Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Ҡурай моңона ҡушылып
йырлау ғынамы?
Оҙон көй – башҡорт музыкаль хазинаһы.
Оҙон көй – ҡурай моңо һәм аһәңле лирик көйҙәр менән үрелгән халыҡ тарихы ул. Башҡорт халҡының үҫеше дауамындағы барлыҡ
аһ-зары, ҡайғыһы сағыла был әҫәрҙәрҙә.

Быуаттар дауамында оҙон көй үҙенең юғары билдәләнешен, элитар жанр булыуын һаҡлап ҡала, иң оҫта йырсылар ғына оҙон көйҙө башҡарыу оҫталығына эйә була ала. Оҙон халыҡ йырҙарын юғары
кимәлдә башҡарыу өсөн тәбиғәт биргән маһирлыҡтан,
көслө тауыштан тыш, халҡың менән рухи яҡынлыҡ, күңел сафлығы, халҡыңдың милли йолаларын белеү ҙә талап ителә.

Кемдәр йырлаған?
Йырсылар үҙенең маһирлығын бәйгеләрҙә, шулай уҡ мөһим ваҡиғалар хәл ителгән йыйындарҙа һынаған.
Оҙон көйҙәрҙе башҡарыусы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ
тауыштары араһында юғары тембр йышыраҡ осрай. Бының
сәбәбе тауыш диапазонының киңлегенә бәйле. Барлыҡ заманда ла
оҙон көйҙө көслө тауышлы халыҡ таланттары ғына башҡара алған. Уларҙың тауыш диапазоны ике һәм унан да юғарыраҡ октаваға тиклем еткән. Бынан тыш оҙон көйҙөң формалашыуында ҡурай ҙа ҙур роль уйнаған, был йыр төҙөлөшөндә лә сағылыш тапҡан. Йырҙы башҡарыусы шулай уҡ һөйләү оҫталығына ла эйә булырға тейеш булған. Сөнки йырсы сығышы алдынан һәр йырҙың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләргә тейеш булған. Тарихҡа бәйле илаһи
моңдоң тамашасыға тәьҫир итеү көсө лә бик юғары.
Башҡорт халыҡ йыры оҙон-көй "Уйыл". Рамазан Йәнбәков башҡара
Нимә хаҡында йырлағандар ?
Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән барлыҡ әҫәрҙәр – башҡорт халҡының шанлы тарихы, аяныслы яҙмышы сағылышы.
Бынан тыш оҙон көй сеңләүҙәргә лә ауаздаш. Бары тик оҙон көйҙөң мәғәнәһе тәрәнерәк булған. Оҙон көйҙөң йөкмәткеһен өйрәнеп, башҡорт халҡының үткәне хаҡында бай тарихи-социологик материал тупларға мөмкин. Оҙон көй башҡорт ырыуҙарының рухи берләшеүендә мөһим роль уйнаған, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла йыуаныс биргән. Йырҙар кәйефкә, ваҡиғаға ярашлы йырланған.
Мәшһүр халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов йырлай. Иван Пустовалов фотоһы
Жанр-тематик билдәһе буйынса
оҙон көй ҡарай:
Лиро-эпик төргә


  • колониаль иҙеүгә ҡаршы: «Урал» һәм «Салауат»;
  • әрме хеҙмәте һәм хәрби походтар тураһында: «Әрме» һәм «Эскадрон»;
  • кантон начальниктары хаҡында: «Ҡолой кантон», «Абдулла ахун» һәм «Азамат кантон»;
  • ҡасҡындар һәм тотҡондар тураһында: «Бейеш», «Буранбай» һәм «Шаһибәрәк».
Лирик йырҙар


тәбиғәт хаҡында: «Һандуғас» һәм «Кәмәлек»;
социаль тигеҙһеҙлек тураһында: «Мал»;
ҡатын-ҡыҙ яҙмышын сағылдырған: «Таштуғай», «Ғилмияза» һәм «Зөлхизә»;
мөхәббәткә арналған: «Сәлимәкәй»;

тормош хаҡында: «Ҡалды» һәм «Уҙған ғүмер».

Был йырмы?
Оҙон көйҙө йыр тип кенә атау дөрөҫ булмаҫ ине.
Оҙон көй киң мәғәнәһендә – күп быуатлыҡ дәүер осоронда тупланған стилдәр ҡушылмаһы, көйҙө ижад итеүсе уны тәүге башҡарыусы ла булған, ә уның импровизациялау оҫталығы музыкаль фольклорҙың нигеҙен тәшкил иткән
Мәжит Алкин
Башҡорт йырсыһы, педагогы, ғалимы
Оҙон көйҙөң
үҫеш юлы
Был жанрҙы сеңләүселәр үҫештергән, шулай ҙа уның
нигеҙендә йола башҡарыу торған.
Тап аһәңле, моңло булыуы оҙон көйҙөң көнкүреш йола башҡарыу кимәленән лирик кимәлгә күтәрелеүен асыҡ сағылдыра.

Урта Азия һәм Волга буйы халыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, башҡорттарҙың оҙон көйөнә оҡшаш сәнғәт төрө улар мәҙәниәтендә сағылыш тапмаған.

Был шулай уҡ башҡорт йыры тарихының быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуы,
бай тарихҡа эйә булыуы хаҡында һөйләй.

