесе булып ҡала. Башҡорт һылыуҡайын тәүҙә ишетәһең, һуңынан ғына күрәһең, тиҙәр. Көмөш тәңкәләр сыңы кәйефте күтәрә, хәрәкәткә нәзәкәтлек бирә, —
ти Гүзәл Багаева-Кәримова. — Мин был кәсепкә әсәйем менән өләсәйемдән өйрәндем. Әсәйем, Багаева Хәлисә Шаһбал ҡыҙы, оло тәжрибәле ҡул оҫтаһы. Өләсәйем Йомабикә лә оҫта тегенсе булған. Әсәйем күп йылдар инде үҙенең эштәре менән республика халҡын ҡыуандыра, бөтә биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәләрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул оҫталығын миңә генә түгел, ейәнсәре Зәлифәгә лә тапшыра алғанына ҡыуана. Минең өсөн традицион башҡорт биҙәүестәрен ижад итеү – эш тә, мауығыу ҙа, хобби ҙа түгел. Был минең торошомдоң бер өлөшө».

Биҙәүес дизайнына һәм уны эшләүгә ул яуаплы ҡарай, бар күңелен һала.

«Тәүҙә китаптарҙы өйрәндем, музей экспонаттарын ҡараным, һуңынан инде улар нигеҙендә үҙемдең эштәремде ижад итә башланым. Элек тимер тәңкәләр, ҡортбаш менән биҙәлгән түшелдерек йөрөткәндәр. Улар күҙ тейеүҙән, яуыз көстәрҙән һаҡлай, тип иҫәпләнгән. Һәм улар ауыр булған. Әгәр аҡса булмаһа, түшелдеректәге тәңкә менән һалым түләгәндәр, ә уларҙың урынына һиҙәп йәки ҡабырсаҡ таҡҡандар. Мин хәҙерге тәңкәләрҙән ауыр түшелдеректәр ҙә, көндәлеккә кейергә тәбиғи таштар менән биҙәлгән еңелен дә эшләйем», — тип һөйләй оҫтабикә.
Гүзәл Багаева-Кәримова традицион һәм стилләштерелгән түшелдеректәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Эштәре менән халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләр, конкурс һәм форумдарҙа ҡатнаша. Оҫтаның түшелдеректәре мода күрһәткәндә һәм сағыу журналдар өсөн фотоссесияларҙа ҡулланыла.
ТҮШЕЛДЕРЕК ЭШЛӘГӘНДӘ ФАЙҘАЛАНЫЛҒАН МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИНСТРУМЕНТТАР
Түш биҙәүестәре эшләгәндә түбәндәге материалдар һәм инструменттар кәрәк:
Буҫтау-нигеҙ
Нигеҙ өсөн ҡарараҡ төҫтәге, уртаса тығыҙлыҡтағы дүрт ҡатлы буҫтау алырға кәрәк.
Өҫкө ҡатлам өсөн туҡыма
Бешелегенә ҡарап, ҡыҙыл төҫтәге ике йәки дүрт ҡатлы кизе-мамыҡ туҡыма кәрәк.
Ептәр
№35 йәки №40 ҡыҙыл еп, йәғни ептең туҡыма төҫөндә булыуы мотлаҡ.
Энәләр
Энәнең ҙурлығы сәйлән йәки мәрйен күҙенең үлсәменә бәйле.
Төйрәүестәр (булавкалар)
Мендәрҙә селтәр эшләгәндә күренеп торһон өсөн төҫлө башлыларын ҡулланыу яҡшыраҡ.
Сәйлән
Төҫө – ҡыҙыл. Мотлаҡ ике-өс үлсәмдә, сөнки түшелдеректең аҫҡы өлөшөнә – ваҡ, ә өҫкөһөнә эре сәйлән ҡулланыла.
Тәңкәләр
Төрлө ҙурлыҡтағы бер иш һүрәтле аҡһыл һоро төҫтәгеләрен ҡулланыу яҡшыраҡ, күп күләмдә.
Сынйыр
Үлсәмдәре: 20–25 см, аҡһыл һоро йәки һары төҫтә.
Муйынсаҡтар, айылдар, мәрйендәр, ҡабырсаҡтар, тимер сулпылар.
Ҡайсы
ТҮШЕЛДЕРЕК ЭШЛӘҮ ТЕХНОЛОГИЯҺЫ
Селтәр миҫалында түш биҙәүесе эшләү технологияһы
Эш тәртибе:
1
1. Эш урынын әҙерләргә: бөтә материалдарҙың һәм инструменттарҙың булыу-булмауын тикшерергә.
2
2. Нигеҙ буласаҡ буҫтауҙан түшелдерек деталдәрен әҙерләргә:
- буҫтауҙан киләһе параметрҙар буйынса дүрт тура дүртмөйөш ҡырҡырға: H = 42 см, В (аҫҡы) = 36 см, В (өҫкө) = 25 см;

