Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ
«АУЛАҠ ӨЙ» ЙОЛАҺЫ»
Башҡорт халҡының мәҙәниәте – бай рухи мираҫ. Ул үҙенең ҡабатланмаҫ булыуы, быуаттар дауамында быуындан быуынға тапшырыла килгән йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күп төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. Ошондай күркәм йолаларҙың береһе – «Аулаҡ өй». Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә ауылдарҙа башҡорт йәштәре йыйылмаған аулаҡ өй юҡ ине әле. Беҙҙең өләсәй-олатайҙарыбыҙ ҙа йәш саҡтарында аулаҡ өй ойошторған.
Өлкәндәр ҡунаҡҡа киткәс, йортта хужа булып ҡалған ҡыҙҙар дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырған. Ундай ултырыуҙар бик күңелле үткән – бөтәһе лә шаярашып, көлөшөп, таҡмаҡ әйтешеп, бейеп күңел асҡан. Ҡайһы бер ваҡытта аулаҡ өйгә уйынға егеттәр ҙә килгән. Хатта ҡайһы берәүҙәр танышып, үҙ яртыһын да тапҡан.Ҡыҙҙар иһә уңғанлығын, оҫталығын күрһәткән, башҡаларҙан төрлө ҡул эштәренә өйрәнгән.
Башҡорт телендә «аулаҡ» һүҙе «кеше-ҡара булмаған тыныс урын» тигәнде аңлата. Халыҡ телендә йыш ҡына «Аулаҡ күлгә тәлмәрйен хужа» тигән әйтемде ишетергә мөмкин. Борон ваҡыттарҙан уҡ төрлө халыҡтар ҡарашынан тыныс, аулаҡ урындар шомло булған, шуға ла өлкәндәр ҡайҙалыр китһә, хужалыҡтарына һәм балаларына күҙ-ҡолаҡ булып торорға күршеләрен йәки таныштарын ҡалдырған. «Аулаҡ өй» йолаһының асылы ла тап шуға ҡайтып ҡалалыр, моғайын.
АУЛАҠ ӨЙ НИСЕК ҮТКӘРЕЛГӘН
Аулаҡ өй йыш ҡына көҙгө йәки ҡышҡы осорҙа үткәрелгән. Йолаға ярашлы, өйҙә үҙе генә ҡалған йәш хужабикә әхирәттәрен саҡырған. Ҡайһы берҙә аулаҡ яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йортонда ойошторолған.

Тәүҙәрәк унда14–18 йәшлек, һирәкләп кенә 12–13 йәшлек ҡыҙҙар йыйылған. Һуңыраҡ егеттәрҙе лә саҡыра башлағандар. Ҡыҙҙар, һәр кем үҙе менән алып килгән аҙыҡ-түлекте йыйып, ҡоймаҡ, бутҡа, бәлеш һәм башҡа ризыҡтар бешергән, егеттәр күстәнәс килтергән.
«Аулаҡ өй» йолаһы, Гөлдәр Төҡөмбәтова-Билалова видеоһы
Йәштәрҙең бер-береһенә йылы мөнәсәбәтен күрһәтергә мөмкинлек биргән уйындар ойошторолған: «Күҙ бәйләш», «Йөҙөк һалыу», «Көйһөҙ кейәү», «Йондоҙ һанау», «Күгәрсен ашатыу» һәм башҡалар. Уларҙы уйнағанда мәрәкә язалар бирелгән: йырларға, бейергә, берәй йәнлек йәки ҡош булып ҡыланырға, мейес аҡларға, һарайҙағы малды һанарға, һыуға барырға тәҡдим ителгән. Яңғыҙ һәм парлап бейешкәндәр, йырлашҡандар, таҡмаҡ әйтешкәндәр. Егеттәр гармун, ҡурай уйнаған, ә ҡыҙҙар думбыра,ҡумыҙ сирткән.

Кис һуңлатып ҡына өйҙәренә таралышҡандар.

