Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Сыуаш милли һорнайы – шубыр әҙерләү
Сыуашса һорнай
Сыуаштарҙа шубыр тип аталған музыкаль
инструмент күптән билдәле.
Шубыр тураһында иң тәүге иҫкә алыуҙар сәйәхәтселәр һәм тикшеренеүселәр яҙмаларында тап була.
Уларҙың туйҙарҙа һәм мәжлестәрҙә уйнауҙары һәм бейеүҙәре... йәш ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар... төрлө уйын ҡоралдарында уйнайҙар... һикереп бейейҙәр һәм сәпәкәй итәләр. Татар һорнайы, сирмеш Шюббер, сыуашса Шилюръ...
Герард Фридрих Миллер, Император Фәндәр академияһы профессоры , 1743 й.
Камчатка экспедицияһынан ҡайтҡандан һуң яҙылған
Сыуаш рәссамы
М.С. Спиридоновтың "Ҡыуыҡсы" картинаһы фрагменты
1926 й.
Петр Симон Паллас былай тип яҙа: «Сыуаштар ҙур булмаған түңәрәктә бейей, һорнайҙа, кобеста, 16-18 ҡыллы көснәлә уйнайҙар».
Был һорнай түгел,
әммә ныҡ оҡшаған
Ысынлап та оҡшаған. Сыуаш халыҡ милли
музыка уйын ҡоралы аэрофондар категорияһына ҡарай.
Шубыр йәки шăпăр иң боронғо музыкаль уйын ҡоралы.

Инструмент хайуандың бәүел ҡыуығынан һәм ике ҡатлы ағас көпшәнән яһалған. Көпшәнең аҫҡы өлөшөнә һыйыр мөгөҙө кейҙерелгән һәм уйнағанда ҡыуыҡ ҡул менән ҡыҫыла. Уйын ҡоралы һорнай кеүек, ҡыуыҡ уйын ҡоралының төп өлөшөн тәшкил итә, ағас ҡалыптан тауыш сыға. Яңғыҙ инструмент булараҡ ул һирәк ҡулланыла, йышыраҡ барабан менән ҡушып уйнайҙар.
Шубырҙы нисек эшләргә?
Шубырҙы йышыраҡ ҡышын, һуғым ваҡытында әҙерләгәндәр.
Һыйыр, сусҡа малының ҡыуығын ҡулланғандар. Ҡыуыҡты әҙерләгәндә тәүҙә
уны майлы өлөшөнән таҙартырға кәрәк, бының өсөн бер нисә ысул ҡулланылған. Бәүел
ҡыуығын иләнгән көлдә ышҡып, уны өрөп, ҡулдары менән артыҡ майҙы алғандар, артабан
уны йыуып, бер тәүлеккә тоҙло йәки уксуслы шыйыҡсаға һалғандар. Ҡыуыҡты таҙалап йыуғандан һуң, дүрт-биш көнгә һыра сүпрәһенә һалғандар. Артабан ҡыуыҡты ваҡланған аҡбур иҙмәһендә
тотоп, тултырылған килеш киптергәндәр. Әҙер ҡыуыҡ ныҡлы һәм һығылмалы булырға тейеш
булған. Һығылмалылығын арттырыу өсөн уйнар алдынан уны һыраға манып алғандар. Шуға ла бер сынаяҡ ҡыуыҡҡа, бер сынаяҡ ауыҙға, тигән шаяртыу барлыҡҡа килгән.

Һорнайҙың һыҙғыртҡысын ҡамыштан әҙерләгәндәр. Шубыр өсөн ҡамыш ҡар яуғас, көҙ көнө әҙерләнә. Ҡамыш һары йәки көрән төҫкә ингәнсе киптерәләр. Көпшәне ҡабығынан әрсейҙәр. Уйын ҡоралы әҙерләү өсөн аҫтан башлап икенсе, өсөнсө йәки дүртенсе быуынын алалар. Көпшәнең ябыҡ өлөшөнән 5-6 мм ҡалдырып, эсен таҙарталар, бер яғын балауыҙ менән ҡаплайҙар. Көпшәнең аҫтынан 5-6 мм ҡалдырып 2-3 см тел ҡырҡып ҡалдыралар, кәрәк булһа, көпшә эсен ҡабаттан таҙарталар. Һорнай өсөн ике ҡысҡыртҡыс кәрәк: берәүһе – юғары тауышлы, икенсеһе – түбән.
Ҡысҡыртҡысҡа көпшәнең тауыш кимәлен көйләү өсөн еп бәйләйҙәр.

