Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Һалмаҡ көй – яй ғына,
талғын башҡарылған
көйләү, моң
Һалмаҡ көйҙәр үҙенең тәбиғәте менән
ҡыҫҡа көйгә тартым.
Тантаналы йәки ҡайғылы оҙон көйҙән йәки шат ҡыҫҡа көйҙән айырмалы, һалмаҡ көй башҡорттар тормошонда осраған киңерәк хис-тойғолар,
тормош ваҡиғаларын үҙ эсенә ала.
Һалмаҡ көйҙәр башҡарыу юғары маһирлыҡ һәм вокаль мөмкинлектәр талап итмәй, уны йыш ҡына күмәкләшеп йырлайҙар, ә йыр һүҙҙәрендә халыҡтың көнкүреше сағылыш таба. Йырҙарҙың күп булыуы уны кәйефкә, күңел торошона ҡарап һайлау мөмкинлеге бирә.
нисек барлыҡҡа килгән
Һалмаҡ көй тарихы
Һалмаҡ көй аңлатмаһы башҡорт фольклористикаһына сағыштырмаса һуң килеп инә. Шулай ҙа оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй арауығында торған һалмаҡ
көйҙөң мөһимлеге бәхәсһеҙ.
Шулай итеп оҙон көй ике төргә айырыла – "ҡатмарлы орнаментлы"
һәм "аҙ орнаментлы"ға, һуңғылары һалмаҡ көйгә ҡарай.
Һалмаҡ көйҙөң баһаһы башҡорттар тормошондағы төрлө
хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырып, халыҡ тормошоноң социаль хрестоматияһы
ролен үтәүе менән дә мөһим. Уның йыш ҡына ҡунаҡтар хөрмәтенә, байрамдарҙа төркөмләп,
балалалар, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан башҡарылыуы халыҡ араһында киң таралыуына булышлыҡ итә.
Һалмаҡ көйгә көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында киң таралған һәм уларҙың мелодик нигеҙен тәшкил иткән ауыл йәки урам көйҙәре ҡарай
Айрат Миңлеәхмәт улы Ҡобағошов
Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, профессор, фольклорист.
Аһәңле моң
Борон музыка ғәмәли маҡсатта ҡулланылған. Эшләгәндә
лә, йола үтәгәндә лә көйләп-йырлап йөрөгәндәр. Ваҡыт үтеү менән
улар сәнғәт кимәленә күтәрелеп, күңел ҡылдарын тибрәткес йырға әйләнгән.
Тап шул ваҡытта лирик
йырҙар тыуа. Йыр көнкүрештә
башҡарылған көйләүҙән айырмалы,
лирик хистәрҙе сағылдырыусы
сәнғәт төрөнә әүерелә.
Күпселек ғәмәли, йола һәм уйын йырҙарында, боронғо эпик һамаҡлауҙарҙа моң төп урында тормай һәм башҡа төр компоненттарға бәйле. Ул телмәр менән тығыҙ бәйле булып, ауыҙ-тел ижадынан барлыҡҡа килә лә инде. Халыҡ йырҙарында лирик аһәң үҫешеү менән бер рәттән тәғәйен музыкаль мотивтарға ҡоролған, моң хәрәкәтен бар тулылығында ҡулланған көйләү стиле өҫтөнлөк ала бара.
Популяр һалмаҡ көй башҡарыусылары
йырҙар тураһында
Башҡорттар ниндәй
йырҙар йырлаған?
Һалмаҡ көйгә бик күп йырҙар ҡарай, улар араһында
«Ташбулат ауылы көйө», урам көйҙәре «Беҙҙең урам», шаян йырҙарҙан – «Һин һөймәйһең», хеҙмәткә ҡағылышлы «Ҡаҙ өмәһе», «Тула баҫыу», мәжлес йырҙары «Дуҫтар», «Алтын микән?», «Ҡымыҙ йыры», тарихи «Дунай», «Аҡ ҡалпаҡ», «Бүгәс маршы», «Окопта», фәлсәфәүи «Бейек тауҙа», «Уҙған ғүмер», «Яңғыҙлыҡ»,
лиро-трагик «Ынйыҡай менән Юлдыҡай», эпик «Ҡуңыр буға»,
зимогор һәм рекрут йырҙары инә.

Иң билдәле йырҙарҙың береһе – ул «Эскадрон».
Йыр 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған. Йырҙа башҡорт яугиры-кавалеристың тыуған төйәге менән айырылышҡан мәлдәге
һағышлы хистәре һүрәтләнә, уның Урал тәбиғәте
гүзәллегенә, тыуған төйәгенә мөхәббәте
сағылыш таба.
Ҡараһана, дуҫҡай, ҡараһана,
Урал тауы тора күгәреп.
Урал тауға ҡарап бер йырлайыҡ,
Уйҙарҙы ла алыҫ ебәреп.
Йырҙар яҙам Урал ҡаяһына,
Иҫтәлектәр булып ҡалһын, тип.
Яуға китеп, иҫән ҡайталмаһам,
Урал тауы иҫкә алһын, тип.
Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас,
Ат менгәндә моңло һайраның.
Ҡындан алып, алмас ҡылысымды
Урал ташҡайына ҡайраным.
«Ынйыҡай һәм Юлдыҡай» йыры ла был
жанрҙың сағыу бер өлгөһө булып тора. Тәү башлап әҫәр
1894 йылда Сергей Рыбаков тарафынан Ырымбур губернаһы
Орск өйәҙе Солтан приискыһында (хәҙерге Башҡортостандың
Баймаҡ районы) Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына. Йыр
«Урал мосолмандарының көнкүреш музыкаһы
һәм йырҙары» китабында донъя күрә.
Рыбаков тарафынан яҙып алынған фаразға ярашлы йыр тарихы башҡорт утарындағы ваҡиғаға бәйле бәйән ителә. Утарҙа ете ҡыҙ көн күрә, уларҙың береһенең егете була. Бер заман йәй көнө, барыһы ла бесәндә булған мәлдә, ҡыҙҙар эргәһенә егет килә. Ҡымыҙ һәм ит алыу маҡсатында егет күрше бай ҡыуышҡа үтеп инә, әммә унан төшкән мәлдә салғы өҫтөнә килеп төшөп, һәләк була. Ҡыҙҙарҙы егеттең үлемендә ғәйепләп, Себергә оҙаталар. Уларҙың икәүһе, Ынйыҡай менән Юлдыҡай, ошо йырҙы уйлап сығара ла инде.

Ғәбитов Х. "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай" 1926 й.
Источник: bashdram.ru
Использованная литература:
1. Кубагушев А.М. Песни Северных Амуров) Уфа, 2015.
2. Кубагушев А.М. Наследие Гайсы Еникеева. – Уфа, 2015.
3. Лебединский Л. Н. «Башкирские народные песни и наигрыши», Москва, 1965.
4. Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. СПб., 1897.
5. Рыбаков С. Г. О народных песнях татар, башкир и тептярей. Живая старина. СПб., 1894.
6. 400 башкирских народных песен /Сост.: Ф.Камаев, Н. Шункаров. – Уфа, 2011. – 400 с.
7. Башкирское народное музыкальное искусство: В 3 томах./ Сост., вступ. слово и коммент. Р.С. Сулейманова; отв.ред. Д.Д. Хасаншин. – Уфа: Китап, 2001. (том I – 240 c.); 2002 (том II – 260 c.); 2005 (том III – 250 с.).
8. Харисов А.И. «Башкорт халык ижады». Уфа, 1956-59, I-II том.

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.