Күпселек көнкүреш йырҙарында моң, аһәң төп урынды
алып тормаған һәм һөйләү стиленә яҡын булған.
Лирик компоненты үҫешеүе менән бергә
халыҡ йыры моңлораҡ була барған, музыкаль
мотивтар менән тулыланған.
Иң билдәле әҫәр
«УРАЛ» ОҘОН КӨЙӨ –
ИҢ БОРОНҒО ЙЫРҘАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ,
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ГИМНЫ
Ул тыуған ергә булған һөйөү хисе менән һуғарылған, ата-бабалар төйәге булған Уралы өсөн һәр башҡорттоң ғүмерен фиҙа ҡылырға әҙерлеге хаҡында һөйләй.
Йырҙа Урал – тауҙар символы ғына түгел, бөтә
тарихи Башҡортостандың, башҡорттарҙың тыуған төйәгенең символы. Башҡорттарҙың оло йыйындарын, йыйылыштарын ошо йыр йәки көй менән асып ебәреү матур йолаға әүерелгән. Легендаға ярашлы, йырҙың барлыҡҡа килеүе XIV–XVI быуаттарға ҡарай. Унда ете башҡорт
ырыуының берләшеүен сағылдырған тарихи мәл сағылыш таба, шуға ла уның тәүге
исеме «Ете ырыу» була.
Йырҙың авторы Айҙар Байыҡ сәсән булған, тигән фекер ҙә бар. Ул сығарған йыр варианты Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә генә түгел, XVIII быуатҡа төньяҡ-көнсығыш төбәктә лә киң билдәле була.
Төбәкте колонизациялау осоронда, XVII–XVIII быуаттарҙағы ихтилалдар
мәлендә йырҙың төп мәғәнәһе тыуған ерҙе һаҡлап ҡалыу һәм яуҙа башын
һалған батырҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыуға, колониаль һәм социаль
иҙеүгә ҡаршы бергәләшеп көрәшергә саҡырыуға ҡайтып ҡала.
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –
Ата-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.
Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Синея, лежащая гора Урал —
Отцов-дедов край.
Свою землю-воду защищая, жертвой павших,
Там лежат батыров кости.
Ай, мой Урал, если у тебя, срезав, возьму,
Чтобы погонять лошадь, одну твою иву (прут),
Капает, когда срезаешь,
В бою погибших батыров кровь.
Урала выше, ай, горы не будет,
Урала не любящей души не будет.
За свою страну жертвой павшего,
Мужа-джигита жизни, жалко не будет.
Урал, вот так Урал, ай, говорите вы,
Вдоль Урала – молодной березняк.
Урал восхваляя, если запоешь,
Для души само по себе наслаждение.
Оседлав хорошего коня, взяв в руки
Стрелы-колчан называемое оружие,
Не жалел душу свою, проливал кровь свою,
Никому не отдавал башкир свой Урал.
Әлеге Заманда оҙон көй
Бөгөн даими рәүештә «Оҙон көй» башҡорт халыҡ
йыры конкурстары үткәрелә.
Оҙон көйҙө иң яҡшы башҡарыусы исеменә, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамаҫтан,
махсус вокал белеме булмаған һәр оҫта йырсы дәғүә итә ала.
Конкурста шулай уҡ урта махсус музыкаль уҡыу йорттарының беренсе һәм икенсе курстарында
белем алыусы йәш таланттар ҙа ҡатнаша ала.
Конкурсанттарға юғары талаптар ҡуйыла. Ҡатнашыусыларҙың үҙ репертуарында егермеләгән оҙон көй булырға, улар һәр йырҙың
тарихын яҡшы белергә тейеш. Репертуарҙа булырға тейешле йырҙар: «Урал», «Буранбай», «Эскадрон», «Тәфтиләү», «Һандуғас», «Ашҡаҙар», «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Таштуғай», «Ҡолой кантон», «Азамат», «Ғайса», «Салауат», «Ерән ҡашҡа», «Ҡаhым турә», «Сибай», «Каруанhарай», «Бейеш», «Сәлимәкәй», «Шәүрә»,
«Зәлифәкәй», «Кәмәлек», «Мәҙинәкәй», «Зөлхәбирә»,
«Әрме», «Һыр», «Ағиҙел – ағым hыу», «Томан», «Баяс», «Ильяс», «Шафиҡ».
ҙБашҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларының "Оҙон көй" төбәк-ара бәйгеһе.
Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы;
Республика халыҡ ижады үҙәге; Туймазы районы хакимиәте.
НИСЕК ТЫҢЛАРҒА?
Популяр оҙон көй башҡарыусылары
Использованная литература:
  1. Лебединский Л. Н. «Башкирские народные песни и наигрыши», Москва, 1965.
  2. Ихтисамов Х. С. К вопросу о формообразующей роли ритма башкирской протяжной песни озон-кюй: О цикличности ритмического развития //Науч.-метод. записки. Вып. I. Уфа, 1973.
  3. Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. СПб., 1897.
  4. Рыбаков С. Г. О народных песнях татар, башкир и тептярей. Живая старина. СПб., 1894.
  5. 400 башкирских народных песен /Сост.: Ф.Камаев, Н. Шункаров. – Уфа, 2011. – 400 с.
  6. Сулейманов Р.С. Жемчужины народного творчества Урала. – Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1995. - 248 с.

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.