Инструменттың ағас өлөшө көнбағыш майы менән майлана, унан киптерелә. Ҡамыштан әҙерләнгән ҡысҡыртҡыстарҙы майҙа ҡайнатып алалар, оҙағыраҡ тотһаң уларҙың янып китеүе лә бар.
Шубыр өсөн һыйыр мөгөҙө алына, үгеҙҙеке һирәк ҡулланыла. Бысаҡ менән
мөгөҙҙөң тышы һәм эске өлөшө таҙартыла, шымартыла, унан лак менән ҡаплана.
Мөгөҙ көпшәгә беркетелә. Һаҡлап ҡына тотонғанда, уйын ҡоралы ун йыллап хеҙмәт итә.
Һаҡлап ҡына тотонғанда уйын ҡоралы ун йыллап хеҙмәт итә.
Шубыр моңо ҡасан яңғырай?
Был уйын ҡоралының яңғырашы сакраль тип һанала – ҡорбанға салынған хайуандарҙы һуйғанда, ерләү барышында, ҡара көстәрҙе ҡыуған
йолалар ваҡытында уйнағандар уны.

Туй мәлендә шубыр киң ҡулланыла, кәләште
ҡаршы алғанда, туйсыларҙы көткәндә, килен һыҡтауы
йолаһын башҡарғанда уның тауышы оҙата килә. Ике шубыр
уйнау оҫтаһы осрашһа, улар маһирлыҡта ярышҡан, кемеһе
оҙағыраҡ уйнай, шул еңеүсе булған.

Борон шубыр сыуаштарҙың тормошондағы барлыҡ мөһим ваҡиғалар
мәлендә яңғыраған, мәжүсилек һәм христиан байрамдарында, халыҡ йолаларын башҡарғанда һәм мәжлестәрҙә киң ҡулланылған. Троица байрамы алдынан йәштәр таң атҡансы шубыр моңдары аҫтында бейеп-йырлап күңел асҡан.
Заманса шубыр
Хәҙерге заманда ла ҡыуыҡ һорнайы эшләү технологияһы сыуаштарҙа һаҡланған, әммә уны яһау
оҫталары бик аҙ ҡала бара.
Һуңғы утыҙ йылда уйын ҡоралын эшләү буйынса
оҫталыҡ маһирлығы йәштәргә тапшырылмай тиерлек.
Башҡортостан Республикаһында шăпăр уйын ҡоралын эшләүсе
бер нисә оҫта бар, улар – Миәкә районы Ҡарамалы ауылында йәшәүсе
Захаров Виталий Николаевич, Федоровка районы Кирюшкино ауылының
«Ашҡаҙар шишмәләре» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Марс Хәйбуллин.
Милли уйын ҡоралында шулай уҡ Ауырғазы районы Ташлыкүл ауылынан Васильев
Николай Семенович, Миәкә районы Ерекле ауылынан Семенов Иван Алексеевич уйнай.
Оҫтанан дәрес
ВИДЕОБАЙҠАУ
Бына нисек һүрәтләй Захаров В. Н. Шубыр уйын ҡоралын әҙерләүҙе.
Ҡыуыҡты эшкәртеү һәм шубырҙы әҙерләү
Уйын көпшәһен әҙерләү
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә уйын ҡоралы Федоровка, Миәкә,
Бишбүләк, Ауырғазы
райондарында киң
танылыу алған.
Литература:
1. М.Г.Кондратьев. Чувашская музыка: От мифологических времен до становления современного профессионализма. - М.:ПЕР СЭ,2007.28 с., нот., ил.
2. Ю.А. Илюхин. Музыкальная культура Чувашской АССР. В кн.: Музыкальная культура автономных республик РСФСР. Москва,1957.
3. М.Я.Сироткина и М.И.Иванова - Чуваши. Этнографические исследования. Чебоксары, 1970.
4. Н.И. Ашмарин. Очерк народной поэзии у чуваш/ Н.И. Ашмарин. – Москва : [б. и., б.г.] - 64 с.
© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.