Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Дауала мине, имсе
Хирургия, пенициллин һәм психосоматикаға тиклем күп быуаттар элек тә кеше ауырыған.
Ауырып китеү менән барыһы ла имсегә барған. Кешегә уның йәшәү көсөн ҡайтарыуға бәйле традицион дауалау йолаһы «Ҡот койоу» тип атала. Йола түбәндәгесә башҡарыла: имсе ауырыуҙы ултырғысҡа ултырта һәм башына яулыҡ яба. Артабан һауытҡа һыу тултыра һәм, уны ауырыуҙың башы өҫтөндә тотоп, иретелгән ҡурғаш йәки балауыҙ ағыҙа.
Нимә ул "ҡот"?
Башҡорттарҙың боронғо ышаныуҙарына ярашлы,
йәшәре аҙ ҡалған кешенән "ҡот" китә.
Күп имселәр кешенең ошондай хәлен билдәләй белә, әммә был турала берәүгә лә әйтмәйҙәр. Улар фекеренсә, үлемгә хөкөм ителгән кешенең энергияһы бөтә, күҙҙәре тоноҡлана, яурындары һәленеп төшә. Йоҡо ваҡытында "ҡот" кеше тәненән сығып китеүе ихтимал, шуға ла йоҡлаған кешене ҡапыл уятырға ярамай, сөнки йәшәү көсө, йәки йәне, тәненә кире ҡайтып өлгөрмәй.
Ныҡ ҡурҡҡанға күрә кеше "ҡот"он юғалтыуы ихтимал, был улемгә тиң.
Яман ҡылыҡтар ҡылып, кире хистәр таратып, кеше йәшәү көсөн, энергияһын юғалта ала, шуға ла үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре бөгөн дә "ҡот"то һаҡлауға йүнәлтелгән, өлкәндәр был ҡанундарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһимлеген иҫкәртеп тора.
Ҡурҡыуҙан тыш, "ҡот"тоң осоп китеүенә тормошҡа ашмаған хыял, яуапһыҙ мөхәббәт, буласаҡ әсәнең теләге үтәлмәүе һ.б. сәбәпсе булыуы мөмкин. Башҡорттар фекеренсә, ҡатын-ҡыҙҙың тормошҡа ашмаған теләге тыуасак баланың бәхетенә зыян килтереүе ихтимал. Шуға ла йөклө ҡатындың теләктәрен башҡорттар һис һүҙһеҙ тормошҡа ашыра. Бынан тыш, йөклө ҡатынды ашатҡанда уның буласаҡ балаһына ла өлөш сығаралар. Юғиһә, бала бәхетһеҙ, уңышһыҙ, күңеле китек була тип һанала.

Башҡорттар иҫәпләүенсә, ҡот йәнһеҙ әйберҙәрҙә лә була. Был турала бәхетһеҙ урындар, йорттар һ.б. һөйләй. Ошо хаҡта мәҡәлдәр,әйтемдәр байтаҡ... «Мейескә ут керҙе – өйгә ҡот керҙе», «Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ», «Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ өйгә ҡот ҡунмаҫ», «Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот» һ.б.
Источник: bashinform.ru
«Ҡот» һүҙенең мәғәнәһе һәм килеп сығышы
«Ҡот», дөйөм төрки һүҙе булараҡ түбәндәге мәғәнәләргә эйә: кешеләрҙең
һәм хайуандарҙың йәшәү көсө, йән, яралғы-йән, йәки тылсымлы көс,
мал-тыуарҙы һаҡлаусы бетеү, бәхет, аҙыҡ-түлек,
муллыҡ, байлыҡ, уңыш, яҙмыш, өлөш.
Эпостарҙа, мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, теләктәрҙә халыҡтың кеше һәм хайуандарҙың ҡотон һаҡлап алып ҡалыуға, арттырыуға бәйле күп быуатлы тәжрибәһе сағылыш
тапҡан. Күп халыҡтарға хас "ҡот"ҡа ышаныу
башҡорттарҙың традицион
әхлаҡ нигеҙенә ятҡан.
Фольклор материалдарына ярашлы "ҡот"то балалар ата-әсәһенән ала. Мәҫәлән, "Урал батыр" башҡорттарҙың боронғо эпик әҫәрендә әйтелеүенсә, ҡыҙ атаһынан – "ҡот", әсәһенән һөт алған. "Был ҡыҙҙа – ата ҡаны, әсәһенән – һөт һәм мөхәббәт, ул һиңә лайыҡ". Был өҙөктә әсә һөтөнөң тәрән мәғәнәһе асылған. Был эпизод шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарының донъяны танып белеүен күрергә ярҙам итә.
Башҡорттарҙың ата-бабалары һәм боронғо төркиҙәр тәүҙә ҡояш нурҙары мәғәнәһендә Һомайҙы күрә, күп төрки халыҡтар ышаныуы буйынса, ул кешегә йән/"ҡот" бирә.
Шул уҡ «Урал батыр» эпосында Донъя тауы башында үҫкән ағастарҙағы "йәндәр" хакында юлдар бар. Был осраҡта баланың ағастан йән / "ҡот" алыуы турахында һүҙ бара. «Килтәй Мәргән» башҡорт әкиәтендә Килтәй Мәргән исемле батырҙың үле кәүҙәһен апаһы ағас ҡыуышына ҡуя, шунан батыр терелә, сөнки ағас аша уға йән бирелә. «Икмәкбай» тигән башҡорт әкиәтендә әбей ҡамырҙан малай әүәләй һәм уны буш ағас һауытҡа һалып ҡуя, унда ла малайға йән инә һәм ул терелә. Үленең ағас аша йән алып терелеү мотивы "Етем ҡыҙ һәм мулла" әкиәтендә лә осрай.