Ғәҙәттә, ундай аулаҡ өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҡарауы аҫтында барған.
АУЛАҠ ӨЙҘӘ УЙЫНДАР
Фольклорсылар күҙлегенән ҡарағанда, аулаҡ өй йәш ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәләү, уларҙы тормошҡа әҙерләү ысулы булып та торған. Кис ултырғанда мотлаҡ әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, фәһемле тарихтар һөйләр булғандар.
«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырына клип
(Мостай Кәрим — һүҙ., Юлай Үҙәнбаев — көйө), видео — ГТРК «Башҡортостан»
Аулаҡҡа ҡыҙҙар ҡул эштәре тотоп килгән. Шәл бәйләгәндәр, ҡулъяулыҡ, таҫтамал сиккәндәр, йөн иләгәндәр. Шул рәүешле йәш-елкенсәк үҙҙәренә бирнәлек, бүләклек әҙерләгән.

Күмәк эш һәм аралашыу тупланған тәжрибәне киләһе быуындарға еткереүгә булышлыҡ иткән, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлауҙа мөһим роль уйнаған.
АУЛАҠ ӨЙҘӘ ҺЫЙЛАНЫУ
Аулаҡ өй башҡорттарҙың төрлө этнографик төркөмдәрендә төрлөсә үткәрелгән. Башҡортостандың ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш райондарында йәштәр тик уйынға ғына йыйылған.

Төньяҡ-көнсығыш райондарҙа, киреһенсә, аулаҡ өйгә аҙыҡ-түлек килтереп, ҡоймаҡ, бауырһаҡ, бәлеш бешергәндәр. Егеттәр күстәнәс (кәнфит, сәтләүек, көнбағыш) тотоп килгән.

Ҡайһы бер райондарҙа йәштәр әтәс-себеш алып килергә тейеш булған. Күмәкләшеп ҡош итенән аш бешереп һыйланғандар.

Шулай уҡ «Быҡрау» йолаһы ла йәшәгән. Унда ҡатнашыусы, ғәҙәттә, октябрь башында ҡаҙ йәки әтәс урлап, аулаҡ өйгә килтергән. Ҡош-ҡортоноң юғалғанын белеп ҡалған хужалар зарланырға тейеш булмаған.
АУЛАҠ ӨЙҘӘ УЙЫНДАР
Һый-ниғмәт әҙер булғансы, йәштәр төрлө уйындар уйнаған, йырлаған, бейегән. Башлыса яңғыҙ һәм ишле бейеүҙәр булған. Йәш-елкенсәк таҡмаҡ әйтешкән. Бер йәки ике ҡыҙ көйгә өйөрөлөп-өйөрөлөп бейегән, шунан бүлмәнең уртаһында туҡтап, тыпырлай башлаған. Бер-ике бейеү хәрәкәттәре яһағас, ҡыҙҙар башҡаларҙы саҡырған.

Бейеүҙәр араһында «Йөҙөк һалыу», «Әйтеш» һәм башҡа уйындар уйнағандар.
«Йөҙөк һалыу»
Аулаҡ өйҙә иң популяр уйындарҙың береһе күҙ бәйләш булған. Уны «Һәпәләк», «Һуҡыр тәкә» тип тә атайҙар.

Был уйын тарих фәндәре кандидаты Флүрә Абсалиҡованың «Башҡорт халыҡ уйындары: ХIХ быуат аҙағы – ХХ быуат башы» тигән тикшеренеү эшендә ентекле һүрәтләнгән.

