Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт орнаменты
Башҡорт орнаменты – рəсемдəргə күскəн халыҡ тарихы ул. Унда башҡорттарҙың сығанаҡтары, уларҙың күрше халыҡтар мəҙəниəте менəн аралашыуы көҙгөлəге кеүек сағыла. Төбəктəге хəҙерге сəнғəт үҫешенең төп шарты булып традицион Көньяҡ Урал биҙəктəренə таяныу
тора. Шуға күрə халыҡ ижадының был төрөн килəсəк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу мөһим.
Башҡорт милли орнаменты. Башҡортостан Республикаһының Дəүлəт гербында ла төшөрөлгəн. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һəм 1999 йылдың 6 июлендə ҡабул ителгəн «Башҡортостан Республикаһының дəүлəт символикаһы тураһында» Законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Дəүлəт гербында түңəрəк эсендə ҡалҡып килеүсе ҡояш һəм уның нурҙары фонында Салауат Юлаев һəйкəле милли орнамент – «ҡусҡар» («бөгəрлəнеп торған тəкə мөгөҙө») менəн уратып алынған. Ул – уңдырышлылыҡ, үлəн, малсылыҡ символы. Гербтың дизайны өҫтөндə Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмəткəре
Фазлетдин Фəррəх улы Ислахов эшлəгəн.

Башҡорт орнаменты үҙенсəлектəре
Башҡорт орнаментының симметриялы биҙəктəрен халыҡ көнкүрешенең барлыҡ əйберҙəрендə лә тиерлек осратып була. Был махсус биҙəктəр менəн кейемдəрҙең яғалары, уйымдары, ҡаптырмалары, ең һəм итəк ситтəре биҙəлгəн. Орнаментлы сиктəр боҙомға бирешмəй тип иҫəплəнгəн. Өй элементтары орнамент менəн биҙəлһə, яуыз ендəр унда үтə алмай тип һаналған.




Нағыштарҙың төҫө айырым мəғəнəгə эйə булған. Көслө һəм саф төҫтəрҙең контрасын ҡулланыу ярҙамында сағыу сиратланыш барлыҡҡа килгəн. Өҫтөнлөклө төҫтəр гаммаһы – ҡыҙыл, һары, ҡара, зəңгəр һəм йəшел. Улар башҡорт халҡында уңдырышлылыҡ, ҡояш, тирə-яҡ тəбиғəттең матурлығы менəн оҡшашлыҡҡа ишара яһай.



Нағышлауҙа түбəндəге алымдар ҡулланыла: орнамент элементтары бордюр, сəскə биҙəк (розетка) йəки тотош селтəр итеп урынлаштырыла. Йыш ҡына был алымдар бергə алынған. Туҡыманың үҙəгендə – эре биҙəктəр, ə ситтəренəн
бер-береһен ҡабатлаған ваҡ биҙəктəр урынлашҡан.




Орнаменттың биҙəктəре һəм образдары үҙ эсенə ҡапма-ҡаршы күренештəрҙе йыйған: көн – төн, йəшəү – үлем, яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ, ир башланғысы – ҡатын-ҡыҙ башланғысы һ.б. Ҡапма-ҡаршы ҡуйыу бер-береһенə ҡаршы торған фигураларҙың симметрияһы ярҙамында күрһəтелə. Композицияның бөтөнлөгөн һаҡлар өсөн, орнаменттың үҙəк элементы булдырыла. Бындай үҙəк булып ҡатын-ҡыҙ фигураһы, ағас йəки символик ромб һүрəте торған. Ҡатын-ҡыҙ фигураһы ерҙəге бар булған нəмəнең алиһəһе образын символлаштыра, ағас – тормош ағасын, ромб – һөрөнтө ер символын.





Үҫемлектәр, йəнлектəрҙең кəүҙə өлөштəре, ҡояш, геометрик фигуралар башҡорт орнаментында йыш осрай. Өсмөйөшкə айырым мəғəнə бирелгəн. Ул төрлө ауырыуҙарҙан һəм төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫəплəгəндəр.


Таҫтамалдар. Ауырғазы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы экспонаттары.

