Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

БашҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ

«АЗАМАТ»



ОҘОН КӨЙ

Һүрәт сығанағы: zen.yandex.ru


«Азамат» йырын тәүге тапҡыр М. Х. Хисмәтуллин Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе Сөйөмбикә Ҡолобаева һүҙҙәренән яҙып ала.


М. Х. Хисмәтуллин
Йырсы, режиссер, педагог. РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.

Йыр «Башҡорт халыҡ ижады» (1995), «Башҡорт халыҡ йырҙары»

(1976) китабында донъя күрә. «Азамат» йырының варианттары

Х. Ф. Әхмәтов, И. В. Салтыков, Ғ. 3. Сөләймәнов һәм башҡа ғалимдар тарафынан яҙып алынған.


Ырымбур, Урал һәм башҡорт ғәскәрҙәре казактары ерҙәре картаһы 1858 йыл.
Һүрәт сығанағы: wikipedia.org


«Азамат» йыры кантон идаралығы

заманында барлыҡҡа килә. Йырҙа күп

һынауҙар үткән, бик күп ауырлыҡтар

кисергән кешенең уйланыуҙары сағыла. Риүәйәткә ярашлы, уны үлер алдынан

дуҫына тормош һабаҡтары биргән

йыр геройы яҙа.

(Кантон идаралығы системаһы – Башҡортостанда 1798—1865 йй. Хәрби
идара итеү формаһы. Башҡортостанды колонизациялау, башҡорт восстаниеларын иҫкәртеү, Урта Азияны баҫып алыуға плацдарм булдырыу ниәтенән,
И. А. Игельстром проекты буйынса индерелә, уға ярашлы 1789 йылдың 22 апреленән 20908 башҡорт йортон тирмә старшиналары һәм уларҙың ярҙамсылары етәкселегендә
103 тирмәгә (командаға) бүләләр.
Хәрби-һаҡ хеҙмәте өсөн поход
старшиналары, есаул, сотник, дистанциялағы начальниктар яуап биргән. 1798 йылдың
10 апрелендәге указға ярашлы башҡорттар һәм мишәрҙәр хәрби-хеҙмәт сословиеһына күсерелгән, башҡорттар, мишәрҙәр,
Ырымбур һәм Урал казактары йәшәгән
төбәк кантондарға бүленгән. Кантон системаһы идаралығы өсөн яуаплы кешеләр башҡорт һәм мишәр феодалдарынан төҙөлгән.
Кантон начальниктары туранан-тура губернаторға, ә 1834 йылдан Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийына буйһонған.
Улар иңенә хәрби, дәүләт һәм земский йөкләмәләр, башҡорт ерҙәрен һатыу
һәм арендаға биреү, халыҡ хужалығы эшмәкәрлеге һалынған.
bashenc.online).

Ул осорҙоң лирик йырҙарында кешенең
рухи донъяһы тәрәнлеге, тормош тураһындағы
фәлсәфәүи уйланыуҙар сағылыш таба.
Мирхәй Азаматов, мишәр Ҡараһыу волосы, Силәбе өйәҙе, Атйетәр ауылында 1803-1805 йылдарҙа кантон булыуға танытма алып, яланға алтынсы кантон булып ултырған.
Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы башҡорттары.
Мирхәй кантонды халыҡ
хуш күңелле, изгелекле булғаны өсөн бик яратҡан.
Ул үҙенең канцелярияһын тейәп, ауылдан-ауылға
күсеп йөрөгән. Кантон булыуына ҡарамаҫтан,
Мирхәй яҡын тирәләге ҡасҡындар һәм бурҙар
менән элемтәгә лә инә торған булған.
Бер ваҡыт шулай Ҡатай волосында Батал Таштимиров тигән кешелә ҡымыҙ-бал эсеп ултырғанда, ҡасҡындарҙы саҡырып бәйге ойоштора. Йорт хужаһы Баталдың әсәһе Мирхәй быға бер һүҙ ҙә әйтмәй.