Йола
Ныҡ ҡурҡҡан саҡта кешенең йәне тәненән сыға (ҡото оса)
Ҡот ҡойоу маҡсатында имсе
ауырыуҙы яулыҡ менән яба һәм уның
баш өҫтөндә һыуыҡ һыулы сүмес тотоп уға
иретелгән ҡурғаш йәки балауыҙ ҡоя. Әбйәлил районында Ишбикә Папанина һыулы
һауытҡа ике көмөш тәңкә һала.
Йола ваҡытында түбәндәге һүҙҙәр әйтелә, бер нисә вариант бар:
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!
Ерҙән осһаң – ерҙән кил!
Һыуҙан осһаң – һыуҙан кил!
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!
~
Ҡайһы берҙә һорау-яуап формаһында ла әйтелә :

– Ни ҡояһың?
– Ҡот ҡоям.
– Ни ҡояһың?
– Ҡот ҡоям.
– Ни ҡояһың?
– Йөрәк эҙләйем. Сәбәп минән булһын, Сихәт Алланан булһын. Көф-көф-көф! Әғүҙү бил-ләһи минәш-шәйтанир-ражим, Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Һөйләүҙәр буйынса, дауалаусы ҡот ҡойған ваҡытта төрлө яҡҡа сайҡалған, кәкерәйгән, төҙәйгән, борғоланған, башын бер өҫкә күтәргән, бер аҫҡа эйгән, йәки йоланы бейеү менән башҡарған, бының менан үлгән ата-бабаларының йәндәрен саҡырған. Ошо маҡсатта башҡарылған махсус йырҙар кәүҙәһенең төрлө хәрәкәттәре менән аралашып барған.
Был йырҙар башҡорттарҙа
һар һарнау тип аталған:
Ҡотом әмере буйынса,
Ҡорҡот әмере буйынса.
Ҡорҡот атай, ҡотоң бир.
Түлкә атай, ҡотоң бир.
Ҡотом ҡайҙа – мин шунда,
Ҡотом ҡайҙа – мин шунда.
Артабан һыуыҡ һыулы һауытҡа иретелгән ҡурғаш һалған. Һыуҙа килеп сыҡҡан һын буйынса имсе ауырыуҙың ҡурҡыу сәбәбен билдәләгән. Һынды ҡулына алып ауырыуҙы өс тапҡыр уратып сыҡҡан һәм ҡулдарын болғап:
Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты, һин дә ҡайт!
Һөрәж, мәнғон, кит, мәнғон!
Имсенең хәрәкәттәре ритмға ярашлы башҡарыла, сөнки улар йыр йәки дүрт юллыҡтар менән аралашып бара. «Һарнау» жанры сәнғәттең һүҙ, музыка һәм бейеү кеүек төрҙәрен берләштергән. Шуға күрә бейеү борон шундай йолаларҙа мөһим роль уйнаған.
Ныҡ ҡурҡҡанда ҡурғаш ваҡ ҡына өлөштәргә бүленеп төрлө яҡҡа һибелә, һыуҙа килеп сыҡҡан һын буйынса ҡурҡыу сәбәбе асыҡлана. Ғәҙәттә, 1, 3, 7 тапҡыр йәки һын йөрәк йәиһә түңәрәк формаһына ингәнсе ҡойола. Уны «ҡот» йәки «йөрәк» тип атайҙар. Сепрәк менән уратып уны йөрәге тынысланғансы тип ауырыуҙың йөрәк тирәһенә тегеп ҡуялар. Ҡот ҡойғандан һуң ҡалған һыуҙы ҡайһы бер имселәр ауырыуға эсерәләр һәм уны үҙ яурыны аша өй алдына түгәләр. Ә Дәүләкән районы Мәкәш ауылынан Гөлназ Минғәлиева һыуҙы өйҙән тышҡа уҡ сыҡҡас тупһа аҫтына түгә, а йола барышында ҙур өлөштән ҡалған ҡурғаш өлөштәрен насар энергия тип һанай һәм уларҙы: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Ҡайҙан килдең шунда кит, ағым һыуға ағып кит», – тип ағас төбөнә йәки ағын һыуға һалырға кәрәк, ти. Ҡото ҡайтҡан осраҡта кеше яңынан көс, һаулыҡ һәм йәшәү йәме таба.
Скрин һүрәттәр "Башкирские индейцы и эликсир молодости" фильмынан алынды
Ҡурған башҡорттары үҙҙәрен имсе тип танымай, улар дауалаусы тип Аллаһы Тәғәләне һанай. Үҙҙәрен Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән дауалау юлына алып барған сәбәпсе генә тип таный. Дауалағанда улар:
Сәбәп минән булһын, сихәт Алланан булһын, – тиҙәр.
Дауалауҙа пәйғәмбәрҙәр һәм изгеләр ярҙам
итә тип һанала. Дауалау йолаларында
имселәр доғаларын Аллаһы Тәғәләгә
арнай һәм ауырыуға ҡеүәт
биреүен һорай.
Использованная литература:
Изготовитель лонгрида:
Газизов Р.Ф.