Үрҙә әйтелгәндәр тик ҡара мунсаларға ғына ҡағыла. Аҡ мунсалар бөтөнләй аҙ. Көньяҡ өлөштә улар юҡ тиерлек, башҡа урындарҙа, арта барһа, бөтә йорттарға икәү-өсәүҙер, төньяҡ өлөштә бөтә мунсаларҙың 10‒20 процентынан күп түгел.
Башҡорт мунсаларының ҡоролошо үтә ябай. Урыны менән, үҫәргәндәрҙә, мәҫәлән, даими мунсалар хатта булмаған да. Йәйгелеккә эсендә шыма таштан мейес сығарылған балаган төҙөйҙәр. Яҡҡас, балаган кейеҙ менән ябыла һәм унда берәмләп йыуыналар. Ҡайһы ваҡыт мунса самандан йәки ситәндән, йышыраҡ бүрәнәнән яһала. Ғәҙәттә, улар бәләкәй (4 кв метр), йүнләп мүкләнмәгән, ер иҙәнле һәм тупраҡ менән күмелгән ярыҡ түбәле буранан ғибәрәт. Тәҙрәләре юҡ, ишеге шул тиклем бәләкәй, ныҡ эйелеп инергә кәрәк. Мунсаның эсендә ҡайһы саҡ турайып баҫырлыҡ та түгел. Ингән урынға ҡаршы тәпәш кенә һике тора, ишек янындағы мөйөштә бары таш өйөмө. Уның аҫтында балсыҡ ҡомташтан сығарылған яп-ябай мейес. Ишектең алды ситән йә ҡамыш менән уратылған, солан булмағас, йәйен шунда сисенәләр. Яҡшыраҡ төҙөлгән, ағас иҙән-түбәле, соланлы мунсалар ҙа бар.
Мунсаға үҙҙәренең тастары һәм тәһәрәт алған ҡомғандары менән йөрөйҙәр. Башҡорттар сабынырға яратмай, мунсала йыуыналар ғына. Ирҙәр һәм ҡатындар мунсаға айырым бара, һуңғылары балалары менән йыуына».