Башҡорт орнаменты төрҙəре
Башҡорт биҙəү-ҡулланма сəнғəтендə үтəлеш ваҡытына, урынына, ҡулланылышына бəйле төп
6 орнаменталь комплекс айырып күрһəтелə.
Беренсе комплекс
боронғо ваҡыттарҙа барлыҡҡа килгəн. Уға өсмөйөш, кәкерсәкле һыҙыҡ (зигзаг), параллель ҡыя һыҙыҡтар, түңəрəк, өйөрмəле сəскə биҙəк күренешендəге ябай геометрик фигуралар инə. Ошондай биҙəктəр төшөрөлгəн ағас, тире, туҡыма, балсыҡ əйберҙəрҙе археологтар йышыраҡ Башҡортостандың таулы райондарында таба.
Икенсе комплекс
кəкре һəм ишелмə (спираль) биҙəктəрҙəн, мөгөҙ һəм йөрəк һынланышлы фигураларҙан, йүгереүсе тулҡындарҙан тора. Уларҙы дала яҡтарында йəшəгəн башҡорт ырыуҙары күсмə көнкүреш əйберҙəрен биҙəү өсөн ҡулланған.
Өсөнсө комплекс
Был комплекс составындағы тамбур (күҙҙəр сылбыр кеүек теҙелеп бара) сигеүе орнаментында үҫемлек сығышлы биҙəктəр башҡорттар йəшəгəн барлыҡ территорияларҙа табыла.
Дүртенсе комплекс.
Республиканың көнбайыш райондарында таралған. Уға төрки халыҡтарға уртаҡ булған элементтар инə. Мəҫəлəн: ромб, өсмөйөш һəм ҡатмарлы кəкерсəктəрҙең күп ҡатлы
ҡушылмаһынан торған биҙəктəр.
Бишенсе комплекс
Уралдың көньяҡ-көнсығышында таралған.
Ул ҡоштар, йəнлектəргə оҡшаған фигураларҙы үҫемлек орнаменты бүлеп торған биҙəктəрҙəн тора.
Алтынсы комплекс
– ябай, сығынты тармаҡлы, тешле, осонда ҡуш мөгөҙгə оҡшаған кəкерсəктəре, ҡатмарлы сəскə биҙəктəре булған квадраттар, ромбтар һ.б. Бындай нағыштар йышыраҡ
Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндə осрай.
Орнамент комплекстары һүрәттәре ирекле сығанаҡтарҙан алынды.
Ҡул эштәре оҫтаһы Зәмирә Хөсәйенованың эштәре (Ауырғазы районы)
Башҡорт орнаменты тарихы
Көньяҡ Урал орнаментының иң боронғо өлгөлəре беҙгə Неолит (б.э.тиклем VI – IV меңйыллыҡ) дəүеренəн керамика ярсыҡтары сифатында килгəн. Лəкин уларҙа хəҙерге заман милли биҙəктəренең һыҙаттарын табыуы ҡыйын. Кешенең тасуирлау эшмəкəрлегенең иң боронғо формаһы булараҡ, башҡорттарҙа орнамент яйлап барлыҡҡа килгəн. Тəүге һүрəтлəүҙəр ябай ғына булған: балсыҡ һауытҡа сыймаҡланған ябай геометрик фигуралар йəиһə батырып индерелгəн кескенə ботаҡ, ҡабырсаҡ ярсығы.

Ваҡыт үтеү менəн, һүрəттəр ҡатмарлашҡан һəм уйланылған, төҙөк композициялы, символик йөкмəткеле була барған. Халыҡ кəсептəре үҫеүе менəн бергə, сигеү, металды, ағасты сəнғəтле эшкəртеү кеүек биҙəү-ғəмəли сəнғəт төрө барлыҡҡа килгəн. Башҡорт ырыуҙары көнкүреш əйберҙəрен мəжүсилек символдары һəм күсмə тормош алымдары менəн биҙəгəн. Шулай итеп улар тирə-яҡ тормошто нисек аңлауҙарын сағылдырғандар.