- ҡырҡып әҙерләнгән деталдәрҙе тәүҙә берләштереп, һуңынан һырып тегергә.
3
3. Өҫкө ҡатлам туҡыманан түшелдерек деталдәрен эшләү:
- ҡыҙыл туҡыманан бынан алда бирелгән параметрҙарға 0,5 см өҫтәп ике тура дүртмөйөш ҡырҡырға. Туҡыма йоҡа булһа, деталдәрҙе дүртәүгә еткерергә;

- ҡырҡып әҙерләнгән туҡымаларҙы, муйын ерен һәм түшелдеректе тағыу өсөн таҫмаға урын ҡалдырып, берләштереп тегергә;

- тегелгән урындарҙы үтекләргә, әйләндереп, тағы үтек менән баҫырға.
1
4. Нигеҙ-буҫтауҙан әҙерләнгән деталде ҡыҙыл туҡыманан яһалған деталгә һалырға.
2
5. Селтәр эшләү:
- Селтәр мендәргә һалып айырым үрелә, һуңынан нигеҙгә берләштереп тегелә.

- Энәләр, төйрәүестәр, ҡыҙыл еп, мендәр, ҡайсы, ваҡ сәйлән әҙерләргә кәрәк. Нигеҙ өсөн әҙерләнгән деталдең аҫҡы өлөшөн үлсәргә.

- Энәгә дүрт ҡат итеп еп үткәрергә, артабан көйләү өсөн осон ҡалдырып, уны мендәргә нығытырға. Бер рәт теҙергә һәм төйрәүес менән мендәргә нығытырға, бынан һуң икенсе рәт теҙә башларға: тәүҙә ете сәйлән бөртөгө һәм бағана өсөн икәүҙе теҙергә, артабан епте беренсе рәттең 2-се һәм 3-сө сәйлән бөртөгө араһынан үткән икенсе еп аша ураталар һәм еп бағана аша кире килә.

- Артабан бөтә рәткә 4-шәр сәйлән бөртөгө һәм бағана өсөн икәү теҙелә. Ячейкаларҙа сәйлән бөртөктәре һәр ваҡыт йоп һанда булырға тейеш, боролош яһағанда ғына улар бишәү.

- Әгәр еп бөтһә, башҡа ептәр уратып бәйләнә, сөнки тиҙ һүтелә.

- Селтәр үргәндә ептәрҙе ныҡ тартырға ярамай, сөнки һуңынан биҙәүесте тағып йөрөгәндә сәйлән бөртөктәре бер-береһенә ышҡыла, өҙөлөүе ихтимал.
«Тояҡ» эшләү:
«Тояҡ» — селтәрҙең нигеҙенән аҫҡа һалынып төшөп торған тәңкәле суҡтар. Тояҡ селтәрҙең ике ячейкаһын алып тора. Элек түшелдеректең киңлеген «тояҡ» иҫәбе менән иҫәпләгәндәр. Биҙәүес уртаса 20–25 «тояҡ»тан торған.

Селтәрҙе тамамлағас, епте өҙмәйенсә тояҡ эшләйҙәр.

8 сәйлән бөртөгөн (иң оптималь һан, сөнки 10–12 алһаң, «тояҡ» оҙон була һәм, бәүелә-бәүелә йөрөй торғас, ептәре ышҡылып өҙөләсәк) һәм тағы 2-ҙе, артабан тәңкәне (ике тапҡыр уратырға) һәм тағы 8 сәйлән бөртөгөн теҙәләр. Артабан 2-ҙе теҙеп, ептәрҙе селтәрҙең һуңғы рәтендәге 1-се ячейка үҙәгендә һәм кирегә һуңғы сәйлән бөртөгө аша нығыталар. Суҡ барлыҡҡа килә. Селтәр аҙағына тиклем ошолай дауам итә.

