Ғөмүмән, Башҡортостанда ҡабарып торған, йөнтәҫ келәмдәр
түгел, ә ҙур һәм бәләкәй буйлы балаҫтар, һарыҡ йөнөнән туҡылған
половиктар, эскәмйә, һандыҡ, ултырғыс япмалары киң таралған. Һәр
ғаиләлә төрлө ҙурлыҡтағы, төрлө техникала эшкәртелгән, сағыу биҙәкле келәмдәр йорт түрен биҙәгән. Бирнәгә төшкән келәмдең сифаты, тигеҙ туҡылыуына ҡарап, килендең уңғанлығы, эшлеклелеге һыналған. Оло
балаҫтарҙа ҡара фон нигеҙендә биҙәктәр симметрик рәүештә
туҡылған, төҫтәр тәрәнлеге уны күләмле итеп күрһәткән. Ундай
балаҫтар йортҡа айырыуса тантаналы, мөһим төҫ биргән.