Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Думбыра ни хаҡында йырлай?
Сәсәндәр йыш ҡына балалайкаға оҡшаш иструментты уйнаған, әммә рус аналогынан айырмалы,
думбыра күңел асыу өсөн генә
ҡулланылмаған.
Думбыра сыңы аҫтында эпостар башҡарылған, батырҙарҙың батырлығы,
тыуған ерҙең гүзәллеге, ирекле тормошҡа ынтылыш данланған.
Нимә ул думбыра һәм ул домбранан нимәһе
менән айырыла

Башҡорт думбыраһы – өс ҡыллы сиртем музыкаль уйын ҡоралы. Уға
оҡшаш уйын ҡоралдары ҡаҙаҡтарҙа, үзбәктәрҙә, башҡа төрки
халыҡтарында осрай.Ҡаҙаҡ думбыраһынан
ул һабының ҡыҫҡағыраҡ булыуы
менән айырыла.
Уның төп өлөшө оҙонса түңәрәк формала, муйын өлөшө оҙонса, һабының баш өлөшө аҫҡа табан урынлашҡан. Быуынса пластиналары муйын грифына йәбештерелгән. Юғары өлөшөндә ҡылдар баш өлөшөнә табан, ә аҫҡыһында ҡылтотҡосҡа беркетелгән. Уйнаған ваҡытта башҡарыусы уйын ҡоралын
муйын өлөшөн өҫкә күтәреп, думбыраны бер аҙ ауыш тотоп, барлыҡ
ҡылдарҙы бер юлы сиртә. Ҡылдарға сирткәндә йә һуғып
алғанда үҙенсәлекле тауыш сыға. Шул уҡ ваҡытта аҫҡы
ҡылдар бурдон (һуҙылған) тауыш сығара,
өҫкө ҡылдар – моңлораҡ.
Заманса думбыраның боронғоһо кеүек үк төп өлөшө груша формаһында, яҫы, ағастан. Инструменттың аҫҡы декаһы айырым бөгөлгән ағастан
йәбештерелгән, өҫкө декаһы яҫы, ярым ай формаһындағы
резонанс уйымы һәм ҡылдар өсөн урыны бар. Думбыраның
оҙонлоғо – яҡынса 800 мм, ҡылдары һеңерле.
Төҙөлөшө квартоквинталы – ми, ля, ми.
Думбыра тарихы
Боронғо думбыра «Ҡорғот-ата» төрки
эпосында ла телгә алына.
Ҡайһы бер тикшеренеүҙәргә ярашлы Башҡортостан төбәгенә был уйын ҡоралы боронғо Ассириянан Кавказ, Урта Азия, Фарсы һәм Рәсәй аша үтеп инә.
Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында ҡаҙаҡтарҙың домбраһына
оҡшаш өс ҡыллы думбыра ла осрай.
Легендала думбыраның ҡап өлөшөнөң нисек эшләнеүе иҫкә алына. «Өмөтһөҙлөктән Ҡорҡот ағастан уйып музыкаль уйын ҡоралы
килтереп сығара һәм үҙенең ғазаплы уйҙарын
һәм эске кисерештәрен сағылдыра».
Башҡа риүәйәттәрҙә башҡорт думбыраһының яҫы ағас киҫәгенән
әҙерләнеүе һыҙыҡ өҫтөнә алына. Думбыра хаҡында башҡа
яҙмалар ҙа бихисап, уның күп халыҡтар өсөн уртаҡ булып,
һәр оҫтаның уны үҙенсә яһауын әйтергә кәрәк.
XIXXX быуаттарҙа думбыра ҡулланыуҙан сыға башлай. Был XVII—XVIII быуаттарҙа сәсәндәрҙең милли-азатлыҡ, халыҡ иреге өсөн көрәшеп, батша властары тарафынан эҙәрлекләүгә дусар булыуы һөҙөмтәһе. Эпик хикәйәттәр, ҡобайырҙар һөйләү күренеше лә яйлап һүнә бара, XX быуат башына башҡорттар араһында фабрикала эшләнгән мандолина танылыу яулай, артабан ул думбыра урынына ла ҡулланыла, аҙаҡтан – өс ҡыллы домра альт.
Башҡорт думбыраһы оҫтаhы – Илһам Байбулдин
1980-се йылдарҙа оҫта Вәкил Шөғәйепов, яҙма сығанаҡтарға һәм оло быуын хәтирәләренә таянып, башҡорт думбыраһын тергеҙә башлай. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендә башҡорт думбыраһы һәм ҡыл-ҡумыҙын етешетереү буйынса
эксперименталь оҫтахана ойошторола. Заманса инструмент ҡайһы
бер үҙгәрештәр кисерә, грифы 19 быуынса уйымлыға әйләнә,
ҡап өлөшө ағастан уйып түгел, ә йәбештерелеп эшләнә.
Думбыра үҙ аллы инструмент булараҡ та, ансамблдә
лә ҡулланыла. Думбыраның оркестр өсөн
эшләнгән төрҙәре бар: сопрано, альт, бас.
Атамаһы хаҡында
бер нисә һүҙ