Икенсе осраҡта, ҡыш бер ауылдан уҙып барғанда, аталары әрмелә хеҙмәт итеүсе ике баланы ҡар көрәргә ҡушҡаны өсөн, ауыл старостаһын һуҡтыртып китә.
Ауыл халҡы быға шатланып, рәхмәттәр әйтеп ҡала.
Убалы тигән ауылда «закон ҡарт»
тип йөрөтөлгән үткер телле бер
кеше менән осраша.
«Ожмахтың ишеген ни тип асаһың да, ни тип ябаһың?»
тигән һорауға теге ҡарт: «Бисмилла тип асамын, мишәрҙең
эсе тар була, бер асҡас ниңә ябайым, арттағылар инһендәр»,
– тип яуап ҡайтара. Кантонға ҡарттың яуабы бик оҡшай,
бал эсереп, һыйлап ҡайтара.
Мирхәй кантон һис уйламағанда ҡаты ауырый башлай.
«Әжәл ауырыуылыр, ҡурайсылар килтерегеҙ, миңә
бағышлап көй сығарһындар», - ти. Ҡурайсылар килеп,
көй сығарып, уйнап бөтөүгә кантон йән биргән ти.
Халыҡ ул үлгәс шул көйгә «Азамат»
(Мирхәй Азаматов) тип исем биргән.
Йырҙарҙың художестволы сифаты бик ҡиммәт: Башҡортостандағы лиро-эпик һәм лирик характерлы йырҙарға хас тематик төрлөлөк, йомғаҡлау киңлеге, музыкаль
тел байлығы күренә.
Уларҙа тыуған яҡ гүзәллегенә, мөһабәт тауҙарына,
иркен далаларына, Урал армыттарынан юл алып тиҙ
тиҙлектә уйһыулыҡҡа ағып, һоҡланғыс ярҙарҙы йыуған
йылғаларға, ҡалын урмандарға дан йырлана. «Азамат»
йыры тап ана шундай ҡылыҡһырламаға тура килә.
Йырҙың көйө һәлмәк. Киң диапозонлы, орнаменталь
һуҙыуҙар һәм моңдо күкрәктән сығарыу менән байытыла.
«Азамат» йырын эшкәртеүсе композиторҙар – Х. Ф. Әхмәтов,
Р. Ә. Мортазин, Д. Д. Хәсәншин (тауыш һәм флейта өсөн),
Р. В. Сәлмәнов, М. П. Фоменков (хор a cappella өсөн), А. Г. Тихомиров
(солист һәм хор өсөн), Т. А. Исмәғилев (фортепиано өсөн). Йырҙың
көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланыла.

1
Санаға ла ектер атты,
Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Азаматҡа бер йыр яҙайым.
Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Ир-азамат менгән аттың
Бәкәлдәре уның аҡ булыр.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.

2
Санаға ла ектер атты,
Арлы-бирле йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Васыят итеп һүҙем яҙайым.
Гелән дә түтә юл булмаҫ,
Аҫыл да ҡоштар ҙур булмаҫ.
Ҡайҙа барһаң, дуҫтар кәрәк,
Дуҫ-иш барҙа, ирҙәр хур булмаҫ.
Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
Ваҡыт түгел микән ҡайтырға.
Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ,
Күргәндәрҙе көйләп тартырға.

3
Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙер күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Азаматов кантон йәйләүе.
Йәйләү буйҙарын йәмләндергән
Шәрифә ҡыҙҙың ҡолон бәйләүе.
Йырҙы башҡарыусылар араһында:
В. М. Абдуллин, Ф. Р. Ғәниев, З. Ғ. Мәхмүтов,
И. М. Смаков, А. Х. Шаһиев.
Башҡорт халыҡ йыры «Азамат»
Марсель Ҡотоев башҡарыуында.
Видео сығанағы: "Zalifa Barlybaeva Smit" каналы
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 8: Йырҙар. Өфө, 1995.
2. Фоменков М.П. Башҡорт халыҡ йыры. Өфө, 1976.
3. «Фольклор народов Башҡортостан халыҡтары фольклоры» энциклопедияһы/ баш мөх. Нәҙершина Ф.Ә., яуаплы мөх. Сәйетов У.Ғ. Өфө, 2020.
4. . Башҡорт халҡының музыкаль-поэтик мираҫы. Йыр ижады. Ҡобағошов А.М. Өфө, 2019.