Тояҡ эшләү өсөн тип-тигеҙ һәм матур сәйлән һайлана,
ә тәңкәләр барыһы ла бер иш булырға тейеш.
1
6. Килеп сыҡҡан селтәр нигеҙгә тегелә. «Тояҡ» нигеҙҙең үҙендә урынлашмай, һауала аҫылынып ҡалырға тейеш.
2
7. Селтәр өҫтөнән балыҡ тәңкәләре рәүешендә, бер-береһенең өҫтөнә еңелсә һалып, 5 рәт тәңкә тегелә.
3
8. Әйберҙең үрге өлөшөнөң ситтәрен бер-береһенә параллель һәм тығыҙ урынлашҡан өсәр рәтләп сәйлән менән сигергә; тәңкәләр өҫтөнән – 4 рәт; муйын яғынан – 2 рәт.
4
9. Сәйлән рәттәренә терәтеп һәм уға параллель рәүештә муйын тирәһендә ебен йәшереп сынйыр тегергә.
5
10. Сынйыр буйлап бер иш ваҡ тәңкәләр баҫырға.
6
11. Ситендә урынлашҡан сәйлән рәттәренә параллель рәүештә, бер-береһенә һалып, үҫә барыу тәртибендә төрлө үлсәмдәге тәңкәләр баҫырға.
7
12. Буш ҡалған майҙанды сәйлән менән кәкерсәкләп сигергә.
8
13. Әҙер изделиены ҡарап сығырға, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә.
Оҫтабикә Гүзәл Багаева-Кәримованан традицион һәм стилләштерелгән түшелдеректәр эшләү буйынса видеодәрес.
Тема: Сәйләндән селтәр – түшелдерек нигеҙе. Видеола: сәйләндән селтәр бәйләү принцибы.
ТҮШ БИҘӘҮЕСТӘРЕ ҺӘМ ХӘҘЕРГЕ МОДА
Башҡортостан ҡыҙы Инзира Хәбибрахманова – юрист, республиканың әйҙәүсе вуздарының береһендә уҡыта,
дизайнер-эшҡыуар ҙа –
этно-футболкалар эшләп, милли биҙәүестәрҙең популярлығын арттырҙы. Заман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ысын башҡорт түшелдереге төшөрөлгән трикотаж кейем сығара.
«Әле традицион милли көнкүреш мәҙәниәте төҫһөҙләнеү фонында этник идентификацияның көсәйеүе күҙәтелә. Кешелек тарихында кейем кешенең ниндәй социаль төркөмгә ҡарауы, уның мәҙәни һәм этник статусы, матди хәле тураһында мәғлүмәт бирә алған, шулай уҡ уның тышҡы йөҙөн билдәләүсе иң мөһим элементтарҙың береһе булып тора, – ти Инзира Хәбибрахманова. – Мин һәр ваҡыт башҡорт түшелдереген мөмкин тиклем оҙағыраҡ кейеп йөрөргә теләнем, ныҡ матур бит. Әммә ауыр – өс-алты килограмм тарта. Бындайҙы мин байрамдарҙа ғына кейҙем, унан һуң елкәм ныҡ һыҙланы. Һәр ваҡыт кейемемдә милләтемде күрһәткән, халҡымдың тарихын сағылдырған бер элемент булыуын теләнем. Түшелдерекле тәүге футболканы үҙемә 2016 йылдың мартында эшләп алдым – дуҫтарға һәм таныштарға, хатта осраҡлы үтеп барыусыларға ла оҡшаны. Кешеләр ошондай уҡ футболкалар эшләүемде һорай башланы. Һуңынан һигеҙ төрҙән торған коллекция барлыҡҡа килде, ул әле лә тулыландырыла».

«Этно-футболкалар менән ҡыҙыҡһыныу ҙа, һорау ҙа бар. Төп маҡсатлы аудитория, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар. Йәш ҡыҙҙар йышыраҡ ала. Футболкаларҙы бүләккә күпләп алалар. Мәҫәлән, сит илдә йәшәгән дуҫтарына һәм туғандарына алып китәләр. Коллектив заказдар ҙа бар», – тип һөйләй әңгәмәсебеҙ. Этно-футболкалар коллекцияһы менән Instagram селтәрендә maturufa битендә танышырға мөмкин.

