Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Ләйлә Аралбаева
Башҡорт халыҡ байрамы «Йыйын» «Һабантуй»
Байрамдар – һәр халыҡтың донъяға ҡарашын сағылдырған тарихының, көнкүрешенең, мәҙәниәтенең иң сағыу, ҡыҙыҡлы һәм бәхетле өлөшө. Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә тоташҡан һәм үҙендә ҙур ваҡиғалар, тарихи мәлдәр эҙен һаҡлаған, халыҡтың менталитетын, йолаларын күрһәткән байрамдар бар. Уларҙың ҡиммәте – ғалимдар тикшеренеүҙәре өсөн бай материал булыуҙа ғына түгел, ә хәҙерге заманда ла үҙҙәренең мәғәнәһен һаҡлап, кешеләрҙе берләштереүҙә, быуындарҙы тәрбиәләүҙә, артабан үҫеп, яңы форматтарҙа үткәрелеүҙә лә.
Йыйын
Йыйын – хәҙерге заманға тиклем килеп еткән боронғо ҙур байрамдарҙың береһе булып тора. Йыйын йола календарь байрамдары исемлегенә инмәй һәм йыл миҙгеленә ҡарамай үткәрелә. Исеменән үк күренеп тороуынса, ошолай тип башҡорттар иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ырыуҙар вәкилдәре йыйылған ваҡиғаны атағандар.
Йыйындарға башҡа байрамдарға ҡарағанда халыҡ күберәк йыйылған. Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсә, йыйындарҙы аслыҡ йылдарында ла үткәргәндәр. Төп һүҙҙе йыйындарҙа килеп тыуған хәлгә һәм күренештәргә баһа бирерҙәй, аҡыллы фекер туплай алған, һүҙҙәре өсөн яуап бирерҙәй ырыуҙарҙың абруйлы аҡһаҡалдары әйткән.

Йыйындарҙа башҡорттар нимә тураһында һөйләшкән?
«Йыйын бик борон ырыу-ҡәбилә менән идара итеү органы булараҡ барлыҡҡа килгән, һуғыш һәм тыныслыҡ, ырыуҙарҙың ер сиктәрен билдәләү, күсенеүҙәр тәртибе, ырыу-ара бәхәстәрҙе яйға һалыу уның ҡарамағында булған. Һуңғараҡ йыйындарҙа ер-һыу, сабынлыҡтар һәм йәйләүҙәр ерен бүлеү мәсьәләләре лә хәл ителгән»,
– тип яҙа «Башҡорттар» китабында Рим Йәнғужин менән Фирҙәүес Хисаметдинова.
Йыйындарҙа үткән ваҡиғаларға йомғаҡ яһалған, төрлө ырыуҙарҙан лидерҙар, иң көслө, етеҙ батырҙар билдәләнгән, ырыу һәм ғәскәр башлыҡтары һайланған, табын ҡоролған. Йыйын үткәреү өсөн ҡай саҡта туй ҙа сәбәп булып торған (әлбиттә, тантананы хан йәки бай үткәрһә). Ғәжәп түгел, сөнки ҡоҙалашыу, туғанлашыу ырыу алдында яңы мөмкинлектәр ҙә асҡан.

Шулай итеп, был байрам борондан күңел асыу өсөн генә үткәрелмәгән, ә тәү сиратта ижтимағи-сәйәси функция үтәгән. Хәҙерге тел менән әйткәндә, байрамдың беренсе өлөшө эшлекле, төрлө килешеүҙәр менән бәйле булһа, икенсе өлөшө ижадҡа ҡоролған булған – тәүге планға көслө батырҙар, йор һүҙле сәсәндәр, һәләтле музыканттар һәм йырсылар, оҫталар сыҡҡан.
Йыйындың сағыу миҫалы «Урал» (икенсе исеме «Ете ырыу») башҡорт халыҡ йыры тарихында тасуирлана. Ете ырыу вәкилдәре ҡатнашҡан был йыйында башҡорт ырыуҙарының үҙ-ара низағтары ҡаралған. Ошо йыйында тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлгән, ә унан һуң байрам, ат сабыштары, көрәш, йырсылар, уйын ҡоралдарында уйнаусылар, бейеүселәр сығыштары ойошторолған.

