Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Иң боронғо легендала
иң билдәле булған батыр


«Урал батыр» – башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы,
Ер йөҙөндәге иң боронғо эпостарҙың береһе.

Эпос таш быуаттарҙан алып меңәрләгән йылдар буйына барлыҡҡа килгән. Хәҙерге
заман тикшеренеүселәре «Урал батыр» эпосында зороастризм, тәүге
монотеистик дин менән параллелдәр таба, ә Урал батыр образында
әүлиә, донъяны барлыҡҡа килтереүсенең һыҙаттарын күрә.
Нимә ул «Урал батыр» эпосы
Башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһының тәүге яҙмалары 1910 йылда 2-се Бөрйән волосы Ырымбур губернаһының Иҙрис ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы)
Ғәбит сәсән Арғынбаевтан һәм Икенсе Этҡол ауылында Хәмит
сәсән Әлмөхәмәтовтан Мөхәмәтша Буранғолов
тарафынан яҙып алынған.
Эпос 4 755 шиғри һәм 19 проза
юлынан тора. Сәсәндәр тарафынан
ҡобайыр башҡарыу манераһында башҡарыла.
«Урал батыр» эпосы боронғо башҡорттарҙың мифологик һәм әхлаҡи-этик күҙаллауҙарына нигеҙләнгән . Ғалимдарҙың күбеһе уны башҡорт
халҡының героик эпостары системаһында иң боронғо сығанаҡ тип һанай. Күп әҫәрҙәр «Урал батыр» эпосының әҙәби-эпик дауамы булып тора. Мәҫәлән, «Аҡбуҙат» һәм «Бабсаҡ менән Күсәк» эпостары, «Урал батыр» эпосының
сюжет линияһын дауам итеп, башҡорт эпик
әҫәрҙәренең берҙәм циклын барлыҡҡа килтерә.
«Урал батыр» эпосы төрлө баҫмаларҙа бер нисә тапҡыр баҫылып сыға
«Урал батыр» эпосы
нимә тураһында
Эпос ваҡиғалары фантастик донъяла бара, геройҙар кешегә
хас булмаған юғары көскә эйә, улар бөйөк эштәр
башҡара, йәки, киреһенсә, яуызлыҡ ҡыла.
Эпоста үҙәк урынды биләгән йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек темалары яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ темалары менән үрелеп бара. Композицион яҡтан эпос өс быуын геройҙарҙың тормошон бәйән иткән
бер нисә өлөштән тора.

Инеш өлөштә бөтә донъяны һыу баҫыуы, тәүге кешеләр – Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, уларҙың Урал һәм Шүлгән улдары тыуыуы тураһында һүҙ бара. Үлем кешенән көслөрәк булыуы хаҡында белгәс, Урал һәм Шүлгән кешене һәм тәбиғәтте үлемһеҙ итәсәк Йәншишмәне эҙләп китә. Атай йортонда уҡ туғандар араһында башланған низағ тере һыу эҙләп барған сәфәр ваҡытында ла дауам итә. Яуыз Шүлгән, дейеүҙәр менән килешеп, Яуызлыҡ һәм Ҡараңғылыҡ яғына күсә, ә Урал Яҡтылыҡ һәм Яҡшылыҡ донъяһын яҡлаусы булып таныла. Ул ҡанатлы ат Аҡбуҙат һәм Һомай ярҙамында тере һыуҙы эҙләп таба һәм тәбиғәткә үлемһеҙлек бүләк итә. Әҫәрҙә Урал батырҙың ҡаһарманлыҡтарын һүрәтләү үҙәк урынды алып тора.
Йәлил Сөләймәнов. "Урал батыр" эпосына иллюстрациялар
Беренсе өлөшө Ҡатил илендәге батырлыҡтарына бағышланһа, икенсеһендә иһә Ҡәхҡәһә батшалығында дейеүҙәр менән алышы һүрәтләнә. Киләһе өлөштәрендә батыр кешеләр, ҡоштар һәм хайуандарҙы ҡотҡарыу хаҡына Әзрәҡә һәм уның йыландары – дейеүҙәр менән алыша. Йомғаҡлау өлөшө Уралдың Ҡәхҡәһәне еңеүе, уның иҫән ҡалған дейеүҙәр һәм Шүлгән менән көрәше, үҙ ғүмерен кешеләрҙең ерҙәге киләсәге хаҡына ҡорбан иткән Уралдың үлеме, шулай уҡ уның улдары Яйыҡ, Нөгөш һәм Иҙел, Шүлгәндең улы Һаҡмарҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында бәйән итә.
Эпоста үлемдән ҡасып булмауы, уның кәрәклеге философик планда асыла. Мәңге йәшәүгә хөкөм ителгән Тарауыл ҡарттың һүҙҙәре һәм Урал батырҙың үлер алдынан әйткән васыяты үлемһеҙлектең ысын мәғәнәһен аса – кешеләр физик яҡтан үлемһеҙ түгел, ә изге эштәре менән үлемһеҙ.
"Урал Батыр"башҡорт ҡобайыры. Фильм-йыйынтыҡ, 2008 й.

