Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
«БАЙЫҠ» БАШҠОРТ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ
Күңелең йәш икән!

Был боронғо башҡорт бейеүе тәү ҡарашҡа
ғәжәйеп тамашаға оҡшаш
Уның барашында бейеүсе төрлө һәләткә инә. Йылғыр егет һәм һыбайлы – яугир. Әммә төп герой бында үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән, тик күңел көрлөгөн, ихласлығын юғалтмаған аҡһаҡал. Был бейеү,
ғәҙәттә, эпик тамашалар ваҡытында олпат йәштәге
бейеүсе тарафынан башҡарыла.
Бейеү тарихы
Риүәйәттәргә ярашлы, Байыҡ бейеүе, айырым жанр
булараҡ, XIX быуатта барлыҡҡа килгән һәм уның тамырҙары Айҙар
сәсән исеменә барып тоташа. Ул уны 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары – бейеүселәренә бағышлай.
XX б. 30-сы йыл
Тәү осор бейеү героик-эпик йүнәлештә булып үҙ эсенә поэзия, музыка, драма һәм пантомиманы һыйҙыра. Байыҡ сәсән башҡарғандан һуң был бейеү үҙ
аллы жанрға әйләнә һәм эпос менән бәйләнешен юғалта. Профессиональ сәхнәлә ул XX быуаттың 30-сы йылдарында бейеүҙең оригиналь версияһын тыуҙырған Ғ.Ғ. Ушанов башҡарыуында пәйҙа була. Бөгөн бейеүҙең бер нисә варианты бар, әммә һәр осраҡта ла оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан йәшәү көсөн, тормошҡа һөйөүен юғалтмаған олпат ир-ат образы тыуҙырыла.

Ушанов Ғиният Ғабдулла улы
Л. Нагаева "Башкирская народная хореография" китабынан фотографиялар
XVIII быуатта бейеү йыр менән бергә башҡарыла, ә XIX–XX быуат баштарында яңы исемдәр, хәрәкәттәр, образдар барлыҡҡа килә. Марш аҙымы, честь биреү, аяҡ үксәләре менән туҡылдатыу кеүек хәрәкәттәр барлыҡҡа килә. Барлыҡ
был хәрәкәттәр рус армияһы көнкүреше менән тығыҙ бәйле. Әкренләп
бейеү ағышы ла үҙгәрә. Яу яланынан ҡайтҡан башҡорттар бейеү һәм
йыр аша ауылдаштарына үҙҙәренең батырлыҡтары һәм
алыштары хаҡында һөйләгән. Уларҙың һөйләгәндәрен
ауылдаштары күҙ йәштәре һәм шатлыҡ аша
тыңлап, ҡабат һөйләткән.
Элекке батырҙар олоғайған, уларҙың йәш егеттәрҙе һүрәтләгән хәрәкәттәре олпатланған, мәҙәгерәк була барған, һәм артабан үҙенсәлекле бейеү төрөнә әүерелгән. Олпат йәштәге уҙамандар тарафынан башҡарылған тарихи йөкмәткеле импровизацияланған бейеү – хикәйәт тап шулай тыуған.
Бейеү тора-бара боронғо эпик йырҙар менән бәйләнешен юғалтҡан.
Киреһенсә, унда көлкөлө таҡмаҡтар, тапҡыр әйтемдәр,
күңелсәк һүҙҙәр өҫтөнлөк ала барған. «Байыҡ»ты
башҡарыусы шул уҡ ваҡытта шаянлығы
менән алдырған.
Бейеүҙе нисек башҡаралар?
Бейеү үҙенсәлекле әҙерлеге менән башлана.
Бейеүсе түңәрәк буйлап ашыҡмайынса ғына атлай, битен ҡулъялыҡ менән һөртә, елләненең бер иҙеүен уң яҡ билбауына бәйләй. Унан бейеүсе алмашлап баҫып түңәрәк буйлап китә, хәрәкәттәр түңәрәк буйлап майҙан үҙәгендә тыпырлау менән алмашына. Бейеүҙә ҡулбаш һикертеү, ваҡ ҡына баҫып диагональ
буйынса ҡырынға ҡыйғылатып баҫыу, ҡапыл ғына елән иҙеүҙәрен
елпетеү, ат сапҡанға оҡшатып атлау ҡулланыла.
"Байыҡ" бейеүе. Фәйзи Гәскәров ис. ДАХБА, Мәхәмәт Идрисов бейей
Бейеүсе хәрәкәттәрен тапҡыр әйтемдәр
менән аралаштыра:
Бишмәтеңдә бишләр төймә,
Ниңә элгеләмәйһең?
Арабыҙ ҙа йыраҡ түгел,
Ниңә килгеләмәйһең?
Әнә шулай ҡыҙҙырып,
Күн табанын туҙҙырып!
Туҙһа туҙһын табаны,
Ҡалыр әле дағаһы!
Һайт, һайт, ҡарт Байыҡ,
Бейеүҙәрең бик лайыҡ!
Ашап, эсеп, уйнап, көлөп
Хәҙер инде ҡартайҙыҡ!
На твоем бешмете пять пуговиц,
Почему не застегиваешься?
Живем мы недалеко друг от друга,
Почему не приходишь?
Вот так танцуй азартно,
Пусть изнашиваются кожаные подошвы!
Износятся – так износятся,
Останутся же подковы!
Хайт, хайт, старый Баик!
Очень хорош твой танец!
Мы веселились в свое время,
Теперь уже состарились!
Заманса «Байыҡ» бейеүе
Бөгөн бейеү хәрби ҡаҙаныштар хаҡында һөйләмәй, ә бары тик халыҡ сәнғәте булараҡ һаҡланған.
Хәҙер был тарихи бейеү «Байыҡ»
башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу
буйынса республика телевизион конкурсында, өс
йәштән алып ун биш йәшкә тиклемгесә башҡарыусылар
араһында ойошторолған «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсында йыш сәхнәгә сығарыла.

Унан тыш, «Байыҡ»та бейеүселәр туйҙарҙа,
һабантуйҙарҙа, халыҡ байрамдарында
көтөп алынған ҡунаҡ.

Использованная литература:
1. Нагаева Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981; изд-во «Наука», Москва
2. Нагаева Л.И. Башкирская народная хореография. Уфа, Китап, 1995.
3. Гаскаров Ф.А. Башкирские танцы. Уфа, 1958;
4. Башкортостан. Краткая энциклопедия под ред. Р.З.Шакурова Уфа, изд-во: "Башкирская энциклопедия", 1996г.
5. Башkорт халыk ижады: Эпос. 3-сө китап. Өфө, 1982; Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 6 томда, 1 том. Өфө, 1990.
6. Очерки по культуре народов Башкортостана. Сост. Бенин В.Л. Уфа, изд-во: Китап, 1994 г.
7. Сказительское и литературное творчество Мухаметши Бурангулова. Уфа, 1992;
8. Башкирское народное творчество. Т.10: Исторический эпос. Уфа, 1999;
9. Асфандияров А.З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн.9. Уфа, 2001.
Видео:
1. Башкирский мужской танец «Баик»
https://www.youtube.com/watch?v=THnSv43Cqlo
2. Башкирский танец «Баик»
https://www.youtube.com/watch?v=HlqLgCWXIIY
3. Башкирский мужской танец «Баик»
https://www.youtube.com/watch?v=YkLax9lvRcs

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.