Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАЛАҠАТАЙ РАЙОНЫ БИЛӘН АУЫЛЫ
БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ТАМБУРлы СИГЕҮЕ
Тамбурлы сигеү
Поездарға ҡағылышы юҡ
Башҡорт сәнғәтендә тамбурлы сигеү – туҡымаларҙы декоратив эшкәртеү буйынса боронғо алым. Был сигеүҙең иң киң таралған төрө. Башҡорт тамбурына традицион элементтар ҡатыш сәскәле-үҫемлекле орнамент хас, сигеүҙәрҙә сәскә, емеш суҡтары, үҫемлек һабаҡтарының сағылышы күренә. XIX быуат уртаһына тиклем сигеү өсөн төп материал булып йорт шарттарында етештерелгән туҡыма хеҙмәт итһә, XIX быуаттың икенсе яртыһынан – кизе-мамыҡ һәм ебәк туҡымалар була. Энә һәм ырғаҡ ярҙамында, киргегә ҡуйып та тегәләр.
Ҡайҙа нисек сигәләр?
Тамбурлы сигеү өлгөһө сәнғәте төньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа һаҡланған.
Бөгөн бындай сигеү өлгөләрен Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарында, Пермь өлкәһенең Барҙы районында, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районында, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Нижнесергинск райондарында табырға була.
Әйтергә кәрәк, ҡайһы саҡта оҫталар традицион сигеүгә үҙҙәренсә яңылыҡ индерә. Тарихи үҫеш һөҙөмтәһендә сигеү буйынса тәғәйен технология, төрлө алымдар барлыҡҡа килә, сигелгән биҙәктең төҫө баҙыҡлана. Мәҫәлән, Балаҡатай районындағы оҫтабикәләрҙең тамбурлы сигеү алымы айырылып тора. Билән башҡорттарының сигеүе шыма ебәкле, ваҡ рәсемле, сағыу һәм баҙыҡ төҫтәре менән күҙҙең яуын ала.

БЫНАН ТЫШ, БИЛӘН АУЫЛЫ ОҪТАБИКӘЛӘРЕНЕҢ ҠАЙҺЫ
БЕР ЭШТӘРЕ ҮҘ-АРА ЛА АЙЫРЫЛЫП ТОРА.

ТАМБУРЛЫ сиГЕҮ ТУРАҺЫНДА
Нимәһе менән матур һуң ул?
Уларҙың төрлөлөгө һәм стилистик диапазоны киңлеге һоҡландыра. Тамбурлы сигеү һәр
саҡ күп төрлөлөгө һәм сағыулығы менән айырылып тора. Ҡыҙыл, ҡара, күк йәки аҡ
буҫтауҙа сағыу баҙыҡ ептәр ярҙамында буйлы йә суҡлы биҙәктәр барлыҡҡа килә.
Сәскәле-үҫемлекле, япраҡлы, боросло, алмалы биҙәктәрҙән тыш тәбиғи
мөхиттән алынған тамсы, оя, ырғаҡ, мәрйен, суҡтар,
тулҡындар, ҡусҡар биҙәктәр ҙә киң таралған.
Башҡорт әйберҙәрендә тамбур айырым үҙенсәлектәргә эйә
һәм күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Мәҫәлән, киң тамбурлы
йөй ғәҙәти тамбурлы сылбырҙан айырмалы элмәкле. Өҙөк тамбурлы
йөй ярты йөрәк формаһында элмәкле. Асыҡ тамбурлы йөй түңәрәк рәүешендәге
элмәктәрҙән тора. Юғары һәм түбән тамбурҙарҙы ла айыралар. Күреүегеҙсә, был сәнғәт
төрөндә үҙенсәлектәр бик күп. Шуға ла күпселек ауылдарҙа тамбурлы сигеү өлгөләре айырыла.
Ҡайҙа ҡулланылған?
Тамбурлы сигеү өлгөләрен көндәлек тормошта тораҡ эсен декоратив биҙәү өсөн,
шулай уҡ ғаилә һәм дини йолалалар башҡарғанда, халыҡ байрамдарын
үткәргәндә киң ҡулланғандар. Биҙәкле сигеү ҡорған, балаҫ, тышлыҡтар,
ҡулъяулыҡ, кисет, таҫтамал, намаҙлыҡтар
теккәндә ҡулланылған.
Айырыуса костюм, күлдәк, яулыҡ,
түшелдерек, алъяпҡыс, түбәтәй, ҡалпаҡтар теккәндә
тамбурлы сигеүҙе киң ҡулланғандар. Таҫтамал башҡорттарҙа шулай
уҡ сихри көскә эйә, шуға ла уны төрлө йола үтәгәндә йыш ҡулланғандар.
Мәҫәлән, бала тыуғанда, туйҙарҙа, шулай уҡ ерләү йолаларын
башҡарғанда ла таҫтамал мөһим роль уйнай.
тарих
Тамбурлы сигеүҙең эволюцияһы

Башҡорт тамбурлы сигеү тарихы
бер нисә осорға бүленә.

