Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт эпосы
« Заятүләк һәм Һыуһылыу »

Халыҡтың берләшеүе хаҡында эпос.
Героик эпос һәр саҡ халыҡтың күңел торошон, аяныслы яҙмышын сағылдыра. Заятүләк менән Һыуһылыу эпосында ла башҡорттарҙы борсоп торған мәңгелек һорауҙар күтәрелә. Ирек һәм үҙаллылыҡ өсөн көрәш, түрәлек өсөн тартышты туҡтатып, берләшергә ынтылыу. Эпоста шулай уҡ йәшәйеш, тормош мәғәнәһе, халыҡтың эстетик күңел
ҡиммәттәре, йәшәү рәүеше, аң ҡеүәһе асыҡ сағылыш таба. Ғәҙеллек һәм йолаларға тоғролоҡ иң
юғары ҡиммәттәр булараҡ күрһәтелә. Әммә эпостың тарихы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ.
Аслыкүл
Балҡантау
Заятүләк һәм Һыуһылыу» эпосында легендар Заятүләк батырҙың Асылыкүл һәм Ҡандрыкүл хужаһы ҡыҙы Һыуһылыуға булған мөхәббәте һүрәтләнә. «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» боронғо эпостарындағы кеүек үк, ваҡиғалар ерҙә
генә түгел, мөғжизәле һыу аҫты донъяһында ла бара. Эпос
эпик-әкиәти юҫыҡта ҡоролған. Төп тема – батырҙың
халыҡ араһындағы ыҙғышты туҡтатыуға, ғәҙеллек
булдырыуға ынтылышы сағылышы.

Сюжетҡа ярашлы Заятүләк оло ағалары менән
низағлашҡандан һуң тыуған йортон ҡалдырып сығып китә.
Асылыкүл ярында ул һыу аҫты батшалығы ҡыҙы Һыуһылыуҙы
осратып, уға мөкиббән ғашиҡ була. Уның оҙон толомонан тотоп алып,
ул һыу аҫты батшалығына күсә һәм унда хужа була. Әммә ваҡыт үтеү менән тыуған ерен бик ныҡ һағына башлай. Һыу аҫтында уға тыуған ерендәге кеүек тауҙар төҙөйҙәр, әммә уның күңеле тынысланмай. Ҡайныһының фатихаһын алып, ул тыуған яҡтарына ҡатыны һәм уның бай бирнәһе – көтөү-көтөү йылҡы малы менән ҡайтып төшә. Күл буйында бәхетле һәм мул тормошта йәшәй улар. Әммә Заятүләккә тыуған йортонан насар хәбәрҙәр килә, ағалары үҙ-ара
тыныша алмай икән, ул юлға сыға. Һыуһылыу уны зарығып көтөп
ҡала, әммә көтөп ала алмай, һағыштан һарғайып үлә. Заятүләк
тә һөйгәненән башҡа йәшәй алмай, үҙенә ҡул һала. Асылыкүл
эргәһендәге Балҡантау тауы шуға ла борон-борондан
башҡорттарҙа изге һанала.
БАДТ 1998 й. Спектаклдән өҙөк
Яҙма тарихы
Башҡорт эпик ижадының иң боронғо осорона ҡараған әҫәр бик күп тикшеренеүселәр һәм яҙыусылар
хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.
1843 йылда уҡ Владимир Даль «Москвитянин» журналында «Башҡорт һыуһылыуы» исемле әҫәр баҫтырып сығара.

Әммә уның варианты төп сығанаҡтан бер аҙ айырыла. Яҙылыу стиле лә прозала, ә башҡорт вариантында ул һамаҡ-көй формаһында бирелә.

