Уҡ ҡауырыйы өсөн ҡаҙ, өйрәк, бөркөт, өкө һәм башҡа эре ҡоштар ҡауырһыны ҡулланылған. Башҡорттар, барлыҡ көнсығыш халыҡтары кеүек үк, өс-дүрт ҡауырһын ҡулланған. Этнография буйынса материалдарҙан күренеүенсә, ҡауырһын оҙонлоғо уҡтың ҙурлығына, ауырлығына, төрөнә, маҡсатына бәйле булған. Диаметры буйынса ҙур уҡтарға 1:4 миҡдарында массив башаҡ һәм күләмле ҡауырһын ҡуйғандар. Массив уҡтар өсөн ҡош ҡанатының ҙур ҡауырһындарын алғандар. Бер уҡҡа йәки уң, йәки һул ҡанатты файҙаланғандар. Һыуҙа йөҙгән ҡоштарҙың ҡанаты ямғыр аҫтында ла дымланмаған һәм шул килеш һаҡланған. Уҡты эшләгәндә баланс һаҡланмаһа, уҡ үҙенең траекторияһын үҙгәрткән. Ҡауырһын яғы ос яғынан ауырыраҡ булһа, уҡ һәр саҡ көтмәгәндә ситкә осҡан. Еңел һәм йыраҡ атыусы уҡтар өсөн бәләкәйерәк ҡауырһын һайлағандар. Йыртҡыс ҡоштарҙың йәки һайыҫҡан ҡойроғон төҙ атыу өсөн ҡулланғандар.