Уйын ҡағиҙәләре буйынса, эҙләүсенең күҙен бәйләгәндәр, баҫҡан урынында бер-икене өйөрөлткәс, тырым-тырағай ҡасҡандар. Бөтәһе лә йөн ойоҡ кейгән. Ҡыҙҙар-егеттәр эҙләүсенең ҡулына эләкмәҫ өсөн тауыш-тынһыҙ ғына бүлмәнең бер мөйөшөнән икенсеһенә ҡасҡан, урындыҡҡа, тәҙрә төбөнә, ултырғысҡа, мейес башына менеп ултырған. Әгәр егет эҙләй икән, баҙҙы асып, яҫтыҡ, кейем-һалым ырғытҡандар, шунан өҫтөнә балаҫ түшәгәндәр. Егет бүлмәнең стенаһына тотоноп йөрөргә тырышҡан. Уйынсылар уны төрлөсә әүрәткән, ҡайһы берҙә ул онотоп китеп, баҙға ҡолап төшкән.
«Һәүәнәй әбей»
Аулаҡ өйгә йыйылған йәштәр араһында киң таралған уйындарҙың береһе – «Һәүәнәй әбей».

Бер ҡыҙҙы әбей итеп кейендергәндәр. Ауыҙ эсенә, өҫкө һәм аҫҡы теш ҡаҙнаһына, сыра ҡуйғандар. Бер ҙур теше кенә күренеп торһон өсөн. Башына яулыҡ йәиһә шәл бәйләгәндәр, уның өҫтөнә тире бүрек кейҙергәндәр. Арҡаһына, эсенә бәләкәс мендәрҙәр тултырғандар.

«Әбей»ҙе оҙон буйлы, ябыҡ итеп тә кейендергәндәр. Был осраҡта әбей булып ҡыланған ҡыҙ ҡулына көрәк йәки таяҡ тотоп алған. Көрәккә яулыҡ, шәл бәйләгәндәр, күлдәк, елән элгәндәр. Кейенгән-яһанған ҡыҙҙы өйҙән сығарып ебәргәндәр. Күпмелер ваҡыттан һуң уның ауыр аҙымдар менән атлап йөрөгәне, биҙрәләр шалтыраған, шаҡылдаған тауыштар ишетелгән. Ике ҡыҙ ишекте асып, «әбейгә» тупһанан инергә ярҙамлашҡан. «Әбей» абынып йығылып киткән, йә бер, йә икенсе ҡыҙҙың өҫтөнә ауған. Көлә-көлә уны түргә ултыртҡандар. «Әбей», таяғына таянып, нимәлер һөйләй башлаған.

Һәүәнәй роленә башлыса өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡылыҡтарын, ым-ишараһын ҡабатлай белгән йор һүҙле ҡыҙҙарҙы һайлағандар. Әбейҙең һөйләгәнен хәйләле һорауҙар биреп бүлдергәндәр, яуаптарҙы ишеткәс, гөр килеп көлгәндәр.

Шул рәүешле аулаҡ өйҙә инәйҙәрҙең һөйләгән хикәйәттәрен күңелле итеп сәхнәләштергәндәр.
«Йәшерәм яулыҡ»
«Йәшерәм яулыҡ» уйыны. Был уйынды айырыуса ҡыҙҙар яратҡан. Уларҙың араһынан көтөүсене һайлайҙар. Башҡалар түңәрәк яһап ултыралар. Ҡыҙҙар йырлай башлай:
Йәшерәм-йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын аҫтына.
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.
«Йәшерәм яулыҡ» уйыны
Көтөүсе булған бала түңәрәкте уратып йөрөй һәм бер уңайлы ваҡытта һиҙҙермәй генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә. Ә үҙе һаман яулыҡты йәшереп тотҡан һымаҡ йөрөй. Артында яулыҡ ятҡан бала, көтөүсе түңәрәкте әйләнеп килгәнсе, үҙенең артында яулыҡ ятҡанын һиҙмәй ултырһа, көтөүсе уның янына килеп еткәс, яулыҡты ала ла уға яулыҡ менән һуға.