«Урал батыр»ҙың ҡайһы бер мотивтары һәм образдары «Ҡара юрға», «Ҡуңыр буға», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Юлай менән Салауат» эпостарында
ла осрай, ә «Аҡбуҙат» эпосы уның логик дауамы булып тора.
Эпостың күп образдары һәм мотивтары башҡа
халыҡтарҙың эпик әҫәрҙәре образдары
һәм мотивтары менән ауаздаш.
Шүлгән – таныш исем
«Урал батыр» эпосы нимә хаҡында бәйән иткәнен
белмәһәгеҙ ҙә, Шүлгән исеме һеҙгә яҡшы таныш.

«Урал батыр» тексында донъяны булдырыусылар тыуҙырған эпик ареал – айырыуса һаҡланған тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни ҡомартҡы булған хәҙерге "Шүлгәнташ" мәмерйәһе территорияһы.

Шүлгән – «Урал батыр» эпосы геройының өлкән ағаһы, ер аҫты донъяһы батшаһы. Эпоста һөйләнеүенсә, Шүлгән йылғаһы сыҡҡан урын төрлө әкиәттәрҙән ишетеп белгән «үле һыу» сығанағы. Урал батыр, һыуҙа йәшеренеп ятҡан дейеүҙәрҙе еңеп, шишмәне зарарһыҙландырған. Ләкин үҙ ғүмерен ҡорбан иткән. Мәмерйәнең ысынлап та ике сығанағы бар, берәүһе составында төрлө ҡатнашмалар арҡаһында эсергә яраҡһыҙ. Бәлки, ул «үле һыу» сығанағылыр. 6 метр тәрәнлегендәге күл мәмерйәгә ингән урында ята. Шулай итеп, эпоста ысынбарлыҡтағы урындың һүрәтләнеүен күрәбеҙ.
Миллион йыл элек барлыҡҡа килгән был эре карст ҡатламы Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Бөрйән районында «Шүлгәнташ» мәмерйәһе территорияһында Һарыҡүҫкән тауының көньяҡ битләүендә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
A
Мәмерйә стенаһындағы палеолит дәүерендә, бынан 14 -14,5 мең йылдар элек, төшөрөлгән һүрәттәр мәмерйәне бөтә донъяға таныта. Табылған ике йөҙҙән ашыу һүрәттең утыҙға яҡыны ғына яҡшы һаҡланған. Уларҙың ҙурлығы 44 сантиметрҙан 112 сантиметрға тиклем. Фигураларҙың күбеһе ҡыҙыл буяу менән яһалған, әммә һирәкләп күмер менән төшөрөлгән мамонттар, аттар, башҡа хайуандар, антропоморф фигуралар, шулай уҡ аңлайышһыҙ билдәләр ҙә осрай. Уран-торий дата күрһәткесе буйынса, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге иң боронғо һүрәттәр 36400 йыл элек төшөрөлгән.
1954 йылда зоолог А. В. Рюмин тарафынан асылған был ҡаялағы һүрәттәр ғилем донъяһында ысын сенсация була, сөнки палеолит дәүерендә юҡҡа сыҡҡан хайуандар һүрәттәре Франция һәм Испанияла ғына осрай тип һаналған. Баҡтиһәң, Уралда ла Европа кешеләренән бер ҙә ҡалышмаған халыҡ йәшәгән.