1-се осор
XIX быуатҡа тиклем тамбурлы сигеү ғәҙәти энә менән киргеһеҙ башҡарылған. Тәүге осорға бер үк мәлдә тамбурлы һәм ҡыя селтәрле сигелгән үҫемлек биҙәктәре ҡарай. Тамбурлы сигеүҙең бындай техник алымы – айырым орнамент биҙәктәрҙе тулыһынса тултырыу – башҡорттарҙың башҡа ырыуҙарында ла, шулай уҡ Урта Азия халыҡтарында ла йыш осрай. Шуға ла тикшеренеүселәр ошондай алым ҡулланылып сигелгән әйберҙәр боронғо осорға тура килә тигән фекерҙә.
Тамбур сигеүендә йөй төрҙәре
Башҡорттарҙын ырғаҡлап сигеүендә төрлө тегеү алымдары ҡулланыла
2-се осор
XIX быуаттың икенсе яртыһынан башлана, был осорҙа биҙәктәрҙе теккәндә махсус ырғаҡ – тамбур энәһе һәм туҡыманы тигеҙләү өсөн кирге ҡулланыла. Наполеонға ҡаршы һуғыштан иҫән ҡалған башҡорт яугирҙары үҙҙәренең ҡатындары һәм һөйгәндәре өсөн бик күп кәрәк-яраҡ алып
ҡайта. Эйәргә бәйләнгән тоҡтарҙа ҡыҙыл француз яулыҡтары менән бергә тамбурҙар – барабандарҙың түңәрәк әйләнәһе лә осрай. Бер аҙ ваҡыттан оҫталар тамбур түңәрәктәрен
сигеү өсөн кирге итеп ҡулайлаштыра. Шул осорҙан алып «тамбурлы сигеү», икенсе
төрлө әйткәндә, барабан түңәрәктәрендә сигеү барлыҡҡа килә.
Ырғаҡтарҙы дәмбернә тип та атайҙар.
Этнографик баҫма биттәрендә, XX быуат башындағы һарғайған иҫке фотоһүрәттәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙы тамбурлы сигелгән алъяпҡыс һәм күлдәктәрҙә күрергә мөмкин. Фотолар этнография буйынса каталогтарға һәм китаптарға индерелгән, ә сигеү өлгөләре Өфө, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы этнография музейҙарында һаҡлана.
Был осор сигеүҙәре һырҙарҙың тигеҙлеге, башҡарыу нәзәкәтлелеге менән айырылып тора. Биҙәктәр эреләнә бара, ә орнамент төҫө анилин буяуҙар ярҙамында баҙыҡлана, сағыулана бара. Төҫтәр күләгәһен файҙаланыу ярҙамында төҫтәр гаммаһының артыуы күҙәтелә. Стилләштерелгән сигеүҙәр тора-бара символдарҙы тәбиғи рәүештә сағылдыра.
3-сө осор
Тамбур техникаһындағы 3-сө осор XX быуат аҙағынан дауам итә һәм заманса шарттарҙа үҫә бара. Тамбурлы сигеү менән биҙәлгән әйберҙәр халыҡ
араһында киң таралған. Йәш ҡыҙҙар һәм ҡатындар тамбурлы
биҙәкле күлдәктәр кейә, сумка һәм телефон ҡумталарында
тамбурлы сигеү ҡуллана. Тамбурлы сигеү өлгөләре
сувенир продукцияһын (намаҙлыҡтар, ашъяулыҡтар,
япмалар, паннолар һ.б.) етештергәндә киң
ҡулланыла.
Беҙҙең көндәрҙә
Тиҙ туҙыусан, таушалыусан булыуы һөҙөмтәһендә сигелгән туҡыма
әйберҙәр музейҙарҙа бик аҙ һаҡланған. Беҙҙең көндәргә тиклем
һаҡланған музей экспонаттары XIX һәм XX быуаттың 1-се
яртыһында төньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа ирекле
һәм иҫәпле тегеү төрө киң таралыу ала.
Бөгөнгө көндә традицион
һөнәрҙәр һәм декоратив-һынлы
сәнғәт һөнәри өлкәлә лә, көнкүреш
тормошта ла яңырыу осоро кисерә. Республика
кимәлендә һәм төбәктәрҙә күсмә семинарҙар ойошторола, мастер-кластар, күргәҙмәләр, киң мәғлүмәт сараларындағы яҙмалар, телевидениелағы сығыштар Башҡортостанда тамбурлы сигеү сәнғәтенең үҫешенә
һәм киң таралыуына
ыңғай тәьҫир итә.

