Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
КӨНСЫҒЫШ МАРИ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ «ШИЙ КАНДРА» («КӨМӨШ ЕП»)
Күршеләр бейегән саҡта!
Башҡортостан Республикаһында 100 меңдән ашыу мари йәшәй. Марий Элды иҫәпләмәгәндә, был иң эре диаспора. Беҙҙә был халыҡтың 17% ашыуы көн күрә. Нимәһе
ҡыҙыҡ, улар үҙҙәренең тарихы һәм мәҙәниәте
менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәгән.
Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, мариҙар Башҡортостанда милли менталитетын, этник үҙенсәлеген тарихи тыуған илдәрендә йәшәүселәрҙән дә нығыраҡ һаҡлап ҡала алған. Әлбиттә, күрше йәшәгән башҡорт, татар, рус халҡының да тәьҫире һиҙелә, әммә
тап шуның өсөн дә мариҙарҙың үҙенсәлекле этномәҙәниәте һаҡланып
ҡалған. «Ший кандыра» бейеүе иһә мари мәҙәниәтенең сағыу өлгөһө булып тора.
Бейеү мәғәнәһе
«Кандыра» бейеүе – тәү төрөндә һаҡланған
һирәк бейеүҙәрҙең береһе.
Тикшеренеүселәр бейеү көнсығыш мариҙарҙың милли мәҙәниәтенең үҙенсәлекле сағылышы, тип иҫәпләй. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Марий Эл Республикаһының халыҡ артисы, академик, балетмейстер Михаил Мурашко фекеренсә, «Еп» бейеүе мари халыҡ ижадының гүзәл өлгөһө булып тора. Был бейеүҙә бар тулылығында мари халҡының тормош фәлсәфәһе, уның инаныуҙары, үҙ-ара һәм күршеләре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре сағылыш таба. Уны төрлө йәштәге кешеләр, йәш егет-ҡыҙҙарҙан алып олпат йәштәгеләр ҙә башҡара ала. Бейеү ауыл халҡы тарафынан халыҡ йолаларын үтәгәндә, байрамдарҙа, мәҙәни-ял саралары барышында башҡарыла.
БЕЙЕҮ НИСЕК БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН
Еп тарихы
«Кандыра» бейеүе мәжүсилек осоронда барлыҡҡа килә һәм
быуаттар дауамында формалаша. Мари халҡы бергә йыйыла ла «еп бәйләй»
башлай, легендаға ярашлы, улай итеп яуыз көстәрҙән һаҡлана, тыпырлап һәм дробь биреп
сирҙәрҙе үҙенән ҡыуалай, шуның өсөн дә бейеү сабатала башҡарыла һәм уға бәләкәс кенә
ҡыңғырау тағыла. Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ көйләүе, шувыр, тумыр, шиялтыш тауыштары менән
ҡушылып, аптриотик юҫыҡ ала, ыңғай кәйефкә көйләй һәм күңелдәрҙе берләштерә. Халыҡ байрамдарында, туйҙарҙа, мәжлестәрҙә был бейеү кульминацион мәлдә башҡарыла. «Еп» –
көнсығыш мариҙарының ритуаль көнкүреш бейеүе, ул барлыҡ төр көнсығыш мариҙарҙа
киң таралған, үҙенең милли колориты, башҡарыу үҙенсәлеге менән айырылып тора.
Епте нисек бейергә?

Бейеүҙең бер нисә төр композицион варианты бар, уларҙы ябай еп, ҡатмарлы еп, ике ҡатлы еп, акцентлы еп тип атарға була. Был бейеү көнсығыш мариҙары араһында иң киң таралғаны.

Унда сикләнмәгән кеше ҡатнаша ала. Бейеү зиг-заг төҙөлөшөн ҡабатлай,
бейеүселәрҙең ике рәте, әйтерһең дә, епте урта
һыҙыҡ тирәһенә ишеп ҡуша.

Бейеү ике өлөштән тора.

Беренсе өлөшөндә бейеүселәр аҙымлап килә, аҙым ябай, акцентлы, шыуышҡаҡ булырға
мөмкин, таҡмаҡтар йырлана, унан гармунсы икенсе өлөшкә инеш яһай.