Йыйындар, ғәҙәттә, ырыуҙар йәки территориялар менән бәйле булған. Беҙҙең заманға Торатау йыйыны, Барҙа йыйыны, Күбәләк йыйыны кеүек башҡорт йыйындары исемдәре килеп еткән. Байрам итеү өсөн матур, һәр яҡтан яҡшы күренгән, ярыштарҙы үткәреү өсөн уңайлы булған тигеҙ урын йәки тау битен һайлағандар. Ғалимдар һүҙҙәренә ярашлы, байрам майҙаны түңәрәк формаһында эшләнгән, ул ырыу кешеләренең тигеҙлеген символлаштырған. Йыйындарҙа тәүтормош һыҙаттарын һаҡлаған бергәләшеп ашау йолаһы ла мотлаҡ булған. Бер ҡаҙандан һыйланыу, түңәрәк буйлап ебәрелгән һауыттан ҡымыҙ эсеү, ит өләшеү йыйылған кешеләрҙең тигеҙлеген күрһәтә.

Йыйындар тураһында күп тарихи мәғлүмәттәр халыҡ ижадының эпик әҫәрҙәрендә һаҡланған һәм ғалимдар өсөн бай материал булып тора.
«Майҙан уртаһында ҡолға ҡуйыу байрамдың башын билдәләгән. Мулла намаҙ уҡығандан һуң ярыштар башланған: көрәш, ат сабыштары, йүгереү, һикереү, ҡурайҙа уйнау, йыр-бейеү. Йыйындарҙа киң таралған ярыштарҙың бер төрө – уҡ атыу булған: ҡыбырлаған сәп – балдаҡҡа алыҫтан атып эләгергә кәрәк булған. Ҡайһы саҡта шаян ярыштар ҙа үткәрелгән, мәҫәлән, кем күберәк һары май йә ҡымыҙ эсә йәки кем һимеҙ һарыҡ итен күберәк ашай ала. Ярыштарҙа еңеүселәргә ат, һарыҡ, ит киҫәктәре (мөсәй, һебә), сигелгән яулыҡ, таҫтамал биргәндәр. Ярыштарҙа күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Ҡыҙҙар ҡатнашҡан ат сабыштары булыуы тураһында ла мәғлүмәттәр бар, әммә был бик һирәк осраған күренеш, ғәҙәттә йыйындарҙа ҡыҙҙар йыр һәм бейеүгә маһирлығын күрһәткән»,
тип «Башҡорттар: этник тарих һәм традицион мәҙәниәт» китабындағы «Халыҡ байрамдары» мәҡәләһендә Флизә Фәтихова йыйындарҙы тасуирлай.
Йәш быуындың физик үҫешенә, көслө батырҙарҙы асыҡлауға булышлыҡ иткән ярыштар байрамда популяр булған. Йола буйынса ярыштарҙы йәштәр башлаған. Был ярыштарҙа еңеү егеттәрҙе ырыуҙың ихтирамлы, абруйлы кешеләр рәтенә сығарған. Улар байрамда батыр исеменә лайыҡ булһа, һуғыш башланған хәлдә ырыуҙың ғәскәрен етәкләр кеше булған.
Хәҙерге йыйындар
Ваҡыт үтеү менән йыйындар волость сиктәрендә йәки ырыуҙаш ауылдар араһында тергеҙелә, әммә уларҙың йөкмәткеһе һәм характеры үҙгәрә – сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләр күтәрелмәй башлай, күңел асыу өлөшө алғы планға сыға, тип билдәләй ғалимдар.
Башҡорттар йыйындарҙы әле лә үткәрә. Бөгөн был һүҙ «форум» мәғәнәһендә ҡулланыла. Үҙ йыйындарын юрматы, табын, үҫәргән, тамъян һәм башҡа ырыуҙар үткәрә. Йәш быуында «Йәштәр йыйыны» ҙур популярлыҡ яулай. Салауат районында үткәрелгән башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған «Салауат йыйыны» байрамы киң билдәле. Байрамда республика етәкселәре, яҙыусылар, арҙаҡлы шәхестәр, почетлы ҡунаҡтар сығыш яһай. «Салауат йыйыны» сиктәрендә киң спорт һәм мәҙәни программа, бик күп ҡыҙыҡлы ярыштар, шул иҫәптән сәсәндәрҙең «Салауат әйтеше», «Салауат йыйыны батыры», «Зөләйхә һылыу» матурлыҡ бәйгеһе, «Салауат уғы» уҡсылар бәйгеһе, тирмәләр конкурсы, «Көмөш өҙәңге» эшҡыуарҙар конкурсы, тарихи реконструкциялар, күргәҙмә-йәрминкәләр, мастер-кластар ойошторола.
Һуңғы йылдарҙа йыйындарҙы Башҡортостандан ситтә, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән башҡорт диаспоралары ла үткәрә.