Һауыт. Неолит дәүере.
Башҡортостандың Стәрлебаш районы. И.М.Аҡбулатовтың ҡаҙыу-
тикшеренеү эштәре башҡарған урыны, 1990 йыл. Башҡортостан Республикаһының Милли
музейы.
VII–XI быуаттарҙа Көньяҡ Уралға ислам килгəс, башҡорт милли орнаментынан кеше һəм йəнлектəр рəсемдəре юғала башлай,
ə биҙəктəр ныҡ ябайлаша. Шулай ҙа исламға тиклемге дəүергə хас ҡайһы бер элементтарҙы, иң мөһиме, уларҙың тəғəйенлəнеш үҙенсəлектəре һаҡланып ҡала.
«Кеше һəм йəнлек һындарын төшөрөүсе рəссамдарҙы Ҡиəмəт көнөндə иң ауыр яза көтə».
(əл-'Аскаляни А. Фатх əл-Бари би шарх Сахих Əл-Бохари, 5950-се хəҙис).
Мөхəммəт пəйғəмбəр киҫəткəн:
Иң боронғо ваҡыттарҙан XIX быуат башына тиклем орнамент ярҙамында башҡорттар үҙҙəрен төрлө сихырҙан һəм яуыз көстəрҙəн һаҡлаған, кейемдəге һəм биҙəүестəрҙəге рəсемдəргə изгелек мəғəнəһе биргəн. Алтын Урҙа ваҡытында ла, Рəсəй дəүлəтенə ҡушылғас та шулай дауам итə.



СССР ойошторолоу мəленə орнамент үҙенең элекке мəғəнə əһəмиəтен юғалта. Замана кешеһе орнаментты ябай биҙəк, нағыш тип ҡабул итə башлай.


Һандыҡ. Ауырғазы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаты
Башҡорт орнаментын өйрəнеү
Беҙҙең ваҡытҡа тиклем бөтөн килеш килеп еткəн башҡорт
биҙəү-ғəмəли сəнғəте əйберҙəренең иң иҫке экземплярҙары
XVIII быуатҡа ҡарай. Төрлө дəүерҙəрҙə уларҙы иң билдəле фəн эшмəкəрҙəре йыйған...
Петер Симон Паллас
(1741–1811)
немец энциклопедист ғалимы. 1769 – 1770 һəм 1773 йылдарҙа экспедиция менəн Көньяҡ Уралда була. Уның тарафынан йыйылған башҡорт орнаментлы предметтар Кунсткамерала һаҡлана.
Руф Гаврилович Игнатьев
(1818–1886)
тарихсы- тыуған яҡты өйрəнеүсе, археолог, журналист. Башҡорт халҡының тыуған яғын өйрəнеү фəненең "патриархы". Ырымбур һəм Өфө губернияларының беренсе археологик карталарын төҙөүсе.
Сергей Иванович Руденко
(1885–1969)
Рəсəй һəм совет археологы. 1906 һəм 1907 йылдарҙа Башҡортостанға экспедиция менəн килə, Рəсəй музейының Этнография бүлегенə башҡорттарҙың барлыҡ локаль төркөмдəренең этнографияһын төрлө яҡтан ҡылыҡһырлаған коллекция йыя
Башҡорттарҙың орнаментлы коллекциялары сит илдəрҙə лə элек-электəн үк билдəле.
1909 йылда этнограф, халыҡ көнкүрешен өйрəнеүсе Дьюла Месарош Венгрия этнография музейы фондын тулыландырыу маҡсаты менəн, бөтə Рəсəй аша үтеп, Пермь башҡорттарына килə һəм
225 предмет һайлап ала.
Улар араһында тиренəн эшләнгән əйберҙəр, сүкеү сəнәғəте предметтары,
ҡатын-ҡыҙ биҙəүестəре, сигеү, туҡыу, аппликация эшлəү үрнəктəре була.

Орнамент менән биҙәлгән күн сумка. ВЭМ.
Башҡорт биҙəү-ғəмəли сəнғəтен Советтар Союзы осоронда яңы көс менəн өйрəнə башлайҙар. 1920 йылда Башҡортостан тарихын, мəҙəниəтен, көнкүрешен өйрəнеү буйынса фəнни йəмғиəт ағзалары республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына экспедицияға юллана. «Экспедицияла ҡатнашыусылар, аттарға атланып, Юрматы, Тамъян-Ҡатай, Бөрйəн-Түңгəүер, Үҫəргəн, Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантондары аша 1000 саҡрым тирәһе юл үтə. Улар музейҙың этнография бүлегенə 120-лəп əйбер алып китəлəр. Экспедиция ағзалары көньяҡ-көнсығыш райондарҙы тикшереү буйынса мəсьəлəне үтəү менəн бергə, Башҡортостандың үҙəк музейын асырлыҡ күлəмдə бик күп материал туплап Стəрлетамаҡҡа ҡайтты...» – тип отчет яҙа улар.

Башҡорттарҙың орнамент ижады ҡомартҡылары юғала бара. Уларҙы һаҡларға дәүләт һәм муниципаль ойошмалар ғына түгел, мәктәп музейҙары ла, шәхси коллекция йыйыусылар ҙа ярҙам итә.