Думбыра атамаһының килеп сығышы төрлөсә аңлатыла.
Барлыҡ атамаларҙың нигеҙе,
шул уҡ ваҡытта рус домраһыныҡы
ла "Танбур" ғәрәп һүҙенән килеп сыҡҡан,
мәғәнәһе Али Дәрүиш заманынан тәржемә
иткәндә «Тан – йөрәк, бура – ғазапланыу» тигәнде
аңлата. Барыһы ла ғәрәп хәрефтәренең яңғырашына
бәйле, сөнки унда тартынҡылар алмашына ("М" – "Н",
"Т" – "Д"), ә һуҙынҡылар ("А", "У" һәм "И"нан башҡалары)
хәреф өҫтөндәге билдәләр рәүешендә. Бынан сығып
оҡшаш һүҙҙәр барлыҡҡа килә, танбур – "домбур –
дунбура – думбра – домбра – домр – домра" һ.б.
Башҡортса варианты руссаға оҡшаш итеп
"Думбыра" тип яҙыла, ә әйткәндә милли
грамматикаға һәм төбәк диалектына
ярашлы "Домб(ы)ра" тип әйтелә.

Использованная литература:
1. Кубагушев А.М. Традиционные башкирские народные инструменты: Учебное пособие. - Уфа, 1997.
2. А. Кубагушев «Башкирские музыкальные инструменты»
3. С.И. Руденко «Башкиры» историко-этнографические очерки (стр. 264)
4. Атлас музыкальных инструментов народов СССР. Изд.2-е и доп. – М.: М., 1975. – с. 80.
5. Фольклор народов РСФСР. – Уфа: 1982. - с 25.
6. Башкирские предания и легенды. – Уфа: Башкнигоиздат, 1985, с. 83.
7. Атанова Л.П. Роль народных музыкантов в сохранении и развитии традиционных черт башкирского музыкального фольклора // Народное творчество башкир. – Уфа: 1976.- с. 13.
8. Ахметжанова Н.В. Башкирская инструментальная музыка. Наследие. - Уфа: 1996.
9. Лебединский Л.Н. Башкирские народные песни и наигрыши. - М.: М., 1965.
10. Рахимов Р.Г. Фактура башкирской инструментальной монодии. Фольклорное исследование. - Уфа: 2001.
11. Рыбаков С.Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. - СПб, 1897.
12. Рахимов Р. Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование. 2-е изд., доп. — Уфа: изд-во БГПУ, 2010. — 188 с.
13. Рахимов Р. Г. Башкирские народные музыкальные инструменты: Учебное пос. для среднего проф. обр. по специализации № 031002 «Фольклорное творчество». — Уфа: Вагант, 2004.
14. Рахимов Р. Г. Башкирская думбыра. Фольклорный сборник. — Уфа: Узорица,1998. — 24 с.
15. Рахимов Р. Г. Башкирская думбыра. Прошлое, настоящее, будущее. — Уфа: Узорица, 2003. — 42 с.
16. Сулейманов Р. С. Башкорт думбыраhы.- Уфа: Китап, 1993.
17. Атанова Л.П. Роль народных музыкантов в сохранении и развитии традиционных черт башкирского музыкального фольклора // Народное творчество башкир. – Уфа: 1976.- с. 13.

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.