Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БӘЛЕШ – ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ҺӘМ ХӨРМӘТ БИЛДӘҺЕ
Бәлеш – иттән, картуфтан бешерелгән ябыҡ бәлеш, башҡорт халҡының милли ризығы.
Башҡорт һәм татар аш-һыуында уның бер нисә төрөн билдәләйҙәр: ваҡ бәлеш – әсе ҡамырҙан эшләнгән бәрәмәс формаһындағы түңәрәк ҡамыр ашы; ҙур бәлеш – иттән, картуфтан бешерелгән һурпалы ҡамыр ашы.

Бәлештең эслеген мул әҙерләйҙәр. Ул 15–20 см диаметрҙағы түңәрәк формала, йә 20 cм киңлектәге дүрт мөйөш итеп эшләнә. Бәлештең аҫҡы өлөшөн (төбөн) 7–10 см тирәһе күтәреп, бөгә-бөгә тарайталар. Өҫтөндә 2–3 см диаметрҙағы уйым ҡалдырыла.

Бәлештең ҡамырын иләнгән ярма ононан баҫалар. Эслеген төрлөсә эшләйҙәр. Әммә төп ингредиенттар: майлы ит (ҡаҙ, өйрәк, һыйыр ите, ҡаҙҙың тәпәйҙәре, эс ҡарыны), ярма, дөгө, йәки ваҡлап туралған картуф. Был ҡатнашмаға тоҙ, борос, һуған һәм тәмләткестәр ҡушалар. Барыһын бергә яҡшылап болғатҡандан һуң бәлештең эсенә тултыралар. Өҫтөн бәләкәйерәк ҡамыр менән ябып, ситтәрен йәбештергәндән һуң, иң өҫкө уйымды ҡамырҙан эшләнгән "бөкө" менән ҡаплап ҡуялар. Бәлештең тышҡы формаһы кибеткә оҡшаған, шуға күрә өҫтөнә ҡуйылған был бөкөнө төнлөк тип атағандар.

Бәлеште табала бешерәләр, ҡамыры ҡыҙарып сыҡҡас, төнлөгөн асып һурпа ҡоялар. Һурпалы бәлеш һутлыраҡ була. Шуға күрә бындай бәлеште ҡайһы саҡта һурпалы бәлеш тип атайҙар, – тип яҙылған Башҡортостан Республикаһының тарих, тел һәм әҙәбиәт Институты ғаилимдары сығарған "Урта Волга буйы һәм Урал яғы татарҙары" китабында.

Күсмә тормош рәүеше башҡорттарҙың көнкүреш мәҙәниәтен, аш-һыуын, традицияларын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнаған. Ҡыш көнө ауылдарҙа, йәй сәхрәләрҙә йәшәгән халыҡ миҙгелдәргә ҡарап та аш-һыу төрләндергән.

Төрки халыҡтарҙың аш-һыу традициялары бөгөн дә айырылып тора – башҡорт һәм татар халҡы, мәҫәлән, һөт ризыҡтарының, татлы бәлештәрҙең, традицион былауҙың, туҡмаслы аштарҙың, бутҡаларҙың, сәйҙәрҙең, ҡамыр аштарынаң күп төрлөлөгө менән танлыу яулаған.

Әммә милли рациондағы бик күп үҙенсәлектәр тарих төпкөлөнә барып тоташа, күрше йәшәгән ҡәрҙәш халыҡтар аш-һыу өлкәһендә бихисап үҙләштереүҙәргә, оҡшашлыҡтарға дусар булған.
Башҡорт аш-һыуҙарының үҙенсәлектәре
Башҡорт ризыҡтары тәмләткестәрҙең әҙ ҡулланылыуы менән айырыла: бында, ғәҙәттә, ҡара һәм ҡыҙыл борос, һарымһаҡ ҡулланалар. Уның ҡарауы, әнис, йәшел һуған, кеүек тәбиғи йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирелә.

Башҡорт аш-һыуында иттең мул булыуы мөһим урынды биләй. Ҡайнар аштар, ҡапҡылау өсөн әҙерләнгән ризыҡтар күп күләмдә иттән бешерелә. Итһеҙ аштарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Башҡорт ризыҡтарының күбеһе туҡлыҡлы һәм тиҙ әҙерләнелә.

Хәҙерге башҡорт аштары боронғо көнитмештең традицияларын һаҡлап, төрлө биҙәлештәр һәм продукциялар йәһәтенән яңылыҡ өҫтәгән. Әммә, заманса ризыҡтар ни тиклем генә бай булмаһын, байрам табындарын барыбер традицион милли аш-һыу биҙәй. Башҡорттоң бер байрамы ла бишбармаҡһыҙ, һурпаһыҙ, сәк-сәкһеҙ һәм бәлешһеҙ үтмәй.

Бәлеште башлыса ит күп саҡта, ҡыш көндәрендә бешергәндәр. Тантаналы байрамдарға, мәҫәлән, туй табынына, әсе һәм сөсө ҡамырҙан ҙур бәлештәр эшләгәндәр. Ситтәрен бөгөү еңел булһын өсөн йәймәне тәрән табаға һалғандар. Уның өҫтөнә ваҡлап туралған ит, һуған, бәрәңге, йәки ярма һалып, өҫкө ҡатламға бәләкәсерәк йәймә – "ҡапҡас" япҡандар. Бәлеште Башҡортостандан ситтә йәшәгән кешеләр ҙә бешерә.

Мәҫәлән, Урта Иртыш буйы биләмәләренә был ризыҡ Волга буйы һәм Урал аръяғы халҡынан барып етеүе ихтимал. Бындай бәлеш уларҙа урындағы ризыҡ һанала һәм генетик яҡтан болғарҙарға бәйле, тип иҫәпләнә. Был хаҡта "Омск дәүләт университеты хәбәрҙәре"ндә баҫылған " Урта Иртыш буйы халыҡтарының аш-һыуы" мәҡәләһендә телгә алына.
Н. М. Сафинаның 1976 йылда Башҡорт китап нәшриәтендә баҫтырылған "Башҡорт аштары" китабында башҡорт бәлешенең бер нисә рецебы баҫылған.
Бәлешкә килегеҙ!
Башҡортостан халҡы йолалары һәм милли асылы менән көслө. Бында байрам һәм ял көндәрендә бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр, төрлө тоҙланмалар, әҙерләмәләр яһайҙар, айырыуса ауыл ғаиләләрендә ҙур бәлештәр бешерәләр. Ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа ҙур бәлеш әле лә ғәҙәти байрам ризығы булып ҡала. Ябай ғаилә табыны булһынмы, туй, йә юбилей тантанаһымы – бәлеш өҫтәлдә иң төп һый!

Хәҙер иһә бәлеште һәр кемдең алдына тәрилкәгә һалып биреү ҡаралған. Ә элек, бәлеште уртаға ҡуйып, уның тирәләй һөйләшә-һөйләшә ҡалаҡ менән ашағандар.

Ҙур бәлеш ғаиләләрҙе берләштерә, татыулаштыра, уның янында бер-береһенә үпкәләгән кешеләр йыйыла алмай.

Ә туйҙарҙа иһә бәлештең нисек бешеүенә ҡарап, әсәй-өләсәйҙәр йәштәрҙең киләсәк тормошон юраған. Шуға күрә туй тантанаһы өсөн бәлешкә иң таҙа, саф, тәбиғи ризыҡтар ғына һайланылған.
Автор
  • Розалия Валеева
Фото
  • Использованы фотографии портала «КВ»
Верстка
  • Рената Вахитова
Дата
  • 23.12.2019