2019 йылда тәүге тапҡыр Торатау итәгендә «Торатау йыйыны» республика байрамы уҙғарылды. Сараға Башҡортостандан ғына түгел, донъянан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 50 меңдән ашыу тамашасы саҡырылды. Был ваҡиға башҡорттарҙың ысын йыйынына әүерелде: унда башҡорт халҡының артабанғы үҫеше һәм берләшеүе мәсьәләләре тикшерелде, халҡыбыҙҙың йолалары һәм бай мәҙәни программа күрһәтелде. Байрам сиктәрендә донъя ҡунаҡтары ҡатнашлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы ойошторолдо. Йыйында реаль тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Сармат вариҫтары» театрлаштырылған тамаша, биҙәү-ҡулланыу сәнғәт әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе, буҙа ҡайнатыусылар конкурсы, спорт ярыштары, милли уйындар, «Сармат алтынын эҙләү» уйыны, балалар уйындары, «Ылаҡ» күрһәтмә сығыштары, «Мәргән уҡсы» ярышы, Toratau-party концерты, лазер һәм ут тамашалары ойошторолдо.
Һабантуй
Һабантуй – борон-борондан килгән һәм хәҙерге заманда дәүләт кимәленә күтәрелгән, башҡорттарҙың иң яратҡан һәм киң таралған байрамдарының береһе. Байрам исеме «һабан» һәм «туй» һүҙбәйләнешенән тора, яҙғы сәсеүҙең тамамланыуына бәйле. Байрам май аҙағынан июлгә тиклем үткәрелә.

Һабантуй байрамы татарҙарҙа ла юғары дәүләт кимәлендә билдәләнә. Оҡшаш байрамдар Волга буйында йәшәгән халыҡтарҙа ла (сыуаш, мари, мордва, удмурт), ҡаҙаҡтарҙа ла (чабан-той), Кавказдың ҡайһы бер төрки халыҡтарында ла (балҡар һәм нуғай) таралған, ләкин уларҙың үҙенсәлектәре бар.

