Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
«Бабсаҡ менән Күсәк»
(«Күсәк бей»)
башҡорт халыҡ эпосы сюжеты нигеҙендә бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары араһындағы ыҙғыш һүрәтләнә.

Әҫәрҙең легенда, риүәйәт, шәжәрә формаһындағы варианттары билдәле.







Эпос ҡасан һәм кем тарафынан яҙып алынған?

Эпос ике версияла таралған: ҡыпсаҡ варианты (“Күсәк бей”) һәм бөрйән варианты (“Бабсаҡ бей һәм Ҡарағөлөмбәт бей”). Әҫәр ваҡиғалар һәм төп герой образдарының ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеше менән айырылып тора.


“Хикәйән Күсәк бей” исеме менән әҫәрҙең ҡыпсаҡ версияһын тәүге тапҡыр 1916 йылда Сабирйән Мөхәмәтзакир улы Мөхәмәтҡолов (1890–1934) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрге Этҡол ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) ҡағыҙға күсергән.


1928 йылда (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1924 йылда) ошо уҡ сәсәндән эпостың икенсе вариантын Йылайыр кантоны Үҙән ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы Әбделмәмбәт ауылы) Әхмәт Исламғолов яҙып алған.







1928 йылда Йылайыр кантоны Иҙелбай ауылында бер мәзиндең дини китабынан тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим Сәғит Ғөбәйҙулла улы Мерәҫов (1880–1932) яҙып алған


Сәғит Мерәҫов

(1880–1932)




1938 йылда башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм (1911–1939) әҫәрҙең ҡайһы бер варианттарын Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында сәсән Зәйнетдин Мәхмүтовтан һәм Байғаҙы ауылында Әбүзәр Ғазиндан яҙып ала.


Ғәлимов Сәләм

(1911–1939)




1939 йылда башҡорт яҙыусыһы Али Карнай (1904–1943) Бөрйән районының Яңы Собханғол һәм Иҫке Собханғол ауылдарында сәсәндәр Рәхмәт Мәмбәтов, Рәхмәт Исламғолов, Мәхмүт һәм уның улы Зәйнетдин Ҡолдәүләтовтарҙан эпостың дүрт вариантын яҙып ала.


Али Карнай

(1904–1943)




1939 йылда тағы ла бер башҡорт яҙыусыһы Ғәйнан Әмири (1911–1982) сәсәндәр В. Юнысовтан (Баймаҡ районы Түбә руднигы),

Н. Вәлитовтан (Бөрйән районы Яуымбай ауылы) һәм Бөрйән районында йәшәгән шәхесе билдәһеҙ бер сәсәндән эпостың өс вариантын яҙып ала. Ошо уҡ йылда фольклор экспедицияһында эпостың тағы ла бер варианты яҙып алына.


Ғәйнан Әмири

(1911–1982)






1939 йылда музыка белгесе

Л.Н. Лебединский (1904–1992) Бөрйән районында Таһир исемле уҡытыусы-сәсәндән эпостың бер вариантын яҙып ала.


Лев Лебединский

(1904–1992)






Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сәсән Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов (1888–1966) эпостың бер вариантын яҙып алған.

Мөхәмәтша Буранғолов

(1888-1966)


1956 йылда урындағы фольклор йыйыусы М. Сөләймәнов Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында сәсән Ғилметдин Муллағәлләмовтан яҙып ала.


1950–1960 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан ойошторолған ғилми экспедицияларҙа тел белгесе Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанова (1924–2000), фольклорсы Ниғмәт Динәхмәт улы Шоңҡаров (1931–1994), Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов (1933–1986) эпостың варианттарын яҙып алған.

Хәҙерге осорҙа фольклорсылар Г.Р. Хөсәйенова, Г.В. Юлдыбаева, А.М. Хәкимйәнова риүәйәт, легенда, әкиәт формаһындағы сюжеттарын яҙып алған.