Был бала көтөүсе булып ҡала. Әгәр ҙә түңәрәктәге бала артына яулыҡ һалынғанын һиҙеп ҡалһа, ул тиҙ генә тороп, көтөүсе артынан йүгерә. Ә көтөүсе яулыҡтан һуғылмаҫ өсөн түңәрәк буйлап йүгереп, уны баҫтырған иптәшенең урынына ултырырға тырыша. Әгәр ултырып өлгөрмәһә, ул тағы көтөүсе була һәм уйын яңынан башлана.
«Йөҙөк һалыу»
«Йөҙөк һалыу» уйыны ла киң таралған. Был уйында һәр кемдең үҙ роле булған. Бер уйынсы үгеҙ булып ҡыланған. Алып барыусы: «Үгеҙгә нисә йәш?» – тип һораған. Ҡатнашыусылар: «Үгеҙгә биш йәш», – тип яуаплаған. Был «үгеҙ»ҙе биш тапҡыр йөҙөктөң кемдә икәнлеген әйтергә тейеш тигәнде аңлатҡан. Шунан алып барыусы «үгеҙ»ҙе ситкәрәк алып киткән, йәш-елкенсәк теҙелешеп йәиһә ярым түңәрәк яһап ултырған. Йөҙөк һалыусы уйнаусыларҙың ҡуш усына йөҙөк һалған. Шунан үгеҙ булып ҡыланған егеттән: «Кемдә йөҙөк?» – тип һораған. «Үгеҙ» бер уйынсының исемен әйткән. Яуап дөрөҫ булһа, шул кеше «үгеҙ» урынына баҫҡан. Әгәр «үгеҙ» дөрөҫ әйтмәһә, алып барыусы: «Үгеҙгә бер йәш», – тип ҡысҡырған. «Үгеҙ» биш йәшенә етһә, йәғни биш тапҡыр яңылышһа, йөҙөк һалыусы уйынсыларҙан: «Үгеҙҙе нимә эшләтәбеҙ?» – тип һораған. Бөтәһе лә: «Һуябыҙ!» – тип яуап биргән.
«Йөҙөк һалыу» уйыны
Шунан һуң алып барыусы һәр береһенә ролдәр билдәләгән, «үгеҙҙе» һуйыу, эсәк сайҡау күренеше күрһәтелгән.

«Үгеҙ» гә ныҡ ҡына эләккән: уны төрткөләгәндәр, семтегәндәр, ҡытыҡлағандар, иҙәнгә һалып аунатҡандар. Үгеҙҙе «һуйғас», уйынсылар ике командаға бүленгән. Итте үҙҙәренә алған команда өйҙә ҡалған, икенсе команда соланға сыҡҡан. Соландағы йәштәр ишек янынан эттәрҙе, йыланды «ҡыуып ебәреүҙе», ишекте асыуҙы талап иткән.

Өйҙә ултырғандар нисек итеп эттәрҙе ҡыуып ебәрергә, йыландан сағылмаҫҡа һәм өйгә инергә өйрәткән. Ниһайәт, улар өйҙөң эсенән килеп ингән дә «иткә" ташланған. Был осраҡта төрлө кәрәк-яраҡтар: ағас һауыт, батмус йәки ҡуштабаҡ «ит» булып хеҙмәт иткән. Әгәр ит икенсе командаға күсһә, уйынсылар урындары менән алмашҡан. Ошо киҫкен көрәштә «ит» хужалар ҡулында ҡалһа, уйын шуның менән тамамланған.
ТАНЫШТЫРА, ҠАУШТЫРА АУЛАҠ ӨЙ…
Аулаҡ өйҙә уйындарҙы һәм бейеүҙәрҙе мөмкин тиклем күберәк егет-ҡыҙҙар парлашып тора, бер-береһе менән таныша алырлыҡ итеп ойошторғандар.

Йәштәргә һөйөүен белдерергә мөмкинлек биргән уйындар айырыуса популяр булған. Яңғыҙ, ишле, таҡмаҡлы, ҡара-ҡаршы бейеүҙәр, ғаилә темаһы өҫтөнлөк иткән йырҙар башҡарылған.