В.И. Даль
рус яҙыусыһы, лексикограф һәм этнограф, фольклор йыйыусы, хәрби врач
Башҡорт сәсәндәре һөйләшкә, декламацион стилгә ҡоролған көйләүҙе һамаҡ-көй тип атай – был көйләү формаһы эпик ҡобайырҙың иң боронғо төрөнә ҡарай, халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған батырҙар, ырыу башлыҡтары, уларҙың батырлыҡтары тураһында һөйләй.
Рус теленә тәржемә образдар сихрилығын бөтә тулылығында бирә алмай, әммә уның ярҙамында бик күп кеше башҡорт халҡының эпик ижады ҡомартҡыһы менән таныша ала. Әйткәндәй, әҫәрҙең тәүге шиғри тәржемәһен Лев Суходольский «Түләк хаҡындағы башҡорт легендаһы» әҫәрендә ҡуллана. Этнограф Григорий Потанин «Дала эпосындағы диңгеҙ ҡыҙы» хеҙмәтендә тап ошо вариантҡа мөрәжәғәт итә. Был сюжетты ул башҡорт халҡының үҙенсәлекле ауыҙ-тел ижады өлгөһө булараҡ ҡына түгел, ә төрки халыҡтарының башҡа эпик әҫәрҙәре менән сағыштырыу өсөн дә ҡуллана.


Күпме генә һораһа ла, Заятүләк Һыуһылыуҙы ебәрмәгән. Бик оҡшатҡан егет ҡыҙҙы һәм былай тип һамаҡлаған:

Всю ночь, держа по звездам путь,
Я без отдыха скакал, красавица;
Не знаю имени твоего и страны –
Назови же мне их, красавица!
Вместе мы будем жить,
Вместе семью создадим.

Әйткән ҡыҙ:

– Успокойся, красивый егет,
Имя мое – Хыухылу,
Ты не добивайся меня,
Егет, не могу быть ровней тебе.
Я создана из лучей,
Не глумись надо мной, заставив
По земле ходить,
Не будет равной сыну земли
Девушка, созданная из лучей.
Егет, не уговаривай меня,
Отпусти меня, сын земли,
Если узнает отец, на тебя пойдет войной,
На голову твою падет беда.
Әҫәр варианттары
1875

Әҫәр өлгөләре бик күп этнографтарҙың хеҙмәтендә сағылыш таба. 1875 йылда Р.Г. Игнатьевтың оҡшаш сюжетлы «Һары Сәхиптең Абдрахман улы хаҡындағы әкиәт» әҫәре донъя күрә.

Р.Г.Игнатьев
Мәғлүмәт сығанаҡтары: Википедия

Вильмош Прёле
Биография: Википедия
1901

Венгр тюркологы В.Преле «Заятүләк һәм Һыуһылыу»эпосының ҡыҙыҡлы вариантын яҙып ала. Ул йыйған материалдарҙың бер өлөшө Будапешта «Башҡорт әкиәтенең билдәле варианты» исеме аҫтында немец һәм вегр телдәрендә донъя күрә.
1902

Х.С. Солтанов тарафынан 1902 йылда баҫып сығарылған «Заятүләк һәм Һыуһылыу» эпосы оригиналдан ҡырҡа айырыла. Мәҫәлән, төп геройҙың атаһын Һаҡмар түгел, ә Һарымырҡыҫа тип атайҙар. Шулай уҡ әҫәрҙә Заятүләк менән Һыуһылыу һәләк булмай, ә Балҡантауҙа оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер итә.

Аслыкүл күле
Башҡортостан республикаһының иң ҙур күле. Саҡырым:
54°18′46″ с. ш. 54°34′38″ в.