А.В. Рюмин
Мәмерйәлә шулай уҡ таш эш ҡоралдары, буяу, күмер, көл табылған. Был табыштарға – 15-17 мең йыл. Күптән түгел боронғо арыҫландың һөйәктәре табылған, ул беҙ белгән хайуандыҡынан күпкә ҙурыраҡ. Эпоста бит Урал менән Шүлгән юлға арыҫландарға атланып сыға.
Тәүге тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында ХVIII быуатта Көньяҡ Уралдың билдәле ғалим-тикшеренеүсеһе Петр Рычков яҙып сыға. Ул башҡорттарҙан борон мәмерйәнең юғары ҡаттарына тауҙан тар ғына тура юл булғанлығын белә. Әммә спелеологтар уны таба алмай. Рычков Шүлгәнташты Башҡортостандың бөтә мәмерйәләре араһында иң изгеһе тип һаналыуын билдәләй. Тикшеренеүсенең яҙмалары башҡорттарҙың мәмерйә культын һүрәтләгән иң тәүге яҙмаларынан һанала.
Башҡортостандағы иң билдәле һәм иң изге мәмерйә
Рычков П.И.
Рус географы, ғалим, тарихсы, иҡтисадсы, тәбиғәт фәндәре белгесе, Петербург Фәндәр академияһының тәүге мөхбир-ағзаһы
Тикшеренеүсенең яҙмалары башҡорттарҙың
мәмерйә культының һүрәтләгән
иң тәүге яҙмаларынан һанала.
Шулай уҡ эпоста Көньяҡ Уралдың реаль географик урындары һүрәтләнә. Мәҫәлән, эпоста хәҙерге Башҡортостандың билдәле топонимик
объекттары: Урал, Шүлгән (Шүлгәнташ), Ирәмәл, Ҡырҡты,
Ямантау, Яйыҡ, Ағиҙел, Нөгөш, Һаҡмар һүрәтләнә.
Эпоста уларҙың килеп сығыуы мифик
геройҙар – ата-бабаларының
ҡаһарманлыҡтары
менән бәйле.
Эпос хәҙерге көндә
Ауыҙ-тел ижадының күсәгилешлеге, эпик әҫәрҙәр
мираҫы юғалыу кимәлендә, эпос башҡарыу
һәләте юҡҡа сыға бара.
Башҡорттарҙың социаль-иҡтисади тормошо үҙгәреүе сәбәпле ҡобайырҙарҙы башҡарыу оҫталығына өлкән быуын кешеләре генә эйә. Был жанрҙағы әҫәрҙәрҙе белеүселәр ҙә аҙая бара. Башҡорттарҙың боронғо ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереүгә күберәк иғтибар бүлергә, әйтеш кеүек ярыштарҙы ойошторорға кәрәк. Әйтергә кәрәк, был юҫыҡта "Урал батыр" эпосы юғалып ҡалманы. Республикала йыл һайын "Урал батыр" эпосын һөйләүселәр араһында конкурс уҙғарыла. Ошо йылдар дауамында ҙур әҫәрҙе тулыһынса яттан һөйләүсе ҡатнашыусылар һаны арта бара, ҡайһы берҙәре эпосты хатта бер нисә телдә лә башҡара.
Башҡарыу оҫталығын тергеҙеү, һаҡлау, камиллаштырыу
маҡсатында республикала М.Аҡмулла исемендәге
Башҡорт дәүләт педагогия университетында,
Сибай ҡалаһында, Әлшәй, Бөрйән, Ғафури,
Салауат һәм Хәйбулла райондарында
"Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе эшләп килә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма
театры тарафынан "Урал батыр" спектакле ҡуйылды

"Аҡбуҙатты эҙләгәндә" фәнни-популяр фильмы төшөрөлгән.
"Аҡбуҙатты эҙләгәндә" / 1-се серия
"Аҡбуҙатты эҙләгәндә" / 2-се серия
"Аҡбуҙатты эҙләгәндә" / 3-сө серия
"Аҡбуҙатты эҙләгәндә" / 4-се серия
"Р.И.Продакшн" киностудияһының эше, Рияз Исхаҡов фильмы, 2006 й.
Шулай уҡ "Урал батыр" анимация фильмы төшөрөлдө.
«Урал батыр» эпосы мотивы буйынса анимацион фильм. «Аманат» студияhы.
«Урал батыр» эпосы "Башҡортостандың
ете мөғжизәһе"нең береһе, ул ТӨРКСОЙ-ҙың
матди булмаған мәҙәни мираҫы
исемлегенә индерелгән.
Использованная литература:
1) Шакурова Ш.Р. Башкирский народный эпос «Урал-батыр»: архивный первоисточник и его текстологический анализ. Уфа: Гилем, 2007. 386 с. ISBN 978-5-7501-0777-3;
2) Бухарова Г.Х. Башкирский народный эпос «Урал-батыр»: когнитивно-дискурсивный и концептуальный анализ: автореф. дис. канд. филолог. наук: защищена 9 окт 2009 г. – Уфа, 2009. – 52 с.
3) Санъяров Ф.Б. Особенности языка и стиля эпоса «Урал-батыр» - Уфа, Б.и.,
1999. – 22 с.
4) Реальность мифа: к 100-летию открытия эпоса «Урал-батыр»:: [«Круглый стол»] //Бельские просторы: ежемес. обществ.-полит. и лит.-худож. журн. – Уфа, 2010. –
№ 6. – С.184-197
5) Урал батыр. Башкорт халык кобайыры – Урал-батыр. Башкирский народный эпос – Ural batur. Bashkort Folk Epic / Проект, вступ. ст., подготовка текстов Ф. Надршиной. – 2-е изд., стер. – Уфа: Информреклама, 2005. – 468 с., 16 с. ил. ISBN 5-94780-065-9;
6) Возрождение башкирского кубаира. – А.Давлеткулов, Ватандаш, 2012, №4;
7) Шакурова Ш.Р. «Шульган» // Краткая энциклопедия Башкортостан. – Уфа, 1996.
8) Урал-батыр (эпос)/ Записан М. Бурагуловым от Г. Аргынбаева и Х. Альмухаметова в 1910 году. – Уфа, 2014. – 196 с.
8) Аминев З.Г. Эпос Урал батыр как космогонический миф, Уфа, 2007.
9) Котов В. Г. Башкирский эпос «Урал-батыр». Историко-мифологические основы. — Уфа: Гилем, 2006. — 408 с.
10) Мирбадалева А. С. Башкирский народный эпос. М.: Наука, 1977.
Видео:
1. Анимационный фильм «Урал-батыр»
(производство студии «Аманат» рук. И.Гафаров)
2. Документальный фильм «В поисках Акбузата» производство киностудии "Р.И.Продакшн" (http://riproduction.ru/) фильм Рияза Исхакова 2006 г.

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.