Балаҡатай муниципаль районы хакимиәте был төр сәнғәт өлгөһөн һаҡлап алып ҡалыу һәм популярлаштырыу йәһәтенән ҙур эш башҡара. Мәҙәниәт йортонда «Тамбур» декоратив-һынлы сәнғәт халыҡ клубы ойошторолған һәм әүҙем эшмәкәрлек алып бара, ә клуб оҫтабикәләре – Рәсәй һәм республика кимәлендәге декоратив-һынлы сәнғәт һәм халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәләренең даими ҡатнашыусылары.
«Тамбур» клубы Өфө, Силәбе, Мәскәү, Санкт-Петербург, Йошкар-Ола ҡалаларында төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейеме өлгөләрен күрһәтте. Биләнлеләрҙең тамбурлы сигеү менән
биҙәлгән яулыҡтары, күлдәктәре, алъяпҡыстары даими
рәүештә төрлө конкурстарҙа еңеү яуланы һәм
дипломдарға лайыҡ булды.
Использованная литература:
1. Антипина К.И. Особенности материальной культуры и прикладного искусства южных киргизов. – Фрунзе, 1962.
2. Бикбулатов Н.В. Вышивка // Авижанская С.А., Бикбулатов Н.В., Кузеев Р.Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. – Уфа, 1964.
3. Бикбулатов Н.В. Вышивки // Кузеев Р.Г., Бикбулатов Н.В., Шитова С.Н. Декоративное творчество башкирского народа. – Уфа, 1979.
4. Бикбулатов Н.В. Полевой дневник М-90/Б, 1960. №1. С. 40, 80; М- 46/Б, 1960. С. 82; - М-47/Б, 1960. С.70.
5. Давлетшина З.М. Орнаментированные полотенца в традиционном быту и обрядах // Башкиры-гайнинцы Пермского края: история, этнография, антропология, этногеномика. – Уфа, 2008.
6. Давлетшина З.М. Роль орнаментированных изделий в обрядах жизненного цикла башкир. Этнолингвистический словарь (в печати).
7. Лубо-Лесниченко Е. Древние китайские шелковые ткани и вышивки V в. до н.э. – III в. н.э. в Собрании Государственного Эрмитажа. Каталог. – Л., 1961.
8. Маслова Г.С. Орнамент русской народной вышивки как историко-этнографический источник. – М., 1978.
9. Ожегов С.И. Словарь русского языка. – М., 2005.
10. Полевые материалы автора: 1999 г. – Балтачевский и Янаульский районы РБ, 2001 г. – Петербург, РЭМ; Бардымский район Пермской области, Татышлинский и Бураевский районы РБ, 2003 г. – Дюртюлинский район РБ, 2004 г. – Оренбургская область, 2005 г. – Оренбургская область, 2006 г. и 2008 г. – Оренбургская область, 2008 г. - Зианчуринский и Хайбуллинский районы РБ, 2009 г. – Краснокамский, Калтасинский и Аскинский, Учалинский районы РБ.
11. Руденко С.И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. – Уфа, 2006.
12. Чепелевецкая Г.Л. Вышивка // Народное декоративно-прикладное искусство киргизов. Труды Киргизской археолого-этнографической экспедиции. Т.V. – М., 1968.
13. Шитова С.Н. Народное искусство: войлоки, ковры и ткани у южных башкир (Этнографические очерки). – Уфа, 2006.
14. Давлетшина З.М. Женское рукоделие у башкир (прошлое и настоящее), 2011 г.
Автор описания:
Тулыбаева Нафиса Булатовна. Должность: Заместитель генерального директора по творческой деятельности Республиканского центра народного творчества РБ, директор, учредитель АНО по Развитию Фольклора «Центр Сэсэнов РБ».

Экспедиция:
Год, собиратели: 1959 – Р.Г. Кузеев; 1968 – Н.В. Бикбулатов, С.Н.Шитова, А.Г. Янбухтина; 1990 - З.М. Давлетшина. Место фиксации: Белокатайский район Республики Башкортостан. Место хранения: Музей археологии и этнографии Уфимского научного центра Российской Академии наук, Государственный музей этнографии народов Башкортостана, Государственный Художественный музей им. М.В. Нестерова.

Изготовитель лонгрида:
Газизов Р.Ф.