Тирмәне ҡаплау һәм урын-ер әйберҙәренә кейеҙ әҙерләү өсөн боронғо башҡортта көҙгө һарыҡ йөнөн ҡулланған, ул баҫыуға еңел булған һәм яҡшы тығыҙланған. Тикшеренеүселәр мәғлүмәттәренә ярашлы, оло кейеҙ япмаларын әҙерләү өсөн йөндө бер нисә миҙгел дауамында йыйғандар, йәки әҙер ҡашмауҙарҙы ҡулланғандар, мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙан алғандар. Ҙур булмаған семәрле ҡашмауҙарҙы тигеҙ йомшаҡ йөндән әҙерләгәндәр. Урын-ер кәрәк-яраҡтары өсөн махсус йомшаҡ ҡашмауҙар ҡулланылған, бының өсөн йөндө өс ҡатҡа бүлеп йәйгәндәр: тәүге ҡатына көҙгө йөн, унан яҙғыһын, шунан ҡабаттан көҙгө йөн һалынған.