Ауырғазы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспозицияһы
Башҡорттарҙың орнаментты йола мəҙəниəтендə ҡулланыуы
Революцияға тиклемге осорҙа орнамент ҡулланыу ғаилəнең ихтыяжына бəйле булған.
Сихри көскə эйə тип һаналған биҙəктəрҙе төрлө биҙəүестəргə, хеҙмəт ҡоралдарына, ат егеүе кәрәк-яраҡтарына, кейемгə, йорттоң декоратив элементтарына, йыһаздарға һəм башҡа көнкүреш əйберҙəренə төшөргəндəр.
Таҫтамалдан башлап тирмəлəрҙең кейеҙ ябыуҙарына тиклем барлыҡ туҡыма əйберҙəр ҙә сағыу төҫлө орнамент менəн биҙəлгəн. Туҡылған, сигелгəн бик күп нəмəлəр – таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, яулыҡтар, шаршауҙар, туй һəм байрам кейемдəре – буласаҡ кəлəштең бирнәлеге итеп əҙерлəнгəн.
Ауыр физик эш башҡарғанда ир-аттарҙың кейемдəре тиҙ туҙғанлыҡтан, уларҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда һирəк биҙəгəндəр. Тик етеш йəшəгəн ғаилəлəрҙəге ир-аттың ғына бай итеп биҙəлгəн хəрби кейемдəре булған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың таҫтар тип аталған баш кейеме, маңлайға бəйлəгəн һарауыс, өҫкө кейемдəрҙəн елəн, камзулдары орнамент биҙəкле булған.
Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат кейемдәрендә орнамент өлгөләре. Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре экспонаттары.
XX быуаттың уртаһынан Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндə үҫемлек сығышлы биҙəктəр – кəкерсəктəр, сəскəле ботаҡтар, япраҡтар, елəктəр,
алмалар һ.б. – менəн биҙəлгəн буй балаҫтар киң тарала. Уларҙы һарыҡ йəки кəзə йөнөн буяп туҡығандар. Биҙəк ябай булған, ул төрлө төҫтəге буй-буй, тешле йəки шыма буйҙарҙан торған. Бындай ябай башҡорт орнаменты балаҫ биҙəктəренең боронғо замандарҙа уҡ килеп сыҡҡанын күрһəтə.
Балаҫтар. Ауырғазы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттары
Хəҙерге ваҡытта башҡорт орнаментын ҡулланыу
Бөгөн башҡорт орнаменты күп булмаған һөнəр оҫталары тарафынан һаҡсыл рəүештə эшлəнеп кенə ҡалмай, Көньяҡ Урал халҡының геометрик яҡтан төҙөк, ритмға һалынған биҙəктəре бөгөнгө төрлө йүнəлештəр һəм стилдəр менəн яҡшы аралаша, шуға күрə үҙ актуаллеген юғалтмай.
Фото Олег Яровиков / bashinform.ru
Башҡортостанда үткəн төрлө Бөтə Рəсəй һəм халыҡ-ара сараларҙы байрамса биҙəүҙə милли орнаментты киң ҡулланалар.
2015 йылда БРИКС стиле һəм уның логотибы, ШОС сараларын биҙəү дизайны, шулай уҡ саммиттарҙы үткəреү өсөн дөйөм территорияларҙы биҙəү өсөн берлəштерелгəн логотип һəм фирма стиле уйлап сығарыла. Биҙəүҙең берлəштерелгəн стилистикаһы башҡорт милли орнаментына нигеҙлəнгəн. Традицион биҙəү рəсеме һəм линиялар заманлаштырыла, был стилгə тасуирлыҡ һəм актуаль сағылыш бирə.

Йыш ҡына милли орнамент Башҡортостандың торлаҡ пункттары архитектураһында осрай. Мəҫəлəн, Өфөлəге «Торатау» конгресс-холының фасадындағы ромблы биҙəк ҡунаҡсыллыҡты, уңайлыҡты белдерə. Бында орнамент хай-тек стиле менəн гармониялы сиратлаша.
2019 йылдағы транспорт реформаһы ваҡытында башҡорт орнаменты киң ҡулланылды. Республиканың иң эре автотранспорт комплексы –«Башавтотранс» «ҡусҡар» менəн биҙəлгəн 500-ҙəн артыҡ яңы маршрут автобусы алды.