Шулай итеп, бөгөнгө көндә эпостың 30-ға яҡын варианты билдәле һәм уның яҙып алынған нөсхәләре Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Ғилми архивында һаҡлана.

Эпостың баҫылып сыҡҡан варианттары
1929 йылда «Башҡорт аймағы» журналының 7-се һанында тел белгесе Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин (1892–1937) эпостың башҡортса ике вариантын баҫтырып сығара: С. Мерәҫов яҙып алған вариантты ҡыҫҡартып һәм
А. Исламғолов яҙып алған вариантты тулыһынса журнал уҡыусыларына тәҡдим итә.

«Башҡорт аймағы» журналының беренсе бите. 1929 й., 7-се һан.
Эпостың А. Исламғолов тарафынан яҙып алынған варианты иң күләмлеһе һанала һәм 1973 йылда, 1999 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтыҡтарында йәнә баҫылып сыға.
Шул уҡ вариант Ғ. Шафиҡов тарафынан рус теленә тәржемә ителә һәм «Алдар и Зухра. Башкирский народный эпос» (Уфа, 1986), «Башкирское народное творчество. Том 1» (Уфа, 1987) китаптарында донъя күрә.



1954 йылда башҡорт телендә донъя күргән «Башҡорт халҡ ижады» йыйынтығында С. Мөхәмәтҡолов тарафынан яҙып алынған вариант бер аҙ ҡыҫҡартылып бирелә.

1960 йылда «Башҡорт шәжәрәләре» китабында ҡыпсаҡ ҡәбиләһе ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе баҫылып сыға. Уға эпостың йөкмәткеһе лә кергән. Был шәжәрә 2015 йылда Р. Кузеев фәнни хеҙмәттәре йыйынтығында яңынан донъя күрҙе.




1962 йылда музыка белгесе

Л.Н. Лебединскийҙың «Башкирские народные песни и наигрыши»

китабында 1939 йылда Бөрйән районында Таһир сәсәндән яҙып алған вариант рус телендә

донъя күрә.


1999 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының 4-се томында

С.Ф. Миржанова, М. Буранғолов, А. Исламғолов, А. Карнай яҙып алған

эпостың 4 варианты донъя күрә.



Эпостың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе

А. Мөхтәруллин рәсеме. Башҡорт халыҡ ижады. IV том. – Өфө: Китап,1999. – 400 б.

Эпоста бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙарының ике быуын ғүмере дауамында үҙ-ара ыҙғышыуы сағылдырыла.

Әҫәр Мәсем хан етәкселегендәге башҡорт ырыуҙарының тормошон, уларҙың ханлыҡҡа һөжүм иткән ҙур, «бығаса күренмәгән» йыртҡысҡа ҡаршы көрәштә берләшеүен һүрәтләй.

Ҡыпсаҡ версияһына ярашлы, Бабсаҡ ул йыртҡысты үлтерә, ә Ҡарағөлөмбәт батырлыҡты үҙе ҡылғанлығын иҫбат итергә тырыша һәм, һүҙен һүҙ итә алмағас, Бабсаҡты үлтерә.

Бөрйән версияһы буйынса, йыртҡыс менән алышта Ҡарағөлөмбәт еңеүсе булып сыға.
Ваҡиғаларҙың артабанғы һүрәтләнеше ике версияла ла бер үк: Бабсаҡты үлтергәндән һәм ҡыпсаҡтарҙы юҡ иткәндән һуң, Ҡарағөлөмбәт Бабсаҡтың ауырлы ҡатынына өйләнә.

Тура хан олатаһы тәрбиәһендә үҫкән Күсәк, ҙурайып, атаһы өсөн үс ала, Ҡарағөлөмбәтте үлтерә һәм уның бөтә ырыуын юҡ итә.

Бер малай ғына иҫән ҡала, ул аҙаҡтан бөрйән ырыуын тергеҙә. «Бөрйән» этнонимы «бер йән» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фекер әйтелә.