Байрам башҡорт ырыуҙарының берлеген нығытыуға булышлыҡ иткән. Йола буйынса һабантуйҙар һәр ауылда үтә, күрше ауылдан да киләләр. Ауыл эргәһендәге аҡланда байрам майҙанын һайлап, төрлө төҫтәге балаҫ һәм туҡылған ашъяулыҡтар түшәгәндәр, лапаҫтар эшләп, тирмәләр ҡорғандар, майҙан уртаһында ҡолға ҡуйылған, ҡатындар ағас ботаҡтарын таҫмалар менән биҙәгән.
Яҙма сығанаҡтар һаҡланмаһа ла, ауыҙ-тел ижады, сәйәхәтселәр һәм ғалимдарҙың айырым яҙмалары буйынса һабантуйҙың боронғо байрам икәнен асыҡлап була. Электән байрамдың мәғәнәһе әруахтарҙан яҡшы уңыш һорауҙа булған.
«Һабантуйҙа күбеһенсә ирҙәр ҡатнашҡан: еңеүселәргә бүләктәрҙе егеттәр йыйған, ярыштар ҙа ирҙәр араһында ойошторолған. Башта байрам иген сәсеү алдынан үткәрелгән – ә был тик ирҙәр шөғөлө һаналған. Ирҙәр ата-бабалары ҡәберҙәре алдында яҡшы уңыш һорап, доға ҡылғандар»,
тип яҙа Флизә Фәтихова.
XIX быуаттың рус яҙыусыһы Филипп Нефедов «Ушкуль» исемле башҡорт легендаһын яҙып алған. Унда һабантуй ваҡытында, йәйләүгә сығыр алдынан, изге тау башында ҡуйылған ҡыҙыл баҡырҙан эшләнгән ритуаль һабанға табыныу тураһында һүҙ алып барыла. Май аҙағында – июнь башында үткән байрам барышында Тәңре, ер-һыу эйәләре хөрмәтенә ҡорбан салғандар, шулай уҡ ат һәм дөйә сабыштары ойошторғандар.

Мосолман диненә күсеү менән буласаҡ уңыш хаҡына ҡәберҙәр алдында доға ҡылыу мәсеттә аят уҡыуға алышына. Совет осоронда иһә алдынғы механизаторҙарҙы, хеҙмәт алдынғыларын данлау һәм бүләкләү йолаһы барлыҡҡа килә. Башта һабантуйҙы айырым хужалыҡтарҙа, артабан республиканың район һәм ҡалаларында билдәләгәндәр. Байрамға шәхси хужалыҡтар тәртипкә килтерелгән, махсус һый әҙерләнгән. Һабантуйға бик күп туғандар һәм ҡунаҡтар йыйылған. Күп хужалыҡтарҙа йорт-ҡура, урамдарҙы таҙартыу, йәшәртеү, иң яҡшы йорт һәм урамды билдәләү конкурстары үткәрелгән һәм уларҙың һөҙөмтәләре һабантуйҙа иғлан ителгән. Был йола бөгөн дә һаҡлана.
Фольклорсы Розалиә Солтангәрәева 1983 йылда Баймаҡ районында йәшәүсе Вәхиҙә Мостафинанан һабантуйҙы үткәреү тәртибен яҙып ала һәм уны «Башҡорт халыҡ ижады»ның «Йола фольклоры» томында баҫтыра. Ошо тәртипкә ярашлы һабантуй барышы бер нисә бүлектән торған.
Һабантуй тәртибе
1
Ер һыҙыу
2
Зыяратҡа барыу
3
Һабантуй күмәсе йыйыу
4
Ҡолғасылар үтеүе
5
Һөнә һуғыу
6
Һабантуйҙың барышы

