Ҡуйы һөттән эшләнгән эремсек майлы, татлы, йомшаҡ була, ә май миҡдары аҙ булған һөттән эшләнһә, бер аҙ ҡатыраҡ, майһыҙ, әммә диетик ризыҡ килеп сыҡҡан. Күбеһенсә хужабикәләр һөттө утын менән йылытылған суйын ҡаҙанда ҡайнатҡан. Тигеҙ йылынып, суйын ҡаҙанда һөт көймәгән. Ҡайнап торған һөткә ойотҡо һалып, сей йомортҡа өҫтәгәндәр (1 сүмес ойотҡо бер биҙрә һөткә). Эремсекте талғын утта болғай-болғай, артыҡ һыуын һарҡытып, 4-6 сәғәт ҡайнатҡандар. Айырып алынған эркет һыуын икенсе һауытҡа һалғандар. Аҙаҡтан уны ризыҡ итеп ҡулланғандар, эркет һыуы менән сәс йыуғандар. Бүленгән эремсек миҡдары һөттөң 2/3 өлөшөн тәшкил итә.