Эпоста Күсәктең ҡылыҡтары ике төрлө баһалана: ҡарымтаның хаҡлығы таныла, ләкин геройҙың яуызлығы ғәйепләнә.

Ике версияның да нигеҙенә һалынған идея бер үк: ырыу-ара ыҙғыштарҙы ғәйепләү һәм башҡорт ырыуҙарын берләшергә саҡырыу.

Эпостың ҡайһы бер варианттарында Күсәк бейҙең үс алыуы ҡанһыҙ итеп һүрәтләнә: йә ул Ҡарағөлөмбәтте утта ҡыҙҙыра, йә муйынын сабып өҙә, йә тиреһен һыҙыра һ.б.


Эпос ғилми хеҙмәттәрҙә

«Бабсаҡ менән Күсәк» эпосы билдәле башҡорт фольклорсылары Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Мөхтәр Сәғитов хеҙмәттәрендә ентекле тикшерелә.

«”Күсәк бей” үҙенең материалы һәм идея йүнәлеше менән ырыуҙар араһында берләшеү, ойошоу, ырыуҙарҙы эреләтеү проблемаһын яҡтыртыуҙы дауам итә… «Күсәк бей»ҙә инде ваҡиғаның ошолай эреләшкән ырыу эсендә (ырыуҙар союзы) барғанын күрәбеҙ. Мәсем хан ун ике бейҙең башында торған кеше итеп күрһәтелә… Ул ошо ырыуҙарҙы ойоштороусы, берләштереп тороусы көс итеп бирелә һәм законлы рәүештә ошо ырыуҙарға, ғөмүмән, ошо союзға ингән халыҡҡа баш, етәксе итеп күрһәтелә… Илгә афәт килгән ваҡытта дүрт ырыуҙың батыры бер булып, уға ҡаршы күтәреләләр… Тимәк, был әҫәрҙә инде ырыуҙарҙы эреләштереү бурысы ҡуйылмай, бәлки шул берләшеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән эре ырыуҙар союзын нығытыу, киңәйтеү бурысы ҡуйыла һәм әҫәрҙең бөтә пафосы бына тап ошо идеяға буйһонған һәм ырыуҙар берҙәмлегенә ҡаршы сыҡҡан яуыз ниәтле көстәрҙе фашлауға, юҡҡа сығарыуға йүнәлдерелгән… Тимәк, һығымта шул: ил эсендә (союз эсендә) яуызлыҡ, хаинлыҡ булмаһын, ул ыҙғышҡа килтерә».

Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961. 245, 246, 250-се бб.
Кирәй Мәргән
(1912–1984)
«…Поэма үҙ заманының яҙма әҙәбиәте менән «алыш-биреше» булған кеше ҡулынан үткән, тип әйтһәк, яңылыш булмаҫ… Ләкин беҙҙең өсөн поэманың боронғо тормошто, ырыуҙар көрәшен, уларҙың «бер-беренә ниндәй эш ҡылғандарын» дөрөҫ хикәйә итеү мөһим… Поэманың нигеҙендә ятҡан төп нәмә – ҡарымта, йәғни бер ырыу кешеһенең икенсе ырыу кешеһе тарафынан үлтерелеүенә ҡаршы шул уҡ юл менән яуап биреү, үс алыу. «Күсәк бей» поэмаһында элекке башҡорт ырыуҙарының ыҙғышлы тормошо, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, ырыу йолаларының көсө, ырыуға йәки ханлыҡҡа бәлә килгән саҡта община кешеләрен ойоштороуҙа һәм уларға етәкселек итеүҙә бейҙәрҙең роле асыҡ күрһәтелгән. Шулай ҙа ул, башҡа эпик әҫәрҙәргә ҡарағанда, тарихи яҡтан нығыраҡ сикләнгән, идея йәһәтенән тарыраҡ диапазонлы поэма… Әҫәрҙең геройы Күсәк батыр ырыу-ара хәлгә, Ҡыпсаҡ ырыуынан тышҡы донъяға башҡорт ҡәбиләләрен артабан бер бөтөн халыҡ итеп ойошоуға алып барыусы дуҫлыҡ һәм этник туғанлыҡ йәки яҡынлыҡ күҙлегенән ҡарауҙан бигерәк үҙ ырыуы һәм уның ғына именлеге күҙлегенән ҡарай. Асылда Күсәктең бөтә тырышлығы һәм батырлығы Ҡыпсаҡ ырыуы һәм уның бейе Бабсаҡтың ҡонон алыу менән тамамлана: бөтә Ҡыпсаҡ ырыуын (бер йәндән башҡаһын) ҡырып бөтөрә…»


Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө, 2014. 94, 95, 96–97-се бб.


Әхнәф Харисов

(1914–1977)

«”Күсәк бей” хикәйәтендә ике эре башҡорт ҡәбиләһенең – бөрйән менән ҡыпсаҡтарҙың оҙайлы үҙ-ара ыҙғышы һүрәтләнә. Ике ырыу араһындағы һуғыштың трагик эҙемтәләрен күрһәтеп, хикәйәттә башҡорт ҡәбиләләренең берләшеү идеяһын күтәрә, үҙ-ара ыҙғышты бөтөрөүгә саҡыра. Хикәйәттәге ваҡиғалар шулай уҡ күп риүәйәт, легендаларҙа, яҙма сығанаҡтарҙа һәм көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың таулы райондарының топонимикаһында сағылыш тапҡан. Ул бөгөн бигерәк тә бөрйән һәм ҡыпсаҡтар араһында киң таралған. Халыҡта хикәйәт телдән телгә генә түгел, ә ҡулъяҙма рәүешендә лә (күсерек) таралған… Шул осор төшөнсәләре яғынан ҡарағанда, Күсәк батыр – ыңғай герой, әммә феодал дәүләтселектең яралыу формаһы булараҡ эре ҡәбиләләр ойошҡан ваҡытта ҡарымтаны халыҡ инде кире ҡаҡҡан…»
тип яҙған фольклорсы-ғалим М.Сәғитов.
Бабсаҡ бейҙең ҡурғаны тураһында

Бабсаҡ бей ерләнгән ҡурған Бөрйән районы Аҡбулат ауылы янында урынлашҡан.


Үткән быуаттың урталарында был ҡурғанды билдәле ғалим Н.А. Мәжитов тикшергән. Археологик ҡаҙыу эштәре барышында ике метрға яҡын буйлы кешенең һөйәктәре, һуғыш ҡоралдары һәм ат ҡалдыҡтары табыла.

Был Бабсаҡ бейҙер тигән фекер әйтелә.


1990 йылда ҡурғанда таҡтаташ ҡуйыла.


2007 йылда милли орнамент менән биҙәлгән суйын кәртә менән уратыла, Бабсаҡ бей иҫтәлегенә дүрт метрлы мәрмәр таҡтаташ ҡуйыла.

Тимәк, башҡорт халыҡ эпосы «Бабсаҡ менән Күсәк» башҡорт ырыу-ҡәбиләләрен берләшеүгә, татыулыҡҡа саҡыра, илгә ыҙғыш килтергән һәм ырыуҙар араһында һуғыш тыуҙырған ҡара көстө фашлай.

Ҡулланылған әҙәбиәт:


  1. Башҡорт халыҡ ижады. Дүртенсе том. Эпос. – Өфө, 1999.
  2. Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. – Өфө, 1961.
  3. Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. – Өфө, 2014.
  4. Башкирское народное творчество. Т. I. Эпос. – Уфа, 1987.
  5. Киреев А .Н. Башкирский народный героический эпос. – Уфа, 1970.
  6. Сагитов М. М. Башкирское народное сказание «Бабсак и Кусяк». Автореф. дис… к.ф.н. – М., 1965.


© Сөләймәнова Р. Ә., автор-төҙөүсе, 2021