• Ҡор башы ҡотлауы

• Ат сабыш

• Көрәш

• Аш бәйгеһе

• Атылмаҡ йәки сәңгелдәк уйнау

• Аттан тартышыу

• Түңәрәк йөрөп, таҡмаҡ әйтешеү

• Мәрәкә уйындар

• Мәргәнлекте һынау

7
Һабантуйҙан һуңғы йолалар
Байрамдың күңел асыу өлөшө, элекке замандан ҡалған йолалар әле булһа ла үҙгәрмәй. Мотлаҡ рәүештә ат сабыштары (бәйге), көрәш, һырғауылға үрмәләү, бер яғы ергә беркетелгән сайҡалып торған бағананан үтеү һабантуй программаһына инә. Башҡа ярыштар һәм уйындар ҙа ныҡ таралған: йүгереү, күҙҙе бәйләп балсыҡ көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү, көрпә менән һыу йәки ҡатыҡ тултырылған ҡаҙандан ауыҙ менән тәңкә эҙләп табыу, арҡан тартышыу, тоҡ менән һуғышыу. Байрамдарҙа йәштәр уйындары ла үткәрелгән.
Ат сабыштары – бәйге
Ат сабыштары, бәйге – боронда ла, әле лә һабантуйҙа төп ярыш һанала. Сабышты 6-12 йәшлек малайҙар башлай, артабан үҫмерҙәр, ололар ҡушыла. Сабыш юлының оҙонлоғо 6-7 саҡырым тәшкил иткән. Тамашасылар һыбайлыларҙы ҡысҡырып, ҡыйҡыулап дәртләндергән.
«Ат сабыштары тура трассанан түгел, ә түңәрәк буйынса үткәрелгән. Түңәрәк буйлап сабыуҙа беҙ ҡояштың күк буйлап үтеүенә оҡшатыуҙы ла, үҙ ереңде изгеләштереү йолаһын да күрәбеҙ. Түңәрәк буйлап сабып, территорияны түңәрәкләп, ата-бабаларыбыҙ ерҙәрен һаҡлауға ишаралаған, Урал батыр хаос көстәре менән алышҡанда башҡорттарға ерҙе барлыҡҡа килтергәндәге кеүек ҡылыҡтарын ҡабатлағандар. Һабантуйҙы үткәреү урыны һәм ваҡыты ерҙә тормош барлыҡҡа килеүен кәүҙәләндергән»,
тип яҙа этнограф һәм философ Зәкирйән Әминев үҙенең «Башҡорт байрамы Һабантуйҙың мифоритуаль нигеҙҙәре» тикшеренеүендә.
«Академик һәм медицина докторы Иван Лепехиндың Рәсәй дәүләтенең төрлө өлкәләре буйлап 1770 йылдағы сәйәхетенең Көндөҙгө яҙмалары дауамында» автор ат сабыштары тураһында һөйләй. Алыҫтан сабып килеүселәр күренһә, барыһы ла юлдың ике яғынан торалар һәм етеп килеүселәрҙе тулҡынланып күҙәтәләр. Финишта йәш егет йә матур йәш ҡатын таяҡҡа бәйләнгән, остары төрлө төҫтәге ебәк менән сигелгән аҡ яулыҡ тотоп тора. Бүләк башҡаларҙы уҙып, яулыҡты таяҡтан һыпырып алыусыға тапшырыла.
«Яулыҡ ҡиммәтле булмаһа ла, бер кем хатта арзан әйберҙе лә башҡаларға бирергә теләмәй: законлы рәүештә, һабан байрамында награда ауылда кейәүгә яңы сыҡҡан иң йәш ҡатын ҡулдары менән эшләнгән булған»,
тип тасуирлай Иван Лепехин.
Финишҡа бер юлы бер нисә һыбайлы етһә, төп еңеүсене өҫтәмә рәүештә ойошторолған ярыштарҙа, көрәштә йәки уҡ атыуҙа һынап ҡарағандар. Беренсе урын өсөн – ҡолонсаҡ, икенсе урын өсөн – аҡса, өсөнсө урын өсөн таҫтамал биргәндәр.
Көрәш
Һабантуйҙа тағы ла бер традицион спорт ярыштарының береһе – көрәш. Көрәшселәр, ҡапма-ҡаршы тороп, бер-береһенең биле аша билбауҙы (ҡушаҡты) ике ҡул менән эләктереп, үҙ-ара алыша. Был тамаша һәр саҡ бик күп көйәрмәндәр йыя. Майҙан уртаһында башта 7-8 йәшлек малайҙар, шунан ир ҡорона еткәндәр көс һынаша. Еңеүсегә түбәтәй, яулыҡ йәки туҡыма киҫәге бүләк итәләр. Еңеүсе бүләген атаһына, ағаһына йәки оло абруйлы кешегә тапшыра һәм уға аҡса бирәләр. Иң аҙаҡҡа еткән ике көслө батыр төп призға ярыша, иң көслөһө бүләккә тере һарыҡ алып ҡайта. Көс алышырға майҙанға күрше ауылдарҙан да килә торған ғәҙәт булған.
«Был ритуал тамашаны башҡорттарҙың борон-борон боронда, әлмисаҡта булған мифологик ҡараштарының, ике көс – Яҡшылыҡ һәм Яманлыҡ, Яңы һәм Иҫке, Тормош һәм Үлем алышыуының сағылышы тип интерпретацияларға мөмкин. Ошо алышта Яҡшылыҡ көстәре Яманлыҡ көстәрен еңә һәм донъяла тәртип, рәт, ип барлыҡҡа килә»,
- тип билдәләй башҡорт мифологияһын тикшереүсе Зәкирйән Әминев.
Һырғауылға менеү
Мауыҡтырғыс яңғыҙ ярыштарҙың береһе – һырғауыл, йәғни бейек, вертикаль ҡуйылған бағанаға менеү. Бағананың иң башында бүләктәр (әтәс, итек, гармун, сигелгән таҫтамал, яулыҡтар) эленеп тора. Кем иң өҫкә менеп етә, шул бүләкте алып ҡайта. Бейеклеге 15 метрға еткән шыма бағананың өҫтөнә менеп етер өсөн иҫ киткес көс һәм етеҙлек, оҙайлы күнегеүҙәр кәрәк.
Мифологияла шыма бағана Урал батыр күккә менгән донъя бағанаһын да символлаштыра.
Һабантуйҙа күңел асыу
Һабантуй ваҡытында йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарыла, музыканттар халыҡ уйын ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡылҡумыҙ, дөңгөр һәм башҡаларҙа уйнай. Майҙан эргәһендә һый-хөрмәт әҙерләнә. Һабантуй бишбармаҡ, ҡаҙы һәм башҡа башҡорт халыҡ аштары булған уртаҡ байрам табыны менән тамамланған. Һәр ауыл, ҡаҙан аҫып, байрамға атап һуйған һуғымын бешерә, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы тирмәләргә бүлешеп алып һыйлай. Йола буйынса һуғым башы йәки баш итен ҡарттарға баш эйеп, йәш батыр килтереп бирә. Оло йәштәге бабай йә мулла, баш эйеп, ҡабул итә һәм хөрмәт өсөн рәхмәт әйтә. Баш итен ҡарттар барыһы ла ауыҙ итергә тейеш.
Ғалим Сергей Руденко көнсығыш Урал аръяғында ит бешереү йолаһын күҙәтеп, былай тип яҙа: «Шаҡтай киң, тәрән булмаған соҡорҙа ут тоҡандарылар, уның өҫтөнә рәткә бер нисә һыу һәм ит тултырылған ҡаҙан ҡуйыла. Бер нисә кеше осло таяҡтар менән аш бешеүен ҡарап тора. Шунда уҡ икенсе төркөм ҡаҙы эшләү, бишбармаҡ әҙерләү менән мәшғүл. Бишбармаҡ әҙер булғас, бөтә халыҡ табынға ултыра, унан һуң таралышалар һәм кискә табан ҡайтып китәләр».
Һабантуй – хеҙмәт, спорт һәм халыҡтар дуҫлығы байрамы
Һабантуй хәҙер хеҙмәт, спорт һәм халыҡтар дуҫлығы байрамы булараҡ үткәрелә. Уны республика башлығы бойроғо менән ял көндәрендә, сәсеү эштәре бөткәс ойошторалар. Һәр ҡалала, районда һабантуйҙы йыл һайын үткәрә торған махсус урындар бар. Яҙыусылар һәм шағирҙар ошо байрамға арнап әҫәрҙәр яҙа. Тайфур Сәғитовтың «Һабантуй», Әхиәр Хәкимовтың «Бәйге» романдарында, Рәмил Хәкимовтың «Һабантуй» йыйынтығында, Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Булат Рафиҡов һәм башҡа авторҙарҙың шиғырҙарында халыҡ йолалары философик мәғәнә ала.

