Бейеүҙәрҙә ҡоштар кеше уларҙы тәбиғәттә ниндәй итеп күрә, шулай һынландырыла: ҡоштарҙың холҡо, ҡыланышы, тауышы сағылдырыла. Легенда һәм әкиәттәрҙәге кеүек үк улар сихри көскә эйә: яуызлыҡты еңәләр ("Аҡҡош"), алдан күрә беләләр ("Кәкүк"), ярҙам итәләр, тынысландыралар ("Сыңрау торна"). Йыш ҡына башҡорт әкиәттәрендә ҡыҙҙарға әүерелгән күгәрсен һәм кәкүк геройға ярҙам итә, уны һаҡлап, ҡурсалап алып йөрөтә. Ҡарға ергә ямғыр яуҙыра. Ҡош бейеүҙәренән иң билдәлеләре "Кәкүк", "Ҡара тауыҡ"...