Йылҡы ите 10–12 сантиметрлыҡ киҫәктәргә бүленә,
май ҡатламының ҡалынлығы 1,5–2 см була. Тоҙ, борос өҫтәп яҡшылап болғаталар һәм
10–12 сәғәткә ҡараңғы урынға ултыртып торалар. Йылҡы эсәктәрен йыуалар һәм, әйләндереп, йылы һыу менән тағы йыуалар, унан тоҙло һалҡын һыуҙа сайҡатып алалар, ҡайнар һыу менән бешекләйҙәр, бер осонан ҡаты еп менән бәйләйҙәр. Эсәккә ит һәм май киҫәктәрен аралаштырып тултыралар, эсәктең асыҡ осон еп менән бәйләйҙәр.
Унан ҡаҙыны һалҡынса еләҫ урында өс-дүрт көндән алып бер айғаса
һаҡлайҙар. Көйөргәҙе районында ҡаҡланған ҡаҙы эшләгәндә ҡаҙ
майы ҡушалар һәм берәр айға ҡояш аҫтында киптерергә
ҡуялар, шул осорҙа майы айырылып ағып бөтә.