Икенсе өлөштә ир-ат көслө итеп ритмға ярашлы баҫа, ҡулдары менән һелтәнә. Ҡатын-ҡыҙ
талғын ғына йөҙөп йыш-йыш атлай, бармаҡтарын шартлата, әйләнеп тә ала. Ҡайһы
бер төбәктәрҙә ҡатындар ҙа дробь бирә, әммә йомшағыраҡ баҫа.
Заманса бейеү
Бөгөнгө кандра музыкаһы – шат, моңло,
яҡты, ҡояшлы, ике
өлөштән тора.
Беренсе өлөшөнә көйләү хас, икенсе өлөшө махсус дроблы туҡылдауға ҡоролған. Беренсе һәм икенсе өлөш араһындағы арауыҡ музыкаль тактҡа инмәй. Бейеүселәр был мәлдә бер аҙ туҡтап, өсәр тапҡыр туҡылдауҙы ике рәт башҡара. Унан һуң барлыҡ бейеүселәр тарафынан дроблы туҡылдау башлана. Төп дробь – тыпырлау барлыҡ бейеүселргә лә таныш. Ярайһы уҡ ҡатмарлы тыпырлауҙы ҡайҙа һәм нисек өйрәнәләрҙер, билдәһеҙ. Хәҙер был дробь төрлөләнә һәм сәхнә варианты кимәленә еткерелә. Төп тыпырлау бер нисә төрҙә башҡарыла. Һәр ауылға үҙ ритмы һәм үҙенсәлекле башҡарыу алымы хас.
Йыр менән бейергә
Башҡортостан мариҙарының көнкүреш бейеүе бөгөн төп бейеүе булып тора.
Бер куплет йырлана, проигрыштан һуң бер-бер артлы дробь һуғыла.
Бейеү көйләү, барған сараға ҡағылышлы әйтем
менән аралашып бара. Оло халыҡ йыйындарында, оло йәштәгеләр бейегәндә, ғәҙәттә, илһөйәр рухлы
йырҙар башҡарыла, мәҫәлән:
Чумыргалза, йолташ-влак,
Чодырам пырля лектына,
Чодырам пырля лектына да
Умыреш пырля лийына.
Йыйылайыҡ, дуҫтар, күмәкләп, Бергәләшеп урманды уҙайыҡ. Бергәләшеп урманды уҙайыҡ, Мәңгелеккә бергә ҡалайыҡ.
Йәштәр байрамдарында шаян, уйынсаҡ таҡмаҡтар,
йола байрамдарында – йола йырҙары башҡарыла. Йыр аҙағында бер ҡатнашыусы шулаймы ней, тип ҡысҡыра, ҡалғандары тап шулай тип яуап бирә. Ҡалтасы
районында йышыраҡ ошондай йыр башҡарыла:
Эх, ма, Калтаса,
Семже мом гын каласа,
Мураш-кушташ веле огыл,
Пырля илаш каласа.
Эх-ма, Ҡалтаса,
Моңдар күңелде аса:
Йырлап, бейеп,
Йәшәйек беҙ дуҫтарса!
Еп бейеүе атамаһы
Ысынында бейеү исеме епкә лә, йылғаға ла бәйле булыуы мөмкин. Асыҡлап китәйек. Филологтар фекере кандра һәм кандыра һүҙенең яҙылышына бәйле айырыла. Берәүҙәр был һүҙҙең әҙәби яҙылышына өҫтөнлөк бирһә, икенселәре "ы"
хәрефенән тыш яҙылырға мөмкин, тип иҫбатлай.
Ентекләп уҡырға
Кандыра – еп тигәнде аңлатһа, кандра – көнсығыш мариҙарҙа көнкүреш бейеүен аңлата. Боронғо мариҙарҙа кандера һүҙбәйләнеше күкһел, ра – йылға тигәнде лә аңлата. Күкһел йылға
килеп сыға. Бейеү, ысынлап та, бормалы
йылға ағышын хәтерләтә. Шулай итеп,
бейеү атамаһының был варианты ла ысынбарлыҡҡа тап килә.
Интернет заманында

«Еп» бейеүе быуаттар дауамында көнкүрештә тапшырыла килгән. Әммә заманса шарттарҙа информацион технологияларҙың халыҡ мәҙәниәтен икенсе планға күсереүен дә иҫәпкә алмайынса булмай. Шундай шарттарҙа халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү буйынса ҙур эште үҙешмәкәр бейеү коллективтары башҡара. Художестволы үҙешмәкәрлек халыҡ бейеүен оло сәхнәгә сығара, уның артабанғы үҫешенә һәм һаҡланыуына булышлыҡ итә.

Үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ бейеү ҙур сәхнәгә сығарҙы, үҫеп килгән быуынды ылыҡтырыу ҙур роль уйнай һәм халыҡ хореография мәҙәниәтен һаҡлау һәм уны артабан үҫтереү.
Әммә был да донъя кимәлендә рекорд ҡуйыуға ҡамасау итә алмай.
2013 йылда «Донъялағы иң оҙон көнсығыш-мари бейеүе номинацияһында»
2300 оҙонлоғондағы донъя рекорды ҡуйыла. Көнсығыш мариҙарының
«Ший кандыра» ауыл бейеүе Рәсәй рекордтар китабына индерелеп
«Гиннестар рекорды» китабына ебәрелә.

Бейеү берләштерә
Был бейеү мари халҡы өсөн ҙур эстетик һәм художестволы
ҡиммәткә эйә. Традицион мари мәҙәниәтен тикшеренеүселәр
был бейеүҙең кешеләргә яҡты, яҡшы энергия биреүен,
берләшеү хисе тыуҙырыуын билдәләй. Шуға ла был
бейеү мариҙарҙы үҙ-ара бәйләп, берләштереп
торған бейеү булып тора.


Использованная литература:
1. М.П. Мурашко. Танцы марийского края /М.П. Мурашко. - Йошкар-Ола: Мар. кн. изд-во, 1995. - С. 3-15.
Т.В. Дмитриева. Школа марийского танца / Т. Дмитриева ; М-во культуры, печати и по делам национальностей Респ. Марий Эл, Респ. центр нар. творчества. - Йошкар-Ола : Респ. центр нар. творчества, 2005. - 190,[1] c. : ил., нот.; 23 см.
2. O.A. Калинина. Марийские праздники. Справочник /О.А. Калинина. - Йошкар-Ола, 2006. - 52 с.; Календарные праздники и обряды марийцев /Этнографическое наследие. Сб. материалов. Вып. 1. - Йошкар-Ола: МарНИИ, 2003. - 286 с.
3. Б.Ф. Колчин. Марийские народные танцы /Б.Ф. Колчин. - Йошкар-Ола, 1959. -172 с.
4. А.А. Чеботкин. Марийские народные танцы [Текст] : Для коллективов худож. самодеятельности. - Йошкар-Ола : Марийское кн. изд-во, 1975. - 144 с.
5. Эрвел Семен (Новиков С.С.), Калитов Г.Г. Восточные марийцы. Философия, история, люди. (В 2-х т. Том 2). – Йошкар – Ола: ГУП «Газета «Марий Эл». 2009. – 276 с.
6. Л.А. Соколов. Марийские танцы /А. Соколов. - Йошкар-Ола, 1964. - 132 с.
Г.Е. Шкалина. Традиционная культура народа мари /Г.Е. Шкалина. - Йошкар-Ола: Мар. кн. изд-во, 2003. - 208 с.
7. М. В. Васильева-Рождественская. Историко-бытовой танец: Учеб. пособие. — 2-е изд., пересмотр. — М.: Искусство, 1987. — 382 с.
8. А.А. Ямурзин. К вопросу о древней истории восточных марийцев в трудах башкирских ученых - Уфа: РИЦ БашГУ, 2007. – 230 с.
Видео:
Аликов А., Калитов Г., при участии Мусина О., Садретдинова В., Миндиярова в 2011 году сняли этнофильм «Марийский танец "Кандра" в жанре Боди-Арт», Видеофиксация: Аликов А., Калитов Г., при участии Мусина О., Садретдинова В., Миндиярова в 2011 году сняли этнофильм «Марийский танец "Кандра" в жанре Боди-Арт», в котором авторы фильма рассмотрели бытовой танец мари через призму современного видения, сохраняя очарование и тайну прошлого через орнаментальное украшение тела марийскими символами.

Экспедиция:

Новиков С.С., Калитов Г.Г., Ямурзин А.А., Дмитриева Т.В., Чеботкин А.А.

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.