Етештереү технологияһы ҡатмарлы түгел һәм яҡынса
40 минут ваҡыт ала: компьютер дизайны эшләнә һәм
кизе-мамыҡ футболкала түшелдерек һүрәте баҫыла. Нигеҙгә Әбйәлил районында эшләнгән ысын селтәрҙәр алына. Буласаҡ принт өсөн фотоны Инзира Шәмсулла ҡыҙы үҙе төшөрә. Фотопринт йәтеш һәм тиҙ туҙып бармай.
«Түшелдеректәр эшләгән оҫтабикәләр ныҡ күп. Йыл һайын арта бара. Түш биҙәүестәрен эшләү модалы тенденцияға әүерелде, һәм был ҡыуандыра. Минең өсөн иң мөһиме – башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу. Донъя халыҡтарының милли костюмдарын, мода тарихын, трендтарҙы, шул иҫәптән этно- һәм эко-моданы өйрәнәм. Ҡайһы бер милли костюмдар иҫ киткес матур. Костюм йәмғиәттәге үҙгәрештәргә эйәреү генә түгел, күп ваҡыт киләсәкте лә күрһәтә. Шулай итеп, хәҙерге кейем милли һыҙаттарҙы имитациялау ғына түгел, уларҙы креатив рәүештә үҙгәртергә тейеш», тип билдәләй ул.

Инзира Хәбибрахманова фекеренсә, кейемдә быуаттар дауамында хужалыҡ үҙенсәлектәре, иҡтисад үҫеше һәм хатта ғаилә көнкүреше үҙенсәлектәре сағылған. Башҡорттарҙың милли кейеме – күп быуатлыҡ тарих һәм йолалар кәүҙәләнеше, халыҡтың йәшәү рәүеше һәм характеры сағылышы ул.
БРОНЗАЛА МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛГӘН ТҮШЕЛДЕРЕК
Башҡорт түшелдереге республиканың иң мөһим һәйкәлдәренең береһендә – Дуҫлыҡ монументында кәүҙәләндерелгән. Һәйкәл Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығына төҙөлгән. Монумент нигеҙендә – рус һәм башҡорт ҡатындарының ике бронза фигураһы. Улар «ҡылыс»тың ике яғында урынлашҡан һәм бер-береһенә тыныслыҡ һәм теләктәшлек символы – лавр веногы һонған. Был ике ҡатын – Рәсәй һәм Башҡортостан символы.

ufa-gid.com порталы мәғлүмәтенә ярашлы, скульптор Михаил Бабурин рус ҡатыны фигураһын ҡыҙына ҡарап эшләгән, ә бронзала башҡорт ҡатын-ҡыҙы характерын сағылдырыр өсөн модель эҙләп, ул ярҙамсыһы менән ауылдар буйлап йөрөй. Натуранан һүрәттәр яһай, характерлы, ғәҙәти булғанын һайлап алалар. Шулай ҙа һәйкәл ансамбленә ингән башҡорт ҡатыны һыны өсөн модель итеп скульптор Мәскәү вузы педагогы, Өфө ҡыҙы Зөһрә Моратованы һайлай. Тәүҙә ул баш тартһа ла, һуңынан ризалаша – һын-ҡиәфәтен төшөрөү өсөн дүрт ай оҫтаханаға йөрөй.
Башҡорт ҡатынының күлдәген селтәр биҙәй. «Башҡорт костюмы: Технология. Конструкция. Декор» китабы авторы Айгөл Камалиева әйтеүенсә, биҙәүес стилләштерелгән түшелдереккә оҡшаған.

