Көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда был байрам "Ҡарға бутҡаһы" исеме менән билдәле, ул һабантуйға бер көн ҡала үткәрелә. Көньяҡта, көнсығыштағы кеүек үк, был байрамда ҡатындар һәм йәш ҡыҙҙар ҡатнашһа, көнбайыш башҡорттарҙа ул тулыһынса балалар байрамы була. Малайҙар төркөмө йорттар буйлап йөрөп, "ярма, ярма" тип ҡысҡырып, ярма, йомортҡа, май йыя. Ризыҡ йыйып алғас, улар, йылға буйына төшөп, бутҡа бешерә.