«Башҡорт энциклопедияһы» хәбәр итеүенсә, 1991 йылдан һабантуй Бөтә республика байрамы статусы ала. Хәҙерге Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Бөтә халыҡтарҙың берләшеп Һабантуй үткәреүҙәре милли йолаларҙың күсәгилешлелеген, һәр халыҡтың милли мәҙәниәтен ихтирам итеүҙең өлгөһө булып тора. Йылдан-йыл байрам яңы йөкмәтке һәм формалар менән байытыла. 2019 йылда Башҡортостанда һабантуйҙарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу һәм эсеү тыйылды, айыҡ тормош алып барыуҙы хуплау көсәйҙе.
Һуңғы йылдарҙа һабантуй тарихи сиктәрҙән сығып, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, башҡорт һәм татар диаспоралары булған ерҙә үтә. Быуаттар төпкөлөнән килгән милли үҙаң, ҡунаҡсыллыҡ, байрамдың яҡшы рухы төрлө милләт һәм дин кешеләрен ылыҡтыра, яҡынайта. 2001 йылдан Рәсәйҙә профессионал һәм үҙешмәкәр артистар һәм коллективтар, спортсмендар ҡатнашлығында Федераль һабантуй ойошторола.
Күп йылдар Һабантуй башҡорт һәм татар байрамы булараҡ сит илдәрҙә, мәҫәлән, Истамбулда, шулай уҡ Балтия буйы, Европа, Канада, АҠШ илдәрендә үткәрелә. Республиканан ситтә үткәрелгәндә һабантуй даталары сәсеү эштәре башланыу-тамамланыуға ҡарамай, ул милли рухтағы байрам булараҡ май айынан алып авгусҡа тиклем үткәрелеүе мөмкин.
«Һис шикһеҙ, тыуған иленән ситтә йәшәгән кешеләр өсөн һабантуй – яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуы ғына түгел. Был милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, русса һөйләшкән башҡорт һәм татар берекмәһе эсендә дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ күперҙәрен нығытыу. Беҙҙең «Юлдаш» берекмәһенең миссияһы — ошо байрам ярҙамында бөтә русса һөйләшкән халыҡтарҙы башҡорт һәм татар мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу һәм берләштереү. Шуға ла йыл һайын Швейцария һабантуйына Европа илдәренән күберәк кеше килеүе беҙҙең оло ҡаҙанышыбыҙ»,
ти Женевала байрамды ойоштороусыларҙың береһе Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.
Республиканы курорт төбәге булараҡ күрһәтеү, туристарҙы ылыҡтырыу, Урал аръяғында ваҡиға туризмын үҫтереү, «Яҡтыкүл» курортын ғаилә менән ял итеү урыны булараҡ имиджын күтәреү өсөн Әбйәлил районында Курорт һабантуйын уйлап сығарғандар.

