Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Ноҡот һалыу
Кеше булмышы менән гел киләсәккә ынтыла.
Ул бөгөнгө менән генә йәшәй алмай.
Әммә киләсәк – билдәһеҙ, алда нимә буласағын белеү өсөн борондан бағымсылыҡ, юрауҙар ҡулланыла. Башҡорттарҙа боронда таш менән юрау - ноҡот һалыу киң таралған булған. Ундай төр юрауҙар тәү башлап боронғо Рим яҙмаларында иҫкә алына.
Таштар ярҙамында юрауҙың бик күп төрҙәре билдәле. Юрауҙарҙың дөрөҫ булыуының мөһим шарты – юраусы был таштарҙы үҙе эҙләп табырға һәм үҙе ҡулланырға тейеш.
Нисек юрағандар?
Бындай төр юрау кешегә алдағы 41 көндә уны
ни көтәсәген асыҡлаған.
Ғәҙәттә, башҡорттар юраусыға малы юғалған ваҡытта мөрәжәғәт иткән: «Был кешенең малы юғалһа тупһалы булып төш» , «Тоғро һөйләй ул ноҡот», «Мал юғалһа ноҡот бүлдерә торғайныҡ» тигәндәр. Ноҡот һалдырыусыға килеүсе теләген уйларға һәм усын ноҡот таштары өҫтөнә һалырға тейеш.
Был магик йоланы таштар ярҙамында башҡарғандар. Фасоль йә диңгеҙ таштары ҡулланылған. Таштар түңәрәк, бер формала булған. Улар ярҙамында яҙмышты алдан күрә алғандар. Тиҙ генә нимәнелер белергә кәрәк булһа, ә ҡул аҫтында таштар булмаһа, картуф алып, уны күҙләп бүлеп, ноҡот һалғандар.
Бындай күренеш ислам тәғлимәте тарафынан хупланмаған. Шуға ла таштарҙы ырғытырҙан алда «Динем өсөн түгел, көнөм өсөн», тип әйтер булғандар.
Таштарҙа юрау менән, ғәҙәттә, ҡатындар шөғөлләнгән. Уларҙы ноҡот һалыусы тип йөрөткәндәр.
Нисек юрарға?
Таш ярҙамында юрау тәртибе:
1
41 таш алалар, уның эргәһенә баҡыр аҡса һалалар. Унан, Бисмиллаһир-рахманир-рахим тип әйтеп, юратыусы кешенең исемен әйтеп, был кешене нимә көтә, тип һорайҙар.

2
Беренсе һалынған рәт баш, тип атала. Уңдан башлап 41 ташты 3 өлөшкә бүләләр. Шул уҡ ваҡытта уң ҡулдары менән генә эшләйҙәр. Һәр өйөмдө уңдан башлап дүрт өлөшкә бүләләр. Ҡалған таштарҙы өҫкә, беренсе рәткә теҙәләр.
3
Икенсе рәтте теҙеү – ҡул тип атала. Бөтә өс өйөм ташты бергә йыялар ҙа, йәнә өс өлөшкә бүләләр. Уңдан башлап шулай уҡ барлыҡ өйөмдәрҙе дүрткә бүләләр. Һәр өйөмдә ҡалған таштарҙы икенсе рәткә теҙәләр. Беренсе һәм икенсе рәттән ҡалған барлыҡ таштарҙы бергә йыялар һәм өс өлөшкә бүләләр.
4
Өсөнсө рәтте теҙеү нигеҙ тип атала. Шул уҡ хәрәкәттәрҙе башҡаралар һәм уңдан башлап 1-се, 2-се, 3-сө рәттәге таштарҙы дүрткә бүләләр, ҡалғанын өсөнсө рәткә һалған.
5
Барлыҡ өс рәттән дә – баш, ҡул, нигеҙҙән юраусы мәғлүмәтте горизанталь, шулай уҡ вертикаль буйынса уҡый.
Әгәр ҙә беренсе
рәттә таштар өсәр ятһа,
борон барыһы ла яҡшы буласаҡ,
тип иҫәпләгәндәр - «Пәйғәмбәр ноҡото
төшкән, барыһы ла һәйбәт була»
тигәндәр. Шул уҡ ваҡытта беренсе
һәм өсөнсө рәттәрҙе
ҡарамаҫҡа ла булған.
Артабан юраусы ноҡот һалыуҙы дауам итеү өсөн рөхсәт һорай.
Иң бәхетле таштар теҙеме былай:
  • 3 таш (барлығы 9) – беренсе рәттә, башта.
  • 4 таш (барлығы 12) – икенсе рәттә, ҡулда.
  • 4 таш (барлығы 120) – өсөнсө рәттә, нигеҙҙә.
  • Йомғаҡлау өлөшөндә - 8 таш.
Таштар ошондай тәртиптә урынлашһа, кеше уңышлы тип иҫәпләнә, барлыҡ маҡсаттарына өлгәшә, байлыҡта һәм муллыҡта йәшәй, тип юрайҙар.

Таштарҙың иң кире тәртиптә теҙелеүе түбәндәгесә:
  • Беренсе рәттә – 2-1-2 или 1-2-2.
  • Икенсе рәттә – 1-2-1.
  • Өсөнсө рәттә – 2-1-1 йәки 1-2-1.
Бындай осраҡта кешене бәхетһеҙлек, аурыу, уңышһыҙлыҡ көтә, тип иҫәпләнә.
Шулай уҡ бағаналағы һәм рәттәрҙәге таштарҙы иҫәпләйҙәр.
  • Беренсе рәттә уртала дүрт таш төшһә, кеше ауыр уйҙар солғанышында, 5, 7, 9 таш – кешене шатлыҡ көтөүе, барлыҡ уй-маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуы хаҡында һөйләй.
  • Икенсе рәттә 12 таш төшһә, оҙаҡламай аҡса килә.
  • Өсөнсө рәттә 4 таш булһа, юл уңышһыҙ була. Өсөнсө рәттә 12 таш төшһә, хыялдар тормошҡа аша.
  • Өсөнсө рәттән уңдан беренсе бағаналағы беренсе таш – тиҙ арала юлға сығыуға, шул уҡ әйбер юғалтыуға.
  • Уңдан беренсе бағана һәр саҡ төп тип иҫәпләнә. Таштарҙы ҡушҡанда 5, 7, 9, 10, 12 – шатлыҡҡа; 4 – күңелһеҙлеккә, 6 – уңышһыҙлыҡҡа, 8 – көсөргәнешкә, шул уҡ ваҡытта күңел тыныслығына.
Йомғаҡлау өлөшөндә таштарҙы өс өлөшкә
бүләләр, 1 таш – яңғыҙлыҡҡа,
2 – осрашыуға йәки никахҡа,
8, 12 – ҙур шатлыҡҡа.
© Газизов Р.Ф., автор-составитель, 2019