«Был, моғайын, стилләштерелгән түшелдеректер, әммә теүәл генә иҫбатлай алмайым. Бик күп түшелдеректәр күрҙем. Бөтөн тарихи ҡанундар буйынса эшләнгән традицион түшелдеректе суйындан ҡойоуы ауыр булыр ине. Әммә был ысынлап та түшелдерек – оҙонлоғо билгә тиклем, күкрәкте ҡаплап тора, ә дүңгәләктәр – тәңкәне шулай һүрәтләгәндәр. Ҡағиҙә булараҡ, түшелдеректә тәңкәләр балыҡ тәңкәләре кеүек бер-береһенә индерә биреп тегелә, ә бында, скульптурала улар урыны-урыны менән айырым урынлашҡан», — тип билдәләй Айгөл Камалиева.
ЭКСПЕРТ ФЕКЕРЕ

Айгөл Камалиева
техника фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты доценты
«Башҡорт милли кейеме шул тиклем күп ҡатлы, әгәр шулай тип әйтергә мөмкин булһа, уға мотлаҡ тарих призмаһы аша ҡарарға кәрәк», — тип иҫәпләй техника фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты доценты Айгөл Камалиева.

Эксперт фекеренсә, ваҡыты менән Көньяҡ Урал территорияһына килеп сыҡҡан ҡәбиләләр менән оҙайлы тарихи бәйләнештәр мәҙәниәттә, ә был осраҡта, кейемдә, үҙенең эҙен ҡалдырған.

«Әгәр тарихты белмәһәң, костюмды бөтөнләй аңлап булмай. Әммә был да етмәй, фольклорҙы, халыҡтың донъяға ҡарашын, философияһын, йолаларын – дөйөм алғанда, костюм барлыҡҡа килгән осорҙа халыҡ нимә менән йәшәгән, – барыһын да өйрәнергә кәрәк. Светлана Шитованың фәнни эше тәү сиратта уның тарихи ҡатламдарҙы бүлеүе менән әһәмиәтле. Ул ваҡыт ғалим өсөн ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта халыҡта оҙайлы тарихы булған кейем өлгөләре һаҡланыуы арҡаһында уңышлы осор була. Былар күлдәк, халыҡ костюмдары, баш кейемдәре. Ә тарихи күҙлектән түшелдеректәр ниндәй ҡиммәтле һәм бай!»тип билдәләй Айгөл Камалиева.

Уның һүҙҙәренсә, әле халыҡ мотивтарын заманса кейемгә күсергән байтаҡ оҫтабикәләр бар.
«Бында зауыҡ тойғоһона – тыумыштан йәм, гармония хисенә эйә булырға кәрәк. Ул ғына ла аҙ, халыҡтың донъяға ҡарашына бәйле кейем нигеҙҙәрен, уның философияһын өйрәнеү зарур. Милли костюмдың һинең өсөн иң ҡәҙерле, тейелгеһеҙ булыуын аңларға кәрәк, әгәр кемдер костюмды ультрамодалы тенденцияларҙа интерпретациялай башлаһа, кешеләр быны шәхси мыҫҡыл итеү тип ҡабул итеүҙәре ихтимал. Әммә бөтөн традицияларҙы тотоп, аһәңле костюм ижад итһәң, уны ҡабул итеүҙәре лә бөтөнләй икенсе буласаҡ. Тағы бер мөһим аспект – милли кейем – ул әхлаҡлыҡ, уның нигеҙендә рухи ҡиммәттәр ята. Шуға күрә шикләнергә кәрәкмәй, иң яҡшы традицияларҙа башҡарылған селтәр (яға) ярым асыҡ күкрәккә кейелә икән, асыу тыуҙырасаҡ. Милли кейемде матди мәҙәниәткә генә ҡайтарып ҡалдырыуҙары дөрөҫ түгел: халыҡ ижадында рухи һәм матди яҡ һәр ваҡыт берҙәм булған, береһе икенсеһен тулыландырған. Башҡорттарҙың милли кейеме быуаттар дауамында формалашҡан, уға тотош халыҡтың донъяға ҡарашы һалынған. Мәҫәлән, түшелдерек – кейемдең иң боронғо элементтарының береһе. Хатта уның прототибы, әгәр Нияз Мәжитовтың «История Башкортостана. Древность. Средневековье» китабын уҡып ҡараһаң, бронза дәүерендәге һынташты мәҙәниәте ҡомартҡыһынан табылған (беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡ башы). Ғалимдар борон күн нигеҙгә тегелгән тимер түшелдерек деталдәрен, айырым элементтарын ҡаҙып сығара. Күн ерҙә тарҡалған, ә металл нисек тегелгән, шул килеш ерҙә ятып ҡалған. Тәңкәләр баҫылған ерҙән йыртылмаһын өсөн, әле түшелдеректәрҙе бер нисә ҡат туҡыма нигеҙендә эшләйҙәр. Әгәр боронғо түшелдерек менән заманса түшелдерек деталдәренең нисек урынлашыуы буйынса сағыштырһаң, улар оҡшаған»,тип һөйләй эксперт.