Бындай осрашыуҙарҙа ҡыҙҙың эшкә уңған әллә йыр-бейеүгә генә оҫтамы икәнлеге лә күренгән. Ҡыҙ-ҡырҡын егеттәрҙең үҙҙәрен нисек тотоуына ҡараған. Ҡыҙҙар менән генә түгел, ә иптәштәре, өлкәндәр менән ипле һөйләшәме, әҙәплеме, киң күңеллеме – быларҙың барыһы ла уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаған.

«Аулаҡ өй» ниндәйҙер кимәлдә башҡорттарҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү сараһы булып та хеҙмәт иткән. Шул рәүешле күп кенә йәштәр үҙҙәренә ғүмерлек йәр тапҡан.

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ АУЛАҠ ӨЙ
Аулаҡ өй йолаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның Емеш исемле ҡыҙҙың яҙмышы тураһында бәйән иткән «Кәмһетелгәндәр» романында айырыуса сағыу күрһәтелгән.

Ауыл ҡыҙҙары Емештәрҙең өйөнә аулаҡҡа йыйыла. Үҙҙәренә иркенләп күңел асыу мөмкинлеге тыуыуға ҡыуанып, кем уҙарҙан уйнарға, көлөргә, йүгерергә, бейергә тотона.
Яҙыусы «Йөҙөк йәшереш» , «Айыу бабай» , «Хан һәм вәзир», «Осто,осто!» кеүек халыҡ уйындарына ла ентекле туҡтала. Был әҫәрҙе иғтибар менән уҡығанда башҡорт халыҡ ижады, уларҙың көнкүреше, шул осорҙа йәшәгән ябай ауыл кешеһенең өмөт-хыялдары тураһында бай мәғлүмәт алырға мөмкин.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Кәмһетелгәрдәр» спектакленән күренеш
Шиғриәттә лә аулаҡ өй темаһы бар. Әйтәйек, шағир, композитор Рәмил Сурағоловтың Айҙар Ғәлимов башҡарыуындағы «Моңдар ҡайтhын ауылға» йыры ауылда тыуып үҫкәндәр өсөн үҙенсәлекле гимнға әүерелде. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында был йыр һәр өйҙә тиерлек яңғыраны. Уны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә, ҡала һәм ауыл кешеләре лә, берҙәй яратты.
Моңдар ҡайтhын ауылға
Ауыл кисе. Таҫмаларҙан
Әй ағыла ят моңдар.
Ниндәй моңһоу, әллә инде
Телһеҙ ҡалған гармундар.

Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт, урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.

Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу?
Күңелем буш ник шулай?!
Өй түрендә тальян гармун
Моң һағынып зар илай.

Йөрәктәргә осҡон һалып,
Гармунымда уйнайым.
Ауылымда моңдар биреп,
Урамдарҙы буйлайым.

Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр,
Гармун моңға һыуһаған.
Һөйөү булып моңдар ҡайтһын
Ауылыма яңынан.

Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт, урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Ф. Ш. Абсаликова. Игры и развлечения башкир (конец XIX – первая половина ХХ вв.). Уфа, 2000.
2. Л. И. Нагаева. Башкирские народные праздники, обряды и обычаи. Уфа, 1999.
3. З. А. Биишева. Произведения. I том. Уфа, 1995.

Видео:

обряд «Аулак өй», видео: Гульдар Тукумбетова-Билалова - https://vk.com/video105208647_456239017
«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырына клип (Мостай Кәрим - һүҙ., Юлай Үҙәнбаев - көйө), видео - ГТРК «Башҡортостан» - https://www.youtube.com/watch?v=SkfZu6uHvZs&feature=emb_imp_woyt

игры «Йәшерәм яулыҡ» («Прячу платок») и «Йөҙөк һалыу» («Колечко») - https://www.youtube.com/watch?v=btdn-DfYOTs

Фото: Олег Яровиков, Валерий Шахов, пресс-служба Национального молодежного театра имени Мустая Карима, http://aksakovo.belebeycbs.ru/

© Аглиуллина А. М., автор-төҙөүсе, 2021.