Ул тәүге тапҡыр Башҡортостандың Әбйәлил районында 2015 йылдың 4 июлендә, «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге территорияһында, Яҡтыкүл (Банное) янында үтте. Байрам программаһында: көрәш майҙаны, аттар тамашаһы, халыҡ ижады күргәҙмәһе, фольклор-этнографик комплекста милли ихаталар ҡороу, башҡорт йолаларын күрһәткән костюмлы тамашалар, аш-һыу күргәҙмәһе, милли уйындар эстафетаһы.
Балалар һабантуйында — күңел асыу һәм спорт уйындары, ижади мастер-кластар, конкурстар һәм бүләктәр. Концерт программаһында — билдәле артистар һәм коллективтар сығышы. Курорт һабантуйы, брендҡа әүерелеп, туристик фестивалдәрҙә дипломдар яулай.

Заманса форматтарҙа һабантуй яңы һулыш ала. Республикала журналистар һабантуйы «Журфест» популярлыҡ яулап өлгөрҙө, Балалар һабантуйы, Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале «Туғанлыҡ»та Театр һабантуйы, «Зауралье» инвестициялар һабантуйы үткәрелә.
Текст
  • Ләйлә Аралбаева
Фото
  • Олег Яровиков, Станислав Шахов, Дмитрий Мөхәмәтҡолов, Ләйлә Аралбаева
Видео
  • «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ДУП-ы архивынан
Верстка
  • Рената Вәхитова