М. Ғафури
Биография: Википедия
1909

Билдәле башҡорт яҙыусыһы Мәжит Ғафури «Заятүләк һәм Һыуһылыу» эпосын 1909 йылда, Асылыкүл эргәһендә йәшәүсе башҡорттарҙа булғандан һуң, яҙып ала һәм баҫып сығара. Ул яҙып алған вариантта эпос геройҙары юғары романтик рухта һүрәтләнә. Был варианттың төп үҙенсәлеге - эпостың боронғолоғон иҫбатлаусы оғуз теле элементтары һаҡланып ҡалыуында.
Эпостың таралыуы
Тәү осор башҡорт ауыҙ-тел ижады һәйкәле ауыҙҙан-ауыҙға ҡобайыр формаһында тапшырыла килә. Унан тыш 1917 йылға тиклем «Заятүләк һәм Һыуһылыу» шулай уҡ яҙма вариантта ла киң тарала. Был археологик экспедициялар ваҡытында иҫбатланды. Һуңғы йылдарҙа ғалим-фольклорсылар эпостың төрлө варианттарын Ырымбур өлкәһендә һәм Башҡортостан төбәктәрендә лә яҙып ала.
Эпос шулай уҡ нотаға ла һалына. Көйҙөң варианттары Хөсәйен Әхмәтов, Камил Рәхимов, Сергей Рыбаков тарафынан яҙып алына. Ырымбур өлкәһенең, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә яҙып алынған утыҙлаған варианты Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә һаҡлана.
Тарихи
ҡиммәте
Һәр әҫәр тарихи йәһәттән ҡиммәтле, ул ата-бабаларҙың боронғо йәшәйешен күҙ алдына баҫтыра ти
Бынан тыш, әҫәрҙә бөгөн дә һаҡланып ҡалған тарихи ҡомартҡылар хаҡында һөйләнелә. Асылыкүл ярында әлегәсә Һыуһылыу сәсен тарап ултырған таш һаҡланған.
Тел байлығы йәһәтенән дә эпос ҙур ҡиммәткә эйә
Тел бында донъяны танып белеү алымы булараҡ ҡулланыла. Эпоста тел байлығы фонетик, лексик, морфологик йәһәттән тулы сағылыш таба, образлылыҡ, хис байлығы йәһәтенән дә ул үҙе бер хазина. Эпос телмәренең байлығы мәҡәлдәр, тапҡыр әйтемдәр, фразеологик һүҙбәйләнештәр, синоним һәм антонимдар ярҙамында тулылана. Тап ошо нескәлектәр башҡорт халҡының көнкүрешен өйрәнергә һәм аңларға ярҙам итә.
Боронғо эпос киләсәккә юл һала
Башҡорт фольклористикаһында был эпосты өйрәнеү буйынса ҙур
эш башҡарылған. Мәҫәлән, Кирәй Мәргәндең «Башҡорт халҡының
эпик мираҫы» китабында уға бер бүлек арналған. Шунда уҡ ғалим
«Заятүләк һәм Һыуһылыу» эпосындағы ҡайһы бер мотивтарҙың
«Урал батыр» эпосы менән ауаздаш булыуын билдәләй.
Әлеге ваҡытта эпос билдәлелек яулай бара. "Заятуләк hәм Һыуһылыу" эпосынан Балҡантау өҙөге айырым әҫәр булараҡ башҡарыла. 2015 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Һыуһылыу» исемле милли йәштәр балеты ҡуйылды. Унан тыш эпос төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Эпосты рус, инглиз, немец, төрөк телдәрендә уҡырға була.
"Балҡантау" "Арғымаҡ" этно-төркөм башҡарыуында
Использованная литература:
1. Башкорт халык ижады. 3 том. Эпос. Уфа, 1998;
2. Киреев А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
3. Ахметшин Б. Г. Заятуляк и Хыухылыу // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2018
4. Ахмадрахимова О.В. БАШКИРСКИЙ ЭПОС «ЗАЯТУЛЯК И ХЫУХЫЛУ» // В мире науки и искусства: вопросы филологии, искусствоведения и культурологии: сб. ст. по матер. VIII междунар. науч.-практ. конф. Часть II. – Новосибирск: СибАК, 2012.
Видео:
1. Заятуляк и Сусылу Дюртюли, школа №4. 2014г. Русские субтитры
https://www.youtube.com/watch?v=hGZWVvGz1mk
2. УЙЫН Заятуляк Отрывок. Драмкружок из г. Дюртюли. 2014г На баш. языке
https://www.youtube.com/watch?v=xCXKjBpy5fw
3. С.Сурина Заятуляк и Сусылу. Спект. БАТД. 1998г. Муз. И.Халилова. Часть 1 (всего 3 части) https://www.youtube.com/watch?v=56PO8jvP0vE
4. С.Сурина "Заятуляк и Сусылу". Спект. БАТД. 1998г. Муз. И.Халилова. Часть 2 (всего 3 части). https://www.youtube.com/watch?v=a5m5mbL9a20
5. С.Сурина "Заятуляк и Сусылу". Спект. БАТД. 1998г. Муз. И.Халилова. Часть 3 (всего 3 части). https://www.youtube.com/watch?v=FRCDMPjLpQE

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.