Айгөл Камалиева, заманса көндәлек кейемдә милли костюм элементтарын ҡулланыу оло иғтибар менән эш итеүҙе, нәзәкәтлекте талап итә, тип иҫәпләй. Ул, беҙҙең һәр беребеҙҙә оҙон күлдәкле һәм яулыҡ ябынған өләсәйҙәр, ҡартатайҙарҙың түбәтәйҙәре һәм башҡалар тураһында хәтирәләр йәшәй, тип ышана. Һәм уның фекеренсә, тамырҙарыбыҙҙың ошо символдары менән «үтә һаҡ һәм яуаплы эш итергә кәрәк».
«Кейемдә милли нағыштарҙы файҙаланырға кәрәк, тип күп тапҡыр әйткәнем булды, әммә һорау шунда – быны нисек эшләргә. Күптән түгел йәш эшҡыуар тураһында сюжет күрҙем: ул туҡымала баҫма ярҙамында аҡ футболкаларҙы башҡорт түшелдеректәре һүрәте, сармат алтыны коллекцияһындағы статуэткалар һ.б. менән биҙәгән. Идея бик ҡыҙыҡ, һөҙөмтәһе лә лайыҡлы килеп сыҡҡан. Үҙ мәҙәниәтенә битараф булмаған кешеләрҙе уның продукцияһы ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым. Йәмғиәтебеҙҙең бәләһе шунда – беҙҙең кейемдең шәхси үҙенсәлектәре юйылған, беҙ өҫтөбөҙҙә тамырҙарыбыҙ һәм йолаларыбыҙ символын ташымайбыҙ, шуға ла әкренләп ата-бабалар менән бәйләнеште юғалтабыҙ. Һиҙмәнегеҙме? Тап милли байрамдар мәлендә халыҡ менән берлек тойғоһо тыуа, сөнки беҙ үткәндәр донъяһына сумабыҙ, халыҡ йырҙарын тыңлау, милли ризыҡ ашау, милли кейемдәге артистарҙың сығышын ҡарау мөмкинлеген алабыҙ. Халыҡ (народное) – ул һәр ваҡыт күмәк, коллектив менән тигәнде аңлата. Шуға ла ҡиәфәтебеҙгә милли элементтарҙы йышыраҡ һәм берҙәмерәк индерһәк, милли булмышыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға ла мөмкинлек күберәк», ти Айгөл Камалиева.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
Авижанская С.А. Украшения из кораллов, бисера и монет //Авижанская С.А., Бикбулатов Н.В., Кузеев Р.Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964; Башкирские нагрудные украшения из кораллов и монет: [альбом-кат.]. Уфа, 2006.

Камалиева А.С. Конструктивные решения башкирской народной одежды: Монография. Уфа: РИО РУНМЦ МО РБ, 2006. 188 с., табл., рис.

Шитова С.Н. «Башкирская народная одежда». 1 изд. Уфа: «Китап», 1995.


«Башҡорт энциклопедияһы» сайты (Нагрудные украшения)

«Московский дом национальностей» ДБУ сайты

Инфоурок. Библиотека материалов «История родного края «Нагрудные украшения башкир»

Традицион түшелдеректәрҙең фотолары
С.Н. Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме» китабынан

Төньяҡ-көнсығыш муйынса

Көньяҡ-көнсығыш селтәр

Төньяҡ-көнбайыш дәүәт

Забельский һаҡал / Архив отдела этнографии ИИЯЛ Уфимского научного центра.

Түшелдеректәр схемаһы һәм төрҙәре –«Башҡорт энциклопедияһы» сайтынан
Автор
  • Ксения Калинина
Фото
  • Олега Яровикова, Ксении Калининой, Гузель Багаевой-Каримовой, Инзиры Хабибрахмановой, пресс-службы ООО «Газпром трансгаз Уфа»
Видео
  • Гузель Багаевой-Каримовой
Верстка
  • Рената Вахитова